«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТСА ЯҠШЫРАҠ БЕЛӘЙЕК!
+  - 

"Русса уҡып-яҙып ҡына түгел белмәк, Хәл килһә, французса белгән яҡшы", - тип яҙғанда бөйөк мәғрифәтсе-шағирыбыҙ Мифтахетдин Аҡмулла бер мәл милләттәштәренә туған телде өйрәтер өсөн дә шул рәүешле саҡырыуҙар ташларға кәрәк булыр, тип уйланымы икән? Әммә бына быуат ярым тирәһе ваҡыт үтеү менән тап уның тыуған көнө - 14 декабрь "Башҡорт теле көнө" тип иғлан ителде һәм байрам сараларының һәр береһендә, туған башҡорт телебеҙҙе белергә кәрәк, тигән һүҙҙәр яңғыраны.

Өфөләге Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге һәйкәлгә сәскәләр һалыу менән башланып киткән байрам артабан уның исемен йөрөткән Башҡорт дәүләт педагогия университетында бөтә республика халҡы өсөн тура эфирҙа башҡорт теленән асыҡ дәрес үткәреп дауам итте. Дәрес ҡараусылар башҡорт теленең үҙенсәлекле лексикаһы менән танышты, башҡортса һөйләмдәрҙе башҡа төрки телдәренә тәржемә итеп, туғандаш ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, татар телдәрен дә аңлауы еңел булыуына төшөндө, урыҫ һәм башҡорт телендәге үҙләштерелгән һүҙҙәр, диалекттар тураһында ла мәғлүмәт алды. Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Арыҫланов һәм М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры Салауат Сәғитов башҡортса иң оҙон һүҙҙәрҙе тиҙ әйтеп, ярышып та ҡараны хатта. Башҡортса аңлаған ҡатнашыусыларҙы ғына түгел, башҡа милләт кешеләрен дә телебеҙҙә 29 хәрефлек һүҙ барлығы хайран итте.
- Башҡортостан Автономияһының 100 йыллығын билдәләгән осорҙа башҡорт телен үҫтереү менән бәйле мәсьәләләр V Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы, Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының съезында ҡаралғайны. Унда күтәрелгән тәҡдимдәр, фекерҙәр ташҡа баҫылған көйө генә ҡалманы, дәүләт власть органдары ла, ижтимағи ойошмалар ҙа, йәмәғәтселек тә был тәҡдимдәрҙе тормошҡа ашырыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып бара, бөгөнгө был ваҡиға ла ошо эшмәкәрлектең сағыу бер миҫалы, - тине БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров сарала сығыш яһап. - Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров республикабыҙҙа Башҡорт теле көнөн билдәләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Мин һеҙҙе ошо байрам менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Бөгөнгө форсаттан файҙаланып, бер генә фекер: быуаттар аманаты, ата-бабалар васыяты булып беҙҙең быуынға килеп еткән, беҙгә тапшырылған ҡәҙерле телебеҙҙе күҙ ҡараһындай һаҡлайыҡ. Уның бар байлығын түкмәй-сәсмәй, арттырып, киләһе быуындарға тапшырайыҡ!
Башҡорт теле көнө саралары баш ҡаланың "Ultra", "Мега", "Башҡортостан", "Үҙәк баҙар" сауҙа үҙәктәрендә балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн мауыҡтырғыс башҡорт уйындары, башҡорт йыр-бейеүе буйынса оҫталыҡ дәрестәре, яңы йәнһүрәттәр күрһәтеү һәм башҡа ҡыҙыҡлы тамашалар менән дауам итте. Ойоштороусыларҙың береһе, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова әйтеүенсә, былар барыһы ла республикала йәшәгән башҡа милләт вәкилдәрен туған телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ менән яҡынданыраҡ таныштырыу, ҡыҙыҡһындырыу, уйын формаһындағы еңел дәрестәр аша телде өйрәтеү, популярлаштырыу маҡсатында эшләнә. Әйткәндәй, Фонд әлеге көндә башҡорт балалар баҡсалары өсөн методик ҡулланмалар сығарған, балалар өсөн кеҫә телефоны уйындары, махсус ҡушымталар эшләгән, ә киләсәктә башҡорт телен цифрлаштырыуға йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырырға ниәтләй.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Башҡорт теле көнөн билдәләһәк тә, был йылына бер мәртәбә генә уны хәтергә төшөрөү тигәнде аңлатмай. Быға дәлил итеп ошо миҫалды килтереү ҙә етә: ошо байрам саралары сиктәрендә Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты киләһе 2020 йылды Башҡорт теле йылы итеп үткәреү тураһында сығыш яһаны. Ҡоролтай ағзалары менән "Торатау" конгресс-холында үткәрелгән эшлекле осрашыуҙа республика Башлығы Радий Хәбиров был тәҡдимде ыңғай ҡабул итте. Шуға күрә, киләсәктә үҙ башҡорттарыбыҙға "Туған телде өйрәнәйек!" һәм "Туған телдә һөйләшәйек!" тигән саҡырыуҙар талап ителмәҫ, тип тә өмөт бағлайбыҙ.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.12.19 | Ҡаралған: 494

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru