«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ШӘЖӘРӘЛӘРЕБЕҘҘЕ ӨЙРӘНӘЙЕК!
+  - 

Күптән түгел Татарстанда йәшәгәнендә рок-йырсы һәм йәмәғәт эшмәкәре булараҡ билдәле булған Альберт Исмаил үҙенең милли асылына ҡайтты - ата-бабаларының башҡорт булғанлығы тарихи документтарҙа теркәлгәнен асыҡлағас, башҡорт булыуҙы хуп күрҙе.

"Беҙ тыумыштан бирле үҙебеҙҙе татар итеп һананыҡ. Татар булып үҫтек. Ике яҡтан да башҡорт булып сыҡтым. Бер ниндәй ҙә борсолоу булманы, һөйөнөү булды. Үҙем өсөн кем булғанымды иҫбатланым. Ошо мәғлүмәт кешегә көс бирә. Ул миҙгелдә һин яңғыҙ түгел, ҙу-у-р бер башҡорт тигән донъяның ағзаһы булаһың. Яуаплылыҡ та тыуҙы. Үҙҙәрен татар тип иҫәпләп йөрөгән яҡташтарыма шәжәрәләрен төҙөргә ярҙам итәм, йүнәлеш бирәм", - тине Альберт БСТ-лағы сығышында. Уның атаһы буйынса нәҫел-нәсәбе - Шаран районының элекке Сыуаш-Тамъян ауылы башҡорттары (йылан, тамъян), әсәһе - шул уҡ райондың Күгәрсен-Бүләк ауылынан (ҡырғыҙ, юрмый).
Уның был белдереүен ҡайһы берәүҙәр үтә насар ҡабул итте, уға төрлө ярлыҡтар тағыуҙан да һис тартынманылар. Әммә ошо ир-уҙаман көслө рухлы булып сыҡты, ул быны аҡыл менән, төптән уйлап эшләнгән ғәмәл итеп аңлата алды. Әлбиттә, этник берҙәйлегеңде (ғилми телдә - идентичность) таныу - һәр кемдең шәхси үҙбилдәләнешенән тора, әммә бында үҙ шәжәрәңде, нәҫел һәм ырыу тарихын белеү ҙә бик мөһимдер. Әйткәндәй, үҙенең ысын этник асылына ҡайтыусы бер Альберт Исмаил ғына түгел. Башҡорт тарихы буйынса үтә ҡыҙыҡлы китаптар яҙыусы Йәдкәр Бәширов та шулай ти бит: "Бар аңлы ғүмерем буйына үҙемде татар сығышлы, тип иҫәпләнем. Әммә шәжәрә икенсене һөйләй - башҡорт нәҫеленән мин, үҙемдең башҡорт икәнлегемә һис шикләнмәйем".
Әйтергә кәрәк, башҡортлоғон яңы осорҙа ҡабатлап таныусы төньяҡ-көнбайыш башҡорттары күп ул, тик улар был хаҡта артыҡ һөйләп бармай. Ғөмүмән, совет осоронда йөҙәр меңләгән аҫаба башҡорт үҙенең боронғо менталитетынан ситләтелде, был башлыса сәйәси сәбәптәр менән бәйле ине.
1897 йылда уҙғарылған Бөтөн Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу материалдары менән танышһаң, ҡараңғы төн яҡтырып киткәндәй тойола миңә. Беҙҙең өсөн бына нимә иғтибарға лайыҡ: ошо ваҡыттағы иҫәп алыуҙа кешенең милләтен түгел, туған телен теркәйҙәр. Рәсәй империяһында йәшәгән 1 321 363 кеше үҙенең туған теле сифатында башҡорт телен күрһәтә.
Хәҙер сәйәси шауҡымдан шаңҡыған ҡайһы бер ғалим ишараттары һәм башҡорт дәүләтселеген кәмһетеп-түбәнһетеп ҡараусылар Өфө губернаһында башҡорттар бик аҙ булған да, ул тик большевиктар ихтыяры менән генә Башҡорт автономиялы республикаһына ҡушылған, тип сафсата һата. 1897 йылғы иҫәп алыу материалдары бының киреһен һөйләй бит!
Халыҡ иҫәбен алғанда Өфө губернаһында теркәлгән 2 196 642 кешенән 899 910 заттың (40,96 проценты) туған теле итеп башҡорт теле күрһәтелә.
Әллә тағы империя переписчиктары Өфө губернаһы татарҙарына башҡорт телен көсләп таҡтымы икән? Юҡ инде, был яңы әкиәт иҫке заманға һис тура килмәй.
Өфө губернаһында XIX быуат аҙағында йәшәгән башҡорт/татар нисбәтен үҙегеҙ сағыштырып ҡарағыҙ: Өфө өйәҙендә башҡорт теллеләр - 114 493 (30,7 процент), татар теллеләр - 4 523 (1,2 процент), Бәләбәй өйәҙендә ошондай нисбәт - 232 960 (53,8 процент) - 48 784 (11,3 процент), Бөрө өйәҙендә - 262 264 (52,7 процент) - 2 339 (0,5 процент), Златоуст өйәҙендә - 51 345 (27,7) - 1953 (1,0), Стәрлетамаҡ өйәҙендә - 115 796 (35,4) - 20 193 (6,2), Минзәлә өйәҙендә - 123 052 (32,4) - 107 025 (28,2 процент). Иҫ киткес һандар - шул уҡ Минзәләне генә алып ҡараһаң да - бына ҡасан башҡорт берҙәйлеге сәскә атҡан үҙенсәлекле диалекты булған төньяҡ-көнбайыш башҡорттары ерҙәрендә!
Бөгөн Татарстандың Дамир Исхаҡов кеүек ҡайһы бер ғалимдары ошо тарихи фактты һис танырға теләмәй: йәнәһе, ул замандарҙа башҡорт этнос исеме түгел, ә ни барыһы сословие атамаһы булған. Быны күҙгә ҡарап алдау, тип әйтергә генә ҡала. Ысын тарихсы өсөн документаль сығанаҡтар кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдер ул. Әлеге 1897 йылғы Бөтөн Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу документтарында барса сословиелар ҙа һаналып, ошо сословиеға ҡараған кешеләр һаны ла билдәләнгән. Бына улар: дворяндар, чиновниктар, руханиҙар, почетлы граждандар, сауҙагәрҙәр, мещандар, крәҫтиәндәр, ғәскәри казактар, инородецтар, сит ил подданныйҙары. Күрәһегеҙ, сословиелар исемлегендә башҡорттар юҡ!
Тарих ҡабатланмай, әммә юғалтҡан милли үҙаңын кире ҡайтара ала кеше, сөнки төркиҙәрҙә нәҫел-нәсәбеңдең кем һәм ҡайҙан булыуын белеү - йәмғиәт ҡануны. Әйҙәгеҙ, ҡан-ҡәрҙәштәр, шәжәрәләребеҙҙе тергеҙеп, асылыбыҙҙы өр-яңынан асайыҡ!

Бәҙри ӘХМӘТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.01.20 | Ҡаралған: 481

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru