«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АУЫЛ БАЙҘАРЫ КҮБЕРӘК БУЛҺЫН!
+  - 


Бер танышымдан: "Быйыл һуғым һуяһыңмы?"- тип һорағас, "Әлбиттә, мин бит - башҡорт! Башҡорт итһеҙ йәшәй алмай…" тигәйне. Әлхәмдулиллаһ, ана шул һуғым мәсьәләһе буйынса миңә лә йыл һайын ҡыш баштарында яҡын-тирәләге берәй ауылға барып, теге йәки был ауыл байы менән танышыу бәхете тейеп тора.

"Ауыл байы" тигәндәй, илебеҙҙәге күп тиҫтерҙәрем һымаҡ, мин үҙем дә "Хәҙер донъя тигеҙләнде, фәҡир ҙә юҡ, бай ҙа юҡ", тип йырлап үҫкән дәүер кешеһемен. Ысынлап та, беҙ үҫкәндә ауылдарҙа байҙар булманы, тик бәғзе берәүҙәрҙең башҡаларға ҡарағанда бер аҙ ғына хәллерәк йәшәгәне һиҙелә ине. Әммә шул уҡ ваҡытта көсөнән килгән ҡәҙәре мал үрсетергә, йорт-ҡураһын төҙөк тоторға тырышып йәшәгән был кешеләр бүтәндәрҙән әллә ни ныҡ айырыла ла алманы. Ул заман кешеләренә байып йәшәп китергә бер ниндәй ҙә форсат булманы шул. Өйөндә затлыраҡ әйберҙәре күренә башлаған бәғзеләр менән шунда уҡ "Эш хаҡың шуныса ғына, ә был нәмәне ниндәй аҡсаға алдың?" тигән һымаҡ һорауҙар менән "тейешле органдар" ҡыҙыҡһынырға тотона. "Кәрәкле мәғлүмәттәр"ҙе был "ағайҙарға" ваҡытында еткереп тороусылар ҙа булғандыр инде. Хаҡлы ялға сыҡҡас, йомош-фәләнгә егеп йөрөү өсөн атайым мәрхүмдең бер бейә алғанын хәтерләйем. Әммә күп тә тормай ауыл советы рәйесе: "Төхфәт ағай, атыңды тотон (беҙҙең яҡта һуйыуҙы "тотоноу" тип әйтәләр), шәхси милек рөхсәт ителмәй…" - тип килеп тә еткән. Атайым, ана шулай, бесән-маҙар ташыу өсөн совхоз аттарын һорап торорға мәжбүр булып йәшәне… Беҙ үҫкәндә һәр китапта, бар ҡараған кинофильмдарҙа әле үҙем әйткән ауыл байы "ҡалын ҡорһаҡлы, ҡомһоҙ, һаран, ярлыларҙы көн-төн иҙеүсе" кеше итеп һүрәтләнде. Октябрь революцияһынан һуң, ысынлап та, байҙарҙы - халҡыбыҙҙың иң эшсән ҡатламын "нәжескә буяп" ташлағандар ине шул. Бәхеткә, һуңғы ике-өс тиҫтә йылдарҙа граждандар һуғышы, колхозлаштырыу осорҙарына ҡарашыбыҙ байтаҡҡа (хатта бөтөнләйгә кире юҫыҡҡа!) үҙгәрҙе. Ике-өс йыл тирәһе элек гәзиттәребеҙҙең береһендә "Байҙар ҙа ихтирамға лайыҡ" тип аталған мәҡәләм дә донъя күргәйне. Бай кешеләрҙе хәҙер мин "йыуан ҡорһаҡ", тип түгел, киреһенсә, көн-төн тимәй, ал-ял белмәй эшләүсе кешеләр тип һанайым.
Оҙайлы хәрби хеҙмәттән отставкаға сығып ҡайтҡаны бирле, әллә нисә йыл рәттән Баймаҡ районының төрлө ауылдарына барып, һуғымға йылҡы малы һатып алам. Йышыраҡ Сәйғәфәр ауылынан Нуриман исемле ике туған ҡустымдан алырға тура килә һуғымлыҡты (быйыл өлгөрмәй ҡалдым). Тыуған ауылым Мәмбәттән Рәсүл исемле ауылдашымдан, Байым ауылынан Шәфҡәт атлы егеттән, Татлыбайҙан Зәбир байҙан алғыланым.
Быйыл иһә Әхмәр ауылына барырға тура килде. Күк Ирәндек буйында урынлашҡан был ауылда Әхәт исемле бер кеше хаҡында таныштарыбыҙ аша ишетеп ҡалдыҡ. Алдан һөйләшкән буйынса, ауылдың иң осонда ултырған өйҙәрен табып алдыҡ. Киң ихатаһы һәр төрлө ауыл хужалығы техникаһы, ялан кәртәләре йылҡы, эре мөгөҙлө мал-тыуар менән тулған был хужалыҡ әллә ҡайҙан уҡ күҙгә ташлана. Быйыл Урал аръяғы райондарында бесән яғы наҡыҫ булыуына ла ҡарамаҫтан, эре-эре эҫкерттәр менән тулған бесәнлеген күргәс, "Бында ысын бай хужа йәшәй икән", тигән һығымтаға киләһең. Урамында торған "Ниссан" автомобиле лә йорт хужаһының эшлеклелегенә ишара… Ошо хаҡта уйлап килеп туҡтауыма ҡаршы алырға бай үҙе лә килеп сыҡты. Күрешеп, танышҡас, ыҡсым ғына "башҡортса" һаҡал ебәргән был Әхәт уҙамандың фамилияһын һорай һалып алдым. Өмөтбаев фамилияһын ишеткәс тә: "Рамаҙан Өмөтбаевтың туғанымы әллә?"- тип һорап ҡуйҙым. "Шәжәрәне йәйә биреп эҙләһәң ни, уның бәлки, берәй ботағын табырға ла булалыр инде. Башҡорттар барыһы ла бер-береһенә туған…" - тип көлдө яҡташым, мине һарай яғына әйҙәне. Һуғымлыҡ малды айырым кәртәгә бикләп ҡуйған икән. Ҡолаҡтарын шымайтып, бына-бына бейек ҡойма аша һикереп сығырҙай булып тулап торған, һыртында ҡара юлаҡлы башҡорт тоҡомло ажар ҡола айғырҙы күрһәтеп: "Үҙең инеп тотаһыңмы әллә?" - тип йылмайҙы хужа тағы. "Мин ғүмер буйы һалдат дауалап ҡына йөрөгән кешемен, йылҡы менән эш иткәнем юҡ. Үҙең генә тотоп йығып һалмаһаң…" "Әһә, аңланым, "зеленка" менән генә әмәл итә торған кешеһең икән!.." - тип "сәнстереп" алды йор һүҙле бай. "Эйе, - тигән булдым, - кәрәк саҡта зеленка менән, ә бәғзе ваҡыт скальпель менән дә булышҡыланым…" Үҙемдең ҡасандыр хәрби госпиталдә операциялар яһаусы хирург булыуым хаҡында һүҙ шыйыҡлатып торорға ваҡыт юҡ ине. Беҙ танышып, ул-был иткән арала, яныбыҙға килеп еткән өс егет дәррәү эшкә кереште. Тәү ҡарауҙа, бындай ғәйрәтле малды тотоп алыу түгел, янына барыу ҙа ҡурҡыныс һымаҡ! Әммә баһадир егеттәр күҙ асып йомған арала, йәйен-ҡышын ҡырҙан ҡайтмаған, тамам ҡырағайланып киткән был уҫал тайҙы ҡороҡлап тотоп, һуя торған урынға алып та китте.
Йыл да башҡорт егеттәренең ана шундай таҫыллығына ғәжәпләнеү ҡатыш ғорурлыҡ тойғоһо кисереп, уларҙың ошо эшен оло кинәнес менән күҙәтәм. Быйыл ҡар әҙерәк булыу сәбәпле, итте ерҙең тупрағына буяп бөтмәһәләр генә ярар ине, тип уйлап та өлгөрмәнем, байҙың Артур исемле бер улы моронона ниндәйҙер тимер ҡоролма таҡҡан тракторы менән килеп тә туҡтаны. "Бисмилла"лап салынған малды махсус яһалған ырғаҡтар ярҙамында дүрт аяғынан күтәртеп, һуйыусылар, хатта эйелмәй генә тороп, эшкә кереште. Тай ярайһы ғына көр булып сыҡты. Өйрәнгән ҡулдары "уйнап ҡына торған" Венер, Илфат исемле был егеттәр үҙ эшен яҡшы белгән тәжрибәле хирургты хәтерләтә. Әхәт уҙамандың күршеләре икән. Хужаның улдары Артур һәм Илнур менән берлектә ун биш-егерме минут эсендә тап-таҙа ғына итеп тайҙың тиреһен дә һыҙырып ҡуйҙылар. Егеттәр һуғымдың һандарын бүлгеләгән арала йорт хужабикәһе Гүзәл ханым, ярҙамға килеп еткән һеңлеһе Айгөл, Ләйсән килен менән "һә" тигәнсе эсәк-ҡарындарҙы "арытып", "бешекләп", эшкәртеп тә ҡуйҙылар. Эште тамамлап, ҡулдарҙы йыуып, ул-был иткәс, уңған хужабикә барыбыҙҙы ла бай йыһазландырылған иркен өйгә саҡырып индерҙе. Аш бүлмәһендә ҙур өҫтәл тултырып һый-хөрмәт әҙерләгән икән. Хәбәрҙәрен һөйләй-һөйләй, һимеҙ ит, бишбармаҡ, ҡоротло һурпа менән башҡортсалап ҡыҫтай-ҡыҫтай беҙҙе һыйларға кереште. Сервант кәштәһендә торған "Диплом"ға иғтибар иттем. Тағын бер боронғо башҡорт традицияһын дауам итеүсе - мәргән уҡ атыусы ла булып сыҡты Әхәт бай. Уҡсылар бәйгеһендә икенсе урынды алған өсөн ана шул диплом менән бүләкләгәндәр икән уны. Иттәрҙе машинаға тейәп, хушлашып сығып барғанда, байҙың ихата тышына Сибай ҡалаһынан тағы бер яҡташ килеп туҡтаны. Тана алып һуйырға һөйләшкән икән…
Ата-бабаларыбыҙҙың борондан килгән гүзәл бер йолаһын күҙ алдыбыҙға килтереү маҡсатында мал һуйыу процесын бер аҙ ғына булһа ла шулай ентекләп яҙырға тырыштым. Милләттәштәребеҙ араһында Әхәт Өмөтбаев һымаҡтарҙы осратҡан һайын уларҙың ифрат эшлекле, шул уҡ ваҡытта йомарт, киң күңелле булыуҙарын күреп, йәмғиәтебеҙҙең ошо ҡатлам кешеләренә - байҙарға ҡарата тик яҡшы тойғоларым артҡандан-арта бара. Уларҙы ихтирам итеүгә башҡаларҙы ла өндәйем. Хәләл ефеттәре, бала-сағалары, башҡа туғандары менән берлектә ең һыҙғанып донъя көтөп, көнө-төнө арымай-талмай эшләп төҙөп алған хужалыҡтарының ҡәҙерен белгән, үҙ дәрәжәләре хаҡында ла онотмаған шундай ватандаштарым ауылдарҙа тағы ла күберәк булһын ине, тигән теләгем тыуа. Байҙар булһа, илдә аслыҡ та булмаҫ, иншалла. Икмәк, ит, һөт, йәшелсә һымаҡ көндәлек кәрәк булған аҙыҡ-түлек етештереү, ахырҙа, улар өҫтөнә йөкмәлә бит. Ауылда байҙар ни тиклем күберәк икән, шул тиклем кешеләргә, айырыуса ауыл йәштәренә эш проблемаһы ла хәл ителәсәк, тигән инаныуҙамын. Һуңғы осорҙар хөкүмәтебеҙ ҙә ошо юҫыҡта эшмәкәрлек алып бара башланы буғай. Уларҙың һәммә эшенә Аллаһы Тәғәлә уңышлыҡтар һәм еңеллектәр насип итһен, тип доға ҡылам.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы медицина подполковнигы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.01.20 | Ҡаралған: 461

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru