«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘЕБЕҘСӘ ЙЫҺАЗЛАЙЫҠ!
+  - 

Бөгөн дизайн, декор, интерьерҙар заманы. Һәр кем фантазияһы һәм аҡсаһы еткән хәтлем үҙе теләгәнен булдыра ала. Бының өсөн махсуслашҡан оҫталар ҙа етерлек. Шуның өсөн, йортоңа йә фатирыңа яңылыҡ индерергә теләйһең икән, милли элементтарҙы ҡулланыу иң үҙенсәлеклеһе, тигән фекер еткерге килә. Ундай биҙәүҙәргә, йыһаздарға һәр кемдең күҙе төшә, иғтибар итмәй, баһаламай ҡалмай.

Мәҫәлән, бер танышым тәҙрә ҡорғанына ламбрекен итеп милли орнаменттар ҡуйғайны. Бөтөн залда күҙгә иң ташланғаны шул булды һәм хужаларҙың үҙ баһаларын белдергән бер ымы һымаҡ ҡабул ителде. Күңелдә шундуҡ хөрмәт кеүек бер йылы тойғо яралды.
Икенсе берәүҙәрҙә ҡала фатирындағы иҙәнгә балаҫ урынына боронғоса әрмәк (тирүгә) түшәлгәйне. Балаҫ кеүек үк йылы ла, таҙалауы ла, йыуыуы ла еңел, тип маҡтанды хужабикә. Етмәһә, стеналағы обой өҫтөнән башҡорт биҙәкле таҫма һуҙылып, иҙәндәге әрмәккә тулылыҡ биреп тора. Шунда уҡ ҙур вазаға ҡуйылған кипкән ҡурай үләне был декорацияны айырым бер сихри донъя итеп күҙ алдына баҫтыра.
Үзбәкстанда булғанда һәр өйҙең зал түренә ҡуйылған урындыҡтар, беҙҙеңсә, һикеләр иғтибарҙы йәлеп иткәйне. Улар тәпәш кенә, ситтәре, боттары һырланып эшләнгән, киң, иркен бер карауат кеүектәр. Иң ҡыҙығы: был урындыҡты күсереп йөрөтөп була, ул йыйыла ла, ҡорола ла. Бында көндөҙ аяҡ салып ултырып ашарға, ҡунаҡтар һыйларға, кистәрен урын йәйеп ятып йоҡларға ла була. Уйлап ҡуям, нигә беҙгә бөгөнгө ҡала фатирында диван урынына еңел материалдан, биҙәп-нағышлап тороп шундай һике яһап ултыртмаҫҡа? Ниңә өҫтөнә сағыу япмалар ябып, түрюрғандар, күпмәләр ташлап, шунда ҡырын ятып телевизор ҡарамаҫҡа йәки ғаилә менән түңәрәтеп ултырып сәй эсмәҫкә? "Фу, боронғоса" тип кире ҡаҡмайынса, милли үҙаңды уятыр, балаларҙы һәм дуҫ-иште тәрбиәләр, үҙеңә ләззәт алыр өсөн дә кәрәк түгелме икән беҙгә бындай йыһаздар? Был осраҡта бөгөн күргәҙмәләрҙә генә йөрөгән әрмәктәр, һуҡма түшәктәр, ҡорама түшәктәр һәм башҡа ҡул эштәренә лә юл асылыр ине. Оҫталарға бер идея булһын әле был, уйлап-күҙәтеп, бәлки, шундай урындыҡтар яһап тәҡдим итерҙәр беҙгә.
Һандыҡ эшләтергә булғас, интернетта ошо хеҙмәттәренә реклама биргән ир-егеттәргә яҙып, үтенесем белдерҙем. Тик береһе лә уны мин теләгәнсә яһай алмай булып сыҡты. Күптәр әҙер мебель материалынан йәтеш кенә ҡумта ҡора ла бирә икән. Уның өсөн артыҡ маһирлыҡ та кәрәкмәй һымаҡ. Ундай һандыҡтар саҡ ҡына дымдан сит-ситенән асыла, әлеге уртахаҡ мебелдәр кеүек йәһәт кенә кителә-сыйыла башлай. Һәм ике-өс йылдан кәрәкмәгән нәмә булып келәткә тығып та ҡуйыла. Миңә Әбйәлил районынан бер ағай яһап күргәҙмәгә ҡуйған боронғоса, ҡарағай таҡтанан яһалған, ҡапҡасы бөгөп көмбәҙләнгән, тышы йоҡа ҡалай менән тотошлай һырланған, ҡаштар һәм таштар менән биҙәлгән, ағасына милли нағыштар төшөрөлгән һандыҡ кәрәк ине. Оҫта заказ алмай, был уның ҡыҙына бирнә итеп эшләнгәне генә икән. Һәм, ышанаһығыҙмы, һандыҡтың ошондай боронғо бирелешенә йөрьәт итеп тотонғандай оҫтаны оҙаҡ ҡына эҙләргә тура килде. Ниһайәт, был заказды ҡабул итеүсе табылды. Быны нимә өсөн теҙеп яҙаммы? Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә боронғо һырлы-нағышлы һандыҡтарҙы өй биҙәге итеп ҡайтарайыҡ әле, тип әйҙәләге килгәнгә яҙам. Һандыҡ - ул туй биҙәге булһын өсөн генә, исем өсөн яһатылған атрибут түгел, ул ҡатын-ҡыҙ донъяһының бер дәрәжәле символы. Ул ғүмерлек булырға тейеш. Мәҫәлән, ҡаҙаҡтарҙа ҡатын-ҡыҙҙың һоҡланғыс һандыҡтары һәр ваҡыт күҙ күреме ерҙә тора. Заманса йыһазлы йорттарҙа ла һандыҡҡа урын бар..
Декор хаҡында һүҙ сыҡҡас, фатир ишектәрен, балкон тыштарын да милли стилдә биҙәргә була икәнде иҫегеҙгә төшөрәм. Тышҡы ишек яҡтауҙарын орнаментлы итергә, ишек уртаһына ҡурай һынын ҡуйырға була. Төркиәлә балкон һайын үҙ байраҡтары тора әле. Был тәңгәлдә лә мәғәнәле генә фекер йөрөтөргә була.
Машиналар темаһына килгәндә лә фантазияңды эшкә егергә мөмкин. Артҡы тәҙрәңә "Мин - башҡорт" тип яҙғансы, милли орнамент йәки символик һүрәт ҡуйыу күпкә отошлораҡ та, эстетикалыраҡ та буласаҡ. Шулай уҡ кабина япмаларына ла әлеге әйтелгән символдарҙы ҡуйып яһаған оҫталар бар.
Был темаға һәр кемдең үҙ ҡарашы, әлбиттә, әммә сит биҙәктәр, сит стиль эсендә йәшәүгә ҡарағанда, үҙ менталитетыңа, үҙаңыңа яҡын һәм аңлайышлы булған солғанышта көн итеү күпкә яҡшы, минеңсә. Был тыныслыҡ та, уңайлыҡ та, үҙең булып ҡалыу ҙа ул. Заманса тормоштан да айырылма, шул уҡ ваҡытта башҡортлоғоңдо ла һаҡла. Таш ҡумтала сит интерьер солғанышында ҡалдыҡ, юғиһә. Бына шундай тәҡдим-теләк Яңы йылға.

Әлиә СӘЙҒӘФӘРОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.01.20 | Ҡаралған: 409

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru