«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘ КӨЙӨБӨҘҘӨ КӨЙЛӘЙЕК!
+  - 

Баш ҡала сәхнәләрендә үткән төрлө концерттарҙа башҡорт йырсыларының кимәлен һынап, тере тауышҡа йырларлыҡ артистарыбыҙ бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалып барыуын һәм моңдо алдан яҙҙырылған музыка алыштырыуын күреп өйрәнгән тамашасы өсөн "Башҡорт йыры-2019" көтөлмәгән бер бүләк булып сыҡты. Ниһайәт, ысын башҡорт йыры нисек яңғырарға һәм уны ысын башҡорт йырсыһы нисек башҡарырға тейешлеге раҫланды был тамашала.

Туғыҙынсы миҙгеленә йомғаҡ яһаған конкурста сығыш яһаусылар тәүге тапҡыр Башҡортостандың Милли симфоник оркестры (генераль директоры Артур Нәзиуллин) оҙатыуында йырҙар башҡарҙы. Оркестр менән Мәскәүҙән саҡырылған ҡунаҡ, Рәсәй Дәүләт академия симфоник капеллаһы дирижеры Дмитрий Крюков етәкселек итте, ә йырҙы оркестрға һалыу эшен композитор Урал Мөхәмәтйәров атҡарып сыҡҡан. Был уникаль проекттың уңышлы һөҙөмтәһен тамашасы залында алма төшөрлөк тә урын ҡалдырмаған йыр-моң һөйөүселәр юғары баһаланы. Тамашаның тәүге өлөшөндә башҡорт эстрадаһында оҙон көйҙәрҙе һәм классик йырҙарҙы башҡара алған көслө һәм моңло тауышлы йырсыларыбыҙ барлығы сағылыш тапһа, икенсеһендә башҡорт эстрадаһының сағыу йондоҙҙары һынау тотто. Йырсылар араһында йыл дауамында барған ярыш һөҙөмтәләре буйынса финалға сыҡҡан алты ҡатнашыусы араһында төп приз - Гран-при хужаһы табылмауға ҡарамаҫтан, йәштәрҙең таланты барыбер сағыу балҡыны. Быйылғы конкурс һөҙөмтәләре буйынса I урынға Артур Шәрипов лайыҡ булды.
- Йыр сәнғәте көрсөктә, мәҙәниәтте шаҡы-шоҡо баҫты, тип туҡтауһыҙ әрләүҙәргә яуап булды быйылғы "Башҡорт йыры". Моңло, талантлы, йырсы башҡорттоң мәңгелеген һәм бөйөклөгөн яңы һулышта күрҙек! Юҡһа, ысынлап та, элеккеләр генә шәп йырлаған да, уларға алмаш тыумаған, халыҡтың һәләте шуның менән бөткән, башҡалар яҡшы эшләй, беҙҙекеләр алға китә алмай, тигән кеүек фекерҙәр аңға һеңә башлағайны, - тип тәьҫораттары менән бүлеште тамашасы Светлана Насырова. - Быйылғы "Башҡорт йыры"нда артистар мәшһүр йырсылар быуыны дауам итеүен, башҡорт йырының тиңһеҙлеген, башҡаларҙан бер башҡа юғары булыуын иҫбатланы. Киң диапазон, көслө тауыш менән яңғыратып йырлау булһынмы, йөрәк һалып талғын ғына башҡарыумы - барыһы ла беҙҙең тәбиғи һәләт. Башҡорт халыҡ йырҙарының үҙенсәлеге лә тап шунда бит: борма-борма боролоштар, йөрәктән һыҙып йырлау, тәрән һулыш, киң алымдар менән алдырыу. Милли симфоник оркестрға ҡушылып йырлаған артистарҙы халыҡ тын да алмай, һушы китеп тыңланы. Концерттың күберәк талғын һәм классик йырҙарҙан торған тәүге өлөшө тамсы ла ялҡытманы, ниҙер уйларлыҡ та әмәл ҡалдырманы. Яңылыҡ был. Йыр сәнғәтендәге матур боролош. Бындай рухи аҙыҡтың "тәмен" ашаған татыһа ла, тураған нығыраҡ белә. Ойоштороусыларға, милли сәнғәтте күтәреү хаҡына тырышыусыларға халҡыбыҙ исеменән рәхмәт белдерәйек.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Һәр яҡлап бер көнлөк ҡиммәттәр менән йәшәргә өгөтләп, халыҡтарҙы асылдарынан яҙҙырған заманда "Башҡорт йыры" кеүек үҙ моңобоҙҙо сағылдырырлыҡ конкурсыбыҙ булыуы ҡыуандыра. Ошо сара ярҙамында башҡорт халыҡ йырҙарында сағылған булмышыбыҙ, тарихыбыҙ, күңел түребеҙҙәге хистәребеҙ хәтеребеҙҙә яңыртылып тороуы ла киләсәгебеҙ өсөн мөһим. Әйҙәгеҙ, был кәрәклекте тойоп, йырсыларҙың һәм музыканттарҙың ижадын хөрмәт иткән һәм таланттарын таныған, тамашасыларының мәҙәни үҫешенә битараф булмаған "Башҡорт йыры" кеүек сараларҙы хуплайыҡ һәм үҙ көйөбөҙҙө көйләп йәшәйек!

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.01.20 | Ҡаралған: 404

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru