«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАЙТЫҒЫҘ, ТИБЕҘ ҘӘ УЛ...
+  - 

Сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштарыбыҙҙы тыуған илгә ҡайтарыу темаһы күптән инде, Беренсе Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы үткәрелә башлаған замандарҙан килә. Әммә саҡырыуға ҡушылыусылар әллә ни күп түгел. Хатта республикаға ҡайтҡандарының да ҡайһы берҙәре, бюрократик кәртәләрҙе үтә алмайынса, быға тиклем йәшәгән ерҙәренә кире китергә мәжбүр.

Былтыр Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 383-сө ҡарары менән "Башҡортостан Республикаһында хеҙмәт баҙарын көйләү һәм халыҡтың мәшғүллегенә ярҙам итеү" дәүләт программаһының "Сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштарға Башҡортостан Республикаһына үҙ теләктәре менән күсеп ҡайтыуҙа ярҙам күрһәтеү" өҫтәмә программаһына үҙгәрештәр индерелде. Уға ярашлы, программала сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштар, уларҙың ғаилә ағзалары, шулай уҡ РФ территорияһында ҡануниәткә ярашлы даими йәки ваҡытлыса йәшәүсе ватандаштарыбыҙ ҡатнаша ала ине. Өҫтәмә программа республикаға һаулыҡ һаҡлау, мәғлүмәт-коммуникация технологиялары, мәғариф, ауыл хужалығы, спорт өлкәһендә белем алыусы студенттарҙы һәм хеҙмәткәрҙәрҙе даими йәшәүгә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Башҡортостанға ирекле күсенеү (йәки баш тартыу) мөмкинлеген билдәләнгән категориялар буйынса БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡабул итә. Күсенеүселәрҙең килеп урынлашыу сығымдарының бер өлөшө республика бюджеты иҫәбенә ҡаплана. Компенсация Дәүләт программаһында ҡатнашыусы таныҡлығының мөҙҙәте үткәнгә тиклем Халыҡтың мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итеүселәргә бирелә.
Шулай уҡ федераль кимәлдә сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштарыбыҙҙы ҡайтарыу буйынса 2020-2022 йылдарға иҫәпләнгән программа раҫланды. Был документҡа ярашлы, ошо йылдар арауығында 197,5 мең ватандашыбыҙҙы ҡайтарырға мөмкин. Рәсәй Федерацияһы субъекттарына күсереүҙең төбәк программаларын финанслау өсөн 300 миллион күләмендә субсидия биреләсәк. Өс йылда был сумма өсөн барлығы 900 миллион һум бүлеү ҡаралған. Шулай уҡ Рәсәй Эске эштәр министрлығының сит илдәрҙәге вәкиллектәр вәкилдәренең, ваҡытлыса эшмәкәрлек төркөмдәренең, дипломатик вәкиллектәрҙең, консуллыҡ учреждениеларының эшен тәьмин итеү маҡсатында йылына 69,7 миллион һум, программала ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына дәүләт ярҙамы өсөн йыл һайын дөйөм сумма - 2,3 миллион һум ҡаралған.
Күреүегеҙсә, ҙур күләмдә аҡсалар бүленә, программа эшләй, ләкин унда төбәктәр нисек ҡатнаша һуң? Былтыр, мәҫәлән, юғары квалификациялы медицина хеҙмәткәрҙәрен ҡайтарырға тырыштылар һәм төбәктәргә был маҡсатта дөйөм алғанда 300 миллион һум аҡса бүленгән. Ни өсөн тырыштылар, сөнки Рәсәй Эске эштәр министрлығы документтарына ҡарағанда, 2019 йылдың тәүге яртыһында Кавказ республикалары, аныҡлап әйткәндә Ингушетия, Дағстан, Адыгея, Ҡарасәй-Черкессия, Ҡабарҙы-Балҡар, Төньяҡ Осетия-Алания программаны үтәүгә тотонмаған да. Әлбиттә, уларға квота ла ҙур булмаған - 20-125 кенә кеше. Алтай крайына 1 меңдән артыҡ, Приморье крайына - 1582. Асыҡланыуынса, Чечняға ғына ватандаштары ҡайтҡан. Документтан күренеүенсә, ватандаштарын ҡабул итеү буйынса Башҡортостан Республикаһы, Пермь һәм Ставрополь крайы, Киров, Кострома, Новгород өлкәләре, Еврей автономиялы өлкәһе тейешле кимәлдә эшләмәгән.
Башҡортостанға был маҡсатта берләштерелгән бюджеттан 850 мең һум аҡса бүленеп, планға ярашлы 180 кеше ҡайтарылырға тейеш булһа, йылдың тәүге яртыһына ғәмәлдә 35 кеше (19,4 процент) ҡайтарылған, әммә улар өсөн бүленгән аҡсаның бер тине лә тотонолмаған. Татарстан Республикаһында хәлдәр тағы ла ҡыҙығыраҡ - унда быйыл 3 миллион 17 мең 600 һум бүленеп, план буйынса 150 кеше ҡайтырға тейеш булһа, ғәмәлдә йылдың тәүге яртыһына 307 кеше ҡайтҡан (204,7 процент), шул уҡ ваҡытта бирелгән субсидияның бер тине лә тотонолмаған.
Ирекһеҙҙән һорау тыуа: программа тураһында ҡайтыусы халыҡ хәбәрҙар түгелме, әллә һаман да бюрократик кәртәләр аша үтеү ҡамасаулаймы? Икенсе яҡтан, республикаға юғары белемле белгестәр генә түгел (улар белеменә ярашлы сит илдәрҙә лә яҡшы эш урыны таба, яҡшы эш хаҡы ала, лайыҡлы тормошон тәьмин итә ала), ә ябай граждандар ҙа ҡайтырға тырыша (тыуған еренән яҡлау, терәк эҙләй). Тәүге категория үҙенең хоҡуҡтарын, ҡайҙа, нисек мөрәжәғәт итергә кәрәклеген белһә, икенсе категория иһә күп нәмәне белмәй тиергә мөмкин, шул сәбәпле тыуған ерендә лә төрлө күңелһеҙлектәр килеп сығып тора. Үрҙә килтерелгән миҫалдар буйынса һығымта яһағанда иһә, берләштерелгән бюджеттан ватандаштарҙың ҡайтыуына тип бирелгән аҡса булып та, улар өсөн бер тин дә тотонолмауы программаға илке-һалҡы ҡараш булыуын күрһәтә һәм ул аҡсаларҙың икенсе маҡсатҡа йүнәлтелеүе ихтимал тигән шик тыуҙыра.
Был йәһәттән РФ Эске эштәр министрлығы эште ҡаты тоторға, йәғни бирелгән субсидия маҡсатҡа ярашлы тотонолмағанда төбәктәргә финанс яза биреүҙе күҙаллай. Ул нисек тормошҡа ашырылыр: ошо сумма кире алынырмы, әллә штраф ҡына һалынырмы - әлегә билдәһеҙ. Баҡтиһәң, "Ватандаштарыбыҙҙы тыуған илдәренә ҡайтарайыҡ!", тип саҡырыу ташлау ғына етмәй, был йүнәлеште контролдә тоторға ла кәрәк икән...

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.01.20 | Ҡаралған: 518

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru