«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БӘХЕТЛЕ БУЛАЙЫҠ!
+  - 


Яңы йыл байрамы менән бер-беребеҙҙе ҡотлағаныбыҙҙа "Яңы йыл менән! Яңы бәхет менән!" тигән һүҙҙәр йыш ҡабатлана. Ғәҙәтебеҙгә инеп киткәнгә шулайҙыр, тим. Ә бәхет тигәнебеҙҙең иҫкеһе-яңыһы бармы икән? Бигерәк тылсымлы, алтын-көмөштән дә затлыраҡ, һис бер үлсәмгә һыймаҫ, ҡарар күҙгә күренмәҫ, ҡасан һәм ҡайҙан килере беленмәҫ бер үтә ҡәҙерле ҡунаҡтай тойола ул бәхет тигәнебеҙ. Бөйөк Рәмиебеҙҙең шиғриәт донъяһында ул тап ошолай нарыҡланған да инде: "Бәхет һәр саҡ һуңлап килер ҡунаҡ..."

Ә шулай ҙа уның ҡасан булһа ла бер тап һине һайларына өмөт итәбеҙ, күңелебеҙ түрендә үҫтергән аллы-гөллө хис баҡсаларыбыҙға йәм биреп, һайрар бәхет ҡошона балаларса ышанып йәшәйбеҙ. Ниңә, шулай түгелме ни: кеше ер йөҙөнә үҙ бәхетен эҙләп табыр өсөн килмәйме һуң?
Нимә һуң ул бәхет? Уның сере нимәлә? Кеше ошо бер туҡтауһыҙ үҙгәреп торған мөхиттә, төрлө хәүеф-хәтәр менән тулы фани донъяла бәхетле була аламы? Кешелек таңынан бирле инде әллә нисә мең йылдар менән һанарлыҡ ваҡыт уҙған, әммә аң-аҡылы камил һәр кеше бөгөн дә ошо хаҡта уйланмай ҡалмайҙыр ул. Боронғосараҡ әйткәндә, бән фәҡирегеҙ ҙә ошо бәхет тип атап йөрөтөлгән изге төшөнсәнең үҙ йәшәйешендәге һәм аңындағы сағылышы хаҡында бер кәлимә һүҙ әйтергә булды. Минең йәштәштәрем - Бөйөк Ватан һуғышы тип аталған мең ғазаплы ҡырылыштан һуң тыуған быуын. Хәҙер инде ҡорҙаштарым да аҡһаҡалдар йәшенә етте. Алтылағы - алтмышта, тиҙәр. Олоғайһаҡ та, уҙған быуаттың 50-се, 60-сы йылдарын йыш иҫкә алабыҙ. Бала саҡ йылдарыбыҙ ул. Бәхетле инекме беҙ ошо инде бик тә алыҫ ҡалған дәүерҙә?
Бәхетле инек. Хатта ки ныҡ бәхетле булғанбыҙ, тим хәҙер ҙә. Әле лә хәтеремдә, кистәрен кәрәсин лампаһын тоҡандырып, ут алғас, ҡашыяҡта киске ашҡа ултырышабыҙ. Аш-һыуҙан бигерәк, атайыбыҙҙың ни һөйләрен көтәбеҙ. Ул бар нәмә хаҡында ла шул тиклем ихлас һәм мауыҡтырғыс итеп һөйләй белә, тыңлағандан тыңлағы килә. Ә уның һөйләр тарихтары бөткөһөҙ кеүек, мәҙәктәре лә уғата күп. Шиғырҙарҙы ла яттан һөйләй. Әле лә уның мәрәкәләп һөйләгән тауышы (әйле һөйләшендә) ап-асыҡ ишетелгәндәй миңә:

Һигеҙ кеше бер сана -
Нейә китмәй был сана?
Китәр ине был сана -
Еккән аты бер сама.
Шунда утыра бер ғәжби,
Күлмәге юҡ, шурт вазми.
Кәрткә һалып уйнаған,
Үкенесе ҡалмаған.
Аныһы тағы нисауа,
Сыбыртҡыһы мусала.
Уны белгән кеше юҡ
Ярай нисек булһа ла...

Беҙгә, ишле ғаиләлә үҫкән бәләкәй бала-сағаға, етә ҡала: рәхәтләнеп көлөшәбеҙ. Атайыбыҙҙың ошолай кис ултырғандарыбыҙҙа ҡорған әңгәмәләре аша бала күңеленә һеңеп ҡалырлыҡ тәрбиә биреүен мин хәҙер яҡшы аңлайым. Ошо хаҡта иҫләйһең дә, тағы ла нығыраҡ инанаһың - ишле ғаиләлә тыуып үҫеү ҙә бәхеткә тиңдер, тип. Шөкөр, яҡын туғандарың менән һағынышып күрешеү ҙә ҡәҙимге көнитмешебеҙгә яңы бәхетле минуттар өҫтәй. Кемдәр ауылда тыуып үҫкән, күмәк эштәрҙә ҡатнашыуҙың, ул нисек кенә көс һәм сыҙамлылыҡ талап итмәһен, ниндәй күңелле булыуын яҡшы белә. Күмәкләп бесән сабыу булһынмы, сәсеүҙә һәм уңыш йыйыуҙамы, ауыл өмәләрендәме - барыһы ла дәртле, дарманлы, сәмләнеп китеп, береһенән береһе уҙҙырырға тырышып, ярышып эшләү, ял иткән арала төрлө ҡыҙыҡ-мәҙәктәр һөйләп, мәрәкәләшеү, хуш еҫле яландарҙа бергәләшеп мәтрүшкә сәйен эсеү - былар ҙа һәр кемебеҙҙең хәтеренә үҙенә күрә бәхетле бер миҙгелдәр булып, теркәлеп барған икән.
Атайым, һуғыш инвалиды булһа ла, ғүмере буйы эшләне, беҙҙе лә ҡәҙимге йорт эштәренән бушатманы, үҙенсә баһа биреп, маҡтау һүҙҙәрен дә йәлләмәҫ ине. "Инде уландарым үҫеп-ҙурайып бара, ҡул араһына инделәр, ярҙамсыларым бар", тип атайым ҙурлаһа, шул ыңғайы инәйем дә, арҡабыҙҙан һөйөп, ихлас шатланыр булды. Атҡа менгәндәй тояһың үҙеңде шул саҡта - бала бәхетенең ләззәтен ошолай татыйһың шундай мәлдәрҙә.
Үҫмер ҡорона еткәс, мәктәп балаларын да төрлө эштәргә йәлеп итә инеләр ул замандарҙа. Мин әле лә ысын хеҙмәт мәктәбен үтеүҙе совет йәмғиәтенең иҫ китмәле бер ҡаҙанышы, тип иҫәпләйем. Мәктәп өсөн ҡышҡыға утын әҙерләү, яҙҙарын ағасы һирәгәйгән урмандарҙа ҡарағай ултыртыу, йәйге селләлә сөгөлдөр утау, бесән сабыу, картуф ҡаҙыу, макулатура, тимер-томор йыйыу - һанай китһәң, әллә күпме коллектив эштәрҙә ҡатнашып, хеҙмәт сынығыуы алғанбыҙ икән.
Шулай, 1964 йылдың ямғырлы, һалҡын көҙгө көндәренең береһендә, дәрестәр бөткәс, беҙҙе мәктәп директоры Кәрим Әкәмбатов ағайыбыҙ йыйып алды. "Совхоз баҫыуында мацепура менән алдан ҡаҙып ташланған картуф ямғыр аҫтында ята. Дәрестәрҙән һуң шунда картуф йыйырға барығыҙ", - тине. 5-се класта ғына уҡыһаҡ та, беҙҙе лә төрлө эштәргә ҡатнаштыралар. Быҫҡаҡлап ямғыр яуа ла яуа. Класташым Рафил менән икәүләшеп киттек бәрәңге сүпләргә. Башҡа бер кем дә килмәне баҫыуға. Шулай ҙа тырышабыҙ, биҙрәләребеҙҙе тултырабыҙ ҙа, трактор арбаһына илтеп һалабыҙ. Һөрөп ташланған ер бысраҡ, көскә-көскә атлап йөрөйбөҙ. Бер мәл баҫыу ҡырыйындағы юлдан үтеп барған "бобик" машинаһы туҡтаны ла, унан төшкән ыҫпай плащлы таныш булмаған бер ир-егет эргәбеҙгә килде. Беҙ дуҫым менән һағайып, уға төбәлдек. Был кеше беҙҙең бында ни эшләп йөрөүебеҙҙе һорашты, исем-шәрифтәребеҙҙе блокнотына яҙып алды ла, һалҡында ҡыҙарған, ҡарайып ҡатҡан ҡулдарыбыҙҙы ҡыҫып, маладис егеттәр икәнһегеҙ, тип, маҡтап та ебәрҙе. Тәүҙә бер аҙ шөрләберәк киткәйнек, хәҙер инде эсебеҙгә йылы инде. Көҙгө эштәр тамамланғас, иптәшем менән миңә мәктәп линейкаһында ВЛКСМ-дың Ҡыйғы райкомының Маҡтау грамоталарын тапшырҙылар, ә совхоз эшебеҙ өсөн 14-әр һум аҡса ла яҙған икән. Эй, рәхәт булды шунда: маҡталдыҡ та, байыныҡ та бит!
Ғүмеремдең байтаҡ йылдарын педагогик хеҙмәткә бағышланым. Уҡытыусылыҡ вазифаһы ла кешегә шәхес булараҡ күп мөмкинлектәр бирә, тәбиғи һәләттәрен үҫтерә. Иң мөһиме - һин йөрәгеңдә, күңелеңдә яралған ынйыларҙы башҡаларға өләшә алыу бәхетенә эйәһең.
2012 йылдың авгусы тормошомдағы иң гүзәл, иң ғәмле, иң бәхетле миҙгелдәрҙең береһе булып ҡаласаҡ. Шул айҙа күңелем түрендә йөрөткән бер оло хыялым ғәмәлгә ашты - бер төркөм арҡаҙаштарым менән данлы 112-се Башҡорт атлы дивизияһының яу юлдары буйлап Өфөнән Берлинғаса барып етеп, тиҫтәләгән туғандар ҡәберлектәренә ерләнгән башҡорт яугирҙары хөрмәтенә тере сәскәләр һалып, башҡорт данын бик күп замандаштарыбыҙ хәтерендә яңыртып, бөткөһөҙ сауаптар алып ҡайтыу насип булды.
Кеше тормошо шау бәхеттән генә тормай, әлбиттә. Донъялар беҙгә бер алдын, бер артын күрһәтеп ала. Бәлә-ҡазаларҙан, яман хәлдәрҙән, иманһыҙ бәндәләр ҡылған яуызлыҡтарҙан да азат түгелбеҙ. Тик шуныһы: ауыр кисерештәр, ғазаплы мәлдәр беҙҙе урап ҡына уҙһа, ысын бәхеттең ни икәнен дә, уның ҡәҙерен дә һис белмәҫ инек. Йәнә бер фекер: һәр ҡайһыбыҙҙың яҙмышы үҙ ҡулында, шул уҡ ваҡытта башҡаларҙы бәхетле итә алғандарыбыҙ ғына ысын бәхет тойғоһон кисерә ала. Хәтерләй китһәң, һәр кемебеҙ үҙ тормошондағы бәхетле мәлдәрен барлап, осона ла сыға алмаҫ ине. Эйе, балалар өсөн "Чук һәм Гек" әҫәрен ижад иткән Аркадий Гайдар менән килешмәйенсә булмай: бәхет тигәнеңде һәр кем үҙенсә аңлай ул. Һәм намыҫлы йәшәү, күп эшләү, тыуып үҫкән ғәзиз ереңде, ватаныңды ысын күңелдән һөйөү бар кешене лә бәхетле итә ала. Әйҙәгеҙ, туғандар, бәхетле булайыҡ!

Бәҙри ӘХМӘТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.01.20 | Ҡаралған: 519

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru