«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘ ҮҘЕБЕҘ ҒӘЙНӘЛӘР!
+  - 


Билдәле башҡорт филологы, фольклорсы Ә.Н. Кирәев, ғилми экспедицияларға сығып, урындағы халыҡ вәкилдәренән ғәйнәләрҙең космогоник легенда-риүәйәттәрен яҙып ала. Ошо ҡар һүҙҙәргә ярашлы, ғәйнәләрҙең ата-бабалары мистик батырҙарға тиңләнеп, "иң тәүге башҡорттар" рәтенә индерелә. Ошо хаҡта ғалим бына нисек яҙа: "Тол (Тулва) йылғаһы буйына ағалы-энеле Ғәйнә һәм Әйнә килеп сыға. Ҡайһы бер варианттарҙа улар күктән төшә, икенселәрендә - ҡарлы илдәрҙән килә. Улар изге болан менеп йөрөй. Бер саҡ болан туҡталып, тибенә башлай. Ошо урында ир туғандар яуыз хужабикә Тулава ("тул" - ут, "ава" - хужабикә, эйә) йәшереп киткән утты таба. Улар ут эйәһе менән алышҡа сыға. Туғандарҙың береһе һәләк була. Икенсеһе, Ғәйнә исемлеһе, ут эйәһе булған ҡатынды еңгәс, ер аҫтындағы утты өҫкә сығара һәм уны, болан тиреһенән яһалған тоҡҡа һалып, Тол йылғаһының көньяҡ ярына алып бара. Бында ул йәйләү ҡороп, үҙ илен нигеҙләй, Ғәйнә ырыуын башлаусы зат булып китә".

Ошо риүәйәттең бер вариантында ир туғандар ер аҫтына йәшерелгән ҡояшты сығара. Икенсе осраҡта улар ер аҫтынан һыу сығара, шунан Тол йылғаһы бар була. Ошонда йәшәгән халыҡты тулвин, йә иһә тулбуй кешеләре, тип атай башлайҙар. Быны беҙ ғәйнәләрҙең фин-уғыр ҡәбиләләре менән булған боронғо бәйләнешенә бер дәлил итеп ҡарай алабыҙ. Ысынлап та, мари һәм мордва телдәрендә Тулва һүҙе "ут хужабикәһе", а карелдарҙа "һыу хужабикәһе (инәһе)" тигәнде белдерә. Ғалимдар В.И. Васильев һәм С.Н. Шитова ошо ғәйнә легендаһында көньяҡ Себерҙә киң таралған боронғо болан культы сағылышына иғтибар иткән.
Ғалим-этнограф Р.Ғ. Кузеев ғәйнә ырыуының тарихи тамырҙары хаҡындағы ҡарашын уларҙың боронғо риүәйәттәрендә һаҡланып ҡалған мәғлүмәттәр нигеҙендә белдерә. Шуға ярашлы, ғәйнәләр үҙҙәренең ата-бабаларының Булгарҙан сыҡҡан төп башҡорттар булып, Минзәлә яғынан күсеп килеүҙәре хаҡында һөйләй. XIX быуат башында рус тикшеренеүсеһе Н. Попов ғәйнә ырыуы вәкилдәренән уларҙың тархандар тоҡомонан булыуҙары хаҡындағы мәғлүмәтте яҙып алған. Р.Ғ. Кузеев та ғәйнәләрҙең "тарханлығын" венгрҙарҙың таръян этнонимы менән бәйле булыуына ишаралай. Ғәйнә этнонимына легендар Ғәйнә сығанаҡ икән, башҡорттарҙың йәнәй ырыуына уның бер туғаны Әйнә тап килә. Уныңса, был осраҡта венгр ғалимдары Д. Паулер, Д. Немет һәм Э. Мольнарҙың башҡорттарҙың йәнәй ырыуы атамаһының боронғо венгр ҡәбиләһе йенё исеменә тап килеүе хаҡындағы фекерен иғтибарға алырға кәрәк. Шуға нигеҙләнеп, Р.Ғ. Кузеев ғәйнә, йәнәй, юрмый һәм юрматы ырыуҙары башҡорттарының Урал ареалында йәшәгән мадъяр ҡәбиләләре союзы - Бөйөк Венгрия (Magna Hungaria) менән бәйләнешле булыуын фараз итә.
Ғәйнәләрҙең артабанғы тарихы уларҙың IX-X быуаттарҙа Көньяҡ Урал киңлектәрендә таралып көн иткән башҡа башҡорт ырыу-ҡәбиләләре мөхите менән бәйле. Ошо хаҡта Р.Ғ. Кузеев былай тип яҙа: "Ғәйнә-тархандарҙың ата-бабалары, йәнәй, юрматы-юрмыйҙыҡылар кеүек үк, боронғо башҡорттарҙың (үҫәргән, бөрйән, түңгәүер һ.б.) Урал янына миграцияһы айҡанлы уларҙың өҫтөнлөклө этник мөхите йоғонтоһона эләгә һәм улар менән бергә боронғо башҡорт этносының үҙәген тәшкил итә". Шулай ҙа улар, ғалим фекеренсә, Волга булгарҙарының мәҙәни мөхитенән дә айырылмай. Ошоға дәлил рәүешендә ул академик А.Н. Самойловичтың төрки халыҡтарының аҙналағы көн атамалары хаҡындағы тикшеренеү материалдарын килтерә. Баҡтиһәң, Пермь башҡорттарында (ғәйнәләрҙә) һәм сыуаштарҙа (улар булгар теле вариҫтары) аҙнаның дүрт көнө исемдәре тап килә икән: дүшәмбе - туған көн, шишәмбе - атланған көн, шаршамбы - ҡан көн, шәмбе - ҡоро көн. Был осраҡта А.Н. Самойловичтың ғәйнә башҡорттарының һәм сыуаштарҙың ата-бабаларының Хазар ҡағанаты дәүеренә барып тоташҡан боронғо мәҙәни бәйләнештәре хаҡындағы фекере ғәйнә риүәйәттәрендәге "Булгар иленән килгәнбеҙ", тигән мәғлүмәткә тап килә. Ошонан сығып, Р.Ғ. Кузеев ошондай һығымта эшләй: "Шулай итеп, беҙ ғәйнәләрҙең ата-бабаларының юрматы, юрмый, йәнәй, бүләр һәм кесе ырыуҙары кеүек үк, булгар-уғыр солғанышында булыуын ныҡлы асыҡланған факт итеп билдәләй алабыҙ". Ғәйнәләрҙең тарихи килеп сығышында Алтай, Урта Азия менән бәйле ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт табылмауы был этник берләшмәнең Волга - Урал ареалында автохтон ҡәүем булараҡ формалашыуы хаҡындағы һығымтаға килтерә. Күрәһең, ғәйнәләр ҙә, Р.Ғ. Кузеев билдәләп үткән ҡайһы бер башҡорт ырыуҙары менән бер рәттән, Көнсығыш Европа территорияһында, көнбайыш һундарҙың мәҙәни һәм этник йоғонтоһо мөхитендә халыҡтарҙың бөйөк күсеше дәүеренән үк (II-V быуаттар) боронғо иран (сармат-алан) һәм уғыр сығышлы ҡәүемдәрҙең тығыҙ аралашыуы һәм ҡушылыуы (метисация) һөҙөмтәһендә формалашҡан.
Боронғораҡ осорҙарҙа үрҙәрәк билдәләп үтелгән башҡорт ырыуҙары вәкилдәренең аралашыу теле лә башҡасараҡ булып, күп быуаттар арауығында үҙгәрә - ҡыпсаҡлаша барғандыр, тигән фекер ҙә урынлы. Был процестың Көньяҡ Урал ареалына XII быуат ғалимы Мәхмүт Ҡашғари телгә алған төрки телле башҡорт ҡәбиләләренең үтеп инеүе менән бермә-бер бәйле булыуына шик юҡ. Әйтергә кәрәк, ошо тел белгесе ул заманда булгар, хазар, сувар (сыуаш) һәм бәшнәк халыҡтары телдәрен башҡа төрки ҡәүемдәре телдәренән айырылыбыраҡ торған икенсе төркөмгә индергән. Боронғо башҡорт теленең дә төркиҙәрҙең уғыҙ теллеләр төркөмөнә яҡын булыуын шул уҡ М. Ҡашғари ҙа теркәп ҡалдырған. Шул ыңғайы "Суй-шу" ҡытай хроникаһында (VII б.) иҫкә алынған ба-шу-ки-ли (башҡорт) ҡәүеменең уғыҙҙарҙың Теле конфедерацияһына ҡарауы хаҡындағы мәғлүмәттең әлеге фекерҙе ҡеүәтләп тороуын билдәләмәй булмай. Рәсәй лингвисы, тюрколог А.В. Дыбо ла ошондай уҡ һығымтаға килгән: "Башҡорт теле, үҙенең нигеҙендә уғыҙ теле булып, бер нисә тапҡыр ҡыпсаҡлашыуға дусар булған: монгол дәүеренә тиклем һәм Алтын Урҙа осоронда".

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әҙерләне.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.01.20 | Ҡаралған: 528

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru