«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РУХИ ХАЗИНАБЫҘ ҺАҠЛАНАСАҠ АУЫЛДАРЫБЫҘҘЫ ҺАҠЛАП ҠАЛА АЛҺАҠ
+  - 


Яңы тыуған йылыбыҙ ҙа ваҡиғаларға, байрамдарға, ығы-зығылы мәшәҡәттәргә бай булмаҡсы. Шуларҙың иң мөһимдәре - Халыҡ-ара фольклориада, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы, Бөтә Рәсәй Халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы. 2019 йылда башланған оло афәткә - эскелеккә ҡаршы көрәштең һөҙөмтәләре лә байрам кәйефе тыуҙырыр бер ваҡиға булыр, тигән өмөт бар. Ошолар тураһындағы һорауҙарыбыҙға был юлы Башҡортостан Республикаһы Стратегик тикшеренеүҙәр институты матбуғат секретары Ғәзиз ЙОСОПОВ, БДУ-ның Сибай филиалы уҡытыусыһы Гөлкәй СӘМЕРХАНОВА, Әбйәлил районы Хәлил мәктәбе уҡытыусыһы Радик ӨМӨТҠУЖИН ситтән тороп яуап бирҙе.

Яңы йылда беҙ көткән мөғжизәләрҙең иң мөһимдәре - халҡыбыҙ айыҡ булһын, эшле булһын, ишәйһен, үҙ еренә үҙе хужа булһын, тигән теләктәр бит инде. Ошолар хаҡында һеҙҙең һүҙ ниндәй булыр?

Радик Өмөтҡужин:
Тормоштоң уйын түгел икәнен аңлаған хәлдә лә, күңел тигәнең һәр саҡ мөғжизә көҫәй - хыялдарҙың уйламаҫтан тормошҡа ашыуы (йәғни мөғжизә булараҡ ҡабул ителеүе) еңеллек тойғоһо бүләк итә, аңлашылмаған көс барлыҡҡа килә. Әммә ваҡытлыса булған ҡыуаныс күңелде оҙаҡ ҡәнәғәтләндермәй, ул тағы ла кәйеф-допинг һорай. Шулай эгобыҙҙы әпәүләй торғас, был тормошта йәшәүебеҙ үҙе бер мөғжизә икәнен онота, асылыбыҙҙы юғалта башлайбыҙ, мөғжизәгә бай булған бала сағыбыҙҙан алыҫлаша барабыҙ, тәбиғәтебеҙҙән, асылыбыҙҙан, Хәҡиҡәттән, Хаҡ Тәғәләнән алыҫлашабыҙ. Ә инде халҡың өсөн мөғжизә көткәндә шәхси кисерештәреңдең бер сүп кенә икәне аңлашыла - үҙеңдең бөйөк халҡыңдың бәләкәс кенә улы булыуыңды төшөнәһең. Бөйөк халыҡ өсөн төп мөғжизә - ата-бабаларҙың йолалары, иле, теле һаҡланыуы һәм мәңгелеккә табан барған юлы өҙөлмәүе. Ә беҙгә, милләттәштәребеҙгә, шул юлдан тайпылмай изге ғәмәлдәр ҡылып йәшәү, донъяны ихлас ҡабул итеү иң ҙур мәғжизә түгелме ни? Ә инде бөйөк халҡыңдың бөйөк улы булырға ынтылыу әлеге лә баяғы Хәҡиҡәттән ситләштерә, эго-нәфсебеҙ үҙ яғына тарта башлай. Үҙ минеңде еңеп, халҡыңдың кескәй генә өлөшсәһе булыу - бына ҡайҙа ул мөғжизә! Ата-бабаларыбыҙ быны бик яҡшы аңлаған, бер тел аша, ғөрөф-ғәҙәттәр аша, нығынған йолалар аша мәңгелектең ни икәнен яҡшы төшөнөп, йәндәрен аямай, Уралым, тип, ойошоп йәшәгән. Ул осорҙа глобалләштереүҙең аҫтыртын технологиялары, бәлки, примитивыраҡ булғандыр. Әммә парадокс шунда: ата-бабаларыбыҙҙың аңы-аҡылы бөгөнгө глобалләштереүгә лә ҡаршы тора алыр ине, тип уйлайым. Киләсәктә милләттәштәр ошондай аң-аҡылға эйә була алһын ине, тип хыялланам. Ул саҡта бөгөн оло бәлә итеп күргән эскелек тә, эшһеҙлек тә булмаясаҡ беҙҙең арала.
Эйе, айыҡ тормош, ғөмүмән, айыҡ аҡыл менән йәшәү үҙе мөғжизә бөгөн. Иҫерек аҡыл бөгөнгө балалар виртуаль донъяға ҡасҡан аҡыл менән бәрәбәр - алдай, ымһындыра, әммә ҡәнәғәтләндермәй. Интернет селтәре сарсар һыу һымаҡ бөтөн донъяны баҫып алған, унан ҡотолор әмәл юҡ. Ә бына иҫерек тормоштан бөтөнләй ҡотолғандар, ул юлға бөтөнләй аяҡ баҫмағандар үҙ үрнәге менән унан ҡотолоп була икәненә асыҡ миҫал. Минеңсә, эскелеккә ҡаршы көрәшеүгә ҡарағанда, айыҡ тормош өсөн шарттар булдырыу күпкә отошлораҡ һымаҡ.
Ишәйеүгә килгәндә, беҙҙең ҙур ауылда былтыр бер генә бала тыуһа, быйыл бөтөнләй юҡ! Уйландыра, хафаландыра. Ауылда тыуырға тейешле балаларҙың яҙмышы тамырынан ҡырҡыла. Мөғжизәме был? Юҡ, был - ысынбарлыҡ!
Ғәзиз Йосопов: Аҡыллы эштең башы хәмер була алмай, әлбиттә. Кеше, ғөмүмән, йыл буйы айыҡ йәшәһә, эш тә, кәсеп тә табыр, ишәйер ҙә, үҙ еренә хужа ла булыр. Ғалимдарыбыҙҙың быйылғы "Демографик доклады"нда шул һыҙыҡ өҫтөнә алынған: үҙенә ҡул һалыуҙарҙың төп сәбәбе - алкоголь! Эскән килеш эште лә боҙалар, һуғышалар ҙа, ғаиләләрендә көс тә ҡулланалар. Бигерәк тә Яңы йылда күптәр өҫтәлен хәмерһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмай. Республикабыҙҙа тап Яңы йыл байрамында спиртлы эсемлек һатмауҙарын, әлбиттә, яҡшыға юрайбыҙ. Әммә: "Кешеләр барыбер көмөшкәселәрҙе, "фанфурщиктарҙы" байытасаҡ", - тигәнде лә ишетәбеҙ. Уларға ҡаршы закон саралары ла бар икәнен онотмайыҡ әле.
Гөлкәй Сәмерханова: Халыҡтың тормошо ыңғай яҡҡа үҙгәрһен өсөн ниндәйҙер тылсым, мөғжизәне көтөп кенә ятырға ярамай. Халҡыбыҙ айыҡ, эшле булһын өсөн эҙмә-эҙлекле, маҡсатлы эшләргә кәрәк. Әммә бында ла үҙгәрештәрҙең "өҫтән" төшөүен генә көтөп ултырырға түгел, бының өсөн һәр кем көс һалырға, тырышып эшләргә тейештер. Әле ҡасан ғына халҡыбыҙға афәт булып янаған эскелеккә ҡаршы аяуһыҙ көрәш башланыуы айырыуса һөйөндөрә. Республикала "Айыҡ ауыл" конкурстары үткәрелә, иҫерткес эсемлектәр менән сауҙа итеүсе легаль булмаған "нөктәләр" ябыла. Хәҙер хатта һатыу итеүселәрҙең исем-адрестары тураһындағы мәғлүмәт өсөн аҡсалата премия ла ҡаралған... Һуңғыһы менән бик килешеп етмәһәм дә, был - ирекһеҙҙән ҡабул ителгән сара тип уйлайым. Әммә тыйыу кире һөҙөмтә бирмәһен өсөн кешеләр аңлы рәүештә эскелектән баш тартырға тейештер. Бының өсөн халыҡты спортҡа ылыҡтырыу өсөн төрлө спорт түңәрәктәре, спорт секциялары, тренажер залдары, фитнес клубтар даими (идеаль вариантта бушлай, йә арзан хаҡҡа) эшләргә тейеш.
Унан һуң, эш юҡ тип зарланып ултырыуҙан да файҙа юҡ, эшләйем, йәшәйем тигән кеше йүнен таба. Күп кенә таныштарымдың үҙ эштәрен асырға йөрөүе һөйөндөрә мине.

Халҡыбыҙҙың күпселеге ауылдарҙа йәшәүен күҙ уңында тотҡанда, борсолоуҙарыбыҙ ҙа шул юҫыҡҡа төбәлгән. Ауылдарыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу, элеккесә уның милләт бишеге булып ҡалыуы өсөн ни эшләргә? Мәҫәлән, ауыл хужалығы тармаҡтарын кооперативтарға берләштереү идеяһы ни өсөн ҡыйыуыраҡ юл яра алмай? Ҡала халҡы магазиндарҙан һаман булһа ситтән килтерелгән шикле сифатлы картуф, йәшелсә һатып ала. Уларҙың урынын үҙебеҙҙең ҡара тупраҡлы уңдырышлы ерҙәребеҙҙә үҫтерелгән продукция алыштырһын өсөн ниҙәр эшләргә кәрәк тип уйлайһығыҙ?

Ғәзиз Йосопов:
Эйе, елкәһе соҡор булғандар ауылда йәшәй алмай. Әле ауыл хужалығы ауыр мәл кисерһә лә, БР Фәндәр Академияһының Стратегик тикшеренеүҙәр институты ғалимдары киләсәктә республикабыҙҙа агросәнәғәттең үҫешәсәген билдәләй. Тимәк, ауылдарыбыҙ бөтмәйәсәк, уларҙы һаҡлап ҡалыу, эш урындары булдырыу тураһында Рәсәй кимәлендә, Путин кимәлендә лә һүҙ ҡуйыртыла хәҙер. Былтыр 31 майҙа РФ Хөкүмәте тарафынан "2020-2025 йылдарға ауыл биләмәләре үҫешенең комплекслы дәүләт программаһы тураһында" ҡарарға ҡул ҡуйылды. Был документта рәсәйҙәрҙең дөйөм һаны иҫәбендә ауыл халҡы өлөшөн 25 процент кимәлендә һаҡлап ҡалыу, бының өсөн ауыл халҡының мәшғүллеген тәьмин итеү, инженер һәм транспорт инфраструктураһын үҫтереү кеүек мәсьәләләр менән бер рәттән, ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү, уға заманса төҫ биреү бурысы ла ҡуйылды бит. Быйылғы 2020 йыл Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров указы менән "Тораҡ пункттар эстетикаһы" йылы тип иғлан ителеүе лә осраҡлы түгел. Әлбиттә, проблемалар бар һәм уларҙы хәл итергә кәрәк. Мәҫәлән, ауыл халҡының үҙ шәхси хужалығында етештергән ит, һөт, май һәм бүтән малсылыҡ тауарҙарын тирә-яҡтағы төбәктәрҙән килгән алыпһатарҙар арзан ғына хаҡҡа алып китеп тора. Шуға ла ғалимдарыбыҙ ҡатнашлығында булдырылған агросәнәғәт кооперативтары программаһын әүҙемерәк эшләтеү кәрәк. Етештерелгән сеймал үҙебеҙҙә эшкәртелһен, шулай уҡ ситкә лә һатылһын. Мәсьәлә эшкәртеүҙә генә түгел, ә һатыуҙа, йәғни маркетингта ла.
Гөлкәй Сәмерханова: Ауылдарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн иң тәүҙә унда йәшәү, ғаиләне аҫрау өсөн уңайлы шарттар булдырырға кәрәк. Әгәр ҙә ауылда медицина пункты юҡ икән, балаларға белем алыу өсөн көн һайын ҡырҡ бәлә менән күрше ауылдарға барып уҡырға, йә булмаһа, ата-әсәһен һағына-һағына интернатта ятып уҡырға тура килә икән, әгәр ҙә килем алырҙай эш юҡ икән - ауылдарҙы һаҡлап ҡалыу тураһында һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел. Һәр кеше йәшәү өсөн уңайлы шарттар эҙләй. Шуға күрә хәҙерге заманда "Бөтәбеҙ ҙә ауылға, иптәштәр!" тигән ҡоро лозунг менән генә йәштәрҙе ауылға ҡайтарып булмай. Мәҫәлән, беҙгә төрлө ауылдарҙан мәктәп директорҙары уҡытыусы эҙләп мөрәжәғәт итә, әммә йәштәр ауылға ҡайтырға теләк белдермәй, сөнки унда перспектива юҡ тип иҫәпләй. Ауылдарҙағы шәхси һәм фермер хужалыҡтарының эшен алға ебәреүҙә уларҙа етештерелгән аҙыҡ-түлекте һатып алыуҙы ойоштороу ҙур ярҙам булыр ине. Хәҙерге ваҡытта кешеләр барыбер натураль аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк бирә, әммә уларҙы ҡала магазиндарында табып булмай бит. Үҙебеҙҙә етештерелгән сифатлы аҙыҡ-түлек супермаркеттарға еңел генә үтеп инә алмай. Әлбиттә, сифатлы, химия менән эшкәртелмәгән аҙыҡ-түлек тиҙ боҙолоусан, ә был магазиндар һәм супермаркеттар өсөн отошло түгел.
Радик Өмөтҡужин: Ауыл урынында. Ул йәшәй. Уға бер ни ҙә булмаған. Бары эш (аҡса) эҙләп, уның йөрәге булырҙай бер өлөшө урбанизация ҡолона әйләнеп, ауылдан китергә мәжбүр булған. Быны мин әле ауылда йәшәп тә йөҙөм ҡалаға йүнәлгән кеше булараҡ яҙам. Ауылда йәшәү менән ҡалала йәшәүҙең тәме башҡа - береһе ебәрмәй, икенсеһе әүрәтә, ымһындыра. Колхоз-совхоздар бөткәненә ике тиҫтәләп йыл үтһә лә, бер тин эш хаҡы алмаған ауыл халҡы йүнен табып йәшәүен дауам итә: элеккенән күберәк мал көтә, ҡош-ҡорт үрсетә, йәшелсә-емештән уңыш йыя. Ауылда эштән күп нәмә юҡ. Халҡыбыҙ тырыш, эшкә шәп, ихлас. Тик… кәсеп итә белмәй. Күпме көс сарыф итеп тапҡан малын аҡсаға әйләндерә алмай. Быны аңлап алған сосораҡ милләттәштәребеҙ, ситтән килгән кешеләр әрһеҙләнгәндән-әрһеҙләнә: халыҡ етештергән тауарҙы осһоҙораҡҡа алып, ҡиммәткә осороп килем ала. Гел уйлайым, хөкүмәт ярҙамы менән элекке әҙерләү конторалары (заготконтора) тергеҙелһә, ауыл тын алып ҡалыр ине. Ни тиһәң дә, аҡса ауылда ла кәрәк бит.

Урындарҙа ғәфү иткеһеҙ сәйәси күрәғаралыҡ эҙемтәһе булған оптималләштереү хаталары төҙәтелә башланы, ахры. Республиканың яңы етәкселегенең тағы ниндәй эштәрен хуплайһығыҙ? Башҡортостан Башлығы менән осрашырға тура килһә, эшләнеп етмәгән, эшләнергә тейешле ниндәй эштәр тураһында һөйләр инегеҙ?

Ғәзиз Йосопов:
Башҡортостан Башлығы бөгөнгө проблемаларҙы ла күҙҙән ысҡындырмай, республиканың стратегик үҫешеүенә лә нигеҙ ҡора. Әйтәйек, Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы юҫығында Рәсәй төбәктәренә айырым иғтибар бүленә башланы. Башҡортостан көндәре унда башҡорттар күпләп йәшәгән урындарҙа ғына түгел, ул субъекттарҙың үҙәктәрендә лә фәнни-ғәмәли конференция рәүешендә үтте. "Башҡорттар туғыҙ субъекттың төп халҡы" тип асыҡтан-асыҡ әйтелде. Башҡорт теленә айырым иғтибар бүленеүе балалар сегментынан да билдәле: мәҫәлән, бер йәшлек кенә ҡыҙым "Балалар" студияһының йәнһүрәтен айырылмай ҡараны. Был ысын мөғжизә булды беҙҙең ғаилә өсөн.
Гөлкәй Сәмерханова: Ысынлап та, Радий Хәбиров республикаға ҡайтыу менән "хаталар өҫтөндә" эш башланды кеүек. Бөтә өлкәлә лә тәртип урынлаша башлауын күрмәү мөмкин түгел. Уның "ҡул менән идара итеү" алымынан шундай һығымта яһала: һәр кеше, юғары вазифа биләгән түрә булһынмы, ябай эшсе булһынмы, үҙенең эшен намыҫлы һәм еренә еткереп башҡарһа, алға китеш буласаҡ, тәртип урынлашасаҡ. Әлбиттә, проблемаларҙың осо-башына сығыу - бер көнлөк эш түгел. Радий Фәрит улы кеүек етәксе менән күпкә өлгәшербеҙ, тигән өмөт бар, тик мөһим ҡарарҙар ҡабул ителгәндә халыҡ фекере лә иҫәпкә алынһа ине. Был тәү сиратта халҡыбыҙҙың матди һәм рухи байлыҡтары менән эш иткәндә кәрәк.
Радик Өмөтҡужин: Шәмдәр тураһындағы кинәйәне иҫләйһегеҙҙер. Бер бүлмәлә дүрт майшәм тыныс ҡына янған. Шул хәтлем тыныс булған был бүлмәлә, хатта уларҙың үҙ-ара шым ғына һөйләшкәне лә ишетелеп торған. Берәүһе һөйләй башлаған. "Мин - тынлыҡ. Ҡыҙғаныс, мине кешеләр һанға һуҡмай. Мин һүнәм, башҡа сара юҡ". Икенсеһе телгә килгән: "Мин - ышаныс. Мин дә бер кемгә лә кәрәкмәйем. Кешеләр минең турала ишеткеләре лә килмәй. Мин дә һүнәм". Талғын ғына ел был майшәмде лә һүндергән. Өсөнсө майшәм көрһөнөп кенә былай тигән: "Мин - мөхәббәт. Башҡаса яныр хәлем ҡалманы. Кешеләр мине аңламай, ҡәҙеремде белмәй. Улар иң яҡын кешеләре - туғандарын да күрә алмайҙар". Был шәм дә яйлап ирей-ирей һүнгән. Шул саҡ бүлмәгә бер бала килеп ингән һәм һүнгән өс шәмде күреп, ҡысҡыра башлаған: "Һеҙ ни эшләйһегеҙ? Мин ҡараңғылыҡтан ҡурҡам!" Дүртенсе шәм телгә килгән: "Ҡурҡма, илама! Әле мин янғанда һүнгән майшәмдәрҙе яңынан тоҡандырырға була". Балаларҙың илау тауышы бала табыу йорттарында ғына йышыраҡ ишетелһен ине, тип теләйек.

Ә шулай ҙа ауырлыҡтарға бирешмәйбеҙ, бер аҡыл эйәһе әйтмешләй, "Ҡараңғылыҡты әрләп кенә ултырмайбыҙ, үҙебеҙ ҙә бәләкәй булһа ла шәм тоҡандырырға тырышабыҙ". Шул шәмегеҙ тураһында һөйләгеҙ әле...

Ғәзиз Йосопов:
Минең шәхси "шәм"ем - Өфөнөң 158-се гимназияһында уҡыған балаларға "Парламент дебаттары" тренингтарын үткәреүем. Бер йыл беҙҙең команда икенселек яуланы, икенсе йыл финалға үтә алды. Үҙем бындай тренингтар кәрәклегенә ышанам. Беҙҙең балаларыбыҙ бер баланан да кәм түгел - дебаттарҙа үҙ фекерен яҡлай алырға тейештәр. Был - беренсенән. Икенсенән, башҡорт телен ҡулланыу даирәһе ни ҡәҙәре киң булһа - шул ҡәҙәре телебеҙ өсөн дә файҙалы. Беҙ 150 башҡорт студенты сит яҡтарҙа уҡығанда йыш ҡына Али Карнайҙың "Беҙ ҡайтырбыҙ!" тигәнен иҫкә төшөрә торғайныҡ. Ысынлап та, күп кенәбеҙ ҡайтты һәм ватанында, тыуған ерендә файҙалы була алды. Ә ситтә ҡалғандар һаман да тыуған республикаһына ярҙам итеп йәшәйҙәр: улар ҡорған ойошмалар, үткәргән саралар беҙҙең ватаныбыҙҙы ситтәргә таныта, популярлаштыра. Ҡыҫҡаһы, милләттең һәр вәкиленең бына шулай бәләкәй генә үҙ эшен эшләүенә өлгәшергә кәрәк - тәрбиә саралары шуға йүнәлдерелергә тейеш. Булат ағай Рафиҡов әйткәнме әле: "Оло еңеү артынан ҡыуып ғүмереңде заяға үткәрмә, ә көн дә бер бәләкәй генә еңеү яуларға ынтыл", - тип. Был дөрөҫ бит.
Гөлкәй Сәмерханова: Был һорауға яуап биргәндә хәҙерге замандың иң мөһим тел проблемаһын, йәш быуынға рухи-әхлаҡи һәм патриотик тәрбиә биреү мәсьәләһен урап үтә алмайым. Уларҙы хәл итеүҙә, әлбиттә, беҙ, Сибай институты коллективы ла, шәм-усаҡтар тоҡандырабыҙ. Беренсенән, беҙҙең студенттарҙың күбеһе Көньяҡ Урал райондарынан йыйылған һәм уларҙың 90-92 проценты - башҡорт. Һәм, әлбиттә, улар менән аралашыу башлыса башҡорт телендә бара. Икенсенән, уҡыу йортоноң эске һәм тышҡы биҙәлеше, халҡыбыҙҙың билдәле шәхестәренең бюстары һәм барельефтар тәрбиәүи маҡсатҡа йүнәлтелгән. Бынан тыш, беҙҙең бөтә факультеттарҙа ла, студенттарҙың ниндәй йүнәлештә белем алыуына ҡарамаҫтан, башҡорт теле туған тел һәм дәүләт теле булараҡ уҡытыла, шулай уҡ Башҡортостан тарихы дәресе лә индерелгән. Башҡорт теле республикабыҙҙа дәүләт теле булараҡ ҡабул ителгән, шуға күрә ул дәүләт гербы, дәүләт гимны менән бер рәттән дәүләт ҡурсауында булырға тейеш. Был йәһәттән уға һуңғы ваҡытта иғтибар артыуы һөйөндөрә. Ә бына башҡорт телен туған тел булараҡ һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү - ул һәр беребеҙҙең иңенә берҙәй бүлеп һалынған ҙур бурыс, һәр беребеҙ яндырырға тейешле бер шәм. Был ғәм, бурыс беҙҙең студенттар күңеленә ныҡлы һеңдерелә, тигәнде ышаныс менән әйтә алам.

Яңы йылда ла республикабыҙҙа бик әһәмиәтле ваҡиғалар көтөлә. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын байрам итәсәкбеҙ - һеҙҙең ғаиләлә лә ошо яу тураһында хәтирәләр барҙыр?

Гөлкәй Сәмерханова:
Әлбиттә, илебеҙҙә һуғыш афәте ҡағылмаған ғаилә ҡалмағандыр. Атайыбыҙ яғынан ҡартатайыбыҙ Тусалин Зиннәт Хафиз улы, әсәйебеҙ яғынан олатайыбыҙ Солтанғужин Бәҙретдин Саҙретдин улы һуғышта ҡатнаша. Был афәт йылдары тураһындағы тарих мәңге тере беҙҙең ғаиләлә, ейән-ейәнсәрҙәрҙә.
Ғәзиз Йосопов: Олатайым да, ҡартатайым да фронттан инвалид булып ҡайтҡан. Ҡартәсәйемдең ағаһы һуғыштың тәүге көндәрендә үк һәләк булған. Ҡартатайым фронтта разведротала хеҙмәт иткән. Ғәҙәттә, разведротаға һуғыштар барған урындағы кешеләрҙе ҡабул иткәндәр, сөнки улар яу урынын яҡшыраҡ белгән: ниндәй шишмә, ниндәй һаҙлыҡ, кемдәр ышаныслы. Шул "ышаныслы" тигән кешеләр менән булған бер хәлде һөйләй торған булған ҡартатайым. Бер көн иртән уянһа, бүлмәлә үҙе генә ҡалған икәнен аңлаған, башҡа "ышаныслы" разведчиктар фашистар яғына ҡасып киткән. Улар өсөн ышаныслы булмағас, ҡартатайыма әйтеп тә тормағандар. Бер аҙна һорау алыуҙан һорау алыуға йөрөткәндәр аҙаҡ йәш башҡорт һалдатын. Ҡартатайым 1942 йылда яралана, атака ваҡытында эргәһендә снаряд шартлай. Шунан туғыҙ ай госпиталдә ятып сыҡҡас, Ишембайға ҡайта.
Радик Өмөтҡужин: Еңеүҙең 75 йыллығына ауылда ҡалған һуңғы ике һуғыш ветераны тураһындағы драмамды сәхнәлә күрһәм, үҙем өсөн ҙур еңеү булыр һымаҡ. Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы тарих онотолмаһын өсөн бер тамсы булһа ла өлөшөм булыр ине. Беҙ, тере ветерандарҙы үҙ күҙебеҙ менән күргәндәр, уларҙың тарихын киләсәк быуынға еткереүҙе үҙебеҙгә вазифа итеп ҡабул итергә тейешбеҙ. Тейеш нәмәләр күп, ә был бик мөһим тейеш нәмә!

Быйыл Бөтә Рәсәй Халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы үтәсәк. Милләттең һәр вәкиле халҡыбыҙ иҫәбен лайыҡлы рәүештә тулыландырыу хәстәрен күрергә тейеш, тигәндә, һеҙҙең фекерегеҙ ниндәй булыр?

Ғәзиз Йосопов:
Халҡыбыҙҙың әле һаман уҡылмаған тарих биттәре бихисап. Шуларҙың береһе - төньяҡ-көнбайыш башҡорттары. Ғалимдар иҫәпләүенсә, унда меңәрләп милләттәштәребеҙ икенсе милләт булып яҙылып, үҙ асылынан ситләшеп, "аҙашып" йөрөй. Был ҡатмарлы хәл совет осороноң милли сәйәсәтендәге хаталар арҡаһында килеп тыуған бит инде. 1930 һәм 1950 йылдарҙа тел белгестәре был яҡтарҙа йәшәүселәрҙең айырым диалекттағы башҡорттар икәнен күтәреп сыҡҡан. Тик совет сәйәсәте тарафынан диалекттар инҡар ителә. Ҡаҙаҡ-ҡырғыҙҙа ла диалекттар бар, рус-украин телдәре лә рәсми танылмаған диалект менән бәйләнеп тора. Тик башҡалар менән сағыштырғанда беҙҙең "диалекттағылар" халҡыбыҙҙың кәм тигәндә дүрттән бер өлөшөн тәшкил итә. Әлбиттә, һәр кеше милләтен үҙе билдәләй. Белеүебеҙсә, үткән халыҡ иҫәбен алыуҙа хатта "эльфтар" килеп сыҡты. Минеңсә, ғалимдарыбыҙҙың һәм беҙҙең, журналистарҙың вазифаһы - халыҡҡа тулы мәғлүмәт еткереүҙә. Ҡулыбыҙҙа баһалап бөткөһөҙ, ҡырҡ томлыҡ "Башҡорт ырыуҙары тарихы" сығанаҡтары бар. Әлегә бер тәнҡитсе лә унда бер хата ла таба алманы.
Гөлкәй Сәмерханова: Эйе, беҙҙе мөһим һәм етди сара көтә. Был сараға әҙерлек этабында бигерәк тә йәштәр араһында аңлатыу эше алып барылырға тейеш, тип уйлайым. Әммә был, дөрөҫ булған хәлдә лә, фекеребеҙҙе уларға "көсләп тағыу" тигәнде аңлатмай. Йәштәр, иңдәренә һалынған яуаплылыҡты тулыһынса аңлап, үҙҙәре өсөн үҙҙәре яуап бирергә өйрәнергә тейеш. Бигерәк тә уларға милләттең киләсәгенә балта сабыусы аяныс күренеш - ул ҡатнаш никахтар икәнен төшөндөрөргә кәрәк. Ҡатнаш никахҡа ҡоролған бер ғаилә лә беҙҙең милләт һанын арттырмай, ҡыҙғанысҡа ҡаршы.
Радик Өмөтҡужин: Иҫәп алыу һәр саҡ һағайта. Дөрөҫ, объектив булыуынан бигерәк, халҡыбыҙҙың аңлы булыуын, киләсәккә, мәңгелеккә күҙ төбәп, Уралда борон-борондан кемдәр йәшәүен онотмауын күрге килә. Иҫәп алыу кампанияһы үтер ҙә китер, һөҙөмтәләре нисек булыр - шул уйға һала. Бер риүәйәт иҫкә төшһә, өмөт уяна, һүнгән шәмдәр кире тоҡана. Ул риүәйәт былай. Аллаһы Тәғәлә халыҡтарға ер өләшкән мәлдә башҡорт, ихласлығына хужа була алмай, тирә-яғына һоҡланып йөрөп, ерһеҙ тороп ҡалған. Хоҙай әйтә булыр: үҙемә тип ҡалдырған еремде һиңә бирәм! Ожмахҡа тиң ерҙә йәшәйбеҙ, уяу булайыҡ, һаҡ булайыҡ!

Яңы йылда шулай уҡ Башҡортостаныбыҙ Бөтөн донъя фольклориадаһын ҡаршылаясаҡ. Һеҙ йәшәгән төбәктә ошо ваҡиғаны ҡаршылауға әҙерлек һиҙеләме?

Ғәзиз Йосопов:
Фольклориадаға беҙ әҙерлекле килербеҙ тип тойола. Фольклорҙы һаҡлауҙа һәм уны тергеҙеүҙә, яңы быуынға еткереүҙә, әлбиттә, беҙҙең "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзаларының оло өлөшө бар. Һуңғы йылдарҙа улар республикалағы бар мәҙәни сараларҙың уртаһында ғына түгел, ә башында бара. Йолалар ҡайтарыла, һуңғы ваҡытта һәр ырыуға ярашлы милли кейемдәрҙе тергеҙә башланылар. Фольклориада ваҡытында ла һәр урында ҡунаҡтарҙы улар ҡаршы алып торасаҡтыр, моғайын.
Гөлкәй Сәмерханова: Бөтөн донъя фольклориадаһын Башҡортостанда үткәреү - ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған йолаларыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе бөтә донъяға танытыу сараһы. Мәшһүр "Урал батыр" эпосы булған халыҡтың мәҙәниәтен донъя кимәлендә белергә тейештәр! Әлегә әҙерлек эштәре башланып ҡына тора, саралар иң юғары кимәлдә үтергә тейеш.
Радик Өмөтҡужин: Фольклор - ауыҙ-тел ижады, уның асылы ауылдарҙа һаҡланған. Бөгөн, ысынлап та, уларҙы йыйыу, аяҡҡа баҫтырыу, халыҡҡа ҡайтарыуҙа ағинәйҙәр ҙур тырышлыҡ һала. Бөтә төбәк өсөн яуап бирә алмайым, ә бына ауылда урамдар араһында берәй ижади конкурс, йәиһә, ауылдаштар байрамы үткәрелһә, үҙе бер фольклориадаға әйләнә лә китә. Халыҡ уны ниндәйҙер отчет өсөн эшләмәй, бары тоҡана ла, дәртләнә лә - асылына ҡайта. Һай, ихлас та инде халҡыбыҙ! Ә ҡала фольклоры бармы? Мәҫәлән, тәүге трамвай тураһында берәй халыҡ әкиәте, таҡмаҡ, йә булмаһа, әстәғәфирулла, эпос бармы? Юҡ һәм булмаясаҡ та. Тимәк, милләтте, уның рухи хазинаһын һаҡлайбыҙ тибеҙ икән, ауылдарҙы һаҡлау кәрәк. Был кире ҡаҡҡыһыҙ хәҡиҡәт!

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.01.20 | Ҡаралған: 569

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru