«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕР КҮРЕШЕҮ - БЕР ҒҮМЕР
+  - 

Мерәҫ тигән ауыл Баймаҡ ҡалаһына күренеп торғандай яҡын ята, төнгө уттары Ирәндек һыртына теҙелгән йондоҙҙарҙай емелдәй. Мерәҫкә еткән саҡта Граф күленә, Әпек (Бәхтегәрәй) ауылына барған юлдар киҫешә, ләкин ул көндө бөтә юлдар ҙа Баймаҡ районы ағинәйҙәрен Мерәҫкә алып барҙы.

Мерәҫтең хөрмәтле хеҙмәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт өлкәһе ветерандары һәммәһе лә тиерлек "Ағинәй " йәмәғәт ойошмаһы ағзалары. Уларҙы барлап китәйек: Зәлифә Ҡаһарманова, Миңнур Мифтахетдинова, Мәрйәм Сырлыбаева, Зәкиә Нәҙербаева, Миңзәлә Ямантаева, Ғилминур Утарбаева, Гөлсәсәк Хоҙайбирҙина, Бәҙерниса Хәмитова, Рәйлә Рәхмәтуллина, Фирҙәүес Үҙәнбаева, Мәғрифә Кейекбаева, Нәсимә Дауытбаева, Фәрхәнә Йәнтүрина, Зөлфиә Үзбәкова, Фәүзиә Рыҫмөхәмәтова, Рафиға Әсмәндийәрова - барыһы өсөн дә был кисә хикмәтле бер осрашыу булды. Баймаҡ районы Ағинәйҙәр ҡоро рәйесе Хөрмә Биктимерова, ҡурайсы Фәнил Шәрипов, Мерәҫ ауыл биләмәһе башлығы Т. Хафизов телмәр тотто унда. Мәғрифә Мерәҫ ауылы баш ағинәйе булараҡ матур йылмайып һүҙ башлап ебәргән сәхнә аллы-гөллө милли кейемле ағинәйҙәр менән тулды. Бына Мәфрүзә "Юлғотло" йырын йырлай, алтмыш йәшен туйлаған Бәҙерниса "Бишбармаҡ" бейеүен йәштәрҙән дә былайыраҡ елеп йөрөп бейей, Ғилминур Ирәндек түшенә ятып илартырлыҡ итеп тыуған яҡты данлаған шиғырын уҡый, Зөлфиә менән Фәрхәнә икеһе бергә тып баҫып "Әхирәттәр" бейеүен тетеп бейеп ташланы, Фәнил менән Зөфәр донъяны оноттороп Мерәҫ ҡурайҙарын һуҙып ебәрҙе... Шуның аҙағында Дилбәр һылыу Мерәҫ ағинәйҙәре исеменән "йолаларҙы түкмәй-сәсмәй йәш быуынға еткерәбеҙ", тип һүҙҙе йомғаҡлап ҡуйҙы. Уҙған йылды барлап ҡараһалар, байтаҡ көн үтелгән, апаруҡ йөн тетелгән булып сыҡты. Ул да булһа, баймаҡтарса "шым ғына" итеп Ишмырҙа ҡатындары "Бәпес ҡоймағы" йолаһын сәхнәләштергән, Таулыҡайҙар "хикмәтле Сыңғыҙҙар" менән бергә "Ҡар һыуына барып" аптыратҡан, Аҡморон ағинәйҙәре ғәм халыҡты "Әбейҙәр сыуағы"на йыйып күңелдәрен асҡан, ә Ҡарамалы-Ишмөхәмәт ауылы ҡатын-ҡыҙҙары түңәрәк өҫтәл уратып ултыртып "Ҡәйнә менән килен" әңгәмәһен тәҡдим иткән. Мерәҫ ауылы ағинәйҙәре ҡарап тора буламы - "Ҡорамала - күҙ нурҙары" тип исемләнгән тамаша сарпыһын күрһәтте. Мерәҫ мәҙәниәт йорто бынса сағыу йәйғорло ҡорамаларҙы күргәне лә булмағандыр, сәхнә ысынлап та балҡып тора ине!
Иң ныҡ хәтергә уйылғаны - ҡорама ҡороу ултырмаһына йыйылған ҡатын-ҡыҙҙың юрау-теләк әйтеү өлөшө булды. Әйтәгүр, тамаша - уйын, ысынға алһаң, бойом! Бойомға ашырлыҡ саф теләктәр менән күңелде биләне ағинәйҙәр, сәхнәгә сыҡҡан береһе үҙенең ҡул эштәрен тотоп һамаҡлап инде: "Ике кеше күрмәһен, икендегә етмәһен", "Кеше-ғара күргәнсе, ҡара көсөк өргәнсе, эште тиҙерәк бөтәйек!", "Эшем башы - эшҡары, дошман башы тышҡары", "Күргәндәр күреп ҡалһын, күрмәгәндәр тороп ҡалһын!", "Минең ҡулым түгел, Ғәйшә-Фатима ҡулы", "Кеше-ғара күрмәһен, ҡара кеше һиҙмәһен", "Минең ҡулым түгел, әүлиә-әмбиәләр ҡулы", "Эш башланым - башҡары, дошман һүҙе ташҡары!", "Ике һуҡыр күрмәһен, икендегә етмәһен, күрһә-күрһен күҙлеһе, ул да булһын йүнлеһе!", "Осоп барған ҡош күрҙем, тик ятҡан бер таш күрҙем" (ҡош кеүек етеҙ эшләйек, таш кеүек ауыр булмайыҡ, йәнәһе)... Был юрамаларҙың һәр ҡайһыһын иғтибарға алып, уйға һалһаң, моғайын, мәғәнәһенә төшөнөргә һәм иҫ төбөнә һалып ҡуйырға ла мөмкиндер. Һис юғы, бергә йыйылған саҡта әйтеп, мәғәнәһен-асылын күмәкләп сискәндә туған тел серҙәре буйынса һабағы ҙур булыр.
Унан тағы бер күренеш өҫтәлде: эш башлағанда бер кеше сәхнәгә йүгереп килеп инде лә йылт әйләнеп кире сығып ҡасты, үҙе шул ыңғайында "Хәлдәр нисек?" тип һөрәнләп китте. Йәнәһе, эш башлағанда кем килеп инә, шуның йөрөшөнә ҡарап эштең барышын юрайҙар, һәм "аяғың еңел булһын!" тип теләп ҡалалар. Йүгерә-атлай йөрөгән кеше килеп инһә, эшебеҙ ырамлы булыр, тип һөйөнәләр. Шунан инде, эш башланғас, хужабикә төп бурысты уртаға ҡуя: "Ҡыҙыма бирнәлек ҡорама ҡорамаҡҡа йыйылдыҡ. "Ҡыҙ кешегә бирнәне етенән әҙерләһәң дә етмәй, алты йәштән әҙерләһәң, артып ҡала", тигән һүҙ бар халыҡта. Шуны уйлап, Аллаһыға тапшырайыҡ", - ти ул.
Мерәҫ ауылы мәҙәниәт йортонда йыр-бейеү төнгә хәтле барҙы. Ләкин ил күңелен күлдәй йәйерлек аң-белем, халыҡсан ирәбәлек, илаһи ихласлыҡ менән тулы кисәнән һуң йөрәктәргә ғәм, уй йөкмәп, мөхәббәт һәм өмөт нуры алып ҡайтыштыҡ. Бер күрешеү - бер ғүмер, баҡыяс һеҙгә, мерәҫтәр! Мерәҫ булған ерҙә башҡорт йәненә терәк булһын!

Сәрүәр СУРИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.01.20 | Ҡаралған: 657

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru