«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2022

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16  |  17 
Май
   18  |  19 
 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Оҙайлы май байрамдарын ниндәй файҙалы эштәр менән уҙғарҙығыҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕЙӘНСӘРҘӘРҘЕҢ ШАТЛЫҒЫ ӨЛӘСӘЙ СЕЛТӘРЕ
+  - 

Башҡортостандың Әбйәлил районында иҫке өйҙө һүткәндә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының боронғо биҙәүесе табылған. Яңауыл ауылынан Мәҙинә Яҡупова һөйләүенсә, туғандары һаҡалды Асҡар ауылында элек өләсәләре Мәфтуха (ире буйынса Сөләймәнова) йәшәгән ташландыҡ йортта тапҡан.

"Өләсәйебеҙ 1906 йәки 1910 йылда тыуған. Ул беҙгә йыш ҡына бәләкәй сағында апаһы менән бергә кулактарҙы ситкә һөргән осорҙа өйҙөң мөйөшөнә ҡиммәтле биҙәүес йәшереп ҡалдырыуҙары тураһында һөйләй торғайны", - ти ханым. Уның билдәләүенсә, ошо ауыр йылдарҙа ҡиммәтле ғаилә ҡомартҡыһын һаҡлап ҡалыу өсөн ҡыҙҙар әсәләре теккән селтәрҙе сепрәккә төрөп, өйҙөң бүрәнәһе араһына ҡыҫтырып ҡуйған. Шунан һуң ғаилә икенсе ауылға күсеп киткән, уларҙың йортонда башҡа кешеләр йәшәгән, һуңынан өйҙә янғын сыҡҡан, ә һуңғы йылдарҙа ул бөтөнләй ташландыҡҡа әүерелгән. Ошо йылдар буйына улар йәшерелгән биҙәүес тураһында онотмаған, ләкин береһе лә әсәләренең селтәрен эҙләп ҡарарға ҡыймаған. Мөмкинлек килеп сыҡмаған. Өләсәләре Мәфтуха 1986 йылда 83 йәшендә донъя ҡуйған. Бына күп йылдар үткәс, ҡомартҡы табылған. Шуныһы ғәжәп: ул бөтөн көйө һаҡланған. "Шулай ҙа селтәрҙең нигеҙе серегән, муйынсаҡтары, мәрйендәре һәм тәңкәләре ҡойолоп тора, ләкин ошондай ҡиммәтле мираҫтың табылыуы бик мөһим", ти Мәҙинә. Һаҡал XIX быуат аҙағындараҡ тегелгән тип фаразлана, әммә унда боронғораҡ - 1794 йылғы тәңкәләр ҙә бар.
- Ошо боронғо һаҡалды беренсе тапҡыр ҡулыма алғас, хәйер, уны тотоп та булмай, бөтә нәмәһе ҡойолоп тора ине, был минең өсөн мөғжизә кеүек булды. Мин ниндәйҙер энергетика тойҙом. Боронғо әйберҙәр иҫ киткес матур бит ул. Күп ғаиләләрҙә боронғо селтәрҙәр, сулпылар һәм биҙәүестәр һаҡлана, уларҙы юғалтмаҫҡа, мәҙәниәтебеҙ өсөн һаҡларға кәрәк, сөнки улар - ата-бабаларыбыҙ аманаты, - тип һөйләй Мәҙинә Яҡупова.
Хәҙер биҙәүес Мәҙинәнең өлкән апаһында. Ханымдар биҙәүесте реставрацияларға һәм вариҫтарына иҫтәлек итеп ҡалдырырға теләй.
Әйткәндәй, элек башҡорт ҡыҙҙары был биҙәүесте ғаиләлә булған ҡиммәтле әйберҙәр - көмөш тәңкәләр, сулпылар, мәрйендәр, сәйләндәр, ҡабырсаҡтар менән семәрләп теккән. Селтәр төрлө райондарҙа төрлөсә - һаҡал, яға, муйынса тип йөрөтөлгән. Уға ҡарап, башҡорттарҙың йәшәгән төбәге, социаль хәле билдәләнгән. Ҡайһы бер биҙәүестәр бер ат йәки һыйыр хаҡына торошло булған.

"Башинформ".

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.01.20 | Ҡаралған: 536

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2022 йылдың икенсе яртыһы өсөн ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 757 һум 80 тингә яҙыла алаһығыҙ. Был мәғлүмәтте йәнәшәгеҙҙәге дуҫ-иштәрегеҙгә, туғандарығыҙға ла еткерһәгеҙ ине. Әйҙәгеҙ, "Киске Өфө"гә дәррәү яҙылып, гәзитебеҙҙең быйылғы 20 йыллыҡ юбилейына бер бүләк эшләйек!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2022 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ
файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Сайтты төҙөнө zahir, дизайн һәм алып барыу BArt