«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УҢАЙЛЫ ИНЕ ӘЛЕ...
+  - 


Былтыр декабрь башында Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров граждандарҙы район-ҡалалар араһында ташыусы легаль булмаған таксиҙар эшмәкәрлеген тикшерергә ҡушты. Кәңәшмәлә рөхсәтһеҙ эшләгән таксиҙарҙың иң популяр парковка урыны - Үҙәк баҙар туҡталышы булыуы ла билдәләп үтелде. "...Был майҙансыҡтар таҙартылып, улар менән эш алып барырға кәрәк. Исмаһам, лицензия алып, техник тикшереү үтһендәр һәм улар йөрөткән кешеләр һәләк булмаһын", - тине Радий Фәрит улы.

"Ларгус"тар һәм микроавтобустар тупланған майҙансыҡтар "Өфө" универмагы, Башҡорт дәүләт аграр университеты алдында ла бар. Халыҡ фекеренсә, был таксиҙар көнөнә бер генә түгел, яҡын араларға 6-7 тапҡыр - иртәнге биштән алып кискә тиклем йөрөй. Алыҫ араларға хатта төнгө рейстар ҙа ныҡ популяр, сөнки төн буйына йоҡлап бараһың, иртән тәғәйен ереңә барып еткәс, күҙаллаған эштәреңде теүәлләргә була. Әгәр халыҡ бындай хеҙмәт менән файҙалана икән, тимәк, әлеге ваҡытта уларға альтернатива юҡ.
Былтыр республика ҡала, ҡала-ара һәм ҡала яны маршруттарын хеҙмәтләндереү өсөн 400 самаһы ҙур, уртаса һәм бәләкәй күләмле яңы автобустар һатып алды. Ләкин был ғына Башҡортостандың һәр районына, һәр ауылына дәүләт транспорты хеҙмәтләндереүенең барып етеренә гарантия була аламы? Ысынында, бер район эсендә бер ауылдан икенсеһенә, хатта район үҙәгенә барып етеү ҙур ауырлыҡ тыуҙырыуын һәр кем белә. Шунлыҡтан халыҡ транспорты булған граждандарға мөрәжәғәт итергә мәжбүр. Тора-бара был кешеләрҙе "таксистар" тип кенә йөрөтә башлайҙар. Эйе, уларҙың кеше ташыу өсөн рөхсәте лә, лицензияһы ла юҡ. Әммә юл хаҡын такси хеҙмәте кеүек алалар - уларға ла йәшәргә кәрәк бит. Мәҫәлән, дәүләт автобусы йәки лицензияһы булған шәхси эшҡыуарҙың такси автобусында район үҙәгенә барыу 100 һум торһа, ашығыс рәүештә бер кешегә ауылдаш "таксист" менән барыу - 400 һумға барып баҫа, сөнки кеше булмаһа, буш урындар өсөн дә түләргә тура килә.
Ошо легаль булмаған таксиҙарҙың һәм "ларгус"тарҙың өҫтөнлөгө нимәлә - улар кешене тәғәйен урындан килеп алып, тәғәйен урынға алып барып ҡуя. Йәғни ауыр сумкаңды һөйрәп, өҫтөрәлеп йөрөмәйһең. Ә заман кешеһе хәҙер уңайлыраҡ, яҡшыраҡ мөмкинлектәр эҙләй һәм шуға өҫтөнлөк бирә лә инде. Ниндәй генә легаль маршрут булмаһын, ул пассажирҙы бер ваҡытта ла тәғәйен еренә алып барып ҡуймай. Эйе, баш ҡаланан район үҙәгенә тиклем бер проблемаһыҙ ҡайтырға мөмкин. Әммә артабан ауылына ҡайтып еткәнсе кеше тағы күпме ыҙа күрергә йәки ошо уҡ сумманы сығарып һалырға тейеш була. Шуға ул ғүмерен Хоҙай ҡулына тапшыра ла, уңайлыраҡ вариантты һайлай. Һорау бар икән, легаль булмаған таксиҙарға йәки дәүләт тарафынан "нелегаль" тип ҡабул ителгән шәхси эшҡыуарҙар асҡан маршруттарға һорау бер ваҡытта ла бөтмәйәсәк, сөнки улар маршрутты дәүләт күҙлегенән түгел, ә ихтыяжды күреп, өйрәнеп, кешегә уңайлылыҡ күҙлегенән сығып аса. Һәм халыҡ үҙенә яҡшыраҡты һайларға тырыша. Эйе, уның быға тулы хоҡуғы бар! Ни өсөн уларҙың транспорт һайлағанда ла үҙенә яҡшыраҡ, уңайлыраҡ булған ысулды һайлауын - үҙ хоҡуғын тормошҡа ашырырға теләүен уларҙың хоҡуғы тип ҡарамайбыҙ һуң? Бында властарҙы мәсьәләнең икенсе яғы нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра кеүек. Хөкүмәттең легаль булмаған таксиҙарға ҡаршы көрәш асыуының төп сәбәбен кеше ғүмерҙәре өсөн хафаланыу тип күрһәтергә тырышһалар ҙа, бында төп сәбәп - рәсми теркәлмәгән, хатта теркәлгән таксиҙарҙан да ҡаҙнаға һалым инмәү. Сөнки дәүләт автобустарынан 400 миллион һалым инһә, "ларгус"тарҙан һәм микроавтобустарҙан ни бары 11 миллион ғына ингән. Ауылдарҙағы таксистарҙан иһә бөтөнләй аҡса инмәй. Шуға күрә, уларҙы йә ҡыҫырыҡлап сығарырға кәрәк, йә һалым түләүҙәрен арттырырға кәрәк, тиҙәр. Икенсе вариантты бер ваҡытта ла юлға һалып булмаясаҡ, сөнки уларҙың күпме килем алғанын аныҡ ҡына асыҡлау мөмкин түгел. "Легаль булмаған таксиға ултырып, ғүмерегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуяһығыҙ", тип тә ҡурҡыталар. Әйтерһең дә, легаль маршруттарҙа гарантия бар. Эйе, гарантия бар - уларҙа пассажирҙың ғүмере страховкалана һәм ул-был хәл була ҡалһа, страховка түләүҙәре алырға мөмкин. Әммә тиҙерәк тыуған өйөңә (ялға, байрамға, ҡунаҡҡа, һуңғы юлға оҙатырға, туйға, каникулға һ.б.) ҡайтырға ашыҡҡанда һәм һиңә кәрәк ваҡытта билеттар булмағанда, сәфәреңде кисектереү тураһында уйламайһың, ә нисек тә юлға сығырға тырышаһың... Әгәр дәүләт транспорты көнөнә бер нисә тапҡыр район үҙәгенә генә түгел, ә кешегә кәрәкле урынға (һәр ауылға) алып барып еткереп һәм көнөнә бер нисә рейс яһаһа, әлбиттә, хеҙмәтләндереүҙең бер айырмаһы ла булмаҫ һәм, бәлки, яйлап легаль таксиҙарға (маршрут автобустарына) күсеп бөтөр инек. Әммә дәүләттең әлегә бындай шарттар тыуҙырырға мөмкинлеге юҡ.

Был хаҡта граждандар үҙҙәре нимә уйлай икән?

Диана ДӘҮЛӘТОВА, талибә:
Минең өсөн шундай "ларгус" - бик йыш ата-әсәйемә бер ниндәй мәшәҡәтһеҙ ҡайтып, кире килеү мөмкинлеге. Дәүләт автобустары менән район үҙәгенә тиклем ҡайтып булһа ла, артабан ауылға ла ҡайтырға кәрәк бит. "Ҡайтам", тип шылтыратһаң, үҙебеҙҙең машина булмағас, атай-әсәй ҡаршы килеп алыу өсөн транспорт эҙләй башлай. Машинаһы булған кеше лә әҙер генә тормай бит әле ул, йә бензины юҡ ваҡыт була, йә ҡунаҡта, йә башҡа сәбәп. Шуға мин ҡайтып еткәнсе ата-әсәмдең сәсе тағы ла нығыраҡ ағара. Ә бындай "ларгус"тар йөрөй башлағас, шул тиклем рәхәт - шылтыратып, урын алып ҡуяһың да, кәрәк икән йәшәгән ереңдән килеп алып, өй алдына тиклем алып барып ҡуялар. Китергә булһа ла бер ниндәй мәшәҡәт тә, ығы-зығы ла юҡ. Байрамдарға ҡайтыр булһам, баш ҡалала йәшәгән машиналы ауылдаштарҙы алдан белешеп ҡуям. Барыбер шул такси хаҡын түләйһең бит инде. Хәҙер, ошондай тыйыуҙар барлыҡҡа килһә, улар беҙҙе алып ҡайтмай башлармы икән, тип борсоуға төштөм әле...

Рәшиҙә ҒИЗӘТУЛЛИНА, Бөрйән районы: Әгәр даими рәүештә бер үк ваҡытта йөрөп торорона гарантия булһа, дәүләт пассажирҙар транспортына өҫтөнлөк бирер инем. Әммә Бөрйән-Өфө араһында уларға ышанып сығырға торғанда йә ваҡытын үҙгәртә лә ебәрәләр, йә башҡа сәбәп менән рейсты алып ташлайҙар. Бындай осраҡтар күп булды. Ләкин ҡайҙалыр барырға булһаң, эштәреңде, йомоштарыңды алдан планлаштырып, һөйләшеп, килешеп сығаһың бит, шуға күрә, көн шәхси транспорт эйәләренә ҡала. Аҡса кәрәккәс, улар һинең ыңғайыңа ғына тора. Балыҡ һыуҙың тәрәнен һайлаған кеүек, беҙ ҙә үҙебеҙгә уңайлы яҡты ҡарайбыҙ инде.

Сәрүәр ХОҘАЙҒОЛОВА: Ҡолаҡ шаулағас, мең бәлә менән райондан Өфөгә нисек юллама алғанымды һөйләп тормайым. Тик бына был юлы республика дауаханаһына барып етеү тамуҡ юлын үтеү булды. Минең кеүек пассажирҙарҙы өйҙән генә алып китә торған таксистар ҡапыл һыуға төшкәндәй юғалған да ҡуйған. Кемдер ҡурҡытҡан тиҙәр. Автовокзалға шылтыратып, автобустың ваҡытын белештем. Тейешле көндө трассаға, туҡталышҡа сығып торҙом. Көтә-көтә шаҡырайып туңдым. Үтеп барыусы машиналарҙы туҡтатып ҡарайым, "ултыртмайбыҙ, ярамай", тиҙәр. Элекке замандар иҫкә төштө: ошолай ҡаңғыра инек бит. Йәш саҡта бөтә һаулыҡты автобус көтөп, юлда машина "тотоп" ҡаҡшаттыҡ. Хәҙер, ҡартайған көндә, дауаханаға барып етә алмай, юлда йән бирерһең, тәүбә! Ул егеттәрҙең кемгә зыяны тейгәндер. Йомшаҡ йылы машинала иҙерәп кенә бараһың. Юлды, ҡайҙа ниндәй хәүефле ер бар икәнен беләләр, ҡыумайҙар. "Апай-апай", тип торалар, дауаханаға алып барып уҡ ҡуялар, шунан килеп алып китәләр. Быға тиклем коммунизмда йәшәгәнбеҙ икән...

Земфира ХӘБИРОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.01.20 | Ҡаралған: 456

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru