«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘ ҮҘЕБЕҘ ҒӘЙНӘЛӘР!
+  - 


Алдараҡ телгә алынған рус тикшеренеүсеһе Н. Попов ғәйнә ырыуы информаторҙарынан яҙып алынған ошондай мәғлүмәтте килтерә: "Улар үҙҙәрен Башкурт тип атай, үҙҙәренең ырыуын (бындағы башҡорттарҙы) Нагай Татарҙарының Булгар өлкәһендә йәшәгән Тархан быуынынан башлай, уларҙың үҙ риүәйәттәренә ярашлы, был өлкәне XII быуат аҙағында ҡалдырып китәләр; Урал тауҙарына килеп урынлашып, әле йәшәгән барса ерҙәрендә таралып көн итә башлайҙар". Бында Н. Попов нуғайҙарҙы татарҙар менән бәйләп, бер нисек һәм бер ҡасан да этник берәмек булмаған тархандар төркөмө хаҡында аңлатма бирмәй. Был осраҡта ғәйнәләрҙең үҙҙәренең Булгар ханлығында тарханлы ҡәүем булып, нуғайҙар менән күпкә һуңғараҡ, XV быуатта ғына сәйәси бәйләнешкә инә алыуына иғтибар итергә кәрәктер.
Әйтергә кәрәк, нуғай мырҙалары XVI быуаттың икенсе яртыһында ла элегерәк үҙҙәренә буйһонған Пермь яғы халҡынан яһаҡ йыйырға маташа. Архив сығанаҡтарында нуғайҙарҙың 1578 йылда Кама буйы башҡорттарына һәм Ҡаҙан өйәҙе иштәктәренә һөжүм итеүе хаҡында мәғлүмәт бар. "И башкирдцы и остяки, собрався, иных побили...", - тип яҙыла бер документта.
Тарихсы Салауат Хәмиҙуллин фекеренсә, ғәйнәләрҙәге тарханлыҡ төшөнсәһен туранан тура мадъярҙарҙың "таръян" этнонимы менән бәйләү нигеҙле түгел. Р.Ғ. Кузеевтың ошондай ҡарашын тарханлыҡ төшөнсәһенең сословиены белдереп, этник билдәләнешкә тура килмәүе аша инҡар итеп була.
Ғалим-антрополог Р.М. Йосопов ғәйнәләрҙең килеп сығышын палеоантропология һәм краниология (баш һөйәгенең формаларын өйрәнеү) фәндәре позицияһынан тороп аңлатыу мөмкинлеген тапты. Ул ғәйнәләрҙең ир-аттары антропологик яҡтан ҡоңғорт көньяҡ европеоид компоненты өҫтөнлөк иткән ҡатнаш сығышлы типҡа ҡарауын асыҡланы. Был антропологик тип сак-массагет (савромат-сармат, сармат-алан) мөхитендә формалашҡан. Ә уларҙың ҡатын-ҡыҙҙарында ерле субураль антропологик тибы һыҙаттары өҫтөнлөк итә.
Ошо ғалим раҫлауынса, ғәйнәләрҙең краниологик һыҙаттары мең ырыуы башҡорттарыныҡына яҡын икән. Антрополог Ринат Йосопов ғәйнә этнонимының этимологияһына иғтибар итеп, ошо һүҙҙең ғәрәп телендәге "гайн" хәрефенә тура килеүе, ошо уҡ хәрефтең ғәрәп алфавитында мең һанын белдереүе хаҡында яҙа. Ошонан сығып, ғалим үтә ҡыҙыҡлы һығымта эшләй: боронғо осорҙарҙа "ғәйнә" һүҙенең дә мең кешенән торған ғәскәри берәмекте аңлатыуы мөмкин. Был шул уҡ мең ырыуы атамаһының нисек хасил булыуына тура килә.
Ғәйнәләрҙең мең һәм башҡа башҡорт ырыуҙары менән этник бәйләнеше хаҡында 1912 йылда Елпачиха (Удик) ауылы муллаһы Хөббихужа Түмәсев төҙөгән шәжәрә мәғлүмәттәре аша ла белеп була. Ошо шәжәрәлә ғәйнәләрҙең төп ата-бабаһы итеп Джавыш бей, уның улдары Инсан бей һәм Ихсан бей күрһәтелә. Ошо исемдәр менән аталған шәхестәр "Ҡысса-и Аҡһаҡ Тимер" хикәйәтендә лә бар. Был хикәйәт башҡорттар араһында популяр була, ундағы сюжеттар бүләр, юрматы, ғәйнә ырыуҙары шәжәрәләрендә сағылыш таба. Ғөмүмән, башҡорт ырыуҙары шәжәрәләрен төҙөүселәр йыш ҡына Булгар хандарын һәм уларҙан таралған тоҡомдарҙы үҙҙәренең төп ата-бабалары рәүешендә һүрәтләй. Тарихсы Салауат Хәмиҙуллин быны ошо замандарҙағы тарихи традиция йоғонтоһо менән бәйләй. XVIII быуатта башҡорт мосолман руханиҙары, уҡымышлы заттар араһында булгарсылыҡ идеяһы өҫтөнлөк итә, Булгар ханлығы һәм уның арҙаҡлы шәхестәре башҡорттар өсөн камил бер өлгө итеп күрһәтелеп, милли яңырыу символына әйләнә. Башҡорт ихтилалдары тарихында киң билдәле мулла Батырша Алиев та булгарсылыҡ идеяһын хуплай, ә икенсе бер мулла Морат Ишкалеев XVIII быуаттың икенсе яртыһында яңы Булгар дәүләтен төҙөргә саҡыра. XIX быуаттың суфый шәйехтәре, мосолман яҙыусылары Таджетдин Ялсығол әл Башҡорди, Ғәли Соҡорой кеүек уҡымышлы заттар башҡорт тарихын Булгар тарихынан айырып ҡарамай. Шуға күрә ғәйнә башҡорттары риүәйәттәрендәге булгар версияһын да ошо тарихи традицияға бәйләп аңлатып була.
Ғәйнә ырыуы шәжәрәһендә, бәғзе бер башҡорт ырыуҙарына хас булғанса, үҙ ырыуына ҡараған этник атрибуттарҙың Сыңғыҙ-хан тарафынан бирелеүенә ишара бар. Алда атап үтелгән Хөббихужа Түмәсев шәжәрәһендә ошолай әйтелә: "Ырыу бүлемебеҙ - кәкүк, ораныбыҙ - "Бурух!", ҡошобоҙ - һөҙһөт, ағасыбыҙ - удмурт сағаны, тамғабыҙ - хәмзә". Был "Ҡысса-и Сыңғыҙ хан" хикәйәтендә Сыңғыҙ хандың Бүрҡот бейгә төбәп әйткәненә бермә-бер тура килә. Тимәк, ғәйнә ырыуы шәжәрәһендә лә ырыу дәрәжәһен Сыңғыҙ хан абруйы менән нығытырға тырышыу сағылыш тапҡан. Шәмшәҙе, Ҡаңлы, Уран, Гәрәй ырыуҙарының ҡайһы бер шәжәрәләрендә лә төп ата-бабалары сифатында шул уҡ Бүрҡот бей күрһәтелә. С. Хәмиҙуллин билдәләүенсә, был осраҡта ла ошондай исемле бейҙең теге йәки был ырыуға ҡарағанлығын асыҡлар өсөн етерлек дәлилдәр юҡ. "Ҡысса-и Сыңғыҙ хан" хикәйәтендә аталған һәр башҡорт бейенә айырым бер башҡорт ырыуы тап килә, әммә башҡорттарҙың ырыу номенклатураһында Бүрҡот этнонимы юҡ. Гәрәйҙәрҙең төп бабаһы - Кирәйәт бей, ә Уран, Йылан, Елдәк ырыуҙары ҡыпсаҡ сығышлы булғас, уларҙың да төп бабаһы итеп Ҡыпсаҡ бей һанала. Шәмшәҙеләр иһә ҡаңлы ырыуына ҡарай, шуға ла Бүрҡот бейҙе уларҙың бабаһы итеп күрһәтеү бигүк нигеҙле булмаҫ ине. Ғөмүмән, был осраҡта ла билдәле шәхес исеме аҫтында ырыу дәрәжәһен күтәреү ошоға сәбәп булғандыр, тигән фаразға ерлек бар. Шулай ҙа ғәйнәләрҙең Ғәйнә исемле тарихи шәхесе булмауы (ул исем риүәйәттәрҙә генә осрай) әле атап үтелгән Бүрҡот бейҙең ошо ырыу тарихына бәйле булыуын фаразларға урын ҡалдыра.
Урҙас бейҙең (XIV б.) "мең һаҙаҡлы" олоҫо составында мең, меркет, ҡобау башҡорттары менән бер рәттән, ғәйнәләрҙең ата-бабалары ла булыуы мөмкин. Хөббихужа Түмәсевтың шәжәрәһендә мең шәжәрәләрендә күрһәтелгән исемдәр ҙә осрай. Риүәйәт мәғлүмәттәренә ярашлы, ғәйнә бабаларының береһе Ураҡ бейҙең тамғаһы ла Урҙас бей тамғаһына тап килә. Ошо шәжәрәлә Худхуд мулла исеме лә бар, ул Елпачиха ауылы муллаһы, Пугачев полковнигы Әҙиғут Тимәсевҡа тура килә. Ихтилалсылар тарафынан иҫке төркисә яҙылған бер указда "мулла Худхуд Тимач улы", тигән исем теркәлгән. Был башҡортса һөҙһөт тигәнгә тап килә, ә ул шул уҡ Бүрҡот бейҙең онгоны - ҡошо исеме икәнлеге лә билдәле. Йәнә бер ҡыҙыҡлы факт. Ғәйнәләрҙең юғары ҡатламы - элитаһына ҡараған шәхестәр үҙҙәрен Бүрҡот тоҡомдары сифатында күрһәтеүе мөмкин. XII башҡорт кантоны начальнигы Низаметдин Адутовтың улы Ниғмәтжан Низаметдин улының эпитафияһында, йәғни ҡәбер ташындағы яҙыуҙа Худхуд мулла Әҙиғут Тимәсев "буркут Адуд" , тип күрһәтелгән. Ҡайһы бер тарихи сығанаҡтарҙа буркуттарҙың (Бүрҡот тоҡомдары) Сыңғыҙ хан нәҫеленән булған Тайбугидтар династияһына ҡарауы хаҡында ла мәғлүмәттәр бар.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әҙерләне.
(Дауамы. Башы 1-се һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.01.20 | Ҡаралған: 507

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru