«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЗАМАНДАШТЫҢ ҺОРАУҘАРЫНА ЯУАПТАР
+  - 


Һуңғы ваҡытта киң матбуғат сараларында, интернет селтәрҙәрендә илебеҙҙә иғлан ителгән өр-яңы программа - иҡтисадта һәм дәүләт эшмәкәрлегенең барса өлкәләрендә лә цифрлаштырыу тип аталған мәғлүмәти-технологик процестарҙы әүҙемләштереү, ошо ысул менән тормошобоҙҙо үҙгәртеп ҡороу хаҡында ҡыҙыу бәхәс-дискуссиялар бара. Беҙ ҙә ошо виртуаль фекер алышыуға ҡушылып, уҡыусыларыбыҙ иғтибарына түбәндәге виртуаль әңгәмәбеҙҙе тәҡдим итәбеҙ.

Совет осоронда диалектик материализм тигән фән булды. Диалектика ҡанундарына ярашлы, донъялағы бар нәмә лә мәңгелек хәрәкәттә булып, йәшәйешебеҙҙең үҫешенә сәбәпсе икән. Кешелектең үҫеш юлындағы ниндәй асыш-табыштар прогресҡа этәргес көс булған?

Кешелек барлыҡҡа килгәндән бирле уның үҫешенә һөҙөмтәле йоғонто яһаған факторҙарҙы һанап сығырға була, улар әллә ни артыҡ күп тә түгел. Шул факторҙарҙан торлаҡ ҡороу, ут тоҡандырырға өйрәнеү, кейем тегеү, һунар, эш, яу ҡоралдарын яһау, ат, дөйә, һыйыр һәм башҡа йорт хайуандарын ҡулға эйәләштереү, тәгәрмәс, арба/сана яһарға өйрәнеү, игенселек менән шөғөлләнеү, металл эшкәртеү, ут, һыу, ел энергияһын файҙаланыу юлдарын таба алыу, мылтыҡ/туп утлы ҡоралдарына эйә булыу, әйбер-ҡорамалдарҙы механик станоктарҙа яһау өсөн цех-мануфактуралар, завод-фабрикалар төҙөү, пар, һуңынан эске яныу двигателен уйлап табыу, электр энергияһын асыу һәм ҡулланыу, моторлы үҙ йөрөшлө машиналар эшләү, телеграф, телефон, радио аша бәйләнеш селтәрен булдырыу, атом энергияһын ҡуллана башлау, самолет, ракета, автоматик системалар, робот техникаһын яһарға өйрәнеү, телевидение системаһын һәм электрон һанау машиналарын, микропроцессорҙар нигеҙендә компьютерҙар уйлап табыу... Бына ошо ҙур булмаған теҙмәгә кешелектең барса тарихы һыйған кеүек. Әммә бында һаналғандарҙың һәр ҡайһыһы кешелек үҫешенең һынылышлы, революцион мәлдәрен тасуирлай, кешеләрҙең йәшәү рәүешенең нисек үҙгәрә, ҡатмарлаша барыуын күрһәтә.

Беҙ XXI быуат башында, кешелек тарихының яңы һынылыш осоронда йәшәйбеҙ: бәлки, мең йылдан һуң беҙҙең вариҫтарыбыҙ әлеге эпоханы легендар заман итеп күҙ алдына килтерер ҙә, беҙ улар өсөн "архаика"ға әйләнгән дәүерҙең онотолоп бөткән "динозаврҙарына" әүерелербеҙ. Әлеге осор кешелек тарихына ниндәйерәк новациялар индерер икән?

Билдәле булыуынса, һынылыш үҙәгендә бөгөн беҙҙең өсөн өр-яңы асыштарҙан булған, ғилми асылы аңлашылып та бөтмәгән цифрлаштырыу (цифровизация) күренеше тора. Ошо хаҡта тәфсирләберәк һөйләшеп алыу урынлылыр, тим. Әйткәндәй, тәүҙәрәк ошо ят төшөнсә ябай кешеләр аралашҡан мөхиткә телевидение тапшырыуҙарын әлегә тиклем йәшәп килгән аналог принцибынан цифрлаштырыу системаһына күсереү айҡанлы килеп инде. Быны үҙенсәлекле технологик һикереш тип тә атарға булалыр: аналогияға ҡоролған технологиялар тарих сүплегенә ташлана торған замананың етеүен һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ, ахырыһы.
Әле яңы технологик асыш тыуҙырған цивилизацион һынылыш башланып ҡына тора. Ул һәр саҡта ла шулай булған - урта быуаттарҙан һуң Европала механик станоктар, машиналар ҡулланыуға, фабрика һәм заводтар эшмәкәрлегенә нигеҙләнгән яңы иҡтисади система капиталистик цивилизацияға юл аса, быны ғалимдар беренсе сәнәғәт революцияһы, тип атаны. Был тарихи һынылыш XVIII-XIX быуаттарҙа ғәмәлгә ашырыла, уның һөҙөмтәһендә милли дәүләттәр һәм империялар, индустриаль йәмғиәт барлыҡҡа килә. Икенсе сәнәғәт революцияһы XIX быуат аҙаҡтарынан башланып, XX быуатта дауам итә. Ул сәнәғәттә конвейер системаһын индереү, электрлаштырыу һәм яңы, яһалма химик матдәләр етештереү менән бәйле. Был һынылыш ахырҙа етештереүҙә эшсе көсөн автоматик системалар менән алыштырыу мөмкинлеген бирҙе. Ә XXI быуат башында өсөнсө сәнәғәт революцияһы - цифрлаштырыу технологияларына ҡоролған иҡтисад хаҡында һүҙ бара.

Ошо өр-яңы технологик системаны элеккеһе - аналогияға нигеҙләнгәне менән сағыштырып, яҡшыраҡ һәм анығыраҡ күҙаллап буламы?

Хәҙерге тормошобоҙҙо һәр төрлө белемдән, мәғлүмәт даирәһенән башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай, айырым кеше ғәмәлдәре лә, дәүләт кимәлендәге барса эшмәкәрлек тә информацион системалар тип аталған ғәйәт ҡатмарлы күренеш менән бәйле. Кешелек тарихындағы барса информацион системаларҙы сигнал системалары тип атап була. Кешенең аңлы тормошо бары тик сигналдар системаһы механизмдары аша башҡарыла: ул ҡабул иткән һәм аңлай алған һәр сигнал уға билдәле бер мәғлүмәт бирә.
Нәмә һуң ул сигнал? Ябай ғына әйткәндә, ысынбарлыҡтағы бер әйбер (предмет) йә иһә күренештең кеше организмындағы, атап әйткәндә, уның мейеһендәге сағылышы. Физиолог И.П. Павлов тереклек донъяһында ике сигнал системаһы - 1-се һәм 2-се сигнал системалары булыуы хаҡындағы тәғлимәт авторы. Беренсеһе һиҙеү органдары аша хасил булған һын-образдарҙан торһа, икенсеһе һүҙҙәрҙән яралып, кешегә генә хас төшөнсәле телмәрҙе барлыҡҡа килтерә. Ә кеше үҙенең нервылар системаһы аша ошо сигналдарҙы ҡабул итеү, анализлау һәм тышҡы донъяның сағылышы булған эске картинаһын булдырыу һәләтенә эйә. Кешенең психик донъяһын - образдарын, хис-эмоцияларын, аңын һәм үҙаңын ысынбарлыҡтан алынған мәғлүмәттәр суммаһы рәүешендә лә ҡарап була.
Кеше менән тышҡы донъя (кеше үҙе лә ошо тышҡы донъяның бер өлөшсәһе рәүешендә) араһында бер туҡтауһыҙ барған бәйләнеште аналогия (оҡшашлыҡ, тура килеү) принцибына ҡоролған бәйләнеш, тип атап була. Мәҫәлән, күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, тейеүҙе һиҙеү, йылылыҡты тойоу - былар барыһы ла ысынбарлыҡта булған нәмәләрҙең физик-химик тәьҫиренең - тышҡы сигналдарҙың нервылар системаһының биоэлектрик потенциалдарына әйләндерелеп, мейе эшмәкәрлеге аша тышҡы донъяның эске аналогияһын булдырыу механизмы ул. Тауышты ишетеү, кеше телмәрен йә иһә музыка тыңлау - былар ҙа аналогия тибындағы мәғлүмәт бәйләнешенең миҫалдары. Кеше аңының үҫеше аналогия принцибына ҡоролған яһалма (технологик) мәғлүмәт системаларын (ҡоролмаларын) уйлап табыу мөмкинлеген бирә. Бының миҫалдары - аналогик сәғәттәр (ҡояш, һыу, ҡом һәм уҡлы механик сәғәттәр), термометр, пленкалы фотоаппарат, граммофон, телеграф, телефон, радио, аналог тибындағы телевидение.
Аналогия тибындағы технологик система сигналдарының параметрҙары ваҡыт функциялары һәм өҙлөкһөҙ үҙгәреп торған үлсәмдәре менән билдәләнә, уның геометрик сағылышын тура һыҙыҡ, түңәрәк, киҫем, күп үлсәмле арауыҡтар, мәҫәлән, төҫ сағылыштары рәүешендә күрһәтеп була. Аналогик сигналдарҙың математик функцияһы өҙлөкһөҙ була. Ә цифрлаштырылған системала мәғлүмәт бәйләнешенең математик һүрәтләнеше дискрет (айырымланған) цифрлы модулдәрҙән (өлөштәрҙән) хасил була.

Цифрлаштырылған мәғлүмәт системаһы нисегерәк ғәмәлгә ашырыла һуң?

Заманса информацион технологияларҙа мәғлүмәт цифрлаштырыла, йәғни уның параметрҙары дискрет (цифрлы) күрһәткестәрҙән хасил булған модулләштерелгән сигналдар теҙмәһе рәүешендә бирелә. Был операция математика телендә квантлау, тип тә йөрөтөлә. Бының өсөн тәү ҡарамаҡҡа үтә ябай булып тойолған иҫәпләү системаһы - 0 һәм 1 цифрҙарынан ғына торған ике элементлы (русса - двоичная) система ҡулланыла. Ҡәҙимге тормошобоҙҙа беҙ унарлы иҫәпләү системаһын ҡулланабыҙ, әммә технологик иҫәпләү һәм мәғлүмәт системалары өсөн ике элементлы иҫәпләү системаһы ҡулайлыраҡ, сөнки ул электрон мәғлүмәт системаларын конструкциялау, программалаштырыу өсөн бик тә уңайлы. Ошо ике һандың төрлөсә ҡабатланып торған варианттарынан хасил булған комбинацияларҙың иге-сиге юҡ. Тимәк, ошо нигеҙҙә үҙебеҙгә кәрәкле теләһә ниндәй мәғлүмәтте математик кодҡа һалып була. Мәҫәлән, рус телендәге "мама" һүҙен компьютер клавишаларына баҫып яҙған саҡта уның процессорҙарында 11101100 11100000 11101100 11100000 рәүешендәге цифрлы кодҡа ярашлы операция башҡарыла, һәм беҙ мониторҙа әлеге һүҙҙе күрәбеҙ. Шул принципҡа ярашлы барса мәғлүмәтте компьютер программаларына һалып, һаҡлап һәм теләгән һәр ҡулланыусыға тапшырып була. Мәҫәлән, компакт-дискыла икеле разрядтарҙан торған 6 миллиард цифрлы билге аша 1 сәғәтлек музыкаль әҫәрҙәр яҙҙырып була. Мәғлүмәтте цифрлаштырыу бығаса файҙаланылыуҙа булған барлыҡ технологик ҡоролмаларҙы яңыртыу мөмкинлеген булдырҙы. Әлеге ваҡытта цифрлы компьютерҙарҙан тыш цифрлы телевидение, фото/видео аппараттар, электротехник ҡорамалдар, робот техникаһы, күп төрлө үлсәү приборҙары, программаланған автоматик идара итеү системалары, пилотһыҙ автомобилдәр, самолеттар, йәшәйештең бар өлкәләрендә лә ҡулланып була торған төрлө технологик инструменттар көндән-көн ишәйә бара. Бына нисек бит ул: барлыҡ гениаль асыштар ябай ғына фекергә нигеҙләнә, әммә ошо фекер иҫ китмәле мөмкинлектәр асҡан яһалма интеллект базаһын булдыра.

Яһалма интеллект тигәс, уның киләсәген дә ошо уҡ цифрлаштырыу технологияларының артабанғы үҫеше аша күҙаллап булалыр?

Барлыҡ яңы, яһалма технологиялар - кеше аҡылы ҡаҙанышы икәнен онотмайыҡ. Кешелектең интеллектуаль үҫеше бер ҡасан да туҡтамаясаҡ. Технологик системаларҙың кешенең тәбиғи мөмкинлектәре нигеҙендә барлыҡҡа килгән грандиоз интеллект ҡаҙаныштары икәнен беләбеҙ. Боронғо ғалимдар ҡасандыр мәңгелек двигатель яһау юлдарын эҙләп ҡаңғырған, әммә ошо маҡсатҡа ынтылып, улар яңы асыштар ҙа яһай алған. Яһалма интеллектты ла ошо мәңгелек двигатель образына тиңләп булалыр ул. Кеше аҡылынан да өҫтөнөрәк технологик яһалма аҡыл булдырыу - ғалимдарға хас бер хыялдыр. Әлеге заманда ошо маҡсатҡа өлгәшә алыу мөмкин түгел, әммә ошо юлда беҙҙе әле хыялыбыҙға ла инмәгән асыштар көтә. Заманса "аҡыллы" робот техникаһы өлгөләре лә ошо фекерҙе раҫлай. Унан һуң фундаменталь фәндәр өлкәһендәге ҡаҙаныштар нигеҙендә яңы технологиялар барлыҡҡа килеүе лә көтөлә. Ғалимдар әле үк 4-се сәнәғәт революцияһы хаҡында һүҙ йөрөтә башланы. Ул квант физикаһы тәғлимәте нигеҙендә яңы энергетик сығанаҡтар эҙләү менән бер рәттән ошо юҫыҡта өр-яңы информацион база булдырыуҙы күҙ уңында тота. Квант информатикаһы принциптарына ярашлы тәүге квант компьютерҙары яһала башланы ла инде. Әммә был эш әле бары эксперимент булараҡ башҡарыла, шулай ҙа ғалимдар квант информатикаһы тәғлимәте нигеҙендә яһалма интеллект булдырыу ысулын табыу хаҡында ла фараз ҡора.

Хәҙерге йәмғиәт һәм дәүләт ошондай технологик үҙгәрештәрҙе нисек ҡабул итә?

Әгәр йәмғиәттә консерватизм күренештәре өҫтөнлөк итһә, ул үҙе үк фәнни-техник прогресс тормозына әйләнә. Әммә "иҫке донъя"ны емереп ташлап, йә иһә өҫтән төшөрөлгән әмерҙәр менән генә яңыһын ҡороп булмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәйҙә бар замандарҙа ла прогрессив фекерлеләр, шул иҫәптән йәмғиәттә бығаса булмаған яңы фекер-идеялар тыуҙырыусы новаторҙар ҙа, ниндәйҙер бер еретик тайпылышлы кешеләр рәтенә ҡуйылып, инҡар ителеүгә дусар булған. Рәсәй тарихында ғына түгел, хатта һуңғы совет осоронда ла бындай күренештәр ҡабатлана торҙо. Мәҫәлән, заманында генетика һәм кибернетика фәндәре буржуаз идеология шауҡымы сағылышы һаналып, совет дәүләте етәкселеге тарафынан тыйылды. Әлбиттә, хәҙер дәүләт етәкселеге технологик яңырыу процестарын әүҙемләштереү программаларын ҡабул итә. 2018 йылдың 24 декабрендә РФ Президенты эргәһендәге стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса Совет президиумы тарафынан "Рәсәй Федерацияһының цифрлы иҡтисады" тигән дәүләт программаһының паспорты раҫланды. Ул 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән, был программаны үтәү өсөн бюджеттан һәм башҡа сығанаҡтарҙан 1 триллион 634,9 миллиард һум аҡса йәлеп ителәсәк. Ошо программа сиктәрендә айырым милли проекттар ғәмәлгә ашырыласаҡ, улар цифрлы иҡтисад өсөн кадрҙар әҙерләү, цифрлаштырылған мәғлүмәт инфраструктураһын киңәйтеү, мәғлүмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, Рәсәйҙең үҙенең цифрлы технологияларын булдырыу, цифрлаштырыу процестарын юридик-норматив көйләү, дәүләт идара итеү системаһын һәм дәүләт хеҙмәтләндереүе өлкәләрен цифрлаштырыу йүнәлештәрен сағылдыра. Федераль үҙәктә ошо дәүләт әһәмиәтендәге пландарҙы үтәү өсөн яуаплы орган да булдырылған - ул Цифрлы үҫеш, бәйләнеш һәм киң коммуникациялар министрлығы. Республикабыҙҙа ошондай министрлыҡ яңы ғына булдырылды - ул Дәүләт идаралығының цифрлы үҫеше министрлығы тип атала.

Ошо программаның граждандар өсөн ғәмәли файҙаһы булырмы икән?

Әлбиттә, иҡтисадты һәм дәүләт менән идара итеүҙе заманса технологияларға ярашлы үҙгәртеп ҡороу әле әйтеп үтелгән маҡсатты ла күҙ уңында тота. Беренсенән, бөтөн ил территорияһында тиерлек юғары сифатлы цифрлы телевидение тапшырыуҙарын ҡабул итеү мөмкинлеге булдырылды. Икенсенән, дәүләт хеҙмәтләндереүен электрон бәйләнеш системалары аша ғәмәлгә ашырыу мөмкинлектәре көндән-көн арта бара. Өсөнсөнән, һәр гражданға электрон паспорт алыу мөмкинлеген тәьмин итеү һәм йәшәйештә шәхси идентификациялау талап ителгән һәр осраҡта ла индивидуаль биометрик күрһәткестәр ҡуллана алыу системаһын булдырыу планлаштырылған. Унан тыш, барлыҡ дәүләт ойошмалары, шул иҫәптән мәктәптәр, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары киң полосалы интернет селтәренә тоташтырыласаҡ. Ә цифрлаштырыу нигеҙендә иҡтисад үҫешенә өлгәшеү илдең һәр гражданы өсөн файҙалы булырына шик юҡ. Эйе, цифрлаштырыу пландары ҙур, әгәр улар тормошҡа ашһа, Рәсәй ысынлап та алға табан технологик һикереш яһай алыр ине.

Дәүләтебеҙ үҫешенең өр-яңы программаһы ҡабул ителде лә ул, әммә рәсәйҙәр уның һөҙөмтәле булыуына ышанырҙармы икән?

Үтә ҡатмарлы темаға арналған әңгәмәбеҙҙең иң сетерекле һорауы ла ошолор, моғайын. Ул киң матбуғат сараларында, бигерәк тә интернет селтәрҙәрендә сағылыш тапты ла инде. Бер яҡтан, ошо грандиоз программа менән һоҡланып, хатта ғорурланып яҙыусылар бар. Улар фекеренсә, беҙҙе был өлкәлә иҫ китмәле үҙгәрештәр көтә. Хатта ки бер үтә әүҙем замандашыбыҙ мәктәп уҡыусылары алдында сығыш яһап, яҡын киләсәктә белем алыу өсөн бары цифрлы ҡорамалдар - гаджеттар, компьютерҙар, тренинг ҡоролмалары һәм инструменттары ла етерлек буласаҡ. Йәнәһе, китап, белешмә кеүек әсбаптарҙың, хатта уҡытыусыларҙың да әллә ни кәрәге ҡалмаясаҡ. Уҡыусылар ошо цифрлы киләсәктең хыялый агитаторына ышандымы, юҡмы - быныһы ҡараңғы. Тик ул кеше менән кеше араһында ғына бар була торған бер нәмәне онотоп ебәрә - белем алыу процесында шәхес йоғонтоһо, кешегә генә хас хис-эмоция бәйләнештәре барлыҡҡа килеп, йыш ҡына хәл иткес факторға әүерелә. Образлы итеп әйткәндә, уҡыусы-тәрбиәләнеүсеһенә йылмайып, йә иһә борсолобораҡ баҡҡан, уның менән һөйләшкәндә генә була тоған тауыш интонацияһын тойҙорған, кәрәк сағында йомшаҡ ҡулы менән арҡаһынан һөйөп, дәртләндерә, ҡанатландыра алған уҡытыусы шәхесенә иң алға киткән роботлы цивилизацияларҙа ла ихтыяж көслө буласаҡ. Ғөмүмән, технологик яҡтан иҫ китмәле ҡаҙаныштарға өлгәшкән осраҡта ла кеше шәхесе йәмғиәттең дә, дәүләттең дә иң юғары баһаланған ҡиммәте булып ҡалыуы фарыз.
Шул уҡ ваҡытта цифрлаштырыу эпопеяһы бәғзе бер замандаштарыбыҙҙа һис көтөлмәгән реакция тыуҙыра. Сәйәсәт менән бәйле тәнҡитселәр быны сираттағы "яҡты киләсәк"те вәғәҙә итеп, граждандарҙы албырғатыу ғына итеп ҡабул итә, икенселәре ошо пландарҙы үтәй алыусы әҙерлекле кадрҙар булмауға зарлана, өсөнсөләре ошо маҡсаттарға бүленгән финанс сараларының тейешлесә файҙаланылмайынса, Рәсәй бюрократияһы һаҙлығына батып бөтәсәген күҙаллай, бәғзеләре мәғариф системаһының һуңғы йылдарҙа белем сифаты һәм креативлыҡ күрһәткестәре буйынса артта ҡалыуына һылтанып, уның цифрлаштырылған система талаптарына яуап бирерлек кимәлдә булмауын билдәләй. Хатта ошо үҙгәрештәр кешенең үҙен цифрлаштырылыу ҡорбанына әүерелдереп, уның өҫтән ҡушылған әмер һәм инструкцияларҙы камил үтәүсе биороботҡа әйләнеү хәүефе тыуасаҡ, тип фараз ҡылыусылар ҙа бар.
Әммә прогресс - донъя ҡануны. Иртәме, һуңыраҡмы, ул үҙенекен итәсәк. Хыялһыҙ, киләсәккә ышанысһыҙ йәшәү йәмғиәтебеҙҙә пессимистик мөхиткә урынды ғына киңәйтәсәк. Дәүләт кимәлендәге прогрессив үҙгәрештәр оҙаҡ көттөрмәҫ, ә был иҡтисадта ла, йәмғиәт киңлегендә лә әле хыялда ғына йөрөгән өмөттәребеҙҙе ысынбарлыҡҡа әүерелдерә алыр, тип ышанайыҡ.

Виртуаль әңгәмәне
Бәҙри ӘХМӘТОВ ойошторҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.01.20 | Ҡаралған: 467

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru