«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙЫРЛАЙЫМ Ә БАШҠА ТӨРЛӨ ҺӨНӘРЕМ ЮҠ
+  - 


Классик музыканың иң юғары баҫҡысы иҫәпләнгән опера һәм балет сәнғәтен ниндәйҙер әкиәт донъяһы кеүек ҡабул итергә күнеккәнбеҙ. Халҡыбыҙға сит-ят, күптәребеҙгә аңлайышһыҙ донъя кеүек ул беҙгә. Милли сәнғәттең, педагогиканың, холоҡ-ҡылыҡтарыбыҙҙың, үҙаңыбыҙҙың һ.б нигеҙе булып халыҡ ижады тора, тибеҙ. Әммә ошо уҡ халыҡ ижадының фольклор сиктәренә һыймай, үҙе үк профессиональ сәнғәт юғарылығында булыуын иҫебеҙҙә тотмайбыҙ. Юғиһә, башҡорт халыҡ йыры - опера ариялары, айырым бер сюжетҡа ҡоролған халыҡ бейеүе балеттан һис айырылмай бит! Ошо опера һәм балет сәнғәтендә башҡорт йырсылары һәм бейеүселәренең айырыуса дан ҡаҙаныуы ла быға дәлил булып тора. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, "Онегин" Икенсе милли опера премияһы лауреаты, "Рәсәй радиоһы" артисы" премияһы дипломанты, Башҡорт опера һәм балет театры солисы Артур ҠӘЙЕПҠОЛОВ менән әңгәмәбеҙ ошо мөғжизәле донъя, уның ҡанундары һәм унда уңышлы ижад иткән башҡорт егеттәре һәм ҡыҙҙары тураһында.

Опера артисы булыу өсөн донъяның мәҙәни үҙәге һаналған уҡ булмаһа ла, ошо юҫыҡта үҫешеү өсөн шарттар тәҡдим итә алған ҙур ҡалаларҙа тыуып-үҫергә, йәшәргә кәрәк, тигән ҡараш бар. Баймаҡ егетенең операға юлы ниндәй булды? Әллә һәләт өсөн баш ҡала-төпкөл тигән бүленеш юҡмы?

- Дөрөҫөн әйткәндә, опера йырсыһы булам тип уйлағаным да булманы. Минең үҫмер сағым телевизорҙа башҡорт клиптары күренә башлаған саҡҡа тура килде, бына шундағы йырсылар кеүек микрофон тотоп, йырлап йөрөгөм килә ине былай. Әммә йырсы һөнәрен һайлау уйҙа ла булманы, сөнки шоферҙар нәҫеленән булараҡ, атайым кеүек ҙур КамАЗ йөрөтөрмөн, йыраҡ юлдарға сығырмын, тип хыяллана инем. Шулай ҙа атайымдың атаһы Сәғәҙей ҡартатайымдың үҙ алдына ғына халыҡ йырҙарын йырлап йөрөүен ишетеп үҫтем.
Уҡырға барғас, музыка уҡытыусыһы үҙе етәкләгән түңәрәккә саҡырҙы. Ҡайтып әйткәс, балам, йөрө лә ҡуй, тине әсәйем, шуның менән минең урамда малайҙар менән уйнап йөрөүемә сик ҡуйырға теләне, ахыры. Беҙ бит бөгөнгө балалар кеүек телефонға текәлеп, өйҙә ултырманыҡ, рәхәтләнеп уйнай инек. Ошо түңәрәктә сәнғәткә һөйөү уянды. Тарихсы булам, тип йөрөгәндә, уҡытыусым, тауышың бар, тип, сәнғәт юлынан китергә кәңәш бирҙе. Шулай итеп мин Сибай сәнғәт колледжына уҡырға индем. Был уҡыу йорто үҙ мәлендә әллә күпме йырсы үҫтерҙе, Камил Вәлиев, Джон Мусин кеүек шәхестәр тәрбиәләне уларҙы. Тимәк, уҡытыусы булһа, ҡайҙалыр төпкөлдә лә опера йырсыһы тәрбиәләргә була. Ә Сибайҙа милли мәҙәни мөхит булды. Һөнәрҙең төп нескәлектәренә иһә Өфө дәүләт сәнғәт институтына килгәс төшөндөм. 5 йыл сәнғәт донъяһына сумып, шуның менән генә йәшәнем. Колледждағы остазым Джон Әхмәт улы, әгәр ҙә Салауат Асҡаровтың класына эләкмәһәң, кире ҡайт, тип әйтеп ебәргәйне. Салауат Әхмәт улы кеүек уҡытыусыға эләгеүем дә ҙур бәхет булды.

Бөгөнгө көндә классик музыкаға иғтибар көслөрәк кеүек, баш ҡалала ла төрлө саралар йыш үтеп тора. Һеҙ дөйөм милли сәнғәт тураһында ниндәй фекерҙәһегеҙ?

- Классик концерттарҙың, "Евразия йөрәге" кеүек халыҡ-ара фестивалдәрҙең үтеүе, уларҙа билдәле опера йырсылары сығыш яһауы бик яҡшы. Шулай уҡ этно йүнәлештең үҫешеүе дөрөҫ тип уйлайым. Башҡортса һөйләшкән, башҡорт мәҙәниәтен күтәргән был егеттәрҙең һәр береһен яҡшы беләм, ҙур эш башҡара улар. Башҡорт халыҡ йырын йәштәргә яҡынайталар. Сөнки эстрада менән генә мәҙәниәтте күтәреп булмай, унда бөгөн бер йырсы килә, иртәгә китә, тимәк, был йүнәлеш даими күренеш була алмай. Унан һуң, эстрада йырсыһына ниндәйҙер талаптар ҡуйып та булмай, бер йыр яҙҙыралар ҙа, нисәмә йылдар йырсы булып йөрөйҙәр. Ә тауыш гел эшләргә тейеш. Уҡыған саҡта аҡса эшләйем тип, йырлап маташтым бер ваҡыт. Микрофонға йырлап йөрөһәң, уҡытмайым, тине Салауат Әхәт улы. Спортсы оҙаҡ шөғөлләнмәй башлаһа, формаһын юғалтҡан кеүек, микрофонға йырлау ҙа тауыштың юғалыуына килтерә. Шуға ла күптәр эстрадала оҙаҡ ҡала алмай. Бәлки, шуның өсөн дә халыҡта, йырсы ул һөнәр түгел, тигәнерәк ҡараш йәшәйҙер. Ауылға ҡайтып, бер партия башҡарыу өсөн опера йырсыһына 2-3 ай ваҡыт кәрәк тип әйтеп ҡара, ышанмаясаҡтар. Әле бына саҡ атай-әсәйҙәр, туғандар минең сығышымды ҡарарға килә башланы. Шул тиклем оҡшаталар, Баймаҡҡа ла килегеҙ концерт менән, тиҙәр.

Шул уҡ ваҡытта опера сәнғәте милләтебеҙ өсөн ят түгел, беҙҙең халыҡ йырҙарыбыҙ арияларға тиң, опера һәм балет сәнғәтенә нигеҙ һалған шәхестәребеҙ күп, Башҡорт опера һәм балет театры ла милләттәшебеҙ Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың тырышлығы менән барлыҡҡа килгән. Иң мөһиме, бөгөн донъяның опера сәнғәте донъяһында башҡорттарҙы беләләр...

- Көн һайын аҙ ғына бал ашаған кеүек, классик музыка ла тыңларға кәрәк. Уның кеше аңына тәьҫире көслө. Рок, джаз кеүек бөйөк музыка рәтенә ингән йүнәлештәр бар. Әммә улар ҙа үҙгәреш, яңырыш кисереп тора, ә классика ул - үлемһеҙ. Башҡорт халыҡ йыры кеүек үлемһеҙ сәнғәт өлгөһө тыуҙырған башҡорт та ошо моңдоң ҡеүәтен һәм йәнде имләр тәьҫирен белгән булһа кәрәк. Башкиро, башкиро, ти беҙгә итальяндар ҙа, американдар ҙа бөгөн. Һәм бында Илдар Абдразаҡовтың өлөшө ҙур. Ла Скала хәҙерге йәштәр теле менән әйткәндә, донъялағы иң текә театр үҙенең миҙгел асыу концертына Илдарҙы саҡыра. Донъяның иң яҡшы басы. Ул бит Америка телевидениеһынан халыҡ йыры "Азамат"ты йырлаған кеше! Ни өсөн йырламаҫҡа ти, башҡорт йыры төҙөлөшө, диапазоны буйынса опера арияларынан һис ҡалышмай. Халыҡ йырын да һәр кем йырлай алмай, тынды тотоуы еңел түгел.
Студент саҡта Италияға алып барғайнылар, шунда мин дә халыҡ йырын йырлап ишеттерҙем. Һоҡланып тыңлап ултырҙылар, аҙаҡтан һорайҙар: "Ә һеҙ йырлағанда тын алдығыҙмы ул?" "Юҡ", тием. "Нисек улай?" тип аптырайҙар. "Йырҙарыбыҙҙың үҙенсәлеге шулай", тием. 40-50 секунд буйына тынды өҙмәйһең, өҙһәң, йыр өҙөлә. Уҡырға ингәс, һәр кемдең октаваһын "үлсәйҙәр". Әйтәйек, кемдекелер 1,5 октава, кемдекелер кәмерәк. Һәм артабан ошо тауыш киңлеген арттырыу өҫтөндә эшләйһең. Халыҡ йырын ижад иткән башҡорт уйлап яҙып ултырмаған бит, йырлаған да ҡуйған. Институтта ла әйтәләр, башҡорттар уҡырға килһә, киң диапазон менән әҙерлекле килә, аҙаҡтан уны матурайтыу ғына ҡала. Шулай ҙа иң кәрәклеһе - моң. Операла ла, моңоң булмаһа, күп нәмәгә өлгәшеп булмай.

Моң - ул аңлатып булмай торған төшөнсә, тиҙәр. Һеҙҙең өсөн нимә ул моң?

- Ысынлап та, телебеҙ ни тиклем бай булһа ла, моңдоң нимә икәнен аңлатыу өсөн ул да ярлы. Яратыу тиер инең, кеше йырҙы яратып та, тәбиғи һәләте булмауы бар. Шуныһы ғына бәхәсһеҙ, моң ул һәр башҡортта бар һәм ул күңелдән, йөрәктән сығырға тейеш. Башҡорт телен дә моңло тел, тиҙәр бит. Опера йырсыһы төрлө телдәрҙә йырлай, әйтелеше йәһәтенән беҙҙең телгә иң яҡыны - француз теле. "Фауст"ты ҡуйған саҡта коуч саҡырғайнылар, минең менән шөғөлләнеүе уға еңел булды. Тик нисек кенә ятлама, сит тел туған телең кеүек яңғырамаясаҡ. Итальяндар беҙҙең итальянса йырлағанды ишетеп, шәп, тик ошо урынын башҡасараҡ итһәң, тип әйтәсәк. Башҡорт композиторы яҙғанды башҡортҡа уйнауы рәхәтерәк, ул телдең һәр бөгөлөн дөрөҫ ишеттерәсәк. Шулай ҙа дөрөҫ әйтелештән тыш, тырышлыҡ булмаһа, партия уңышлы сыҡмай. Тексты ятлағандан һуң, ул тауышыңа, тәнеңә матурлап, шымарып "ултырһын" өсөн ваҡыт һәм тырышлыҡ кәрәк.

Һеҙ - опера донъяһында иң абруйлы "Онегин" милли опера премияһы лауреаты, тағы ла әллә күпме исем-дәрәжәләрегеҙ бар. Улар араһында үҙегеҙ өсөн иң ҡиммәтлеһе нимә?

- Холҡом шундай, мин бер ҡасан да дан артынан ҡыумайым. Миңә улар арҡылы килгән мөмкинлектәр баһалыраҡ. "Онегин" милли опера премияһы лауреаттары беренсе турҙа видеояҙма аша билдәләнә, аҙаҡтан тәнҡитселәр уларҙың сығышын театрҙа килеп ҡарай һәм һайлап ала. Рәсәйҙә 50-нән ашыу опера театры бар, һәр номинацияла 4-әр кеше. Лауреаттар исемлегенә эләккәс тә, ҡайҙан-ҡайҙан, Өфөгә биреп тормаһалар инде, тигән уй менән генә барҙым Санкт-Петербургҡа. Ул тантананың нисек байрамса үткәнен күрһәгеҙ, ундағы матурлыҡҡа күҙҙәр ҡамаша, күренекле профессорҙар, артистар ҡатнаша. "Икенсе пландағы роль" номинацияһында Артур Ҡәйепҡолов, тигәс тә ышанмай ултырҙым әле. Икенсе йылына ошондай уҡ тантанала "Рәсәй радиоһы" артисы" тигән премия бирҙеләр һәм беҙҙе Ҙур театрҙа сығыш яһарға саҡырҙылар. Кем генә был театрҙа йырларға хыялланмаһын инде! Был премиялар минең ошо хыялымды тормошҡа ашырырға этәргес булды. Хоҙайға, яҙмышҡа ошондай бүләктәре өсөн рәхмәтлемен. Рәсәй театрҙарынан саҡырыуҙар алһам да, үҙебеҙҙең театрға тоғромон. Бында әлеге мәлдә бик яҡшы команда тупланды. Ял итергә лә ваҡыт юҡ, ролдәр күп. Уңыш ғәли йәнәптәренең дә, тамашасымдың да һөйөүен тоям. Тамашасылар араһында киләсәктә башҡорттар ҙа күбәйер, тип ышанам. Сөнки минең өсөн үҙ халҡымдың таныуы мөһим.

Үҙгәреп торған заман артынан беҙгә лә үҙгәрергә кәрәктер, моғайын. Бөгөнгө заман башҡортона ниндәй сифаттар мөһим, тип уйлайһығыҙ?

- Тотош милләт өсөн яуап тотоуы ауыр, үҙемдән сығып ҡарағанда, беҙгә үҙеңде, эшеңде, һәләтеңде күрһәтә белеү кәрәк. Был милләттән дә түгел, шәхсән кешенең үҙенән торалыр күбеһенсә. Әҙерәк үткерерәк булырға кәрәк. Ниндәй шәп тауышлы егеттәребеҙ тормошта ла, сәнғәттә лә юғалып ҡала, үткерерәк булһалар, халҡыбыҙ һәләтле йырсыларға ла байыраҡ булыр ине. Бөгөн уңышлы булам тиһәң, спорт менән шөғөллән, дөрөҫ туҡлан, тип тә әйтер инем. Шулай уҡ бер-беребеҙгә ярҙам итеүҙе, күтәрмәләүҙе ғәҙәт итһәк ине. Былай халҡыбыҙ ихлас, эскерһеҙ беҙҙең. Ошолар беҙҙе күтәрмәләй ҙә.
Ҡарап-күреп йөрөйөм, тәрбиә ысулдары ла үҙгәрә хәҙер. Беҙҙе атай-әсәйҙәр ныҡ тотто, күп нәмәнән тыйҙылар. Бөгөн шул уҡ әсәйҙәр ейәндәренә башҡараҡ ҡарашта. Ябай ғына күренеш, элек ололар эргәһендә һүҙ һөйләп тороу мөмкин булмаған хәл ине. Хәҙер бала баш, ҡунаҡта ла башта балалар ултыра табынға, унан ғына ололар. Ныҡ тыйыу ҙа, әлеге кеүек ныҡ иркәләтеү ҙә дөрөҫ түгелдер. Хәҙерге балалар үҙҙәре лә иртә өлкәнәйә. Беҙ 10 йәштә уйнап йөрөй инек әле. Бөгөн 5 йәшлек улым миңә үҙе аҡыл өйрәтә. Мәктәпкә уҡый, яҙа, һанай белеп баралар. Спорт холоҡто тәрбиәләй тип, дзюдоға ла бирҙек. 6-7 йәштән музыкаға ла биргем килә, ул аҡылды үҫтерә. Бына шулай бала сағын урлайбыҙ инде үҙебеҙ. Шулай уҡ үҙемә эйәртеп йөрөп, ярҙам итәм, тигән теләк белдергәнендә тыймаҫҡа күнеккәнмен.

Ә үҙегеҙ ысын ир-егеттәргә хас шөғөлдәрҙең барыһын да эшләй беләһегеҙме?

- Маҡтанырлыҡ һөнәрем юҡ - йырлай ғына беләм, тиер инем, атайҙан улға күсә торған һөнәрҙәрҙең барыһын да үҙләштергәнмен. Уларҙы миңә махсус өйрәтеп ултырған кеше лә булманы. Атай йыраҡ юлдарға йөрөй ине, тигәйнем бит инде. 3-4 класта һыйыр аҫтын көрәп, малды көтөүгә ҡыуыу кеүек эштәрҙе эшләй инем. Бесәнде лә атай барып тейәп кенә алып ҡайта ине, сабыу, йыйыу, күбәләү, кәбән ҡойоуҙы әсәй менән, йә ҡайһы берҙә ағайҙар менән ҡул ярҙамында эшләй инек. Утын ярыу, ҡураны төҙәтеү - быларҙы шөғөлгә лә һанамайым. Таныштарҙың сантехника төҙәтеп ҡуйыуҙы ла башҡаларға ҡушып эшләтеүенә көлкөм килә. Ә мин, беләмме, юҡмы, үҙем тотоп эшләргә күнеккәнмен. Шулай ҙа иң ҙур ҡыҙыҡһыныуым - машиналар. Руль китмәй минән. Яратам машина йөрөтөргә, бынан ҙур кинәнес алам.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.01.20 | Ҡаралған: 454

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru