«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЕЛҺӨЙӘРҘӘР БӘЙГЕ ТОТТО
+  - 

Ошо көндәрҙә баш ҡалала Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса регион-ара олимпиада уҙҙы. Утыҙ дүртенсе тапҡыр үткәрелгән сарала йәмғеһе 408 бала үҙ көсөн һынаны, Башҡортостандан 18 уҡыусы, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләренән 5 уҡыусы олимпиаданың еңеүселәре тип танылды, бик күптәр призерҙар исемлегенә инде. Беренсе урын алыусыларҙың береһе Ишембай ҡалаһының Ә. Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатының 11-се синыф уҡыусыһы Гөлсәсәк Шәрипова һәм уның уҡытыусыһы Фаягөл Әмирханова менән ярыш тураһында әңгәмәләштек.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса регион-ара олимпиадала йыл да ҡатнашаһығыҙ, быйылғыһынан ниндәй тәьҫораттар менән ҡайттығыҙ?

Ф. Әмирханова:
Йыл да олимпиаданың шарттарына төрлө ҡыҙыҡлы үҙгәрештәр индерелеп тороуын барыһы ла белә, мин уларҙы тик ыңғай баһалайым. Ғәҙәттә, ярыштың уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен, фекерләү кимәлен һәм белем даирәһен һынар өсөн ойошторолған өсөнсө туры төрлө форматта үткәрелә. Элегерәк яттан һөйләү, төрлө темаларға текст төҙөү, тексҡа комплекслы анализ эшләү кеүек эш төрҙәре булһа, былтыр уҡыусылар тиҫтерҙәре менән диалог ҡорҙо, быйыл иһә "Башҡорт телен үҫтереү" темаһына проект әҙерләп алып барҙылар. Олимпиаданы ойоштороу йәһәтенән тағы ла бер яҡшы яңылыҡ - һәр турҙан һуң баһалар 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты сайтына ҡуйылды һәм уҡыусы үҙенә бирелгән шифр буйынса ниндәй балл йыйыуын белеп барҙы. Бына ошондай ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы был ярыш. Тәҡдимем дә бар. Башҡа предмет олимпиадаларында уҡыусыларҙы йыйып, типик хаталарҙы анализлайҙар, дөрөҫ яуаптарҙы күрһәтәләр. Бәлки, беҙгә лә шулай эшләргәлер?
Г. Шәрипова: Был олимпиадала 3-сө тапҡыр ҡатнашам, ике йыл рәттән беренсе урын яулайым. Ярыш йылдағыса үтте, шулай ҙа һәр уҡыусыға проект эшен күрһәтеү мөмкинлеге бирелеүе ҡыҙыҡлы булды. Мин башҡорт телен интернет селтәрендә үҫтереү һәм популярлаштырыуға арналған проект тәҡдим иттем. Уның сиктәрендә "Youtube" каналында, "Инстаграм", "Бәйләнештә", "Телеграм" һәм башҡа социаль селтәрҙәрҙә сифатлы башҡортса контент булдырыу, бының өсөн нимә эшләү мөһимлеге тураһында һөйләнем. Уҡыусыларға психологик ярҙам, тематик тәржемәләр, уйынға ҡоролған телде өйрәнеү ҡушымталары, башҡортса әҙәби әҫәрҙәрҙең руссаға тәржемәләре тупланған төркөм, әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһе буйынса мауыҡтырғыс видеояҙмалар сығарыу кәрәк. Йәштәрҙе башҡорт телен белергә һәм әҙәбиәтебеҙҙе уҡырға йәлеп итеү өсөн уларға яҡын һәм ҡыҙыҡлы эш йүнәлештәренә мөрәжәғәт итеү мөһим. Олимпиадала ҡатнашҡан башҡа уҡыусыларҙың проекттарынан башҡортса яҙыулы кейемдәрҙе күберәк етештереү һәм йылҡы малына ҡағылышлы терминологияны киң ҡулланылышҡа ҡайтарыу өсөн төрлө календарҙар, башҡа материалдар сығарыу тәҡдим итеүҙәре иҫтә ҡалды.

Быйылдан республика юғары уҡыу йорттарына ингәндә Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала еңгән 11-се синыф уҡыусыларының БДИ һөҙөмтәләренә өҫтәмә балл биреләсәк. Был яңылыҡты нисек ҡабул иттегеҙ?

Ф. Әмирханова:
Башҡорт телен ғаиләбеҙҙә һаҡлап ҡала алабыҙ, тиһәләр ҙә, дәүләт теле булған туған телебеҙ дәүләт яҡлауына мохтаж. Өҫтәмә балл да, бүтән предмет еңеүселәре кеүек үк, был олимпиадала еңеүселәрҙең дә БР Башлығының һәләтле балалар өсөн булдырылған грантына дәғүә итә алыуы ла шатландырҙы! Юғиһә, былтыр башҡа предметтар буйынса олимпиада еңеүселәрен ҡотлағанда телһөйәр балаларыбыҙҙың күңеле кителмәгән тип уйлайһығыҙмы! Уҡыусыларҙың ғына түгел, үҙебеҙҙең күңелдә лә рәнйеү уяна торғайны. Ә быйыл был бәйгегә әҙерләнгәндә өмөт-дәрт тыуҙы: башҡорт теле башҡа фәндәр кимәленә күтәрелде!

Кем ул телһөйәр?

Г. Шәрипова:
Телһөйәр - ул туған телен белеп, туған телендә аралашҡан ғына түгел, ә тәрбиәле, әҙәпле, намыҫлы, рухлы һәм туған теленә, моңона мөхәббәтле кеше. Һәм беҙ тик үҙ телебеҙ аша ғына быуаттар артылышында йәшәгән өләсәй-олатайҙарыбыҙҙың аҡылын, моңон туплай алабыҙ. Тиҫтерҙәремә мин һәр сәғәтте, минутты дөрөҫ файҙаланып, төплө белем алып, тәрбиәле, әҙәпле, рухлы илһөйәр һәм телһөйәрҙәр булып үҫеүҙәрен теләр инем. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада ошо маҡсатҡа өлгәшергә, туған телемде белеү кимәлен үҫтерергә, белемемде камиллаштырырға булышлыҡ итеүе менән дә ҡәҙерле миңә.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Быйыл республикабыҙҙың дәүләт телдәренең береһе булған башҡорт теленә һәр яҡлап та иғтибар артыуы бына ниндәй ыңғай һөҙөмтәләргә килтергән: уҡыусыларға артабан да тырышып тел нескәлектәрен өйрәнергә, ә уҡытыусыларға ең һыҙғанып эшләргә дәрт-дарман биргән. Киләсәктә лә был олимпиада башҡорт телен туған теле һәм дәүләт теле булараҡ яратып уҡыған йәш быуындың тырышлығына лайыҡлы баһа бирерлек абруйлы бәйге булып ҡалыр, тип ышанабыҙ.

Сәриә ҒАРИПОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.01.20 | Ҡаралған: 517

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru