«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАЛАР ҒЫНА ТҮГЕЛ АТАЙ-ӘСӘЙҘӘР ҘӘ КҮҢЕЛЛЕ ЯЛ ИТКӘН!
+  - 

Ҡала хакимиәтендә үткән сираттағы оператив кәңәшмә, нигеҙҙә, оҙайлы ҡышҡы каникулдарҙа балаларҙың ялына бағышланды, тиһәк тә хата булмаҫ, сөнки, белеүебеҙсә, уҡыусыларға өйгә эш бирелмәне һәм уларҙың ялын нисек тә файҙалы һәм күңелле итеп ойоштороу бурысы мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең генә түгел, ведомство-ара хеҙмәттәрҙең төп бурысына әүерелде.

Баш ҡалала балаларҙың ижади һәм рухи-әхлаҡи үҫешенә булышлыҡ иткән төрлө йүнәлештәге саралар үткән һәм уларҙа 67 меңдән ашыу бала, атай-әсәй ҡатнашҡан. Бигерәк тә 3-6 ғинуарҙа беренсе тапҡыр ойошторолған "Яңы йыл ғаилә уйындары - 2020" республика фестивале ҙур иғтибарға лайыҡ булған. Төрлө спорт уйындарын үҙ эсенә алған был ярышта 23 440 кеше ҡатнашыуы теркәлгән. Һәр район буйынса еңеү яулаусылар 18 ғинуарҙа үтәсәк республика фестивалендә ҡатнашыу хоҡуғын алған. Бынан тыш, төрлө башҡа спорт саралары, квестар, конкурстар, экскурсиялар, практик күнекмәләр ойошторолған, балалар һауыҡтырыу лагерҙарында һәм шифаханаларҙа ял иткән, Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһенә походтарға, экскурсияларға барған. Иғтибарҙан "социаль хәүеф" төркөмөндәге балалар ҙа ситтә ҡалмаған, улар өсөн дә төрлө түңәрәктәр, секциялар ишеге һәр саҡ асыҡ булған.
Тағы ла шатлыҡлы ваҡиғаларҙан - Калинин районының Максимовка ҡасабаһында яңы "Мин үҫәм" 155-се балалар баҡсаһы асылған. Мәктәпкәсә балалар учреждениеһы заманса технологиялар буйынса төҙөлгән. Уға былтыр ғинуарҙа нигеҙ һалһалар, бер йылдан һуң ул балаларҙы ҡабул итергә әҙер ҙә булған. Хәҙер был матур баҡсаға 200 бала йөрөйәсәк. Бөгөнгә барлыҡ һигеҙ төркөм дә тулы. Балалар баҡсаһы мөдире Ландыш Алетдинова белдереүенсә, барлыҡ төркөмдәр ҙә рус халыҡ әкиәттәре исеме менән аталған, күрәһең, башҡорт халыҡ әкиәттәре араһында лайыҡлыһы табылмағандыр...
Яҡын киләсәктә тағы ла өс балалар баҡсаһы ишектәрен асасаҡ. Ләкин ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин белдереүенсә, ихтыяжды тулыһынса ҡәнәғәтләндереү өсөн барлығы 45 самаһы мәктәп һәм 38 балалар баҡсаһы төҙөргә кәрәк, шуға күрә алдағы йылдарҙа йыл һайын 5 мәктәп һәм 5-7 балалар баҡсаһын сафҡа индереү күҙаллана.
Яңы йыл кәйефе иҫкесә яңы йылға тиклем һуҙыла, сөнки балаларҙың каникулы ла ошоғаса дауам итә. Шуға ла 11 ғинуарҙа баш ҡалала тағы ла бер шыршы байрамы - Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында "Аксаков шыршыһы - 2020" хәйриә сараһы үтеүе лә осраҡлы түгел. Был байрамға ауыр ғаилә шарттарында ҡалған, хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм башҡа 288 бала саҡырыла. Сарала республика, Өфө етәкселеге менән бер рәттән, "Донъяның балалар докторы", Милли медицина палатаһы президенты профессор Леонид Рошалдең ҡатнашыуы оло мәртәбә була. Балалар был көндө ысын әкиәт донъяһына сума һәм меценаттар әҙерләгән бүләктәрҙе, татлы тәмлекәстәрҙе алып ҡыуана.
Әммә сараларҙың күплеге менән бер рәттән, уны ойоштороусылар һәм үткәреүселәр өсөн тәү сираттағы бурыс булып балаларҙың хәүефһеҙлеге тора. Бының өсөн декабрҙә үк төрлө иҫкәртеү саралары үткәрелһә лә, каникулдар тамамланғансы махсус ойошмалар һәр саҡ поста һәм юғары әҙерлек режимында эшләй. Халыҡ иң күп йөрөгән 14 боҙ ҡаласығында 11 декабрҙән башлап дежурлыҡ ойошторола, бынан тыш, 15 ҡаласыҡта 55 видеокамера ярҙамында видеокүҙәтеү булдырыла. Махсус хеҙмәттәр көн һайын боҙ фигураларын һәм боҙ ҡаласығы территорияһы торошон тикшереп тора, етешһеҙлектәр күҙгә салыныу менән улар бөтөрөлә йәки объектты ҡулланыу тыйыла. Һөҙөмтәлә ял итеү һәм һырғалаҡтарҙан, тауҙарҙан шыуыу урындарында йәрәхәт алыу күренештәре кәмей. Үкенескә күрә, "Трамплин" туҡталышында рөхсәт ителмәгән урында тауҙан шыуғанда 1955 йылғы ир һәләк була.
Республика етәкселеге индергән алкоголһеҙ "ҡоро көндәр" һөҙөмтәһендә янғын осраҡтары ла, унда һәләк булыусылар һаны ла кәмегән һәм бындай ыңғай күренеш ҡала буйынса ғына түгел, тотош республикала күҙәтелә.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.01.20 | Ҡаралған: 484

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru