«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҒАЛИМДАР ҠАТАРЫНА ИНГӘН ЯҠШЫ...
+  - 

Фәнни яҡтан нигеҙләнмәгән бер нәмә лә бөгөн дөрөҫлөккә дәғүә итә алмай, ни бары фараз булып ҡала. Шуға ла, хатта көн кеүек асыҡ булған фактты ла донъя кимәлендә таныһындар, кешеләр белһен һәм уға ышанһын өсөн ғалимдар тарафынан раҫланыуы шарт. Был айырыуса халыҡтарҙың тел, әҙәбиәт, тарих, мәҙәниәт өлкәләре үҫешенә ҡағыла.

Ошо хәҡиҡәтте яҡшы аңлаған һәм башҡорт халҡының был донъяла йәшәүен фән яғынан нигеҙләп, һис бер шиккә урын ҡалдырмаҫҡа ашыҡҡан ғалимдарыбыҙ бихисап. Уларҙың һәр кеме үҙ урынында, үҙ өлкәһендә баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә хеҙмәттәр яҙа. Шундай шәхестәребеҙҙең береһе, туған телебеҙҙең бөгөнгөһөн үткәненә бәйләүсе күренекле төркиәтсе, филология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Эрнст Ишбирҙин. Баймаҡ районында ишле ғаиләлә тыуып үҫкән Эрнст Фәйзрахман улының хеҙмәт юлы, тормошо, ғилми ҡаҙаныштары бөтә быуын кешеләре өсөн дә үрнәк булырҙай тарих. Тәү сиратта Эрнст Ишбирҙин башҡорт тел ғилменең бер өлкәһе менән генә шөғөлләнмәй, телде боронғо һәм хәҙерге кимәлендә тикшереүгә тос өлөш индерә. Ғалим боронғо төрки телен яҡшы белә һәм уның буйынса ла бик күп хеҙмәттәр яҙа, төрлө дәреслектәр, энциклопедиялар төҙөүҙә лә ҡатнаша, йәштәргә үҙ белемен тапшыра. Ә инде профессиональ кимәлдәге рәссам булыуы уға "Башҡортостан ҡоштары" тигән үҙенсәлекле хеҙмәтендә ҡош атамаларына башҡортса-русса белешмәнән тыш, рәсемдәрен дә төшөрөү мөмкинлеге бирә. Был турала ғалимдың энеһе, биология фәндәре докторы, БДУ профессоры Айрат Ишбирҙин былай ти: "Был уның яратҡан китабы ине һәм өс йөҙгә яҡын ҡошто ул иҫ киткес дөрөҫ итеп һүрәткә төшөрөүгә өлгәште. Һуңғы йылдарҙа "Башҡортостан бәшмәктәре" китабын төҙөгәйне, ләкин ул донъя күреп өлгөрмәне". Бар ғүмерен фәнгә бағышлаған, үтә тыйнаҡ, һәр нәмәлә алтын урталыҡты һаҡлай белгән шәхес, тип белә Эрнст Ишбирҙинде замандаштары. Был турала уның тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияла Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты уҡытыусылары, Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғилми хеҙмәткәрҙәре, ғалимдың яҡын туғандары ла телгә алды.
- Эрнст Фәйзрахман улының тура һүҙлелеген, ғилмиәт өлкәһендә әйткән фекерҙәрен, асыштарын шул тиклем юҡһынабыҙ, - ти факультеттың деканы Гөлфирә Абдуллина. - Уның кимәлендәге ғалимдар беҙгә ысын мәғәнәһендә етешмәй. Сөнки һуңғы йылдарҙа башҡорт тел ғилеме өлкәһендә кадрҙарға ҡытлыҡ күҙәтелә. Шуға, Эрнст Фәйзрахман улының уҡыусылары араһында уның юлын дауам итеүселәр булһын ине, тигән теләктә ойошторабыҙ бындай фәнни-ғәмәли конференцияны. Башҡорт теленең яҙмышы үҙебеҙҙең ҡулда, кемдер ситтән килеп был эштә ярҙам итмәҫ. Әле арабыҙҙа булған оло быуын ғалимдарының тәжрибәһен, аҡыллы фекерҙәрен аңыбыҙға һеңдереп ҡалырға өлгөрәйек һәм башҡорт тел ғилемен үҫтерәйек!

ШУЛАЙ ИТЕП...
Башҡорт тел ғилеменең үҫешен хәстәрләү - халҡыбыҙҙың киләсәген ҡайғыртыу менән бер. Аҡмулла ла ваҡытында юҡҡа ғына "Хәл килһә, төрлө фәнде күргән яҡшы, Ғалимдар ҡатарына кергән яҡшы" тип иҫәпләмәгән. Бөгөн ғалим булып һаналыр өсөн генә түгел, ә заман мөмкинлектәрен файҙаланып туған телебеҙҙе фән кимәлендә өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуйып, атаҡлы телсе-ғалимдарыбыҙ юлын дауам итеү зарур.

Камилә ҒӘЛИЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.01.20 | Ҡаралған: 512

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru