«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘ ҮҘЕБЕҘ ҒӘЙНӘЛӘР!
+  - 


Ғәйнә йорто территорияһы һәм уның сиктәре хаҡында ла Хөббихужа Түмәсев шәжәрәһендә мәғлүмәт бар. Унда ошолар теркәлгән: "Инсан бей Атчарға яҡын Кама үрендә йәшәгән. Уның улдары, аҡрынлап күсә барып, Тол йылғаһына, ә һуңынан Ағиҙел тамағына тиклем барып еткән. Иҙелдең ике ярын да үҙ милке иткән". Бында Иҙел исеме аҫтында Чулман-Иҙел, йәғни Кама йылғаһы, ә Очер йылғаһы Атчар, тип иҫкә алына. Ғәйнәләрҙең үҙҙәренең тархандар тоҡомонан булыуы хаҡындағы мәғлүмәт уларҙың ата-бабаларының үҙ заманында Ҡаҙан хандарына хеҙмәт итеүе менән бәйле. Хәрби хеҙмәттәре өсөн уларға тарханлыҡ исеме бирелгән, ә был шулай уҡ хан ҡулы аҫтында булған территориянан ер биләмәһе алыу хоҡуғын да биргән. Был ер биләмәләре, башлыса, Ыҡ йылғаһы үҙәненә ҡараған ерҙәрҙән бирелгән. Уҫы даруғаһынан Ыҡ буйында Ирәкте һәм Ғәйнә олоҫтары булыуы хаҡында документаль сығанаҡтар бар.
Ғәйнә ырыуы башҡорттарының ҙур ғына бер төркөмөнөң төньяҡтағы Пермь крайы ерҙәренән аҡрынлап көньяҡҡа табан күсә барыуы хаҡында ла авторы билдәле булмаған бер документ бар, ул "Историческая записка о местности прежней Уфимской провинции, где был центр древней Башкирии", тип атала. Был документта ошондай юлдар бар: "...Пермь ерҙәре (Чердынь һәм Соликамский өйәҙҙәре) тип йөрөтөлгән ерҙәрҙе биләүселәр, төньяҡтан көньяҡҡа табан хәрәкәт итеп, Өфө башҡорттары биләмәләре сиктәренә яҡынайғандан-яҡыная барҙылар. Үҙҙәренә алған яңы ыҙандарға, күбеһенсә үҙҙәре урынына ҡасып килгән кешеләрҙе яҙҙыртып, төньяҡтағы Соликамский, Чердынь һәм Себер өйәҙҙәрендәге атамаларҙы ҡуштылар". Ошо документта Ғәйнә ырыуы башҡорттарының ҡасандыр Дим үҙәненә тиклем килеп етеүе бәйән ителә. Ил-күл-мең башҡорттары ерҙәрендә, хәҙерге Әлшәй һәм Миәкә райондарындағы ғәйнә ауылдары Ғәйниямаҡ, Тауҡай-Ғәйнә, Мәүлекәй-Ғәйнә ошо замандарҙа барлыҡҡа килгән. Соликамский өйәҙендә йәшәүсе башҡорттарҙың Өфө өйәҙенең Ғәйнә олоҫондағы ерҙәргә дәғүә итеүе хаҡындағы документ административ бүленеш арҡаһында ғәйнә ырыуының аҫаба ерҙәренең төрлө өйәҙҙәр составына инеп китеүен раҫлай.
1552 йылда Ҡаҙан ханлығы Иван Грозный тарафынан тар-мар ителгәндән һуң ғәйнә ырыуы башҡорттары ла Мәскәү батшаһын үҙ хакимы итеп танырға мәжбүр була. Быға тиклем улар нуғай хандарына яһаҡ түләп торған була. Ғәйнә шәжәрәһендә ошо хаҡта былай әйтелә: "Ураҡ бай Нуғай ханға буйһоноуҙан баш тартты, быға Нуғай хан начальниктарының яһаҡ йыйғандарында ҡатын-ҡыҙҙарҙы мәсхәрәләүе сәбәп булды. Ураҡ бай ҡыш көнө саңғы менән Иҙел буйлап үргә табан Чердынға, падишах Иван Васильевичҡа китте". Бында һүҙ Үрге һәм Түбән Мул йылғалары буйындағы ауылдарҙа көн иткән мул-ғәйнә башҡорттары хаҡында бара. Ураҡ бей Мәмәтҡоловтың тыуған йорто Үрге Мул йылғаһы буйындағы Ҡуян (Тасим) ауылы булһа, Түбән Мул буйындағы Ҡултай ауылы Ураҡ бейҙең энеһе Һөйөндөк бей нәҫеле Ҡултай исеме менән аталған. Байтаҡ ваҡыттарҙан һуң, 1632 йылда Ҡултай улы Шигир батша Михаил Федоровичтан үҙҙәренең аҫаба ерҙәренә оберегательный грамота алыуға өлгәшә: "Бил нам челом Уфимского уезда Гайнинской волости башкирец Шигирко Култаев" на приказчиков Строгановых, "а сказали вотчины за ними башкирцы старинные в Уфимском уезде речка Мулин, да речка Юг, да речка Нытва, да речка Отчер со всеми угодьями...".
Ғәйнә башҡорттары XVI быуаттың икенсе яртыһынан бирле Строганов кеүек рус промышленниктарының үҙҙәренең аҫаба ерҙәрен хаҡһыҙ баҫып алыуына, урындағы батша хакимиәтенең баш-баштаҡлығына һәм ҡыҫымына ҡаршы көрәшкә ҡушыла. Башҡорт ихтилалдарында ғәйнә ырыуы башҡорттары ла әүҙем ҡатнаша, улар араһынан сыҡҡан байтаҡ ҡына күренекле шәхестәрҙе билдәләп үтергә була.
Ғәйнәләрҙең крайҙың башҡа бер халыҡтары менән 1572 йылда баш күтәреүе хаҡында "Пермская летопись с 1263-1881гг. Второй период с 1613-1645 гг." тигән документта ошолай әйтелә: "... приходили наши изменники черемиса на Каму сорок человек, да с ними де остяки и башкирцы и буинцы войною, и побили де на Каме пермич, торговых людей и натащиков восемдесять семь человек".
Ғәйнә башҡорттары 1581 йылда манси кенәзе Кихеку ("князь Пелымский") бунтына ҡушылып, Строгановтарҙың Кама буйындағы биләмәләрен тар-мар итеүҙә, Соликамский ҡәлғәһен алыуҙа һәм яндырыуҙа ҡатнаша. Улар 1662-1664 йылдарҙа, Күсем хан бүләһе Көсөк (Кучюк) башҡорт ханы итеп иғлан ителгәс башланған Һары Мәргән етәкселегендәге ихтилалда ҙур роль уйнай. Өфө воеводаһы А.М. Волконский был хаҡта ошолай яҙа: "... башкирцы Таныпских волостей и Осинской дороги Гайнинских волостей, к ним же к айским башкирцам пристали, к Сюлтюку ж к Кучюку салтану поклонились, и приходили во многие места в Уфимской и в Казанской и Соликамской в уезды все вместе с Сибирской дорогою войною, многие села и деревни повоевали, людей побили, в полон поимали многих и к Сюлтюку отдали...". Баш күтәреүселәр Кунгур ҡалаһын баҫып алыуға өлгәшә.
Күп тә үтмәй, ғәйнәләр 1681-1684 йылдарҙағы Сәйет Йәғәфәр (Сайид Джафар) етәкселегендәге ихтилалда ҡатнаша. Сәбәбе бер - үҙ аҫаба ерҙәрен тартып алыуға ҡаршы сығыу.
XVIII быуат башында (1704-1711) Алдар батыр Иҫәкәев һәм халыҡ Солтан хажи тип исем биргән чингизид, Көсөк хан улы Морат етәкселегендә оҙайлы ихтилал башлана. Кама тарафтарында ғәйнә башҡорттары ошо ихтилалдың башында йөрөй. Ошо дәүергә ҡараған документтарҙың береһендә бына ниҙәр яҙыла: "... Осинской дороги башкирцы, мещеряки и черемиса и вотяки тысяча с три хотели притти в Кунгурский уезд разорять и под Кунгур. Они с башкирцы Сибирской дороги заодно... Будут воевать с двух сторон разными полками, а к бунту тех башкирцев возмутитель Сибирской дороги башкирец Менлигуза". Әйтергә кәрәк, ошо ихтилал һөҙөмтәһендә батша хакимиәтенең башҡорт ерҙәренә ҡарата барған экспансия сәйәсәте бер ни тиклем ваҡытҡа туҡталып ҡала.
Петр батша вафат булғандан һуң, XVIII быуаттың 30-сы йылдарында Рәсәйҙең Азия тарафтарына йүнәлтелгән сәйәсәте чиновник И.К. Кирилов экспедицияһын ойоштороу аша хәл ителергә тейеш була. Бында Рәсәйҙең Ҡаҙағстан менән сигендә Ырымбур ҡәлғәһен һалыу ҡарала. Был башҡорттарҙың 1735-1740 йылдарҙағы ҡанға батырылған, меңәрләгән ауылдары яндырылып юҡ ителгән оҙайлы ихтилалына сәбәп була. Ошо хаҡта рус тикшеренеүсеһе А.И. Добромыслов асылына тарихи хәҡиҡәт һалынған фекерен ҡағыҙға шул рәүешле төшөргән: "... башкиры во главе с Кильмяк-абызом ... пришли к заключению, что с постройкой города и крепости на устье Ори Башкирия постепенно будет окружена с восточной стороны и таким образом навсегда войдет в состав России, и, кроме того, не будет никакой возможности возвратить от киргиз те земли, которые они отняли у них...". Ысынлап та, был сәйәсәт ошо ихтилалды баҫтырыу менән ғәмәлгә ашырыла: Яйыҡ йылғаһы буйында ҡәлғәләр линияһы төҙөлөп, Башҡортостандың көнсығыш һәм көньяҡ тарафтарындағы ерҙәре ошо линия артында тороп ҡала, ә Яйыҡ аръяғындағы башҡорт биләмәләре ҡырғыҙ-ҡайсаҡ далаһы ерҙәре тип атала башлай.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әҙерләне.
(Дауамы. Башы 1-2-се һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.01.20 | Ҡаралған: 457

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru