«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АЙЫУМЫ? УЛ ГОССТРАХ ИНСТРУКЦИЯҺЫН БЕЛМӘГӘН БИТ
+  - 

"Киске Өфө" гәзитендә Миләүшә Ҡаһарманованың айыуҙар менән бәйле төрлө ваҡиғалар тураһындағы яҙмалары бер районда прокурор булып эшләп йөрөгәндә булған хәлде иҫкә төшөрҙө.

Прокурорҙың эше күпселек осраҡта әҙәм балаһының төрлө ҡайғы-хәсрәттәре менән бәйле булһа ла, ҡайһы ваҡыт әллә көлөргә, әллә иларға белмәгән ваҡиғаларға ла тарыҡтыра. Шундай ваҡиғаларҙың береһе айыу менән бәйле ине. Йәйге бесән мәле булғандыр. Бер көндө минең кабинетҡа бер зәғиф кеше килеп инде. Был кешегә ҡарау менән, был әҙәм күптән түгел генә ниндәйҙер ҡазаға юлыҡҡандыр, тигән уй тыуҙы. Сөнки йөҙө кеше ҡурҡытырлыҡ имгәнгәйне. "Ниндәй йомош, ҡайғы-хәсрәттәр килтерҙе прокурорға, һеҙҙе тыңлайым", - тип төпсөшә башланым. Баҡтиһәң, бесән сабып йөрөгәнендә көтмәгәндә айыу килеп сығып, нишләптер ныҡ асыуланып, был кешене туҡмап ташлаған. Күрше аҡланда бесән сабып йөрөгән кешеләр уның ҡысҡырған тауышын ишетеп ҡалып, йүгерешеп килеп быны айыуҙан аралап алып ҡалғандар. Күршеләр килеп өлгәрмәһә, эш нимә менән бөтөр ине, әйтеүе лә ҡыйын. Бальнисҡа эләгеп, унда дауаланып сыҡҡандан һуң, был кеше Госстрахҡа страховҡа аҡсаһы алырға килә. Күрәсәк ҡазаһын һиҙгәндәй, был кеше үҙенең ғүмерен страховкалаған була. Страховҡа документтарын, айыуҙан туҡмалып, бальниста ятып сығыуын раҫлаған дөкәмиттәрен тотоп, район Госстрахына килә. Бахырҙың тышҡы ҡиәфәте бер ниндәй ҡағыҙһыҙ ҙа ҡазаға юлыҡҡанына ишара була, әлбиттә. Тик Госстрах хеҙмәткәре ҡазаланған кешенең ҡайғыһын аңлаһа ла, тәғәйен аҡсаны биреүҙән баш тарта. Сөнки был кешенең алған йәрәхәттәре Госстрах инструкцияһында яҙылған осраҡтарға тап килмәй булып сыға. Ҡазаланған кеше бындай ғәҙелһеҙлектән ярһып, ирешеп-талашып Госстрахтан ҡыуылып сыҡҡандан һуң таныштарының кәңәше буйынса ярҙам һорап прокурорға килгән икән. Бының ҡайғылы хәбәрен тыңлап бөткәс, ышанырғамы-юҡмы тип тегегә ҡарап ултырғандан һуң Госстрахҡа шылтыраттым. Госстрахтың хужаһын яҡшы ғына белә инем. Унда-бында урамда осрашҡанда һаулыҡ һорашып үтә торғайныҡ. Ыңғай кешегә оҡшата торғайным үҙен. Шуға ныҡ ҡына аптыраным. Телефонды ағай үҙе алды. Баяғы килгән кешенең ҡайғыһын һөйләп бирҙем һәм ни өсөн аҡса түләргә теләмәүҙәрен аңлатыуҙы һораным. Баҡтиһәң, ысынлап та, был кешенең айыуҙан алған йәрәхәттәре страховка түләү осрағына тап килмәй икән. Был мине бөтөнләй аптыратты.
Госстрах хужаһына: "Һуң, ағай, айыу ҡайҙан ғына белһен инде донъяла һеҙҙең ул инструкцияғыҙ барлығын һәм ундағы талаптарҙы. Айыу, ғөмүмән, донъяла Госстрах тигән нәмә барлығын белмәйҙер, урманда ул үҙе баш, үҙе түш, тигәндәй йәшәй. Әйҙә, ағай, һин ҡаршылашма, кеше ҡазаланған бит, тәғәйен аҡсаһын түлә", - тип, нисек булһа ла килеп тыуған мәсьәләне ыңғай хәл итергә тырыштым. Тик ағай ныҡ тора, бирешергә уйламай ҙа: "Әгәр мин инструкцияны боҙоп, аҡсаны түләһәм, аҙаҡ, ҡустым, һин үҙең мине яуапҡа тарттырасаҡһың", - тип минең ауыҙҙы ябып ҡуйҙы.
Госстрах инструкцияһына һылтанып, теге кешене буш сығарып та ебәрергә була ине. Тик миңә өмөтләнеп, күҙен мөлдөрәтеп ҡарап ултырыусы кеше бигерәк йәл ине. Бальнисҡа шылтыратып, дауалаусы доктор менән һөйләшеүҙән дә фәтеүә сыҡманы. Ул да ҡазаланған кешене яңынан ҡарап сығып, берәй сараһын табыуҙан баш тартты.
Әҙерәк аптырап ултырғас, Госстрахҡа яңынан шылтыратып: "Әгәр был кеше йәрәхәттәре Госстрах инструкцияһына тап килә тигән яңы ҡағыҙҙар килтерһә, түләйһегеҙме?" - тип һораштым. "Ҡағыҙҙары Госстрах инструкцияһына тап килһә, бер һүҙһеҙ түләйбеҙ", тигәстәр, баяғы кешене ҡалаға экспертизаға алып киттем. Ундағы эксперт башҡалар ҡайғыһын яҡшы тойған, аңлаған, бик тә кешелекле кеше ине. Уның менән һөйләшеп, килеп тыуған хәлде аңлаттым. Эксперт ҡазаланыусының ҡайғыһын аңлап, уның йәрәхәттәрен яңынан тикшереп, һәр береһен үлсәп, Госстрах инструкцияһы талаптарына тап килгән ҡағыҙҙар яҙып бирҙе. Ошо яңы ҡағыҙҙарға таянып, Госстрах теге кешегә тәғәйен аҡсаһын түләне. Мәсьәлә ыңғай хәл ителгәс, ҡазаланыусы миңә килеп, ҡабат-ҡабат рәхмәттәрен уҡып сығып китте. Уға айыу менән бүтән бер ҡасан осрашмаҫҡа, ә инде мәжбүри осрашырға тура килһә, уға был донъяла Госстрах тигән нәмә барлығын аңғартып, тик уның инструкцияһы буйынса ғына эш итергә кәрәклеген аңлатырһың, тип көлдөрөп, шаяртып, күңелен күтәреп ҡайтарып ебәрҙем. Бахырҙың бәләкәй генә ярҙам алғанына ҡыуанғанын күрһәгеҙ икән! Ғәҙәттә, беҙҙә халыҡ прокурорҙан яҡшылыҡ өмөт итеп бармай. Прокурорҙың вазифаһы шундай, ул күпселек осраҡта яуапҡа тарттыра, шуға уны бигүк яратып та бармайҙар. Мохтажлыҡ килеп төртөлмәһә, кешеләр прокурорҙы, полицияны урап үтергә тырыша. Шуға күрә, исмаһам, ошондай ваҡ-төйәк мәсьәләләрҙә булһа ла әҙәм балаһына ярҙам итә алғаныңа ҡыуанып ҡуяһың...

Зәкирйән ӘМИНЕВ,
отставкалағы прокурор.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.01.20 | Ҡаралған: 447

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru