«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УҠЫЙ, УЙЛАЙ БЕЛМӘГӘНДЕҢ КИЛӘСӘГЕ ЛӘ ЮҠ
+  - 

Яҙыусы, журналист һәм дәүләт эшмәкәре Алмас Рауил улы Шаммасовтың интернет селтәрҙәрендәге "Һүҙҙе һаҡлайыҡ!" тип өндәгән йәмғиәт фонды ойоштороласағы тураһындағы мәғлүмәттәрен күргәс, авторҙың үҙе менән бәйләнешкә индек. Был әңгәмә һүҙ менән идара иткән һәм ысын һүҙҙе уҡырға, ишетергә яратҡандар өсөн дә ҡыҙыҡлы булыр, тип уйлайбыҙ.

Алмас Рауил улы, был фонд кемдәр тарафынан ойоштороласаҡ һәм уның маҡсаттары ниндәй буласаҡ?

- Бынан бер йыл элек үк яҙыусыларҙы, журналистарҙы, китапханаларҙы, матбуғат баҫмаларын һәм ошо өлкәләге башҡаларҙы ла ҡайғыртыу, хәстәрләү тураһында һүҙ ҡуҙғатҡайным. "Һүҙ ҡуҙғатыу" ул ҡоро хәбәр һөйләү генә түгел, ә ошо проектҡа аҡсаларын һалырға, башланғысты бергә һөйрәшергә теләктәре булған эшҡыуарҙарҙы, фирмаларҙы, бер һүҙ менән әйткәндә, теләктәштәрҙе табыу ине. Бына быйыл шундай теләктәштәр, фекерҙәштәр йыйылғас, әлеге фондты хәрәкәткә килтереү тураһында ла ауыҙ асып әйтә алабыҙ. Ә был эштәрҙең маҡсаты - һүҙ ҡәҙерен һәм бәҫен белгәндәрҙең сифатлы хеҙмәтен баһалау. Мәҫәлән, халыҡ араһында танылыу тапҡан, уҡымлы, үҙ һүҙе булған журналистарҙы танытыу. Шулай уҡ әҫәрҙәре көтөп алынған яҙыусыларҙың, бигерәк тә йәштәрҙең китаптарын нәшер итеү. Баһалы матбуғат баҫмаларына подписка ойошторорға ярҙам итеү. Халыҡты китап уҡыуға әйҙәгән, үҙ хеҙмәтен яратҡан китапханасыларҙы күтәрмәләү. Бында һүҙгә мөнәсәбәте булған төрлө өлкәләр ҙә инәсәк.

"Сифатлы" тигән һүҙегеҙ ҡолағыма салынып ҡалды. Ошо тәңгәлде асыҡлаңҡырап китәйек әле?

- Бөгөн беҙ инстаграмдағы, социаль селтәрҙәрҙәге фотоларға һүрәтләмәне генә уҡыуға ҡайтып ҡала барабыҙ. Тик был уҡыу түгел, ә тәҡдим ителгән продукцияны ҡулланыу ғына. Беҙ сифатлы һүҙ, мәҡәлә, әҫәр уҡыуҙан ситләшә барабыҙ. Йәғни, уҡыу мәҙәниәтен юғалтабыҙ. Уҡыу мәҙәниәтен юғалтҡан һайын, уйлау, логикалы фекер йөрөтөү ҡеүәһенән дә ҡолаҡ ҡағабыҙ. Ә уҡый, уйлай һәм фекерләй белмәгән халыҡтың киләсәге лә юҡ. Бындай халыҡ мәҙәни һәм фәнни үҫеш кисерә алмай. Бындай халыҡ йыһанды үҙләштерә алмай. Бындай халыҡ ижад итә, тоя, күрә, ҡабул итә лә белмәй булып сыға. Бындай халыҡ бары уҡығандарының ҡоло ғына була ала.
Беҙ тәҡдим иткән фонд һәләтле ижадсыларға юл асасаҡ. Халыҡ тарафынан ҡабул ителгән, яратылған яҙыусыларҙың әҫәрҙәре донъя күрәсәк. Юғиһә, бөгөнгө башҡорт әҙәбиәте ике-өс яҙыусының йондоҙло күгенә әүерелде. Һәм, үрҙә әйткәнсә, махсус комиссия тарафынан ысынлап сифатлы булған эштәр генә ҡабул ителәсәк.

Матбуғат баҫмаларына реаль ярҙам итеп буласаҡмы?

- Был проблеманы ла хәл итеү юлдары юҡ түгел. Шул уҡ эшҡыуарҙарҙы, ярҙам итергә теләүселәрҙе йәлеп итергә мөмкин. Был эште хөкүмәткә йәки редакцияның елкәһенә генә һалып түгел, ә әлеге фонд аша башҡарырға була. Бәлә нимәлә? Башҡорт баҫмалары хәленә ысынлап төшөнгән һәм иғтибар биргән өлкә юҡ. Журналистарҙың йәшәйеше үтә мөшкөлләнеп, хатта ки байғош хәленә төшөп китте. Үҙебеҙҙең һүҙ оҫталарын шулай кәмһетһәк, милли баҫмаларыбыҙҙы япһаҡ, ниндәй мәшһүр эштәр һәм хәбәрҙәр һөйләргә була? Былар барыһы ла буш буласаҡ. Шунлыҡтан, әлеге фондҡа күберәк булышлыҡ итеүселәрҙе тупларға тейеш булабыҙ.

Фонд һүҙ оҫталарының ижади эшмәкәрлеген генә түгел, матди яғын күтәрешеүҙе лә күҙ уңында тота, шулай бит?

- Эйе. Беҙ күпме яҙыусыларҙың, журналистарҙың, ғалимдарҙың хәйерселектә көн итеп, ятаҡ бүлмәләрендә йәшәп, бурыстарға батып, шул төшөнкөлөктә эскелеккә бирелеп донъянан китеүен беләбеҙ. Ә ниндәй һәләтле кешеләр китте шулай! Исемдәрен иҫләгәндә, ижадтарын ҡулланғанда ла, яҙмыштарын хәтерләмәҫкә тырышабыҙ. Яҡшыраҡ шарттарҙа йәшәгәндә улар, моғайын, оҙағыраҡ йәшәй һәм ижад итә лә алыр ине. Бөгөн шул хәл үҙгәргән икән тиһегеҙме? Юҡ. Бөгөн дә был өлкә айырым кешеләр өсөн генә ирекле һәм иркен донъя, ә уларҙың етмеш проценты ижадын икенсе, бишенсе планға күсереп тороп, ашау-йәшәү өсөн көрәшә. Әйткәнемсә, әлеге фонд һүҙ оҫталарының матди торошон яҡшыртыуҙы ла үҙ эсенә ала. Йомғаҡлап әйткәндә, нәфис һүҙгә һәм сифатлы уҡыуға битараф булмағандарҙы ошо хәрәкәткә ҡушылырға, бергә атларға саҡырабыҙ. Быға тиклем һүҙ беҙҙе яҡланы, ҡурсаланы, беҙҙең өсөн әйтте. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә уны яҡлайыҡ. Был тормошта бөтә нәмә лә һүҙҙән башлана. Иң беренсе Һүҙ булған...

Әлиә СӘЙҒӘФӘРОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.01.20 | Ҡаралған: 297

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru