«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАТЫУ ҒАИЛӘ СПОРТ МЕНӘН ДӘ ДУҪ
+  - 

Ошо көндәрҙә баш ҡалала республиканың спорт һөйөүсе ғаиләләре араһында "Яңы йыл ғаилә уйындары - 2020" фестиваленең финалы үтте. Унда оҙайлы ҡышҡы ялдар мәлендә ваҡыттарын файҙалы үткәреүҙе хуп күреп, тәүҙә ауылдары кимәлендә, һуңынан районда беренселекте яулап, республика кимәленә сыҡҡан 70 ғаилә ҡатнашты. Етеҙлеккә, тырышлыҡҡа, сыҙамлыҡҡа ҡоролған күңелле спорт уйындарында ике төркөмгә бүленеп сығыш яһаған ғаиләләр араһында Әбйәлил районынан Даушевтар һәм Стәрлетамаҡтан Ҡотдосовтар ғаиләһе еңеүсе тип табылды.

"Яңы йыл ғаилә уйындары - 2020" сараһы Башҡортостанда беренсе тапҡыр үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, быйыл унда республиканың 300 меңдән ашыу халҡы ҡатнашҡан. Фестиваль сиктәрендә ойошторолған күңелле старттарҙа 103500 кеше ярышҡан (был 13470 ғаилә командаһы), шулай уҡ 27 спорт төрө буйынса ғаиләләрҙең спорт сараһында 216144 кеше ҡатнашыуы теркәлгән. Район кимәлендә спорт сараларын ойоштороу буйынса Әбйәлил беренселектә - унда йәмғеһе 27671 кеше ярыштарҙа үҙ көсөн һынап ҡараған. Шулай уҡ республиканың Илеш (21861 кеше), Баймаҡ (10740), Благовещен (10100), Ишембай (8860) райондары, Сибай ҡалаһы (6600), Өфө ҡалаһының Калинин районы (37941) халҡы ял көндәрен ғаиләләре менән файҙалы итеп үткәреүгә өҫтөнлөк биргән. "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Сәләмәт быуын - көслө төбәк" проекты сиктәрендә ойошторолоп, киң ҡолас йәйгән барлыҡ был ярыштарға йомғаҡ яһау ниәтендә Өфөләге "Динамо" стадионына республиканың иң-иңдәре йыйылды ла инде. Улар ике төркөмгә бүленде: беренсеһендә балалары 1-2 синыфта уҡығандар, икенсеһендә 3-4 синыфта уҡыған балалары булған ғаиләләр һынау тотто. Республика халҡын сәләмәт тормош алып барырға һәм әүҙем ял итергә өндәп уҙғарылған сара ғаилә ағзалары, райондаштар араһында туғанлыҡ, дуҫлыҡ ептәрен дә нығытыуы командаларҙың көйәрмәндәре, дәртләндереп торор кешеләре күп килеүенән күренде. Тәүге башланғыстың бына шундай ыңғай ҡабул ителеүен күргән БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов, киләсәктә фестиваль йыл да уҙғарыласағы һәм яҙ, көҙ миҙгел уйындарын да ойоштороу маҡсатлы буласағы тураһында хәбәр итте. Ике сәғәт дауам иткән ярыш һөҙөмтәләре буйынса 1-2-ләр араһында Әбйәлил районы Амангилде ауылынан Даушевтар командаһы (һүрәттә) еңеү яуланы һәм "Красноусол" шифаханаһына юллама отто. Ә бына икенсе төркөмдә Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Ҡотдосовтар ғаиләһенә беренселектә етеүсе булманы, улар "Йәшел сауҡалыҡ" шифаханаһында ял итәсәк.
- Ауылда үткәрелгән спорт ярыштарында, ғаилә конкурстарында ҡатнашып торабыҙ, ә бына республика кимәлендәгеһендә - тәүге тапҡыр. Бында килеү өсөн башта ауылда үткәрелгән ярышта, һуңынан районда 21 команда араһында беренселек яуланыҡ, - тип һөйләне спорт уйындары тураһында Наилә Даушева. - Беҙ ирем Илнур менән өс бала тәрбиәләп үҫтерәбеҙ: өлкән улыбыҙ Илдар 6-сы синыфта уҡый, икенсебеҙ Динислам 2-се синыфта белем ала, ҡыҙыбыҙ Азизаға 4 йәш. Фестивалгә Динислам улыбыҙ менән сыҡтыҡ, ул мәктәптә уҙғарылған төрлө ярыштарҙа актив ҡатнашып, спортҡа ылығып үҫеп килә. Әйтергә кәрәк, еңеү яулауы бик еңелдән булманы, бөтә командалар ҙа яҡшы әҙерләнеп килгән, сәмлеләр, дәрт-дармандары ташып тора. Беҙгә көн дә кистәрен бөтә ғаилә менән өйҙә гимнастика, төрлө күнегеүҙәр яһау ғәҙәтебеҙ һәм мәктәбебеҙҙең физкультура уҡытыусыһы Нил Ҡужахмәтовтың күнекмәләр үткәреүе бик ярҙам итте. Ауыл ерендә махсус спорт майҙансыҡтары, күнекмә залдары булмаһа ла, беҙҙең халыҡ дәртле - ҡышҡыһын саңғыла йөрөйбөҙ, йәйҙәрен көндәлек мәшәҡәттәр менән йүгереп сынығабыҙ. Балаларға мәктәптә дәрес мәлендә волейбол, баскетбол уйнарға, күнекмәләр эшләргә, еңел атлетика, саңғы, гимнастика менән шөғөлләнеү мөмкинлеге бар. Шуныһы ҡыҙғаныс, оҙайлы йәйге каникулдар мәлендә мәктәп ял иткәндә ҡулайлы булыр ҡалалағы кеүек махсус спорт майҙансығы юҡ ауылдарҙа. Өфөлә лә күргәйнек, урамда теләгән берәү килеп шөғөлләнә алырлыҡ күнекмәләр өсөн ҡорамалдар ҡуйылған майҙансыҡтар бар, балалар урамда бушты-бушҡа ауҙарып йөрөмәһен өсөн шәп бит инде был. Дөрөҫөн әйткәндә, был ғаилә спорт уйындарын уҙғарыу ҙа ауыл халҡын шул тиклем йәнләндереп ебәрҙе. Көн артынан көн үтеп тик барыр ине, ярышып төрлө кешеләр менән танышып, үҙ көсөбөҙҙө һынап ҡайттыҡ, исмаһам. Ғаилә ағзалары араһында татыулыҡты ла нығыта бындай саралар, балалар менән дә уртаҡ тел табып, уларға өлгө күрһәтә алыуың да мөһим атай-әсәй өсөн. Бына шулай, бик ҡәнәғәтбеҙ был фестивалдән.

ШУЛАЙ ИТЕП...
"Яңы йыл ғаилә уйындары - 2020" фестивалендә ҡарты-йәше ихлас ҡатнашыуының сере нимәлә, тигән һорауға яуапты бик күптәр эҙләгәндер моғайын. Ә беҙҙеңсә, уның төп сәбәбе - республикабыҙҙа татыу ғаиләләр, өлгөлө атай-әсәйҙәр һәм сәләмәт балалар күп булыуында. Сөнки тап шундай ватандаштар спорт уйындарының үҙәгендә булды һәм фестивалде ҙур бер байрам сараһына әүерелдерҙе, быйыл ҡатнашырға ҡыймай ҡалғандар күңеленә лә дәрт-дарман өҫтәне, сәмләндерҙе. Киләсәктә лә миҙгел һайын үткәреләсәк төрлө спорт уйындарында ҡатнашыусылар һаны артһын, республиканың бер төбәге лә ошо матур йолаға әүерелер сараларҙан ситтә тороп ҡалмаһын ине.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.01.20 | Ҡаралған: 468

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru