«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КЕМ ФАШИСТ ҺУҢ?
+  - 

Йыйылып китеп әсегән һәм сөсө ҡатыҡтарымды ла бер ыңғайҙан ҡушып туҡып, ҡаҙанда эркет ҡайнатам. Йәйге аласыҡ иҙәне төрлө һауыттар менән тулы тиһәң дә була. Өс бүлә ҡайнаттым инде, быныһы һуңғыһы. Ҡапыл "Фашист өйҙәме?" тигәнгә тертләп киттем. Әйләнеп ҡараһам, ҡулына ете йөҙ грамлыҡ банка тотҡан Ғәйнетдин ағай баҫып тора. Минең хужаны һорауы.

Уның шундай ғәҙәте бар, бар кешегә лә исеме менән түгел, фашист тип кенә өндәшә. Йыш ҡына ҡатыҡ һорарға килә. Эсеп йөрөгәнен белгәнгә, был юлы ла шул йомош менән килгәнен аңлап, юғалып ҡалдым. Ярты литр ойотмостан башҡа ҡатыҡты эркеткә һалғайным. Үҙемде ғәйепле тойоп: "Эй Аллам, ҡатыҡ юҡ бит әле, бына эркет ҡайнатам, ойоғас, иртән эшкә барғанда алып барырмын", - тип һөйләнәм. Мин социаль хеҙмәткәрмен бит, уны ла ҡарайым. Туберкулез менән ауырый ул, ныҡ эсә лә. Эсмәһә, түҙерлек тә, ә эсһә инде өйөнә инерлек булмай. Мейес урынына бер ваҡытта ла эзбиз күрмәгән, һыланмаған, йылытыр өсөн генә әтмәләнгән кирбес өйөмө. Түләмәгәс, электр уты өҙҙөрөлгәненә лә биш былтыр. Пенсияһын арыу ала алыуға, ун ике мең сыға. Пенсияны һиңә бирәм, түләп, электр линияһына тоташтыртырһың, электр сәйнүге алып бирерһең, ашарға үҙеңдән нимә булһа ла алып килеп торорһоң, тигәйне лә, пенсияһы миңә лә, үҙенә лә бер тин дә эләкмәй. Ауыл магазинының һатыусыһы унан доверенность яҙҙырып алған да, пенсияһын үҙе алып тора. Быға көн һайын ике шешә одеколон йә фанфурик, өҫтәп, үтмәгән, ашарға яраҡһыҙ берәр ризығын тоттора. Ризалашып ала инде ағай, юғиһә, аҙаҡ шул шешәләрҙе көтәсәккә яҙҙырып бирмәйәсәген белә. Үткән барғанымда боҙола башлаған редиска ята ине өҫтәлендә. "Алып ҡайт балаларыңа, минең тешем юҡ. Берәүһен һурып ҡарағайным да, һуты сыҡмай", - ти был. Эсемдә нимәлер өҙөлгәндәй булды. Ауыҙында бер бөртөк тә теше юҡлығын белә-күрә шундай ҡаты ризыҡ бирәләр бит. Ауырығанын да, асҡа интеккәнен дә беләләр. Үҙенең пенсияһына үҙе хужа түгел ағай.
Ҡысҡырып, өҙә-өҙә ҡаты һөйләшһә лә, тыштан ғына үҙен уҫал итеп күрһәтеүе - күңеле йомшаҡ уның, ихтыярһыҙ кеше. Элек эшлекле, таҙа, барлы-маллы йәшәй ине. Хәҙер ошо көнгә ҡалды. Әүәлерәк кешеләргә эшен эшләшеп тамағын туйҙыра ине, хәҙер хәле юҡ. Дарыу алырлыҡ та аҡсаһы ҡалмай, кем ниндәй дарыу бирә, шуны ашап ҡына йөрөй. Бына ошо ағай ине мине тертләтеп, ишек төбөнә килеп баҫҡан кеше.
"Ҡой!" - тине үҙенсә уҫал ғына итеп. Мин аптырап: "Эркетме?" - тим. Өндәшмәй генә тупһаға сығып ултырҙы. Ҡаҡашып бөткән банкаһын алып, йыуынғыста һабынлап йыуып, эркет һалып бирҙем. Элекке кеүек алып ҡайтып эсер тиеп уйлағайным. Ә ул ҡомһоҙланып сат йәбеште ҡайнар эркеткә, хатта ҡулын бешерһә лә, тупһаға ултыртмай, тамсылап йотоуын белә. Бер мәл әллә эҫе эркеттән әлһерәп, әллә рәхәтлектән иҙерәп, әллә хәлһеҙлектән күҙҙәрен йомоп тынып ҡалды. Мин ҡаҙанымдағы эркетте бушатып, ҡашығаяҡты йыуып йыйыштыра башланым. Үҙем тегегә күҙ һалам. Биттәренән ҡара юлаҡ булып бысраҡ тир аға, әллә өнһөҙ илай, әллә йоҡлай, ә ҡулында ике илеләй эркет ҡалған банка. Үлеп ҡуйҙымы әллә был, тип яҡын килдем. Юҡ, тын ала, йоҡламаған да. Нимә уйлай икән? Элек аҙбары тулы булған мал-тыуарынмы, ҡатыны менән ғүмер иткәненме? Ата-әсәһе ҡулында үткән бәхетле бала сағынмы? Хәҙер мин дә уға ҡарап ҡатып ҡалдым. Ниндәй көнгә төшөрә бит кешене был эскелек, әллә яҙмышы шулмы? Бер нәмәне лә алдан күҙаллап булмай икән шул. Кемдең тупһаһына барып йығылырыңды ла белеп булмай. Берәү ҙә үлемен эшен бөтөп, таҙа кейем кейеп, таҙа урынға ятып көтөп алмай. Бына бит, элек хәлле генә йәшәгән ағай был көнгә ҡалырмын тип уйламағандыр ҙа.
Юҡ, ярҙам итергә кәрәк! Тубдиспансерға шылтыратып, больницаға урынлаштырырмын, пенсияһын алып, өйөн электр линияһына тоташтыртырмын, аҡсаһына сәйнүк, плитә, ашарға алып торормон. Бөгөн үк барып документтарын, доверенносын аласаҡмын, тип ҡәтғи ҡарарға килдем. Уғаса ағайым ҡыбырлап, тотона-тотона аяғүрә торҙо. Биттәре ҡыҙарып, аҙыраҡ хәл ингән ине. Ике илеләй ҡалған эркетте торған көйө эсеп бөттө лә, банкаһын миңә һуҙҙы: "Тағы ҡой, алып ҡайтып эсәм", - тине. Уның шулай ҡырҡараҡ һөйләшеүен белгәс, тағы ла банкаһына эркет һалып бирҙем. Үҙемдең ниндәй ҡарарға килгәнемде һөйләһәм дә аңларлыҡ хәлдә түгеллеген белә инем, өндәшмәнем. Ике ҡуллап банканы алды ла, рәхмәт әйтеп, ҡайтырға ҡуҙғалды ағай.
Эште оҙаҡҡа һуҙмай, Сибай тубдиспансерына шылтыратып, урын белештем. Аҙаҡ ғәйбәт ишетеремде белһәм дә, ҡаты ғына һөйләшеп, милиция менән янап, һатыусынан документтарын алдым. Берәү үлгән иренең кейем-һалымын бирҙе. Шулай итеп ағайыбыҙҙы Сибайға барған бер кешенең машинаһына ултыртып, больницаға оҙаттыҡ. Тик һатыусынан доверенносын ғына алып булманы. Аяҡ терәп ҡаршы торҙо.
Бер айҙан күҙҙәренә бер ни тиклем нур ҡунған, төҫ ингән ағайыбыҙ ҡайтып төштө. Ялға ҡайтҡайны. Дауаханаға тағы барасағын да әйтте. Йәшәүгә ышанысы артып, нисектер дәртләнеп киткәйне. Шул көндө үк магазинға аҙыҡ-түлек алырға ингән булған. Иртәгәһенә иртәнсәк үле килеш таптылар. Өҫтәл эргәһендә ун ике одеколон шешәһе теҙелеп ултыра, яртыһы эселгән, түгелгәндәре бар...
Ошо ваҡиғаға нисә йылдар үтһә лә башымда был уй: кем фашист, йомшаҡ характерлы ағаймы, эшемде аҙағына еткермәгән минме, әллә ағайҙың пенсияһын ҡулынан ысҡындырмаҫҡа сат йәбешкән һатыусымы? Кем ғәйепле?..

Азалия ИСРАФИЛОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.01.20 | Ҡаралған: 556

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru