«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УЛЫМ, ҺИҢӘ ӘЙТӘМ, КИЛЕНЕМ, ҺИН ТЫҢЛА!
+  - 


Әллә заман үҙгәрә, әллә кеше үҙе, һәр хәлдә, бынан бер нисә тиҫтә йыл элек кенә хатта "Дин - ул халыҡ аңын томалаусы әфиун" тип халыҡты дин тотоуҙан тыйған ваҡыттарҙа ла үҙ иркендә яҡты донъя менән хушлашыусылар бик күҙәтелмәне һәм һирәк була торғайны. Хәҙер дингә лә тыйыу юҡ, дин менән бергә башҡа барлыҡ нәмәләргә лә иркенлек, ә кире күренештәр күбәйә, хатта уның сәбәптәре нимәлә, сығанағы ҡайҙа икәнен дә асыҡлауы ауыр. Йәмғиәт, ололар ғына түгел, хатта үҫмерҙәр, балалар ҙа агрессивҡа әйләнә бара. Ата-әсәләр балаларын нисек тәрбиәләргә белмәй баш вата - яңылыш берәй һүҙ әйтеп, бер-бер хәл булып ҡуймаһын... Ошо мәсьәләгә асыҡлыҡ индереү маҡсатынан һорауҙарыбыҙҙы Республика психотерапевтика үҙәгенең баш табибы, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш психотерапевты Илгиз ТИМЕРБУЛАТОВҡа юллайбыҙ.

Бөгөн социаль селтәрҙәрҙә лә, киң мәғлүмәт сараларында ла балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең агрессив холҡо, уларҙың агрессив тәртибе тураһында бик күп мәғлүмәт донъя күрә. Бының сәбәптәре нимәлә тип уйлайһығыҙ?

- Суицид, йәғни үҙ-үҙеңә ҡул һалыу сәбәптәре ошо теманы өйрәнгән ғалимдар тарафынан һаманғаса ахырынаса асылмаған, ул ҡайҙан, нисек барлыҡҡа килә - әлегә тиклем билдәһеҙ. Һәм сәбәптәр ҙә һәр саҡ үҙгәреп тора. Бөгөн йәмғиәттә аяныслы һөҙөмтәгә килтергән барлыҡ сәбәптәр тип һаналған яуапһыҙ мөхәббәт, ғаиләләге низағтар, башҡа социаль проблемалар, хатта психик тайпылыштар - улар береһе лә төп сәбәп түгел, ғәҙәттә, һуңғы тамсы.
Донъяла һәр 40 секунд һайын кемдер үҙ теләге менән яҡты донъянан китә. Уларҙың 75 процентының психикаһы ҡаҡшаған. Психика ҡаҡшау тигәндә, ул мотлаҡ шизофрения булмаҫҡа, ә стресс сәбәпле күңел торошо үҙгәреүе булыуы ла мөмкин. Ә беҙҙең бөгөнгө тормошта стресс көсөргәнеше көн үҙәгендә торған төп мәсьәлә.

Әммә был хәл итеп булмай торған мәсьәлә түгел бит инде, был күренеште иҫкәртергә, уға юл ҡуймаҫҡа мөмкин. Быға нисек өлгәшергә?

- Кешеләрҙең үҙ-үҙенә ҡул һалыуы ихтималлығы тураһында халыҡтың мәғлүмәтлелеген арттырырға кәрәк. Был бөгөн бөтә донъялағы һаулыҡ һаҡлау системаһы алдында торған етди проблема. Һәр кеше ҡыл өҫтөндә торған ғүмерҙе, яңылыш аҙым яһарға ынтылған кешене ҡотҡарып ҡалыу өсөн ниндәй ғәмәл ҡылыу кәрәклеген белергә, был аҙымға этәргән хәлдәрҙе кәметергә, стресс кисереүселәрҙе уларҙың яңғыҙ түгеллегенә инандырырға кәрәк.

Һуңғы ваҡытта йәштәрҙең, балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең ғүмер ҡыйылыуға еңел ҡарауы замандың башҡа проблемаларын икенсе планға сығара. Ни өсөн улар шундай аҙымға бара?

- Мөхит шул тиклем тиҙ үҙгәрә, ә йәштәр мәғлүмәт ағымын эшкәртеп өлгөрә, йәғни файҙалыһын ғына айыра алмай. Йәш саҡта бит беҙ барыбыҙ ҙа перфекционистар, максималистар, беҙҙең өсөн аҡ һәм ҡара төҫ кенә бар, башҡа төҫтәрҙе күрмәйбеҙ. Шуға ла ошондай импульсив, ҡайһы бер осраҡта фажиғәле аҙым яһала ла инде.
Йәштәрҙең шулай уҡ социаль аралашыу тәжрибәһе юҡ. Был да бик мөһим фактор. Беҙ даими рәүештә мәктәптә беренсе синыфтан психологияны уҡытыуҙы, тәүҙә уйын формаһында, һуңынан, өлкәнәйә бара, етди итеп психологияны индереү мәсьәләһен күтәрәбеҙ. Сөнки ул бик кәрәкле, балаларҙы социумда аралашырға өйрәтеүсе фән. Ә беҙҙең мәктәптәрҙә әлегә психолог - үҙ предметы булмаған берҙән-бер белгес. Башҡа уҡытыусыларҙың барыһының да үҙ фәне бар, улар шуны уҡыта - ә психологтыҡы юҡ! Әлбиттә, башҡа предметтар ҙа бик мөһим, әммә һин математиканы, физиканы, химияны яҡшы белеп тә, кешеләр менән аралаша, диалог ҡора, уртаҡ фекергә килә белмәһәң - был бик хәүефле. Сөнки атом бомбалары эшләгән физик булһаң да, уны эшләргә ярамағанлығын аңламаһаң - бына шул насар.
Эйе, мәктәптәрҙә психологтар һаны артты. Һәр хәлдә, отчеттар буйынса шулай. Әммә уларҙың белеме тейешле кимәлдә түгел. Ә ҡайһы бер мәктәптәрҙә хатта психолог урынына социаль педагог ҡына бар. Социаль педагог - ул махсус психологик белеме булмаған кеше. Ә беҙгә мәктәптәрҙә хәүеф төркөмөн асыҡлау өсөн үҙ эшен яҡшы белгән белгестәр кәрәк. Бик йыш, нимәгә мәктәптәргә психологтар, былай ҙа барыһы ла күҙ алдында, һәр бала класс етәксеһенең күҙ уңында, тигән кире ҡараш ишетергә тура килә. Эйе, бәлки, барыһы ла мәктәп психологына асылып, эс серен һөйләп тә бармаҫ, әммә ул скрининг ысулы менән теге йәки был үҫмерҙең ниндәй тайпылышы барлығын асыҡлаясаҡ, һәр хәлдә, бер аҙ аңлап, уны белгестәргә йүнәлтәсәк.
Белгестәр балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең аутоагрессияһына иғтибарлы булырға тейеш. Мәҫәлән, бөгөн ул үҙенә ниндәйҙер зыян килтерһә, киләсәктә башҡа ысулдарҙы ҡулланыуы мөмкин. Ғәмәлдә, бер фажиғәгә 10-20 тапҡыр нимәлер эшләп ҡарау осрағы теркәлә. Шуға, һәр кире ҡылыҡҡа иғтибар итеү зарур, хатта ошо хаҡта уй ғына булыуы асыҡланғанда ла.

Ата-әсәләр өлөшөнә нимә тура килә? Улар ниндәй үҙгәрештәргә иғтибар итергә тейеш?

- Баланың кәйефенә, ашау-эсеүенә. Йәғни бала ҡапыл ашауҙан туҡтай икән, был ябай көйһөҙләнеү, ашҡаҙан-эсәк тракты эшмәкәрлегенең боҙолоуы ғына түгел, ә депрессия, башҡа ауыр сирҙәр билдәһе булыуы мөмкин. Шулай уҡ аҙ йоҡлауын, төнөн уяу ятыуын, таңдан уяныуын да иғтибарҙан ситкә ҡуйырға ярамай. Әгәр быға тиклем үҙенең тышҡы ҡиәфәтенә иғтибар итеп кенә йөрөп, ҡапыл иғтибар итмәй башлаһа йәки ҡапыл сәсен икенсе төҫкә буятһа, үҙ-үҙенә бикләнһә, үлем темаһы менән ҡыҙыҡһына башлаһа, шундай әҙәбиәт уҡыһа, интернетта, социаль селтәрҙәрҙә шундай темаларҙы эҙләһә - был бик хәүефле билдә. Үҫмерҙең белем биреү учреждениеһына барырға теләмәүе лә мөмкин, сөнки унда уны кәмһетәләр, унан көләләр йәиһә был депрессия, кешенең психологик йәки психик яҡтан ныҡлы булмауын күрһәтеүе ихтимал.
Хатта һис бер сирләмәгән баланың ҡапыл бик йыш ауырый башлауы ла депрессия билдәһе, иғтибар талап итеүе, ярҙам һорауы булыуы мөмкин. Әммә ололар быны белмәй, сирле баланы дарыу менән дауалай, тик уның күңеле яралы килеш ҡала.

Хәүеф төркөмөнә ниндәй ғаиләләр инә? Сөнки, электән килгән "бай балалары һәйбәт", "ярлы балаһы - насар" тигән ҡалып һаман да йәшәй һәм күп осраҡта ғаиләнең именлеген ошо бай һәм ярлы тигән сифат билдәләй ҙә ҡуя...

- Төрлө ситуацияларҙы тикшереү һәм анализлау шуны күрһәтә: күпселек осраҡта тыштан имен күренгән ғаиләләрҙә үҫкән балалар шундай аяныслы аҙымға бара. Улар бер ваҡытта ла тәртип боҙоп, полиция участкаһында һәм балиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияла иҫәптә тормаған, ата-әсәләре яҡшы, эштәре бар, аҡсаға мохтаж түгелдәр. Тыштан ҡарағанда - барыһы ла яҡшы. Ә тышҡы ялтырауыҡ артында - һалҡынлыҡ. Балаға һалҡын мөнәсәбәт, уға иғтибар бүлмәйҙәр, шөғөлләнмәйҙәр, нимәлер алып бирәләр ҙә ҡотолалар һәм һәр ваҡыт аҡса эшләү менән мәшғүлдәр. Шундай ата-әсәләр менән һөйләшә башлаһаң улар: "Ғәфү итегеҙ, беҙ аҡса эшләйбеҙ, һалым түләйбеҙ, баланы мәктәпкә бирҙек - дәүләт тәрбиәләһен, дәүләт шөғөлләнһен", - ти. Бында ата-әсәләр шуны аңлаһын ине: бер генә, хатта иң яҡшы дәүләт тә ата-әсәне, иң маҡтаулы балалар йорто ла ғаиләне, хатта уллыҡҡа, ҡыҙ итеп алған ғаилә булһын - алыштырмай. Шуға күрә баланың ата-әсә менән мөнәсәбәте - иң мөһиме, тиер инем. Улар балаларына дуҫ булырға, уларҙың ышанысын яуларға тейеш. Бала сит кешегә түгел, барлыҡ кисерештәрен ата-әсәһенә һөйләһен, уларҙан һораһын. Ә бөгөн балалар хатта "бишле" билдәһе урынына "дүртле" алып ҡайтыуынан ҡурҡа, сөнки уға өйгә индермәйем, ашатмайым, яратмайым кеүек төрлө янауҙар яуа. Ололар балаларҙың идеаль булыуын талап итә. Был тәрбиә өлкәһендәге бик ҙур хата.
Һуңғы ваҡыттағы ғаилә институтының бәҫе китеүе лә сәбәптәрҙең береһе булып тора. Бөгөн күпме ғаилә ҡорола, айырылышыуҙар һаны ла шунса. Хатта ҡайһы бер төбәктәрҙә улар бер ярымға күберәк булып китә. Тулы булмаған ғаиләлә ҡатын-ҡыҙға яңғыҙ бала тәрбиәләүе еңел түгел.
Мәктәптә үҫмерҙәр, балалар араһында бик йыш күңел төшөүе, үҙ-үҙеңә бикләнгәнлек, йомоҡлоҡ күҙәтелә. Был - стандарт картина. Хәҙер иһә үҫмерҙәрҙә депрессия икенсе төрлө сағылыш ала: хулиганлыҡ, девиант тәртип, наркотиктар, алкоголь, башҡа психоактив матдәләр ҡулланыу. Былар барыһы ла бик йыш, хатта һәр ваҡыт депрессия тураһында һөйләй. Ундай үҫмер хулиган түгел, ә бары тик уның депрессияһы шундай сағылыш ала.
Суицидаль тәртиптең тышҡы һәм эске төрө була. Тышҡыһында ул үҙенә ниндәйҙер зыян килтерә. Был осраҡты бер нисек тә күҙ уңынан ысҡындырырға, уға күҙ йоморға йәки, барыһы ла имен үтеп китте, тип тынысланырға ярамай. Эске форма иһә, кешенең үҙ ғүмерен ҡыйыу тураһындағы уйҙары. Был эске формалар тураһында бик аҙҙар ғына белә. Һәм эш олоға киткәнсе берәү ҙә артыҡ иғтибар бирмәй. Быны бары тик әңгәмәләшеү, анкета тултырыу, һорауҙар биреү һәм уларға яуаптар алыу аша ғына асыҡларға мөмкин.
Бөгөн мәктәптәрҙә тестар һөҙөмтәле түгел, файҙаһыҙ, тиҙәр. Хатта ҡайһы бер психологтар ҙа шуны раҫлай. Күп осраҡта улар хаҡлы. Ни өсөн? Сөнки тест йәки әңгәмә үткәргәндән һуң яуаптарҙы уҡый белергә лә кәрәк. Әлбиттә, тест үткәреп, яуаптарҙы кәштәгә саңланырға һалып ҡуйһаң, файҙаһы булмаясаҡ. Тестарҙан тыш, баланы күҙәтеп торорға кәрәк. Шуға күрә бында иң ҙур яуаплылыҡ ғаиләгә һәм класс етәксеһенә төшә.

Республикала тәртибендә, үҙ-үҙен тотошонда шундай үҙгәрештәр күҙәтелгән балаларға һәм үҫмерҙәргә ниндәй ярҙам күрһәтелә?

- Беҙҙә берҙәм ярҙам итеү алгоритмы булдырылған. Теләһә ниндәй медицина ойошмаһына хәүеф төркөмөндәге бала килеп эләгә икән, шунда уҡ мәғлүмәт барлыҡ полиция бүлексәләренә һәм балиғ булмағандар эше буйынса комиссияға ебәрелә. Сигнал беҙҙең үҙәккә лә килә һәм белгес хәл-торошто баһалап, медицина ойошмаһына бара, унда эш алып бара, шулай уҡ бала уҡыған мәктәптә лә белгестәр эшләй, уҡыусылар, дуҫтары менән аралаша. Үҙәктең үҙенең амбулатор һәм стационар, шулай уҡ көндөҙгө бүлексәһе бар. Унда балаларға, үҫмерҙәргә генә түгел, уларҙың яҡындарына ла ярҙам күрһәтелә, шуға күрә дауалау-реабилитация тулы күләмдә башҡарыла тиергә мөмкин. Республика ҡала-райондарында психотерапевтик хеҙмәттең муниципаль-ара үҙәктәре, тәүлек әйләнәһенә эшләгән - 475, көндөҙгө - 281, амбулатор 21 поликлиникаһы бар. Үҙәк асылғандан алып республикала суицидтар һаны ике тапҡырға кәмене. Был Рәсәй субъекттары араһында иң яҡшы күрһәткес. Беҙ эшләй башлағанда 100 мең кешегә 50 кеше тура килһә, былтырғы йылдың тәүге яртыһында - 19,1. Ведомство-ара эшмәкәрлекте яйға һалыу йәки проблемаға комплекслы ҡараш һөҙөмтәһендә балалар-үҫмерҙәр суициды кәмене.

Психологтар фекеренсә, Башҡортостанда иң хәүефле тип һаналған төбәк бармы? Һәм бының сәбәбен ниҙә күрәһегеҙ?

- Урал аръяғын һәм төньяҡ-көнсығыш райондарын хәүефле төбәк тиер инем. Улар иҡтисади йәһәттән депрессив тип иҫәпләнә. Бында шулай уҡ эшһеҙлек һәм халыҡтың эскегә бирелеүе лә сәбәп булып тора. Республиканың көнбайышында иһә, киреһенсә, райондар имен тип һанала, әммә ҡайһы бер тикшеренеүҙәр ул яҡ халҡының кредитҡа батҡанын һәм уны үҙенең ғүмере менән түләүен асыҡлай.
Балалар һәм үҫмерҙәр суициды араһында ундай динамика: ҡайҙалыр күберәк, ҡайҙалыр әҙерәк тигән күренеш юҡ. Уларҙа нигеҙҙә хис-тойғо һәм ярһыулыҡ сәбәп булып тора, был ғаиләнең һәм балалар-үҫмерҙәрҙең эргәһендә булған кешеләрҙең эшләп еткермәүе, иғтибарһыҙлығы һөҙөмтәһе.
Шулай уҡ киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре лә мәҡәләләр эшләгәндә иғтибарлы булһын ине. Бик йыш улар мәғлүмәтте күберәк кеше ҡараһын тип, алдын-артын уйламай, башҡаларҙан алданыраҡ ҡуйып ҡалырға тырыша. Әлбиттә, уларҙы ла аңларға мөмкин, уларҙың бурысы - күберәк аудитория йәлеп итеү. Әммә бындай алым менән уҡыусыларҙы йәлеп итеү хәүефле генә түгел, енәйәт тә булып тора. Һөҙөмтәлә мәғлүмәтте күп кеше, шул иҫәптән балалар, үҫмерҙәр ҙә ҡарай һәм улар журналист яҙған объект кеүек булып ҡарарға теләй. Шуға күрә бындай кире күренештәрҙе яҡтыртҡанда бик грамоталы һәм абай булырға кәрәк. Яҙған осраҡта ла ҡоро мәғлүмәт кенә бирергә йәки ҙур мәҡәлә булһа, белгес менән кәңәшләшергә кәрәк. Бик булмаһа, фажиғә тураһында ентекләп яҙмай, уның тормошҡа ашырылыу ысулы тураһында хәбәр итмәй, ҡоро факт ҡына бирергә һәм шунда уҡ икенсе бер кешенең үлемесле сир менән ауырып, уны нисек еңеп сығыуы, ниндәй уңыштарға өлгәшеүе тураһында миҫал килтерергә мөмкин.
Муниципалитеттар профилактик реклама эшләгәндә лә социаль рекламаны грамоталы эшләргә тейеш. Юҡһа, Өфө урамдарының береһендә "Неважно какой вопрос перед тобой ставит жизнь, важно какой ты дашь ответ" тигән ҙур плакат эленеп торҙо. Ул психикаһы нығынып етмәгән үҫмергә ниндәй һабаҡ бирә ала инде?..

Башҡортостанда яҡты донъя менән ваҡытынан алда хушлашырға ашығыусыларҙың дөйөм портретын нисек итеп һүрәтләргә булыр ине?

- Был медицина хеҙмәткәрҙәренең түгел, ә социологтарҙың бурысы булһа ла, беҙ шундай тикшереү үткәрҙек. Ул 30-40 йәштәрҙәге, эшһеҙ, алкоголь ҡулланыусы, ауыл ерендә йәшәгән, бик йыш - ғаиләһенән айырылған ир-ат.

Шулай итеп...
"Суицидты профилактикалау башта йәмғиәт кимәлендә, һуңынан ғына айырым кешеләр араһында алып барылырға тейеш, сөнки, янғын һүндереүселәр кеүек, ут сығыу ихтималлығы булған нөктәләрҙе һүндермәһәк, артыҡ уңышҡа өлгәшә алмаясаҡбыҙ. Шуға күрә, уҡыу йорттарында әүҙем аңлатыу эштәре алып барыу һәм шулай уҡ алкоголгә ҡаршы сәйәсәтте көсәйтеү кәрәк. Әлбиттә, үҫмерҙәр араһында үҙ теләге менән яҡты донъянан китеүселәрҙең алкоголь ҡулланыу проценты бик түбән, ә дөйөм алғанда - был проблема 50 процент осраҡта ғәйепле", - ти Илгиз Фәрит улы. Һәр хәлдә, тормошобоҙға килеп ингән был афәтте тамырынан юҡ итеү юлында "Был миңә ҡағылмай", тип урап үтергә тырышыу һөҙөмтә бирмәйәсәк. Бары тик бергәләшеп, башҡорт халҡының "Улым, һиңә әйтәм, киленем, һин тыңла" тигән мәҡәле нигеҙендә бер категорияға әйткәнде икенсеһе аңлап үтәгәндә генә кенә кире күренештәрҙе еңергә мөмкин.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.01.20 | Ҡаралған: 526

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru