«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ВӘЗӘМ СӘКӘНЕ
+  - 

Хәйбулла районының Вәзәм ауылында быйыл да, инде дүртенсе тапҡыр, Артур Сурин исемендәге призға турнир үткәрергә уйлап, балаларҙың хоккей командаларын үҙҙәренә йыйҙылар. Буранлы көн булыуға ҡарамаҫтан, хужалар тәбиғәт көйһөҙлөктәрен алдан уҡ яйлап-көйләп ҡуйғайны, йәғни Аҡъяр менән Әбеш араһындағы юл ысынлап та ялтлап ята ине.

Был яҡтарҙа ауыл йәштәре электән йылға туңыу менән боҙшыуғыс урындар яһап, сәкән һуғырға әүәҫ. Һыу буйында шаҡ-шоҡ шайба һуҡҡан тауыштар кис ҡараңғы төшкәнсе яңғырап тора. Балалар ғына түгел, йәше-ҡарты яр буйына килә, тамашасылар һәр уйынсыны белә, уйын ғәләмәт ҡыҙыу һәм күңелле бара. Вәзәмдә көйәрмәндәр етерлек: сәкәнселәрҙе һәр йортта маҡтап һөйләйҙәр, ирҙәр генә түгел, ҡатын-ҡыҙ ҙа тамаша ҡылырға ярата. Был дәртле ауылдың сымыры һәм сыҙам балалары әүәл-әүәлдән милли көрәш, тау спорты, саңғы, еңел атлетика буйынса район ярыштарында алдынғылыҡты бирмәй килә.
Вәзәм ауылының мәҙәниәт йорто янында махсус хоккей ҡумтаһы дүрт йыл элек төҙөлдө. Профнастил менән кәртәләнгән майҙансыҡты таҙартып, тигеҙләп тороусылар бар. Ҡыш етеү менән Айрат менән Мөхтәр Суриндар ҡат-ҡат һыу һибеп, бына тигән каток - боҙаҡлан яһай. Уларға Йыһангир Ҡыҙрасов атлы егет арымай-талмай һыу ташый. Хәҙер Вәзәмдәге боҙ майҙаны көнө буйы гөрләп тора. Приз эйәһенең улдары Салауат, Урал, Арыҫлан ауылдағы балалар хоккей командаһы өсөн махсус кейем - формалар, ҡапҡасы өсөн битлек һәм бейәләй, тубыҡ ҡапҡастары, хоккей уйыны таяҡтары - сәкән-клюшкалар һатып алып бүләк иткәйне. Уҙған йылдарҙа турнир февраль айында үтә торғайны, быйыл район спорт комитеты уны ғинуарҙағы ял дәүеренә тәғәйенләгән, шуға ла унда мәктәп балалары һәм юғары уҡыу йорто студенттары, шулай уҡ эшләп йөрөгән йәштәр ҙә командаларға тупланып, ярыштарҙа иркенләп ҡатнаша алды.
Артур Сурин исемендәге приз Хәйбулла районы йәш хоккейсыларына һәр йыл һайын күсмә кубок булараҡ бирелә. Был турнирҙы ойоштороуҙы биләмә башлығы Таһир Юнысов, тыуған яғында донъя көткән Айрат менән Ғаян Суриндар үҙ өҫтөнә алған, шулай уҡ Артур Суриндың өлкән йәштәге әсәһе Хәҙисә Сәйфулла ҡыҙы, Өфөлә йәшәгән улдары, килендәре һәм ағай-энеһе һәм яҡын туғандары ихлас ярҙам иткән. Турнир башланыр алдынан ярышҡа килгән балалар алдында Артур Суриндың ағаһы, Башҡортостан мәғарифы ветераны Фазылйән Сурин, шулай уҡ Таһир Юнысов сығыш яһаны. Улар Артур Сурин, уның Әбеш мәктәбендә, Йылайыр ауыл хужалығы техникумында, Башҡорт дәүләт университетында уҡығанда, Өфөләге 2-се һанлы педагогия музыка-художество колледжы етәксеһе булып эшләгәндә һәм Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры урынбаҫары булған сағында ла спорттан айырылмай, йә үҙе спортсы, йә спорт мәктәптәрен асыусы һәм ҡурсалаусы булыуы тураһында һөйләне. Вәзәм ағинәйҙәре, ҡатын-ҡыҙҙары Вәзәм мәҙәниәт йортоноң яңы ғына ремонтланған йылы бинаһында оҙон өҫтәл тултырып тәмлекәстәр теҙеп ҡуйып, турнирҙа ҡатнашыусыларҙы ҡунаҡсыл һый менән ҡаршыланы. Вәзәм йәштәрен әйҙәп, төбәктә имам эшен алып барыусы Фәрит Сурин үҙе Суриндарҙан ғына бер команда туплаған һәм ҡапҡасы кейемен кейеп, һаҡҡа баҫҡан. Был командаға "Сурин кубогы" тапшырылды. Шулай уҡ Бүребай ауыл советы башлығы Эльвира Андреева һәм Бүребай мәктәбе директоры Альберт Боҫҡоновтар бер автобус итеп алып килгән йәш хоккейсылар быйылғы турнирҙың еңеүселәре исемен яулап, ҡыуанып ҡайтып киттеләр.
Был турнирға өр-яңы бәйгеләр ялғанып китте. Иртәгәһенә үк Әбеш, Вәзәм, Сик ир балалары һәм йәштәре тағы ла дәртләнеп заманса яңы ҡышҡы уйындарға тотондо. Мәҫәлән, яңыраҡ ҡына Вәзәмдә "Быймалы сәкән" уйыны гөрләп үткән. Боронғоса һәм бөгөнгөсә уйлап йәшәй вәзәмдәр: сәләмәтлек - ул бәхет, тиҙәр. Фәрит Сурин менән Фаил Ғәлиевтар ҡыштың селлә көндәрен халыҡтың һаулығы, ауылдың берҙәмлеге, көр күңеле өсөн файҙалы уйындарға бағышлай. Ил башлыҡтары ла төпкөл ауылдарҙа, саф тәбиғәт ҡосағында һау-сәләмәт, шат һәм булдыҡлы быуын үҫергә тейеш икәнен яҡшы белә, тимәк, уйындар, турнирҙар өсөн бөтә шарттар булдырыласаҡ.
Шулай итеп, Әбеш соҡоро тип йөрөтөлгән төбәктә, Шайтантау ҡурсаулығы эсендә яҡты һәм йылы өр-яңынан төҙөкләнгән иҙән-сәхнәле Вәзәм ауыл мәҙәниәт йорто һәм уның янындағы хоккей ҡумтаһы янынан көскә айырылып ҡайтып киттек - бигерәк күңелле һәм матур йәшәргә әйҙәй сәләмәт тормош һаҡсылары.

Кинйә МӘЗИТ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.01.20 | Ҡаралған: 474

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru