«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҒАИЛӘ ИМЕНЛЕГЕ - ИЛ ИМЕНЛЕГЕ, йәғни Яҡындарына ҡарата көс ҡулланғандарҙы тыйыусы закон бармы?
+  - 


Дәүләт Думаһында ғаиләләге йәберләүҙәргә ҡаршы көрәшеүҙе маҡсат итеп ҡуйған закон проекты әҙерләнә. Был закон нимәне күҙаллай? Ғаиләләрҙәге аралауға, ярҙамға, хәстәргә мохтаж булған ағзаларға ярҙам итеүҙе. Яҡындары тарафынан ҡыйырһытылғандарҙың хоҡуғын яҡлауҙы. Ҡурҡыныс һәм хәүеф аҫтында көн итеүселәрҙе баҫым зонаһынан тартып алыуҙы. Һәм, ахыр сиктә, яҡындарына физик һәм мораль зыян килтереүселәрҙе иҫкәртеүҙе, яман ҡылыҡтан туҡтатыуҙы. Яңы закон һәм уны тормошҡа ашырыу буйынса алып барыласаҡ эштәр, шулай уҡ был яңылыҡҡа ҡарата булған ҡараштар, фекерҙәр хаҡында һөйләшеү тәҡдим итәбеҙ. Әңгәмәселәребеҙ: БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Ринат ҡыҙы АЙЫТҠОЛОВА һәм БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Төҙөлөш, хоҡуҡ һаҡлау һәм суд эштәре мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары Гөлнара Фәрит ҡыҙы БИКБУЛАТОВА.

Эльвира Ринат ҡыҙы, Гөлнара Фәрит ҡыҙы, әле телгә алынған закон проекты 2016 йылда уҡ тәҡдим ителгән, буғай. Ниндәй сәбәптәр менән ул ошо көнгәсә көсөнә инә алманы? Бөгөн иһә, шул уҡ мәсьәләнең ҡалҡып сығыуы ниндәй сәбәптән? Ғаиләләге ҡыйырһытыуҙарға ҡарата закон тарафынан ниндәйҙер сикләүҙәр һәм язалар бар, буғай, тимәк, улар ғына аҙ булып сығамы?

Г. Бикбулатова:
Нисек кенә яҡшы һәм өлгөлө күрһәткестәр менән маҡтанғы килгәндә лә, ил буйынса ғаиләлә йәберләү һәм был йәберләүҙәрҙең йән өшөткөс һөҙөмтәләргә килтергән осраҡтары аҙ түгел. Быларҙы интернет һәм зәңгәр экрандарҙан көнө-төнө ишетеп, уҡып торабыҙ. Бындай енәйәттәрҙе сикләргә тейешле закон һәм тәртиптәр бар, тип кенә күҙ йомоу мөмкин түгел бөгөн. 2016 йылда ошо проект ҡаралһа ла, закон булып үҙ көсөнә инә алмай ҡалды, сөнки ниндәйҙер эшләнеп етмәгән, асыҡланмаған мәлдәр табылды. Хатта ҡаршы сығыусылар ҙа булды, тип әйтәйек. Әлеге көндә иһә йәмғиәт йәшәйеше талабы булып килеп тыуҙы был закон. Әлбиттә, был тәңгәлдәге закондар быға саҡлы ла булды, әммә улар профилактикаға ғына ҡоролған һәм улар дөйөм күҙлектән сығып ҡарай. РФ Енәйәт кодексында ғүмергә, сәләмәтлеккә зыян килтергән, көсләгән өсөн яуаплылыҡ ҡаралған. Был хоҡуҡи актта шулай уҡ ғаиләлә көс ҡулланылған енәйәти ғәмәлдәрҙе сағылдырған "Ғазаплау" тигән статья ла бар. Әммә ул ғаиләлә йәберләүҙәр эшендә тулыһынса ҡулланылмай. Күһәткестәр буйынса, был ғәмәл күпселек осраҡта туҡмау йәки сәләмәтлеккә еңелсә зыян килтереү тип ҡарала. Бындай енәйәт өсөн яуаплылыҡ - 40 мең һум йәки 480 сәғәтлек йөкләмәле эшкә йәлеп итеү, йәиһә бер йылға холоҡ төҙәтеү эштәре, дүрт айға тиклем иректән мәхрүм итеү кеүек саралар менән баһалана. Был язаны бирҙертеү ҙә еңел түгел, сөнки бындай төр енәйәт буйынса шәхси ғәйепләү процедураһы ҡаралған. Йәғни енәйәт эше бары тик зыян күреүсенең ғаризаһы нигеҙендә генә ҡуҙғатыла. Шул уҡ ваҡытта зыян күреүсенең үҙенә үк шәхси ғәйепләүсе бурысы йөкмәтелә, ул ғәйепләүҙе хупларға, раҫлаусы документтар тупларға һәм күрһәтергә, тикшеренеүҙәрҙә ҡатнашырға, үтенес ҡағыҙҙары алырға һ.б. эшләргә тейеш. Быны һәр йәберләнеүсе башҡара аламы? Юҡ, әлбиттә. Күрәһегеҙ, тәғәйен генә ғаилә хәлен ҡараған һәм тик ғаилә эсендәге йәберләү осраҡтарын ғына тикшергән ҡанун, үкенескә ҡаршы, булманы.
Э. Айытҡолова: Хәтерегеҙҙә булһа, әле 2015 йылда уҡ Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты, ил парламентының Һаулыҡ һаҡлау комитеты ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева бер төркөм депутаттар һәм белгестәр менән "Ғаиләлә йәберләүҙе иҫкәртеү буйынса" ҡанун проекты өҫтөндә эшләй башлағайны. Тимәк, был күренеш күптән өлгөргән проблема булған. Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, ҡылынған һәр дүртенсе енәйәт көнкүреш низағтары менән бәйле. Был беҙҙең республикала ғына ла түгел, демократия шарттарында йәшәүгә ҡарамаҫтан, һәр дәүләттә ғаиләлә йәберләү проблемаһы киҫкен ҡала килә. Донъяның байтаҡ илдәрендә ғаиләлә агрессияны киҫәтеү буйынса ҡанундар ҡабул ителгән, тик Рәсәйҙә ул һаман да аныҡ түгел. Төрлө сәбәптәр арҡаһында үрҙә телгә алынған проект мәлендә тикшереүгә һәм ҡабул итеүгә ҡуйылманы...
РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексында ғаилә именлеген боҙоусыларҙы административ яуаплылыҡҡа тарттырыу нормалары ла аныҡ ҡына билдәләнмәгән. Мәҫәлән, полиция хеҙмәткәрҙәре ғаиләһендә даими рәүештә тауыш ҡуптарыусыларға, ул көс ҡулланғанға тиклем, бер нәмә лә эшләй алмай. Уны ҡулға алыу, полиция участкаһына алып килеү, ваҡ хулиганлыҡ өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыу ярамай, сөнки ул был эште йәмәғәт урынында ҡылмаған. Ә өй, фатир, шул иҫәптән ғаилә лә - йәмәғәт урыны түгел, шәхси территория, былары уның ғаилә ағзалары. Йәғни, закондың каратель функциялары ғаиләлә именлек тәьмин итмәй һәм уны үҙ эсендәге хәүефтән яҡлай алмай булып сыға. Бөтөн был күрһәткестәр ҙә яңы закон проектын тормошҡа ашырыуҙы талап итә.

Закон проекты тураһында мәғлүмәт интернет селтәрҙәренә ҡуйылды һәм уға комментарий яҙыусылар араһында, йомшаҡ итеп әйткәндә, ябай халыҡ араһынан ҡаршы сығыусылар ҙа күп...

Г. Бикбулатова:
Тик улар ғаиләләрендә йәберләүгә дусар булыусыларҙан түгелдер тип уйлайым. Ундай бәләгә тарыусылар һәм шундайҙарға ярҙам ҡулы һуҙырға теләүселәр икенсерәк ҡарашта. Шелтәләүселәр, ҡаршы сығыусылар нимәләрҙе күҙ уңында тота? Улар хәҙер яңы закон ғаиләләрҙән балаларҙы еңел генә тартып ала аласаҡ, ир-егеттең хоҡуғын сикләйәсәк, барлыҡҡа килгән "ышаныс телефондары" дөрөҫ булған-булмаған мәғлүмәт буйынса эш итәсәк, тип иҫәпләй. Йәнәһе, балаларҙың уйһыҙ-ниһеҙ шылтыратыуынан килеп инергә мөмкиндәр, феминистарҙы яҡларҙар һәм башҡалар. Әммә был уларҙың фаразы ғына. Эйе, проект ниндәйҙер тулылыҡҡа, пункттарының эшләнеп бөтөлөүенә мохтаж һәм шулай ителәсәк тә, әммә ул ғаиләне тарҡатыуға түгел, ә уның именлеген яҡлауға нигеҙләнгән. Йәғни, йәберләнеүселәрҙе ғаилә агрессорынан яҡлауға, артабан агрессорҙың үҙенә психологик ярҙам күрһәтеүгә, йәберләнеүселәрҙең артабанғы тормошон хәстәрләүгә нигеҙләнгән. Бында полиция килеп, агрессорҙы алып китте лә, иртәгәһе көн кире сығарып ебәрҙе һәм ул ҡайтып, тағы ла дәшһәтлерәк хәүефтәр тыуҙырҙы түгел. Йәки әлеге булған закондар аша хоҡуҡ һаҡлау органдары ғаиләләге ҡайһы бер мәсьәләләргә бөтөнләй тығыла алмай. Шулай уҡ сит кеше лә йәберләнеүсегә ярҙам итә алмай. Асылда, күп осраҡта йәберләнеүселәр үҙҙәрен яҡларлыҡ, ярҙам һорарлыҡ, нимәгәлер өмөт итерлек сиктән сыҡҡан була. Яңы проектта былар барыһы ла ҡарала һәм эҙмә-эҙлекле, реаль ярҙам булдырыу күҙаллана.

Ғаиләләге йәберләү йәки йәберләүгә юл ҡуйыу, бик булмаһа, ҡорбан ролен ҡабул итеп, уға күнеп йәшәү торошон үҙ күҙлегебеҙҙән ҡарап китәйек әле. Беҙҙең менталитетҡа, йәшәү тәртиптәренә хасмы был? Хас, шулай бит? Борон-борондан ҡатын-ҡыҙҙы күндәмлеккә, баҫалҡылыҡҡа, иргә ярап йәшәргә тырышырға өндәйбеҙ. "Ир һуҡҡан ер тамуҡта янмай", "Ир ҡамсыһы татымаған ҡатын ҡатын түгел" тигән әйтемдәр генә лә үҙ эсенә күпме уй-фекерҙе ала. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың артыҡ сабыр булыуы ла алып килмәйме икән ғаиләләге йәберләүҙәргә?

Э. Айытҡолова:
Әлбиттә, былар ҙа күрһәткестәр булып тора. Милли тәрбиәбеҙ, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың асылы шул сабырлыҡҡа ҡоролған бит инде. Беҙҙә кейәүгә киткәндә ҡыҙға нимә тип әйтәләр: барған урыныңа таш булып бат, тиҙәр. Һәм бата ла инде ҡыҙҙар күп осраҡта. Ғаилә тормошона психологик яҡтан әҙерлек үтмәгән, тәжрибәһе булмаған, ғаилә мөнәсәбәтен ҡороуҙа бер ниндәй мораль ярҙам ала алмаған йәш ҡатындар ир-егеттең тупаҫлығы, баҫымы аҫтында бөтөнләй хоҡуҡһыҙ булып ҡала ла ҡуя. Айырылыу оло гонаһтарҙың береһе итеп ҡабул ителә. Хатта айырылырға теләгән хәлдә лә барыһының да быға рухи көсө етмәй. Ҡайҙа барып баш төртөргә, балаларҙы нисек аҫрарға тигән хәсрәт тә ҡулын бәйләй. Асылда бит, бөгөнгө көндә лә физик көс аҫтында иҙелеп йәшәгән ҡатындар һанһыҙ. Уларҙың ғүмере өҙөлһә генә иғтибар ителә, фажиғә тыуғанда ғына ҡатындың йәшәгән хәле асыҡлана башлай. Ҡот осҡос бит был!
Закон сыҡҡандан ғына ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың хәле ҡапылдан яҡшырыр, тип әйтеп булмай. Уларҙа ышаныс тыуҙырырға, уларҙың үҙҙәренең уй-фиғелен, донъяға ҡарашын яйлап үҙгәртергә кәрәк. Мәҫәлән, эскән һәм туҡмаған ир менән һау-сәләмәт балалар үҫтереп булмаҫты, бизмәнгә иң беренсе именлекте ҡуйырға кәрәк икәнде, шәхес булараҡ үҙбаһаңды юғалтмаҫҡа икәнде һәм башҡаларҙы һеңдереү, аңлатыу. Ҡорбан хәленә ингән ҡатындар, ғәҙәттә, был халәтенән ҡапыл да ғына сыға ла алмай. Әлеге фажиғәле яҙмышлы ҡатын-ҡыҙҙарҙы ғына алып ҡарағанда ла, улар әллә нисә ҡат ирҙәренән китеп ҡараған, айырым йәшәп тә маташҡан, тик һаман да кире әйләнеп ҡайтҡандар. Тәрбиәнән килә инде был: ул ирҙең һүҙен йыҡмай, ғаиләне һаҡлап ҡалыу - иң тәүҙә ҡатын-ҡыҙ бурысы, тип иҫәпләй, балалар атайлы булһын, ти, яңғыҙ ҡатын булыуҙан ҡурҡа, ояла, кеше һүҙенә ҡалыуҙан шикләнә, ата-әсәһенең айырылышыуҙы хупламауын да самалай. Быуаттар буйына һеңдерелгәндән хатта замана закондары ла аралай алмай ҡуя, үкенескә ҡаршы. Шунлыҡтан, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы һәм шул иҫәптән башҡа ғаилә ағзаларын да, үҙҙәрен йәберләүгә юл ҡуймауҙы бала саҡтан өйрәтеп үҫтерергә һәм был сикте закон яҡшы һаҡлай икәнде күрһәтә белергә ине.

Әйҙәгеҙ, анығыраҡ миҫалдарҙа ҡарап китәйек әле быны. Мәҫәлән, йәберләнгән ҡатын йәки башҡа ғаилә ағзаһын, власть вәкилдәренән ярҙам һорағандан һуң, кем яҡлай? Агрессор бит бер нисә көндән шул уҡ йортҡа, шул ғаиләгә ҡайта? Мәҫәлән, әлеге ҡатын тағы ла балалары менән ҡайҙалыр ҡасып торорға, йәшеренергә мәжбүр була. Ә бит уға эшләргә лә, балаларына уҡырға, баҡсаға йөрөргә кәрәк. Һәм торлаҡ мәсьәләһен дә хәл итергә кәрәк. Ошондай хәлде ниндәй системала хәл итә аласаҡ закон?

Г. Бикбулатова:
Прокурор практикам күрһәтеүенсә, ғаиләлә яһалған енәйәт эштәре иң йәшерен һәм ауыр сиселә торғандарҙан улар. Бында ҡорбан физик һәм мораль баҫымды үтә лә яҡын булған кешеләренән күрә. Әйтәйек, иң йыш күҙәтелгәне ир менән ҡатын осрағы. Улар бер өйҙә ғүмер итә, балалар үҫтерә, хатта араларында ниндәйҙер изге һәм йылы тойғолар ҙа бар. Көн һайын һуғышмай бит инде улар, әммә булып тора. Ғәҙәти рәүештә ир ҡатынын туҡмай. Сөнки ул көслөрәк, уның хәленән килә, ул ғаилә башлығы һәм башҡалар. Һәм шул уҡ ғәҙәте буйынса ул иртәгәһен айныға ла ғәфү үтенә, вәғәҙәләр бирә - ҡатын кисерә. Битенән күге киткәнсе больничный ала, ҡоланым, төкөлдөм тип алдай. Кисергәс, әлбиттә, полицияға ла бармай. Был хәл торараҡ тағы ла ҡабатлана, тағы ла... Шулай итеп, ҡорбан йәберләүсенең уйынсығына әүерелә. Ул ошо хәлендә кемдәндер ярҙам һорарға кәрәклекте лә аңлай алмай. Бына ошондай осраҡтарҙағы ярҙамды ла индерә ала әлеге закон. Йәғни, ғаиләлә йәберләнеүсе барлығы хаҡында башҡа кешеләр ҙә хәбәр итә, ярҙам итеүҙәрен һорай ала.
Икенсе миҫалда эсеп йәки башҡа аңды томалағыс ҡулланып, агрессорға әүерелгән ғаилә ағзаһын ғаиләһенән айырып, ваҡытлыса изоляторҙа тотоу. Уны махсус психологик программа аша үткәреп тикшереү. Бәлки, уның ниндәйҙер психик тайпылыштары барҙыр? Йәки эскелектән, наркоманиянан дауалау талап ителәлер? Ҡорбанды йәберләүсенән яҡлау һәм уның менән аралашыуҙан сикләүгә лә тәртиптәр ҡаты ҡуйылған: сигнал булғандан һәм был хәл теркәлгәндән һуң бер ай ваҡыт йәберләүсе йәберләнеүсеһенә яҡын да килергә, телефон йәки башҡа бәйләнеш саралары аша хәбәрләшеп маташырға тейеш түгел. Был шарттар боҙолғанда ул бер йылға тиклем ҡулға алына. Ә әлеге ваҡыт эсендә йәберләнеүсе айырылышыу, торлаҡ һорауҙарын яйлау йәки күсеп китеү мәсьәләләрен сисә ала. Бында шулай уҡ йәберләүсене торлаҡтан сығарыу ҙа (уны икенсе урынға урынлаштырып, әлбиттә) үҙенең ҡаралған пункттары аша эшләнә ала. Асылда бит, ҡатын-ҡыҙ балаларын ала ла өйҙән китә йәки ололар тиран булған балаларынан китеп йәшәргә мәжбүр. Ошо хәлдәр ҙә иғтибарға лайыҡ.

Ғаиләләге йәберләү һәм йәберләнеү күберәк социаль яҡлауға мохтаж ғаиләләрҙә күҙәтелеүсән. Был төркөмгә беҙ ата-әсәләре эскән, наркотик ҡулланған, эшләмәгән ғаиләләрҙе алабыҙ. Был тәңгәлдә ғаилә эсендә йәберләнеүгә дусар булғандарҙы ҡурсалау өсөн ғаиләнең социаль торошон яҡшыртыу ҙа кәрәк буласаҡ бит. Әгәр беҙ йәберләүселәрҙе лә, йәберләнеүселәрҙе лә ҡарарға теләһәк, бик ҙур һәм системалы эштәр барлыҡҡа килә. Һәм быға кәм тигәндә лә өсәр-бишәр һәм унан да күберәк йылдар китәсәк.

Э. Айытҡолова:
Эйе, китәсәк. Тап ошондай системалы һәм эҙмә-эҙлекле үҫеш булырға тейеш тә. Бында бит ғаиләнең йәберләнгән бер йәки бер нисә ағзаһын ғына яҡлау түгел, ә йәмғиәт эсендәге ғаиләнең дөйөм именлеген, хәүефһеҙлеген һәм социаль хәлен күтәреү маҡсат итеп ҡуйыла. Шул уҡ ваҡытта ғаиләһендә ҡыйырһытылған шәхескә реаль һәм ваҡытлы ярҙам ойоштороу беренсе урында тора.
Йәберләүҙәр социаль яҡтан түбән йәшәйештәге ғаиләләрҙә генә тип тә хаталанырға ярамай, тәжрибәләр күрһәтеүенсә һәм үҙебеҙҙең донъяуи күҙәтеүҙәрҙән дә сығып әйтергә була: яҡшы, етеш йәшәгән, урындарҙа хеҙмәт иткән һәм хатта билдәле булғандар ғаиләһендә лә йәберләүҙәр йәшеренеп ятырға мөмкин. Әйткәнемсә, беҙҙең халыҡ бындайҙы сығарып бармаҫҡа, мөмкин тиклем бикле тоторға тырыша. Әгәр был йәберләнеүсе ҡатын-ҡыҙ булған осраҡта, ул иренең карьераһын уйлап та, "яҡшы ғаилә" статусын юғалтмаҫҡа тырышып та, бала кеше ҡурҡып та, ололар закондарҙы белеп-аңлап етмәй ҙә ғазапланып йәшәргә мәжбүр. Миҫалға былтырғы Учалы фажиғәһен генә алайыҡ. Беренсе ҡарашҡа бик тә күркәм ғаилә, шулай бит, йәшәйештәре яҡшы, эштәре бар, үҙҙәре күренекле кешеләр. Ә ниндәй тетрәткес хәл тыуҙы... Шунлыҡтан, ғаиләләрҙәге тыштан күренгән ялтырауыҡ эстән дә шул ҡәҙәр булыуын гарантияламай әле. Әйткәнемсә, ғаилә эсендәге йәшәйеш - ҡараңғы урман, унда нимәләр ҡылыныуын һәм кисерелеүен бары ундағылар ғына белә. Ә инде ғаиләләге йәберләүгә ҡаршы көрәшеүҙе маҡсат итеп ҡуйған закон беҙгә ғаилә эсен, уның сәләмәтме-түгелме, унда хәүеф юҡмы-бармы икәнлекте аңларға булышлыҡ итәсәк.

"Ғаилә" терминына кемдәр инә? Ғаилә ағзалары, йәғни, никахтары ЗАГС-та теркәлгән ир-ҡатын, уларҙың балалары, өләсәй-олатай, шулай бит? Ә никахтарын теркәмәй йәшәүселәр ғаилә булып иҫәпләнәме закон буйынса? Бындай союздарҙа, уйлап ҡараһаң, әлеге йәберләүҙәр күберәк тә күҙәтелә.

Г. Бикбулатова:
Никахтары теркәлмәгән, йәғни "гражданский брак" менән йәшәүселәр ҙә ғаилә ағзалары булып иҫәпләнә. Бигерәк тә унда балалар үҫһә. Никахлы ғаиләме ул, бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәүселәр союзымы - бер кемгә лә икенсе кешегә ҡарата көс ҡулланыу, ҡыйырһытыу, мыҫҡыллау, көсләү хоҡуғы бирелмәгән. Әгәр йәмғиәт гражданлыҡ никахы тигән күренеште ҡабул иткән икән, уларҙа кеше хоҡуҡтары боҙолоуға ла юл ҡуйылырға тейеш түгел. Күрһәткестәр буйынса мәғлүмәттәр хәүефле. Мәҫәлән, йыл һайын донъяла 1,8 миллион ҡатын-ҡыҙ ғаиләлә йәберләү ҡорбаны була. Барлыҡ ауыр енәйәттәрҙең 40 проценты ғаиләлә башҡарыла. Йылына ике мең бала һәм үҫмер, ата-әсәһенең насар мөнәсәбәтенән ҡотолоу юлын тапмайынса, үҙ-үҙенә ҡул һала. Репродуктив сәләмәтлек буйынса дөйөм милли тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе асыҡлауынса, ғүмер дауамында Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙарының 38 проценты - психик (вербаль), 20 проценты - физик, 4 проценты сексуаль көсләүгә дусар ителә. Гүзәл заттарҙың ни бары 12 проценты ғына полиция органдарына йәки юридик хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итә, 26 проценты булған хәл тураһында бер кемгә лә, хатта иң яҡын туғандарына ла һөйләмәй, сөнки быны файҙаһыҙ тип һанай, ояла, айырылышыуҙан йәиһә тағы ла көслөрәк баҫымға дусар булыуынан ҡурҡа.
Бөтөн донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, үҙҙәренең партнерҙарынан йәберләнгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың 55 проценттан 95 процентҡа тиклеме бер ваҡытта ла ярҙам һорап мөрәжәғәт итмәй. Бөгөн төрмәләрҙә ултырған ҡатын-ҡыҙҙың 55 проценты ғаиләләге йәберләүҙәргә ҡаршы тороу йәки аффект хәлендә ҡылынған енәйәт арҡаһында эләккән. Түҙеп-түҙеп ҡапыл нимәлер хәл итеүҙәреме, түҙемлектәре бөтөп ошо эште ҡылыуҙарымы - ирекһеҙҙән улар ирҙәрен үлтереп, рәшәткә артына эләгә. Әлеге ваҡытта донъяның 89 илендә ғаиләлә көс ҡулланыу тураһында махсус закондар бар һәм был беҙҙә лә мотлаҡ булырға тейеш.

Беҙ ғаиләлә йәберләнеүселәр мотлаҡ ҡатын-ҡыҙ йәки балалар тип кенә ҡабул итеп өйрәнгәнбеҙ. Ә ир-егеттәр ҡорбан хәлендә ҡалырға мөмкинме?

Г. Бикбулатова:
Мөмкин. Тик бында физик көс өҫтөнлөк ала барыбер, ҡатын кеше тотоп ирҙе туҡмай алмай бит инде, ә мораль баҫым яһап уны ниндәйҙер сиктәргә алып барып еткереп ҡуя. Ундай хәлдәр ҙә аҙ түгел. "Яман ҡатындан ен-пәрей ҡасҡан" ти бит халыҡ, шуның кеүек яман ҡатын үҙ эштәре, ҡылығы, теле менән ир-егетте элмәккә лә тығып ҡуйған, енәйәткә алып барып еткергән һәм ҡорбан итеп йәшәткән дә хәлдәр бар тормошта.
Э. Айытҡолова: Ололар хаҡында ла онотмайыҡ. Уларҙың да хәле йыш ҡына аяныслы була. Үҙ торлаҡтарында улар ҙа хоҡуҡһыҙ һәм ярҙамһыҙ булып ултырып ҡуя. Эскән балалары ҡулында пенсияларын ала алмай, ас, ҡарауһыҙ булыуҙарын әйтергә, ярҙам һорарға ла ҡыймай ҡайһылары. Хатта ярҙам һораған хәлдә лә оло кешене тота килеп кенә ҡайҙалыр күсереү мәсьәләһе ҡаралмаған. Был һорауҙар ҙа беҙҙең ошо закон сиктәрендә хәл итәһе һәм, иң мөһиме, хәл итерлек проблемалар. Тимәк, беҙгә был хәйерле маҡсатты тормошҡа ашырыуҙа дәррәүерәк һәм әүҙемерәк булырға ғына ҡала.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.01.20 | Ҡаралған: 537

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru