«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СЕБЕР КИТӘ ИРҘӘР СЕБЕР КИТӘ ҠЫҘҘАР...
+  - 


Башҡорт халҡында бер кинәйәле хикәйәт бар: бер ҡарт урам буйында үҙенең улын сыбыҡ менән ҡайыҙлай икән. Үтеп барған һылыу: "Бабай, ниңә үҫеп бөткән улыңды сыбыҡлайһың?" - тип һорағас: "Бына, ҡушмайынса бер нәмә лә эшләмәй бит", - тигән ти. Ҡыҙ көлөп: "Сыбыҡла, әйҙә, үҙе белеп эшләгәнгә тиклем", - тип көлөп, китеп барған. Һуңғы ваҡытта Башҡортостанда барған ваҡиғалар ағышы ошо хикәйәтте иҫкә төшөрә, сөнки бөтөн ерҙә республика Башлығының ауыҙынан берәй һүҙ сыҡһа, шунда уҡ эләктереп алып, тормошҡа ашыра йәки үтәй башлайҙар. Әйтерһең дә, быға тиклем ул проблема булмаған да. Радий Хәбиров республиканан ситкә сығып эшләүсе вахтовиктар тураһында бер нисә тапҡыр һүҙ ҡуҙғатҡайны, йәмәғәтселек уны шунда уҡ элеп алды. Һәр кем ниндәйҙер мөғжизәгә өмөтләнде. Әйтерһең дә, республика етәксеһе тылсымлы таяғын һелтәп ебәрә лә, вахта ысулы менән эшләүселәр шунда уҡ тыуған ерҙәренә ҡайтып төшә. Әммә мәсьәлә улай ғына хәл ителерлек түгел шул.
"Электронная газета" базаһында үткәрелгән матбуғат конференцияһына йыйылыусылар был проблемаға төрлө яҡтан ҡараш һалырға тырышты. Республиканың профилле министрлыҡтары белгестәре лә, вахтала эшләүселәр ҙә, уларҙың тормош иптәштәре лә ҡатнашты унда.

Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Фәнүр Шәйхисламов белдереүенсә, статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн республиканан ситтә 150 мең кеше ваҡытлыса, йәғни 2-3 ай ҡайтмай эшләй. Күпселегенең эш урыны Төмән өлкәһендә, Ханты-Манси, Ямал-Ненец автономиялы округтарында.
Стратегик тикшеренеүҙәр институты социологтары вахтовиктарҙың социологик портретын бына нисек һүрәтләй: "Ғаиләле 35-45 йәштәрҙәге ир-ат. Ауыл ерендә йәшәй. Белеме - урта һөнәри. Бик йыш техник һөнәргә лә эйә. Нефть йәки газ компанияһында тир түгә. Ҡатын-ҡыҙҙар, киреһенсә, 18-35 йәшлек. Бик йыш айырылған була. Вахта осоронда балаларын ата-әсәһенә ҡалдыра. Дөйөм туҡланыу, хеҙмәтләндереү (мәҫәлән, поездар проводницаһы) өлкәһендә эшләй". Фәнүр Рәфис улы республикала 42 мең вакансия булыуын билдәләп, вахта буйынса эшкә китеүселәрҙе "оҙон аҡса артынан баралар" тип билдәләүе, әлбиттә, был категорияға ҡараған граждандарҙың ҡатындарына оҡшамай. Ире ЯНАО-ла вахтала эшләгән Анна Чезова ир-аттарҙың вахта тормошоноң да еңелдән булмауына бик күп миҫалдар килтерҙе: "Улар оҙон аҡса артынан китмәй, ә ғаиләһен аҫрау, балаларына лайыҡлы тормош тәьмин итеү ниәтенән ситкә китә", - тип, ул декретта ултырғанында иренең бер айҙа 12 мең һум эш хаҡы алып ҡайтып, шунан һуң вахта менән эшләргә сығып китеүен һөйләне. Шулай уҡ ул белгестәргә төрлө тармаҡтарҙа тариф сеткаларының һуңғы тапҡыр ҡасан үҙгәртелеүе менән ҡыҙыһынғандары бармы икәнен дә белеште.
Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт һәм энергетика министры урынбаҫары Урал Насибуллин белдереүенсә, бөгөн иҡтисад секторында эш хаҡы айына уртаса 42 мең һум тәшкил итә. Иң юғары күрһәткес нефть сәнәғәтендә - 74 мең һум. Тире-күн сәнәғәтендә - 32, еңел сәнәғәттә - 18 мең һум. Яғыулыҡ-энергетика комплексында эш хаҡтары ҙур, әммә был тармаҡтар ни бары 9 процентты ғына алып тора. Төмән, ХМАО, ЯНАО-ла уртаса эш хаҡтары айына 71-100 мең һум тәшкил итә. Өфө ҡалаһы Халыҡтың мәшғүллек үҙәге дәүләт ҡаҙна учреждениеһы директоры Рәзинә Насырова бөгөн баш ҡалала 23 меңдән ашыу вакансия булыуын, уларҙың 80 проценты самаһы эшсе һөнәрҙәренә тура килеүен билдәләне. Мөрәжәғәт иткән 1400 кешенең 400-ө эшкә урынлаштырыла, шул иҫәптән 200-ө - Мәскәү, Санкт-Петербург, Төмән, Сорғот, Краснодар ҡалаларына вахта ысулы менән эшләргә ебәрелә. Унда эш хаҡтары беҙҙәгегә ҡарағанда 1,5-2 тапҡырға юғарыраҡ. Мәҫәлән, ХМАО-ла водитель-машинист 50 мең һумдан ашыу эш хаҡы алһа, Өфөлә ул 29 мең самаһы ала. Электромонтажсы вахтала 100 мең һум алһа, Өфөлә был күләм - 42 мең һум.
Эйе, бер ай эшләп, бер ай өйҙә ятыу ысулы был осраҡта үҙен аҡламай, шуға күрә вахтовиктар тотош 3-4 ай эшләп ҡайтырға тырыша. Хатта 8 айға 10 көн генә ял итеүселәр ҙә бар. Әлбиттә, бындай режим уларҙың сәләмәтлегенә лә йоғонто яһамай ҡалмай. "Вахтала эшләүселәр өсөн ниндәйҙер социаль гарантиялар булдырылһын ине. Улар аҙ ғына ваҡытҡа ҡайтып киткән арала дауаханаға табипҡа яҙылып өлгөрөп булмай. Яҙылған хәлдә лә, башҡа табиптарға күренеп өлгөрә алмайҙар", - ти Анна Чезова. "Улар бит икенсе төбәктә эшләй, һалымды ла унда түләйҙәр, ә ни өсөн башҡалар кеүек республикала социаль гарантияларға эйә булырға тейештәр һуң?" - тип һорау биреүселәр ҙә булыр. Әммә вахтовиктарҙың эшләп алып ҡайтҡан аҡсаларын республикала тотоноуҙарын да оноторға ярамай. Шулай уҡ уларҙың Башҡортостан дауаханаларында хеҙмәтләндерелеүе лә аҡсаны урында ҡалдырыуҙың бер ысулы.
Матбуғат конференцияһында күтәрелгән проблемаларҙың тағы береһе - ул граждандарҙың ниндәй килешеү нигеҙендә эшләүе. Шул уҡ Анна Чезова белдереүенсә, Пенсия фонды хеҙмәткәре менән һөйләшкәндә ул шуны асыҡлай: баҡтиһәң, ваҡытлы килешеү нигеҙендә эшләүселәр үҙҙәре лә һиҙмәҫтән "тоҙаҡҡа" эләгә икән. Аныҡлап әйткәндә, ваҡытһыҙ килешеүҙе кеше бер тапҡыр төҙөй ҙә, шул нигеҙҙә эшләп тик йөрөй, әммә уның буйынса эш хаҡы түбәнерәк. Ыңғай яғы - эшләгән ваҡытың да, ялға ҡайтҡан ваҡытың да стажға инә. Ваҡытлы килешеү билдәле бер ваҡытҡа ғына төҙөлә (мәҫәлән, ярты йылға, бер йылға), һуңынан ҡабат-ҡабат оҙайтыла. Был килешеүгә ярашлы эш хаҡы ҙурыраҡ, ләкин өйҙә ял итеп ятҡан ваҡыт стажға инмәй. Күптәр был хаҡта, әлбиттә, белмәй һәм күберәк аҡсаға алданып эшләй бирә, ә пенсияға сығырға ваҡыт еткәс, ошо мәлдәр асыҡлана һәм тағы ла нисәлер йыл эшләргә тура килә. Тимәк, вахта ысулы менән эшләргә теләүселәргә хоҡуҡи белем дә, алдан махсус ойошмалар һәм ведомстволарҙа консультация алыу ҙа кәрәк. Бындай вариант булыу ихтималлығы хаҡында хатта сарала ҡатнашыусы министрлыҡ вәкилдәре лә хәбәрҙар булмай сыҡты.
"Беҙҙә гастарбайтерҙар эшләй. Түбән эш хаҡына ла ризалар. Уларҙы ҡабул итмәйенсә, үҙебеҙҙең кешеләргә ҙурыраҡ эш хаҡы түләп, республикала ҡалдырып булмаймы?" тип тә һорау бирҙе журналистар. Баҡтиһәң, сит ил эшселәрен йәлеп итеүгә махсус квота бар һәм был исемлек федераль миграция хеҙмәте тарафынан раҫлана икән. Уға ярашлы, төҙөлөшкә - 20, ауыл хужалығына - 50, сауҙаға 30 процент гастарбайтер ҡабул ителә ала. Ә инде транспорт тармағында уларҙың күләме 28 проценттан артмаҫҡа тейеш. Шундай бартер килеп сыға: Башҡортостан күрше өлкәләр, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре өсөн кадрҙар әҙерләй, ә беҙҙе сит ил граждандары хеҙмәтләндерә. Федераль кимәлдә хәл ителгән мәсьәлә булғас, уларҙан да баш тартып булмайҙыр, күрәһең. Шулай уҡ үҙебеҙҙең ир-егеттәрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы вахта менән эшләүҙән дә баш тартырға мәжбүр итеп булмай, сөнки был уларҙың конституцион хоҡуғы. Уларҙы тыуған яҡтарға ҡайтарыу ҙа мөмкин түгел - дәүләт лайыҡлы эш хаҡы менән дә тәьмин итә алмай. Бының өсөн яңы эш урындары, булғандарын үҙгәртеп ҡороу, заманға яраҡлаштырыу талап ителә. Тағы шуныһы бар: Башҡортостан элек-электән ауыл хужалығы төбәге булараҡ билдәле һәм халыҡтың 40 проценты самаһы ауыл ерендә йәшәй. Бөгөн иһә ауыл ерендә производство юҡ, тимәк, эш тә, аш та юҡ кимәлендә. Эш урындары булғандарҙың да эш хаҡы ҡала менән сағыштырғанда күпкә түбән. Шуға ла ауыл ир-егеттәренең күпләп Себергә китеүе лә осраҡлы түгел. Был йәһәттән Республика Башлығы Радий Хәбировтың Башҡортостандың һәр районында, дөйөм алғанда, барлығы 50 индустриаль, сәнәғәт һәм агросәнәғәт паркы төҙөү тураһында стратегик бурыс ҡуйыуы юҡҡа түгел. Уларҙа яңы эш урындары һәм юғары эш хаҡтары булыр, тип күҙаллана. Әммә бының өсөн ҙур аҡсалар, инвестициялар кәрәк. Һәм был тиҙ арала ғына башҡарыла торған эш түгел, ул йылдарға һуҙыласаҡ. Ә балалар, ғаиләләр бөгөн ашарға, кейенергә, лайыҡлы йәшәргә теләй... Шуға ла вахтовиктар һәм уларҙың ғаиләләре әлегә Республика Башлығы Радий Хәбиров вәғәҙә иткән сәй янындағы осрашыуҙы көтә...

Шәрифә САЛАУАТОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.02.20 | Ҡаралған: 571

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru