«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАНЫШ ЙЫР БУЛЫП РӘМИ ҠАЙТТЫ!
+  - 

Заман башҡа - заң башҡа, тиергә яратабыҙ. Тик был ҡанундар ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, уларҙы халҡының зиһене һәм күҙе менән күргәндәр, теле һәм иле өсөн ғәзиз ғүмерҙәрен фиҙа ҡылырға әҙер булғандар ғына тарих биттәрендә мәңгелек эҙен ҡалдыра алыр. Ошо көндәрҙә баш ҡалала үткән "Ҡайтам! Ҡайтам! Йырҙарыма ҡайтам!" тип исемләнгән әҙәби-музыкаль кисә башҡорт халҡының тап шундай бөйөк шәхестәренең береһе, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа һәм уның аҫыл ижадына арналды.

Ғәҙеллекте һәм намыҫын юлдашы итеп, кешелеккә инаныуын бер ваҡытта ла юймаған шағирҙың һәр ижад емеше халҡының, туған теленең яҙмышын ҡайғыртыуға арналған. "Йөрәгендә халҡы булмағандың, Кеше булырға ла хаҡы юҡ!" - тигән юлдарҙа ла Шағирҙың бар булмышы сағылыш тапҡан. Уның ошо асылын хәтер кисәһен ойоштороусылар ҙа асыҡ аңлауын күңеле менән тойҙо тамашасы: сәхнәлә яңғыраған һәр шиғри һүҙ, башҡарылған һәр моңло йыр быға инандырҙы. Әҙәби-музыкаль кисәне "Беренсе республика" трилогияһының ижади төркөмө "Шағир көндәлеге" нәфис фильмын төшөрөүгә әҙерлек барышында ойошторҙо. Рәми Йәғәфәр улының шиғриәтен үҙ итеүселәрҙең йәш айырмаһы төрлө булыуға ҡарамаҫтан, һәр кем ошо минуттарҙа рухи берҙәйлек тойҙо. Хатта ойоштороусыларҙың һәр тамашасыға билет хаҡы өсөн исем-шәрифен титрҙарға яҙҙырыу мөмкинлеген биреүе лә күптәргә мөһим булманы. Сараның сценарий авторы Таңсулпан Бабичева әйтмешләй, шағирға ихтирам күрһәтеү, мәҙәниәтте үҫтерергә һәм уҙған быуындың аманатын киләсәккә еткерергә ярҙам итеү форсатын ниҙер өмөт итеп файҙаланалармы ни! Улар күңеленә ауаздаш ижадлы Рәми ҙә бит дан-шөһрәт, исем-дәрәжә артынан ҡыуыусыларҙан булмаған!
Кисәлә М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры һәм М. Кәрим исемендәге БР Милли йәштәр театры артистары Рәми Ғариповтың илһөйәрлек, тормош мәғәнәһен эҙләүгә арналған фәлсәфәүи, ватансыл шиғырҙарын да, мөхәббәт лирикаһын да, тәржемә әҫәрҙәрен дә һөйләп ишеттерҙе. Ә бына уның исемен йөрөткән 1-се Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары (етәкселәре Рима Нәбиева) шағирҙың көндәлегенән был белем усағы һәм Өфө ҡалаһы тураһындағы тәүге хәтирәләре менән бүлеште. Башҡорт эстрадаһының киң билдәле йырсылары әҙип һүҙҙәренә ижад ителгән моңло йырҙарҙы яңғыратты. Тамашасылар бигерәк тә шағирҙың һөйөклө ҡыҙы Гөлнара Ғарипова һәм ейәнсәре Рәмилә Тимерғәзинаның сығышын йылы ҡабул итте. Улар Нариман Сабитовтың "Көй" музыкаль әҫәрен роялдә һәм скрипкала башҡарҙы.
- Фильмды төшөрөүселәр төркөмө исеменән һеҙгә проектты күтәрмәләп килеүегеҙ өсөн оло рәхмәтемде белдерәм, - тине тамашасыларға мөрәжәғәт итеп "Шағир көндәлеге" фильмы режиссеры Булат Йосопов. - Беҙ ниндәйҙер кимәлдә энтузиастар, сөнки тәү сиратта халҡыбыҙ өсөн ҡиммәтле проекттар өҫтөндә эшләйбеҙ һәм һәр ваҡыт һеҙҙән ярҙам һорап мөрәжәғәт итәбеҙ. Әлбиттә, һеҙҙең ҡатнашлыҡ, баһалауҙарығыҙ булмаһа, трилогияның өсөнсө өлөшөн төшөрөү тураһында уйларға ла ҡыймаҫ инек. Беренсе фильм - "Бабич", ул нигеҙ һалыусылар, яңы республика тураһында идея тыуҙырған шәхестәр тураһында. Икенсеһе - "Беренсе республика", институттар һәм ғилми үҙәктәр булдырған, республиканы төҙөгән кешеләр хаҡында. Ә өсөнсө фильм бар ошо ҡаҙаныштарҙы һаҡлаусылар тураһында булырға тейеш, сөнки беҙ барыбыҙ ҙа атай-олатайҙарыбыҙ барлыҡҡа килтергәнде һаҡлаусылар, уларҙың эшен дауам итеүселәр. Рәми Ғариповты ла республикабыҙға нигеҙ һалған идеяларҙы һаҡлап йәшәгән кеше тип иҫәпләйем. Мин тамаша залында ултырыусыларға һәм республика етәкселегенә рәхмәтемде белдерәм, сөнки бөгөн беҙгә ярҙам ҡулы һуҙыусылар бар. Был проекттың быйыл, Башҡорт теле йылында тормошҡа ашырылыуы беҙҙең өсөн айырыуса ҡиммәтле...

ШУЛАЙ ИТЕП...
Кисә һуңында тамашасылар төшөрөләсәк "Шағир көндәлеге" фильмының тәүге әҙерлек кадрҙарын - 2 минутлыҡ видеотаҫманы ҡараны. Шунан һуң сәхнәгә күтәрелгән "Каруанһарай" төркөмөнөң Рәми һүҙҙәренә яҙылған "Салауат" йыры бөтә залды аяғүрә баҫтырҙы. Был башҡорт теленең, халыҡ рухының, һүҙ һәм фекер азатлығының тантана иткән мәле ине. Шағир үҙе был байрамға килеп етмәһә лә, ул дуҫтарының, халҡының йөрәгенә таныш бер йыр булып ҡайтты!

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.02.20 | Ҡаралған: 683

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru