«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МАТУРЛЫҠ ТУЙҘА КӘРӘК
+  - 


Шаулап-гөрләп төрлө кимәлдәрҙәге "Һылыуҡай" бәйгеләре үтә. Бөгөн был конкурсты балалар баҡсаһынан башлап, донъя даирәһе кимәлдәренә тиклем үткәрәләр. Экрандарҙы, баҫмаларҙы сибәр ҡыҙҙарҙың йөҙ-һыны биҙәй, кемдәрҙең ниндәй еңеүҙәр яулап, нимәләргә эйә булыуы тәфсирләп яҙыла. Һәм, әлбиттә, бөтөн был күренештәр үҫеп килгән йәш сибәркәйҙәргә оло уңыш, таңға инер татлы төш, хыялға илтер юл булып күренә. Улар ҙа, киләһе йылға тағы нисәлер сантиметрға үҫә төшһә, ни һындарылыр тағы ла йоморолана, ҡалҡа төшһә, конкурста ҡатнашыу бәхетенә өлгәшә аласаҡтар...

"Һылыуҡай" республика конкурсы - Рәсәйҙә оҙаҡ һәм бай тарихҡа эйә булған берҙән-бер милли заманса проект", тип яҙҙыҡ әле беҙ ҙә үҙебеҙҙең гәзиттә. Әлбиттә, был, бер яҡтан, хаҡлы ла фекер. "Оҙаҡ һәм бай тарихҡа эйә булған" был сара ҡатнашыусыларынан артыҡ хеҙмәт, аҡыл һәм һәләт талап итмәй. Ул шуныһы менән ҡатнашыусыларҙы арбай ҙа. Кешене баһалауҙың иң анһат бер юлы. Бынан анһатыраҡ һәм арзаныраҡ баһалау кимәле юҡ. Булмаған да.
Ҡатын-ҡыҙҙың матурлығы (тышҡы матурлығы) борон-борондан, хатта кешелек барлыҡҡа килгәндән башлаптыр, иғтибарға лайыҡ булған. Сибәркәйҙәрҙе ҡулға төшөрөү өсөн ир-ат араһында ғына түгел, ҡәбиләләр, илдәр араһында ла ыҙғыштар ҡупҡан. Яулап алынған матур ҡатын тик бер хужаға (иргә) ғына тәтегән. Тик... Ошонда бер ҡыҙыҡ ҡына "тик" килеп сыға. Күп халыҡтарҙа (гректарҙа, япондарҙа, көнсығыш халҡында) борон шул матур ҡатын иренә хыянат итеүҙә йәки башҡа тәртип боҙоуҙарҙа ғәйепләнә икән, уны йәки ире үлтергән, йәки башҡа ирҙәр хөкөмөнә сығарған. Йәғни, ул ирҙәр алдында йөрөгән, һәләттәрен күрһәткән, кемдер уны һайлап алһын өсөн тырышҡан. Әгәр уны кемдер "бик сибәр һәм йәшәүгә хаҡлы" тип иҫәпләһә, баһаһын хаҡ менән белдергән һәм үҙенә алған. Унан ҡала, ҡатын-ҡыҙ ҡоллоҡҡа алына, тауар итеп һатыла башлағас, ҡол һатыусылар шундай уҡ уйынды тергеҙә. Ҡол ҡыҙҙарын үҙҙәрен юғарыраҡ һатыу алымдарына күнектерәләр. Бының өсөн махсус кешеләр яллап, уларҙы йырларға-бейергә, музыка ҡоралдарында уйнарға һәм башҡа нәзәкәтлектәргә өйрәтәләр. Унан инде был кәнизәктәр, байыраҡ һатып алыусылар йортона эләгеү өсөн, йөҙҙәренең, боттарының, сәстәренең матурлығын башҡаларҙыҡынан артығыраҡ итеп күрһәтергә тырыша. Һәм уны ана шул күрһәткестәренә ҡарап баһалайҙар ҙа. Бына! Матурлыҡ конкурсының иң төп нигеҙе ошо ҡырағай йолала ята...
Бөгөн был йола әкиәт кенә, хәҙер барыһы ла икенсе, тиерҙәр. Шулайҙыр. Әммә кеше психологияһы шул кеше булыуҙан артыҡҡа үҙгәрә алмай бит ул. Унда шул уҡ тойғолар, шул уҡ башланғыстар ҡала килә. Һаман да ҡатын-ҡыҙҙың тышҡы матурлығы баһалана. Һаман да әле кешенең аҡыл кимәле тышҡы күренешкә бәйләнеү кимәленән үтә, юғарыраҡ үҫешә алмай. Шул ғына.
Берәүгә лә йөҙ-төҫөн һайлау хоҡуғы бирелмәгән. Ата-әсә тыуасаҡ балаһының төҫ-башына йоғонто яһай алмай. Хоҙай тарафынан матур итеп яратылған ҡыҙ бала үҙенең сибәрлеген белеп үҫә. Уға был хаҡта бәләкәйҙән әйтәләр. Бигерәк тә оло ҡатын-ҡыҙ быны һыҙыҡ өҫтөнә алып, баланы осондороп ебәрергә ярата. Бала матурлығын башҡаларҙан өҫтөн булған фиғеле икән тип уйлай, ул бының бары тышҡы төҫ, бында үҙенең бер тырышлығы ла, хеҙмәте лә юҡ икәнлекте аңламай. Һәм, матурлыҡ конкурсына ағылған ҡыҙҙарыбыҙҙың һаны күрһәтеүенсә, ҙурайғансы ла төшөнмәй әле. Ошо өҫтөнлөк хисе киләсәктә (ҡайһы бер осраҡта) уны бәхетһеҙ итергә лә мөмкин. Ҡыҙ бындай сибәрлек менән, мин күпкә дәғүә итә алам, мине тик яратырға, ҙурларға ғына тейештәр, тип уйлай. Һайлаған ишен дә һанламай, бынан да шәберәге табылырға тейеш, тигән фекере бары менән ҡәнәғәт булырға форсат бирмәй. Тышҡы матурлығына тормоштан хаҡ талап итә, нәфсеһе аҙа, әммә тормош та, ҡояш та, яҙмыш та, хатта кешеләр ҙә төҫкә ҡарап бер нәмәне лә хәл итмәй, һин матур тип артығыраҡ яратмай, өҫтөн күрмәй, нығыраҡ йылытмай шул ул.
Бөгөн Рәсәйҙә балалар араһында матурлыҡ конкурстарын тыйыу тураһында һүҙ бара, ниһайәт, был эштең бала психологияһына зыян килтереүсе фактор булыуын аңлай башланылар, ахыры. Уйлап ҡарағыҙ, балалар баҡсаһына йөрөгән сабыйын тышҡы матурлығына ҡарап баһалау ололар ғоманһыҙлығының иң мәғәнәһеҙе түгелме ни? Ә ул еңеүсе һәм еңеүсе була алмаған балаларҙа тыуған яңылыш эмоцияларҙы ғына алып ҡарағыҙ...
Бөгөнгө матурлыҡ конкурсы ат һайлап алыу йәки машина алыуҙан бер нәмәһе менән дә айырылмай. Ҡатын-ҡыҙҙы әйбер итеп ҡарауҙың бер формаһы ғына. Әйберҙән нимә талап ителә? Хеҙмәт итеү. Хеҙмәт итә алмаған йәки боҙолған хәлдә, уның кәрәге лә бөтә. Был шундай механизм, уны ебәргән хәлдә, туҡтатып та булмаясаҡ.
Әлбиттә, Рәсәй сибәркәйе Оксана Федорованың уңышлы яҙмышы күп ҡыҙҙарҙы ҡанатландырҙы. Әммә, әйтеп үтергә кәрәк, Оксана эшләгән карьераны, унан күпкә юғарыраҡты, сибәр үк түгел, тик аҡыллы булған башҡа йөҙәрләгән, меңәрләгән ҡыҙҙар ҙа эшләй. Оксана үҙе Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәре һәм уның ире лә хәрби офицер, был күрһәткестәр күп нәмәне хәл иткәндер ҙә. Бөгөн был сибәр ҡатын ике бала әсәһе булып ғәҙәти тормош алып бара, ә ниндәйҙер илдең ханбикәһе булып ултырмай. Был беҙ ҡараған бәхетле осраҡ, ә бәхетһеҙҙәре һанап бөткөһөҙ. Матурлыҡтарын күрһәтергә ынтылған ҡыҙҙар утҡа осҡан күбәләктәр ише янып ҡолап тора, улар урынына яңылары үҫеп етеп тора. Залдан боттарын ялтыратып үтеүҙән килгән уңыш уларҙы шул хәтлем арбаймы, улар бының зыяны, әхлаҡһыҙ яҡтары күберәк икәнде уйларға ла теләмәй...
...Былтырғы һылыуҡайҙар конкурсы башланып, уҡыу йорттары студенттары ҡайнаша башлағас та, ҡыҙымды уҡыу йортонан ошо бәйгегә һайланылар. Мин быны ишеткәс, һағайып ҡалдым, әммә өндәшмәнем. Уның ҡарашын белгем килде, нисек хәл итер, тип уйланым. Бер көн әйтә: "Декан саҡыртты, бәйгелә университет исеменән ҡатнашһаң, магистратураға бюджетҡа урын биреләсәк", - тине, ти. "Шунан?" тим. "Шул, баш тарттым". "Ниңә?" Ҡыҙым көлөп ебәрҙе: "Матурмын, тип, конкурста ҡатнашып йөрөмәйем инде..." Көлөшөп алдыҡ.
Матур ҡыҙҙар күп тә ул. Ҡарап торһаң, һәр икенсе ҡыҙҙы һылыуҡай итеп ултырт. Тик улар тышҡы йөҙҙәре буйынса һайлауҙы теләмәй, ҡайһылар өсөн эске йөкмәтке, күңел матурлығы өҫтөнөрәк. Шундай ҡыҙҙарыбыҙ, ҡыҙҙарына башҡа төрлө донъяуи матурлыҡтарҙы һеңдереп үҫтерә белгән ата-әсәләр күберәк булһын ине.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.02.20 | Ҡаралған: 779

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru