«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ШӘЖӘРӘМДЕ ӨЙРӘНЕҮ КҮҢЕЛЕМДӘГЕ РУХТАН КИЛӘ
+  - 


Үҙ тамырҙарын барлағандар күбәйә арабыҙҙа. Шәжәрәләрҙе өйрәнеү ҙә киң таралды. Архивта көндәр дауамында мәғлүмәт эҙләүселәр һаны ла бермә-бер артты, ти архив хеҙмәткәрҙәре. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ ошондай эҙәрмәндәрҙең береһе - Өфө егете Артур АЛАҠАЕВ.

Артур, был ғәмәлгә, йәғни шәжәрәңде өйрәнеүгә тотоноуға кем йәки нимә этәрҙе?

- Бала саҡтан ҡыҙыҡһыныусан, бөтә нәмәне белергә тырышыусылар рәтендә булдым. Әле лә ошо ғәҙәтем, тип әйтәйемме, үҙем менән. Ошо ҡыҙыҡһыныуҙарым араһында шәжәрәмде өйрәнеүгә ынтылыш айырым урын алып тора. Был эшкә тотоноу өсөн ниндәйҙер аныҡ сәбәп булманы, барыһы ла күңелемдән килә, йөрәк ҡушыуы буйынса башҡарам был эште. Тәүҙә фамилиямдың килеп сығышын белеү теләге тыуҙы. Уны өйрәнеү барышында төплө яуап талап итеүсе өҫтәмә һорауҙар тыуҙы, шәжәрәмде өйрәнеүгә тағы ла нығыраҡ этәреүсе ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәргә юлыға барҙым. Асылмаған сер һәр ваҡыт кеше күңелен ҡуҙғытып тора, миндә лә элекке быуыным тураһында барыһын да белеү теләге көсәйә барҙы һәм был эшмәкәрлеккә ентекле тотондом.
Бала саҡта уҡ үҙемдең ата-бабаларым тураһында һөйләгәндәрен иғтибар менән тыңлар инем. Бигерәк тә олатайым был хаҡта күп мәғлүмәт бирҙе. Ләкин бөгөн килеп, үҙемдең эҙләнеүҙәрем барышында тапҡан мәғлүмәттәрҙән сығып, уның һөйләгән ҡайһы бер факттары ысынбарлыҡҡа тап килмәй икәнен аңланым. Олатайымдың йәш сағында, хатта беҙҙең бала саҡта ла әле ғаиләң тарихын белергә тырышыу, шәжәрәне өйрәнеү тигән күренештәр артыҡ хупланманы. Шуға күрә, ни өсөн олатайымдың һөйләгәндәрендә яңылышлыҡ булыуын яҡшы аңлайым. Бөгөн килеп, дөрөҫлөктө табыу, үҙемдең тамырҙарымды барлау бурысы беҙҙә, йәш быуында. Нәҡ беҙ үҙебеҙҙең балаларға, киләсәк быуынға ысынбарлыҡҡа тап килгән тарихи мәғлүмәттәр ҡалдырырға тейешбеҙ.
Шәжәрәмде өйрәнеү эше тиҙ генә тамамланыр, тип уйламайым, сөнки эҙләй торған мәғлүмәт бик күп. Шәжәрәмде быуындар төпкөлөнә генә төшөп түгел, ә бөтә яҡҡа таралған тармаҡтарын да өйрәнергә тип уйлайым. Әлеге көндә мин 1700 йылдарға тиклемге шәжәремде өйрәнеп, 8-10 быуын ата-бабамдың исем-шәрифен асыҡланым, уларға ҡағылышлы тарихты белдем.

Эҙләнеүҙәр тағы ниндәй һөҙөмтәләргә алып килде?

- Минең өсөн эҙләнеүҙәремдең иң ҡыҙыҡлыһы һәм әһәмиәтлеһе - үҙемдең башҡорт булыуымды асыҡлауым. Атай-әсәйем дә, олатай-өләсәйҙәрем дә, башҡа туғандарым да үҙҙәрен әлегә тиклем татар милләтенә ҡарайбыҙ, тип һананы. Минең асыштарым уларҙың ҡайһы берәүҙәрен аптыратты. Икенселәре ышанманы, ә кемгәлер был оҡшаманы. Ләкин үҙ булмышыңдан ҡасып йәки йәшенеп булмай, уны нисек бар, шулай ҡабул итергә кәрәк. Әлегә тиклем был мәсьәләлә асыҡлыҡтың булмауы йәл, әлбиттә, сөнки һәр кем үҙенең тамырҙарын белергә хоҡуҡлы.
XX быуат башында туғандарымдың ҡайһылары башҡорт тип яҙылған, ә икенселәре татар тип теркәлгән. Буталышлы заманалар булған, хатта бер туғандар ике милләт вәкиленә әйләнеп киткәндәр. Мәҫәлән, минең олатайым "татар" тип яҙылған, ә уның бер туған ағалары "башҡорт" тип билдәләнгән. Бер ғаилә эсендә ике милләт булыуы мөмкин түгел, шуға күрә минең өйрәнеүҙәрем бик күп һорауҙарға яуап табырға булышлыҡ итте. Ниһайәт, беҙ үҙебеҙҙең ниндәй тамырҙан яралыуыбыҙҙы, ниндәй милләткә ҡарауыбыҙҙы тарихи документтар нигеҙендә асыҡланыҡ. Тәү ҡарашҡа бәләкәй генә эш күренһә лә, уның әһәмиәте бөгөнгө быуын өсөн генә түгел, ә иң мөһиме балалар яҙмышына барып бәйләнә. Өләсәйем яғынан да шәжәрәмде өйрәнеп, ул яҡтан да үҙебеҙҙең башҡорттар булыуыбыҙҙы асыҡланым. Уның яҡлап туғандарым был мәғлүмәтте бик тыныс ҡабул итте. Улар, бәлки, электән күңелдәрендә бының шулай икәнен аңлап йәшәгәндәрҙер йәки асыҡ белгәндәрҙер.

Үҙеңдең башҡорт икәнеңде асыҡлау һиндә ниндәй тойғолар уятты?

- Иң беренсе, минең ҡыҙыҡһыныусанлығым тағы ла тәрәнәйҙе. Мин башҡорт халҡының тарихын өйрәнә башланым. Хәҙер миңә башҡорт милләтенә ҡағылышлы булған бөтә мәғлүмәт тә ҡыҙыҡлы. Эҙләнеүҙәр барышында, мәҫәлән, минең атай-олатайҙарым Бүздәк районына нигеҙ һалыусылар рәтендә булыуын асыҡланым. Кәләшем ошо район ҡыҙы. Быға тиклем унда йыш барып йөрөһәм дә, хәҙер бөтөнләй икенсе тойғолар менән Бүздәк яҡтарына юлға сығам. Ошо ерҙәрҙә әллә күпме быуаттар элек минең олатайҙарым йәшәгән, мал көткән, йәйләүгә сыҡҡан, һунар иткән. Бөтә был күренештәрҙе күҙ алдына килтереү күңелдә аңлата алмаҫлыҡ тойғолар уята. Тамырымды белеү миңә рухи көс өҫтәй. Үҙеңдең балаларыңа ниндәй ырыу-заттан булыуыңды төплө итеп аңлатыу һәм уларҙың күңеленә һеңдереп ҡалыу һәр ата-әсәнең бурысы. Тормош көткән саҡта аяҡта төплө баҫып тороу һәм был донъяла үҙеңдең булмышыңды табыу өсөн шәжәрә ҙур ролгә эйә. Әгәр ҙә кеше үҙ ғаиләһенең тарихы менән ҡыҙыҡһынмаһа һәм уны төптән белмәһә, тотош илдең, милләттең үткәненә һәм киләсәгенә ул битараф булалыр, тип уйлайым.

Һин маҡсатлы рәүештә шәжәрәңде өйрәнә башлап, тамырҙарың ниндәй милләткә барып тоташыуын асыҡлағанға тиклем ғаиләгеҙҙә башҡортлоҡҡа күрһәтеп тороусы нимәлер бар инеме?

- Беҙҙең ғаиләлә, мин үҙемде хәтерләгәндән алып, һәр саҡ урыҫ телендә аралаштылар. Балаларҙың теле урыҫса асылды, ғүмер буйы барыһы ла ошо телдә һөйләште. Беҙ, мәҫәлән, йәш быуын, башҡорт телен бөтөнләй аңламайбыҙ, фекерләүебеҙ ҙә урыҫса. Атайым башҡортса аңлауын аңлай, ләкин хәҙер шулай уҡ һөйләшмәй. Уның хәтерләүенсә, бала саҡта улар татарса һөйләшкән, ләкин уға һәр саҡ "Һинең башҡортса акцентың бар", тип әйтер булғандар. Тимәк, төпкө аң аша атайымда башҡортлоҡ ныҡ сағылыш тапҡан булған, ләкин яйлап ул осҡон да һүнгән.
Башҡа туғандарым араһында үҙ-ара татарса һөйләшкәндәр күп. Бәлки, улар төньяҡ-көнбайыш башҡорт диалектында аралашаларҙыр. Ҡыҙғанысҡа күрә, үҙем ул телдәрҙе белмәгәс, аныҡ ҡына әйтә алмайым. Башҡорт теленә ҡағылышлы бөтә һорауҙар менән дә миңә кәләшем ярҙам итә, ул башҡорт телен бик яҡшы белә. Яйлап үҙем дә өйрәнермен, тип ышанам.

Шулай итеп...
Шәжәрә - ябай ғына һүҙ булһа ла, үҙенең эсенә әллә күпме мәғлүмәт һыйҙыра, сөнки ҡағыҙға теркәлгән һәр исем аҫтында ҙур тарих ята. Үҙ шәжәрәһен өйрәнеүсе кеше айырым бер ғаиләнең генә түгел, ә тотош ауыл һәм хатта ил тураһында үҙе өсөн яңы факттар аса. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ ошо оло юлдың башында ғына тора, уға үҙ шәжәрәһен төҙөүҙә уңыш һәм илһам теләргә генә ҡала.

Гөлназ МАНАПОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.02.20 | Ҡаралған: 645

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru