«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДАУАХАНАҒА ЙӨРӨРГӘ ЯРАТМАҺАҢ ДАУАХАНА ҺИҢӘ ҮҘЕ КИЛӘ
+  - 


Былтыр Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы "Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк" акцияһы уҙғарҙы. Уның барышында 105 меңдән ашыу кеше беренсел медицина ярҙамы алды, 10 мең социаль сир: шәкәр сире (868 осраҡ), туберкулез (101), яман шеш ихтималлығы (606) һәм уның 51 раҫланған осрағы, 8 меңдән күберәк кешенең ҡан баҫымы юғары булыуы теркәлә. Шулай уҡ республика райондары һәм ҡалаларына тар медицина белгестәренән тупланған күсмә бригадалар ҙа сыҡты. Улар ихтыяж булған барлыҡ категория граждандарҙы ла ҡабул итте. Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ Республика клиник балалар дауаханаһының баш табип урынбаҫары, медицина фәндәре кандидаты, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының балаларға амбулатор-поликлиника ярҙамы күрһәтеү буйынса штаттан тыш баш белгесе Артур МОСТАФИН менән ошо хаҡта һөйләшәбеҙ.

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, күсмә бригадалар урындарҙа халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү маҡсатынан булдырыла. Үҙегеҙ ошо бригада ағзаһы булараҡ, эштең нисек ойошторолоуы тураһында ентекләберәк аңлатып китмәҫһегеҙме?

- Бер йүнәлеш буйынса беҙ район дауаханаларына методик-ойоштороу эштәре буйынса ярҙам күрһәтәбеҙ. Икенсе йүнәлеш буйынса төп табиплыҡ эшен атҡарабыҙ, йәғни халыҡтың сәләмәтлеген тикшерәбеҙ. Был бригадалар райондарҙың ихтыяжынан сығып булдырыла. Йәғни, республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәр райондың ихтыяжын белә, махсуслашҡан ниндәй табиптарға ҡытлыҡ булыуын тикшерә, анализлай һәм белгестәр командаһын туплап, шул урынға ебәрә. Был күсмә бригадаға бер генә түгел, төрлө дауахана табиптары инергә мөмкин. Ололарҙы - башҡа бригадалар тикшерһә, беҙҙең өлкәгә 18 йәшкә тиклемге балалар инә.
Бында шуныһы ла мөһим: барасаҡ райондың медицина учреждениеһы табиптарҙы ҡабул итергә әҙер булырға тейеш, йәғни табиптарҙы үҙҙәренең эш урынындағы ҡабул итеүҙәрҙән, дауалау процесынан айырып алып барабыҙ һәм улар командировкаларҙа ваҡыттарын бушҡа үткәрмәҫкә, ә һөҙөмтәле эшләргә һәм барған районға файҙа килтерергә тейеш. Бының өсөн пациенттарҙың хәбәрҙар булыуы ла мөһим, сөнки район - ул үҙәк биләмә генә түгел, ә яҡын-тирәләге, хатта төпкөлдәге ауылдар. Халыҡты райондың медучреждениеһы алдан хәбәр итеп, үҙе йыя. Эшебеҙҙе шундай итеп ойошторабыҙ, бер табип көн дауамында 50 кешегә тиклем ҡабул итергә тейеш.
Бригада килеүгә райондарҙың медучреждениеларына диагностика үткәреү өсөн база әҙерләргә лә ҡушабыҙ. Әгәр, мәҫәлән, гастроэнтеролог пациентҡа ультратауышлы тикшереү үткәрергә тейеш икән, ул эргәлә булырға һәм шунда уҡ УЗИ үткәрелергә тейеш. Һөҙөмтәлә пациенттар тулыһынса тикшерелгәндән һуң диагноз һығымтаһы һәм артабан дауаланыу, күпме ваҡыттан һуң ҡабат тикшереү үтеү өсөн күрһәтмәләр ала. Уларҙың бер өлөшөн, әгәр сирҙәре амбулатор дауаланыу сиктәренән сыҡһа, Өфөгә, планлы госпитализацияға саҡырабыҙ. Дөйөм алгоритм шундай, ә беҙҙең табиптар, әлбиттә, балалар менән эшләй.
Был эшмәкәрлек бик ҡыҙыҡлы ла, кәрәкле лә, сөнки райондарҙы махсус белгестәр менән тәьмин итеп бөтөү әлегә мөмкин түгел. Был иҡтисади йәһәттән дөрөҫ тә түгел, ни тиһәң дә, бындай белгестәрҙең пациенттары бик аҙ булыуы ихтимал. Пациенттар шартлы рәүештә планға ингән һәм инмәгәндәргә бүленә, йәғни улар даими иҫәптә тора һәм даими консультация, дауаланыу алып тора. Шуға, күсмә тикшереү барышында планға инмәгән пациенттарҙы тикшерергә тырышабыҙ.

Район һәм ҡалалар медучреждениелары ниндәй белгестәргә ҡытлыҡ кисерә?

- Һәр районды айырым ҡарамайынса дөйөмләштереп әйткәндә, нейрохирург, акушер-гинеколог, уролог, колопроктолог, гинеколог-репродуктолог, гастроэнтеролог, пульмонолог, оториноларинголог, шулай уҡ ололар һәм балалар кардиологтарына, неврологтарға, эндокринологтарға һәм офтальмологтарға, кардиоревматологҡа ихтыяж бар. Әммә йыл дауамында үткәрелгән 20-30 күсмә тикшереү был ихтыяжды тулыһынса ҡәнәғәтләндерә, тип әйтә алам. Бәлки, бер йылда ниндәйҙер районға бармай ҡалабыҙ икән, тимәк, унда ихтыяж ул тиклем ҙур түгел.
Бөгөн кадрҙар менән эш әүҙем алып барыла һәм былтыр күҙәтелгән хәл-торош быйыл күп райондарҙа яҡшы яҡҡа үҙгәреүе һиҙелә. Республика Башлығы ла, республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ла кадрҙар менән системалы эшләүҙе өҫтөнлөклө итеп ҡуйҙы һәм хатта тармаҡтан китергә уйлап йөрөгән табиптар эшендә ҡалды, табип булып эшләргә планлаштырмаған талиптар кире уйлай башланы, сөнки урында властар йәш ғаилә өсөн мөһим булған торлаҡ менән дә, башҡа өҫтөнлөктәр менән дә тәьмин итә. Бөгөн инде, кадрҙар менән эш - ваҡытлыса проблема, тип әйтергә була.

РФ Федераль Йыйылышына Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда РФ Президенты Владимир Путин төбәк вуздарында бюджет урындарын 70, хатта 75 процентҡа еткереү тураһында белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта, республика мәктәптәренең сығарылыш уҡыусылары төбәк медицина вузына инеү балдарының башҡа төбәктәрҙәге медицина университеттары менән сағыштырғанда күпкә юғары булыуын билдәләй. Был осраҡта Башҡортостанға юғары баллы сит өлкә абитуриенттары килеп, үҙебеҙҙекеләр ситкә китеп, шунда тороп ҡалыу, ә беҙҙә уҡып сыҡҡандар үҙҙәренә ҡайтып китеү ихтималлығын нисек хәл итергә?

- Юғары уҡыу йортона инеү балдары һәр вуздың үҙенең компетенцияһында. Ул белем алырға теләүселәрҙең һанына ҡарап, үҙгәреп тә тороуы мөмкин. Әгәр абитуриенттар 10 мең икән, талап күтәрелә, әгәр 500 кеше йәки унан да кәмерәк икән - планка төшә. Бында, билдәле, белем кимәле беренсе урында торорға тейеш, ә медицина университетында уҡырға инеү теләге генә түгел. Сөнки барыбыҙ ҙа табиптарҙың юғары квалификациялы булыуын теләйбеҙ, ә балаларҙы уҡытырға теләгәндә талаптарҙың юғары булыуынан ҡәнәғәт түгелбеҙ. Шуға Берҙәм дәүләт имтиханы буйынса ҡабул итеү балдары кимәлен уҡыу йорто етәкселеге ата-әсәләрҙән, ситтән күҙәтеүселәрҙән яҡшыраҡ белә һәм дөрөҫ билдәләй, тиер инем. Ә инде табиптар эшкә ситкә китмәһен, медицина университетын тамамлаған башҡа төбәктәрҙән килгән студенттар Башҡортостанда эшкә ҡалһын тиһәк, әле алып барылған социаль сәйәсәт ныҡ ярҙам итәсәк. Һәр баш табиптың социаль селтәрҙәрҙә үҙенең сәхифәһе бар һәм уларҙа халыҡҡа белдереүҙәр яһала, шул иҫәптән буласаҡ белгестәргә лә төрлө саралар тураһында мәғлүмәт бирелә. Элек күптәр ыңғай мәғлүмәтте ишетмәй ҡалһа, хәҙер барыһы ла белеп, күреп, уҡып тора. Баш табиптар медицина йүнәлешендә белем биреү учреждениеларына килеп, үҙҙәренең буласаҡ хеҙмәткәрҙәренә күрһәтеләсәк социаль ярҙам тураһында һөйләй. Хәҙер инде медицина хеҙмәткәрҙәре араһында сәләмәт дәғүәселек һәм һайлау мөмкинлеге барлыҡҡа килде.

Мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, Башҡортостанда 17 йәшкә тиклемге балаларҙы беренсе профилактик тикшереүҙән һуң (яҡынса 626 мең кеше) уларҙың ни бары 24,4 процентының ғына тулыһынса сәләмәт булыуы, башҡаларында төрлө тайпылыштар, шул иҫәптән бик йыш нервылар системаһы, ашҡаҙан сирҙәре, һөйәк-мускулдар, күҙҙәр, эндокрин системаһы буйынса проблемалар булыуы асыҡланған... Был хаҡта ни тиерһегеҙ?

- Был һорауға, моғайын, афоризм менән яуап бирергә мөмкиндер: сәләмәт кешеләр юҡ, тейешенсә тикшереү үтмәгәндәр бар. Ни тиклем күберәк кешене һәм ни тиклем ентеклерәк тикшерәбеҙ, шул тиклем теге йәки был ауырыуҙың киҫкенләшеүен профилактикалау өсөн ҙурыраҡ мөмкинлеккә эйә булабыҙ. Тикшерелгәндәрҙең 24,4 проценты ғына сәләмәт булыуын яҡшы йәки насар тип әйтеүе ҡыйын. Ниндәйҙер глобаль планда был насар, сөнки тотош халыҡтың һау-сәләмәт булыуын күрге килә. Икенсе яҡтан, был ҡалғандарҙың сәләмәтлеге үтә насар һәм бер нәмәне лә төҙәтеп булмай, тигәнде аңлатмай. Бында бик ныҡ эшләргә кәрәк. Хәҙер беҙ был пациенттар тураһында беләбеҙ, уларҙың үҫеш осоронда булған проблемаларын бөтөрөү өсөн тырышабыҙ. Асыҡланған сирҙәрҙең күбеһе башланғыс стадияла, һәм дауалау өсөн, ғәҙәттә, артыҡ проблема юҡ. Икенсенән, әгәр ниндәйҙер етди сирҙе асыҡлайбыҙ икән, ундай пациенттарҙы үҙебеҙҙә, республика учреждениеларында ҡабул итәбеҙ, ярҙам күрһәтәбеҙ.
Етди сирҙәр тиеү, моғайын, дөрөҫ тә түгелдер, уны ниндәйҙер терминға йәки сиргә бәйләп тә булмай. Мин был осраҡта сирҙе күҙ уңында тотмайым, ә пациентҡа ниндәйҙер оператив ярҙам кәрәклеген күҙҙә тотам. Мәҫәлән, дауахана шарттарында дауалау талап ителгән сир. Режимды үҙгәртеү, күҙәтеү аҫтында булыу, ярты йыл һайын тикшерелеп тороу түгел, ә тикшереү ваҡытында, әйтәйек, йөрәктә асыҡланған һәм операция талап ителгән аномалия. Ҡайһы берҙә баланың үҫешенә йоғонто яһаған аномалиялар була. Йәғни операция яһамаһаң, уның үҫеше тотҡарланасаҡ. Оператив медицина ярҙамы күрһәтелһә, барыһы ла яҡшы була. Бындай сирҙәр етәрлек.
Балаларҙың нервы ауырыуҙарына килгәндә, был бик бәхәсле мәсьәлә, быға төрлөсә ҡарарға була. Әммә балаларҙың психикаһы ныҡлы, тотороҡло булырға тейеш түгел. Улар әлегә хисле, һәр ҡайһыһының үҙ үҫеш кимәле, үҙ белем багажы. Ә тормошта барлыҡ ҡарарҙар тормошта тупланған тәжрибә һөҙөмтәһендә ҡабул ителә. Ололар үҙҙәренең хис-тойғоһо менән идара итә белһә, балаларҙа был сифат тулыһынса формалашып бөтмәгән. Шуға уларҙың илауы, ҡысҡырыуы, көйһөҙләнеүе шулай булырға тейеш кеүек ҡабул ителә. Уны ниндәйҙер сиргә бәйләп ҡарарға ярамай. Өс бала атаһы һәм балалар менән эшләүсе кеше булараҡ, быға еңел ҡарайым, проблема тип ҡабул итмәйем.
Диспансерлаштырыу, профилактик тикшереүҙәргә килгәндә, улар һәр береһенең үҙ нормативы булған айырым төркөмдәр. Бер өлөш сәләмәт тип табыла, бер өлөш күҙәтеү талап ителгән категория тип һанала, ҡалғандары инде дауалау талап ителеүселәр. Ошо нормативтар буйынса сәләмәттәр 24,4 процент, ә ҡалғандар - шартлы рәүештә сирле. Йәғни улар үҙҙәрен һау-сәләмәт тоя, медицина күҙлегенән ҡарағанда "төҙәтәһе" урындар бар.

Шулай ҙа, ни өсөн балаларҙа ололар сирҙәре күҙәтелә: сирҙәр йәшәрә тиеүҙәре дөрөҫмө?

- Быға юридик яҡтан ҡарап яуап бирергә лә була, тормоштан сығып та әйтергә мөмкин. Балаларҙа ололарға хас ауырыуҙар табыла, сөнки берҙәм диагноз ҡуйыу системаһы буйынса эшләйбеҙ. Сирҙәрҙең халыҡ-ара квалификацияһы бар, хәҙер уны 11-се тапҡыр ҡабаттан ҡарауҙы көтәбеҙ. Ошо квалификация буйынса барлыҡ диагноздар ҙа бер төрлө, йәғни уларҙың бер өлөшөн балаларға, бер өлөшөн ололарға ҡуйырға ла була, әммә факт һәм формулировка буйынса улар бер үк. Ябай итеп, тормошсан итеп әйткәндә, хәҙер бит медицина тикшереүҙәре даими үтеп тора, медицинала билдәлелек, асыҡлыҡ барлыҡҡа килә. Бары тик элегерәк халыҡ үҙенең сәләмәтлегенә артыҡ иғтибар биреп бармай ине, хәҙер иһә ата-әсәләр балаларын ниндәйҙер сиргә бәйле түгел, ә былай тикшерергә килтерә. Элегерәк ниндәйҙер зарланыу булһа, педиатр үҙе ҡарап, үҙе дауалаһа, ниндәйҙер һығымта яһаһа, хәҙер диагнозды махсус профилле белгестәр ҡуя. Талаптар ҙа шундай - шикле диагноз күрһәң, шунда уҡ башҡа белгестәргә ебәрәһең.

Республикала былтыр 2018 йыл менән сағыштырғанда инвалид балаларҙың һаны 4,3 процентҡа артыуы, йәғни 687 кешегә күбәйеүе уйландыра. Әйтеүҙәренсә, етлекмәй, бәләкәй ауырлыҡ менән тыуған балаларға өс йәшкә тиклем инвалидлыҡ бирелә. Был һандар шуның һөҙөмтәһеме, әллә икенсе сәбәптәре лә бармы?

- Инвалид балаларҙың һаны артҡандыр тип уйламайым. Был, моғайын да, ҡануниәттәге үҙгәрештәргә, инвалидлыҡ критерийының үҙгәреүенә бәйлелер. Ҡануниәт нигеҙендә йүнәлтмәләр биреү тәртибе лә үҙгәрҙе. Элек инвалидлыҡ диагнозға ҡарап билдәләнһә, хәҙер иһә үҙен-үҙе ҡарай алыу-алмау мөмкинлегенән сығып бирелә.
Ваҡытынан алда йәки етлекмәй тыуған балалар буйынса... Был күренеш бит ғүмерлек түгел, барыһы ла тыуған ваҡытҡа үҫеш кимәленең ниндәй булыуына бәйле. Бәлки, уларҙың күреү һәм башҡа ағзалары тейешенсә үҫешеп етмәгәндер. Улар барыһы ла табиптарҙың күҙәтеүе аҫтында була - һәр пациент иҫәптә, улар график буйынса ҡарала, бынан тыш катамнез кабинеты бар һәм һәр район буйынса шундай кабинеттар ойошторабыҙ. Уларҙы офтальмолог, неонатолог, педиатр, невролог тикшереп тора, бынан тыш, кәрәкле белгестәр саҡырыла. Бала етлекмәй тыуһа ла, ул башҡаларҙан айырылмаған кеше булып үҫеп етә. Медицина яғынан беҙ уға үҫешергә ярҙам итәбеҙ һәм өс йәштәр тирәһендә улар тиҫтерҙәрен тулыһынса ҡыуып етмәһә лә, шул кимәлгә яҡынлаша, быға тиклем даими тикшереү аҫтында тотолған ҡайһы бер мәсьәләләр алына.

Һуңғы ваҡытта йәмғиәттә балаларға прививка эшләтеү кәрәкме, кәрәкмәйме тигән бәхәстәр бара. Әлбиттә, медик булараҡ, һеҙ прививка эшләтеү яҡлы, әммә бының етди һәм ныҡлы нигеҙҙәре, дәлиле булырға тейештер бит?

- Вакцинацияны мотлаҡ тип һанайым, сөнки беҙ ауырыу тураһында һүҙ алып барабыҙ, йәғни ул ниндәйҙер күләм менән бәйле. Әгәр вакцинация тотош популяцияға һауығыу, йәғни эпидемияға юл ҡуймау мөмкинлеген бирһә, прививканан һуң өҙлөккәндәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шуға күрә меңдәрсә кешеләрҙең һаулығы менән бер-ике кешенең өҙлөгөүен сағыштырыу урынлы түгел. Эпидемия булмаҫы - факт, ә киҫкенләшеү ихтмаллығы - факт түгел. Минең, мәҫәлән, өс балама ла прививкалар эшләнгән. Бер ваҡытта ла эшләтергәме, юҡмы, тигән һайлау тыуманы, бары тик сирҙән алда эшләтергәме, әллә сирләгәндән һуңмы, тигән һорау ғына булды. Вакцинация менән бик күп проблемалар хәл ителә. Кәрәкмәгән кеүек булһа ла, мәҫәлән, малайҙар эпидемик паротит (свинка) менән сирләне икән, был инде уға ғүмерлеккә түлһеҙлек менән янай. Әгәр прививкаһы булһа, сирләмәҫ тә, түлһеҙ ҙә ҡалмаҫ ине. Бындай миҫалдар меңдәрсә.

Хәҙер йәштәр генә түгел, ололар ҙа сәләмәт тормош рәүешенә өҫтөнлөк бирә, һәр кем үҙенә тап килгән спорт менән шөғөлләнергә, саф һауала йөрөргә тырыша, республикала спортты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Ниндәй сирҙәр балаларҙы физкультура дәресенән, спорт менән шөғөлләнеүҙән азат итә?

- Бында бер нисә мәлде ҡарарға кәрәк: беренсенән, сир киҫкенләшкән мәлдә дәрестән азат итеү. Был ваҡытлыса - бер аҙнанан бер айға тиклем һуҙылған күренеш. Икенсенән, әгәр сир хроник, шулай уҡ ортопедия, травматология менән бәйле булғанда. Әлбиттә, баланы тулыһынса азат итеү күҙҙә тотолмай, ә һүҙ ниндәйҙер аныҡ көсөргәнештән азат итеү тураһында бара. Сөнки ҡайһы бер патология ваҡытында һикереү, киҫкен хәрәкәттәр эшләү ярамай, шул уҡ ваҡытта үҙебеҙ үк йөҙөргә тәҡдим итәбеҙ. Сәләмәт тормош алып барыуҙы бер кем дә тыймай, унан бары тик үҙеңә файҙа ғына алаһың, шуға спорттан бөтөнләй баш тартырға тырышырға ярамай.

Мөхәммәт тауға килмәһә, тау Мөхәммәткә килә, тигәндәй, халыҡ медицина учреждениеларына йөрөргә яратмаһа, медицина учреждениелары халыҡҡа үҙе бара. Был күсмә бригадалар былтыр иғлан ителгән акция сиктәрендә генә эшләнеме, әллә ошо тәжрибәне артабан да дауам итеү күҙалланамы?

- Табиптарҙың күсмә бригадалары быға тиклем дә эшләне, хәҙер ҙә эшләй һәм киләсәктә лә эшләйәсәк. Әммә уның формаһы үҙгәреүе мөмкин. Мәҫәлән, Сибайҙа проблема килеп тыуғайны, беҙ тупландыҡ та киттек. Шундай проблемалар башҡаса килеп тыумаҫ тип әйтеп булмай. Былтыр, мәҫәлән, Сәләмәтлек поезы формаһында күсмә тикшереүҙәр ойошторолдо. Маршруттар билдәләнде һәм күсмә лабораториялар, диагностика системалары менән йыһазландырылған махсус машиналарҙа бригадалар алдан билдәләнгән биләмәләргә барып, халыҡты тикшерҙе. Сәләмәтлек поездары былтыр ярты йылда тотош Башҡортостанды йөрөп сыҡты. Моғайын, быйыл да шундай уҡ план булыр. Һауа торошо мөмкинлек биреү менән ул тағы ла маршрутҡа сығыр, тип көтәбеҙ. Район үҙәк дауаханалары күсмә ФАП-тар менән тәьмин ителеүгә һәм улар бер-ике көнгә ауылдарға барып, халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлегенә эйә булыуға ҡарамаҫтан, был эш формаһы ла дауам итәсәк. Шулай уҡ күсмә тикшереүҙәрҙе төрлө варианттарҙа һәм системалыраҡ итеү ниәте лә бар. Әлеге мәлдә Республика клиник балалар дауаханаһы өсөн диагностика ҡорамалдары булған автобус һатып алына. Йәғни күсмә медицина ярҙамы күрһәтеү - ул ҡатып ҡалған система түгел, ә даими камиллаштырылып торған ысул.

Шулай итеп...
Ғалимдар билдәләүенсә, илдең иҡтисады туранан-тура халыҡтың сәләмәтлегенә бәйле. Иҡтисади үҫештең донъя тәжрибәһе лә быны раҫлай. Сәләмәт граждандар - теләһә ҡайһы илдең йәки дәүләттең төп байлығы, етештереү ресурсы булып ҡына тормай, ә уның социаль-иҡтисади хәл-торошоноң индикаторы, лакмус ҡағыҙы ла ул. Бөгөн республика ғына түгел, ил етәкселегенең һаулыҡ һаҡлауҙы өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе итеп билдәләүе лә юҡҡа түгел. Бер килеп иҡтисад та тотороҡланыр, халыҡтың сәләмәтлеге лә яҡшыраҡ булыр, тип өмөтләнәйек.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ
әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.02.20 | Ҡаралған: 541

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru