«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"УРАЛ БАТЫР" ЭПОСЫ УТЫҘ ТЕЛДӘ ЯҢҒЫРАНЫ
+  - 

Ошо көндәрҙә Өфөлә Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәрендә һәм сит телдәрҙә "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосын яттан һөйләүселәрҙең халыҡ-ара конкурсы үтте. Унынсы тапҡыр ойошторолған ярышта Рәсәйҙең төрлө өлкәләренән, Һиндостан, Израиль, Германия, Ҡырғыҙстан, Монголия, Франция, Үзбәкстан, Украина һәм башҡа илдәрҙән 400-гә яҡын кеше ҡатнашты.

Быйыл конкурсанттар "Урал батыр"ҙы утыҙ телдә башҡарҙы: кемдәр баш ҡалаға килеп ҡатнашты, кемдәр видеояҙма ебәреп телмәр оҫталыҡтарын күрһәтте. Ҡатнашыусыларҙың күбеһе башҡорт һәм урыҫ телдәрендә яттан һөйләһә лә, араларында мари, татар, инглиз, ҡытай, немец, төрөк, француз, лезгин, әзербайжан, әрмән, иврит, испан, итальян, поляк, удмурт, сыуаш, украин телдәрендә яңғыратҡандары ла булды. Күп уҡыусыларҙың эпосты туған телдәренә үҙҙәре тәржемә яһауы билдәле һәм конкурсты ойоштороусы Башҡортостан социаль технологиялар институты, Республиканың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты вәкилдәре быға тик ыңғай ҡарашта булды.
- Бына 10 йыл инде төрлө яҡтан бында милли кейемдәрҙә уҡыусылар, педагогтар милли музыка ҡоралдары, декорациялар алып килә һәм мәңгелек башҡорт эпосын донъяға яңынан аса. "Урал батыр" - ул Йыһан, халыҡтың икһеҙ-сикһеҙ уйҙары, тойғолары. Мине һәр ваҡыт эпостағы бер күренеш ғәжәпләндерә: Йәнбирҙе турһыҡтағы ҡанды тәмләгән улы Шүлгәнгә ҡул күтәргәс, Урал ағаһын яҡлап атаһына ҡаршы төшә, балаға һуғырға ярамай, ти. Аңлайһығыҙмы, ЮНЕСКО-ның кешеләргә толерантлы булыу тигән был иң төп постулаты беҙгә нисәмә быуаттар төпкөлөнән килгән! Бына ошоно конкурста ҡатнашҡан балалар бәләкәйҙән белеп, аңлап үҫә, - ти был турала ЮНЕСКО-ның баш белгесе Людмила Богуславская.
Әйткәндәй, ойоштороусылар конкурс шарттарына йыл да төрлө үҙгәрештәр индереп тора. Был, ғәҙәттә, эпосты яттан һөйләүҙән тыш, талантлы балаларға һөнәрҙәрен күрһәтеп, ижади һәләттәрен һынап ҡарауға йүнәлтелә. Быйыл да ошо традициянан ситләшмәгәндәр һәм республикала үтәсәк Бөтә донъя Фольклориадаһы-2020 сараһына арнап "Халыҡ хореографияһы", "Вокал һәм башҡарыу оҫталығы" номинациялары булдырылған. Уларҙа уҡыусылар видеояҙмалар ебәреп, ситтән тороп ҡатнашҡан. Тағы ла бер нисә тел белеүселәр өсөн "Полиглот" тигән махсус номинация булдырылған, быйыл уның сиктәрендә 17 кеше сығыш яһаған. Ярышта балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары һәм колледж студенттары ла әүҙем ҡатнаша һәм эпосты яттан белеү кимәлдәре лә төрлө. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһының 48-се Башҡорт лицейында белем алған Сәминә Ҡолтоманова өләсәһе Сәғирә Хөсәйенова менән икенсе тапҡыр килгән. Ҡыҙ әлегә эпостың 110 юлын яттан һөйләй, думбырала уйнай һәм бында талантлы йәштәштәре менән танышып, аралаша алыуына ҡыуанып бөтә алмай. "Эпосты ятлауы ауыр түгелме?" тигән һорауға Сәминә: "Юҡ, сөнки мин башҡорт балаһы бит", - тип яуап бирҙе. Ә бына Сибай педагогия колледжының 1 курс студенты Мәҙинә Акилова "Урал батыр"ҙың 3500 юлын яттан белә.
- Эпосты бала саҡтан яратып ятлайым, был һөйөүҙе миндә өләсәйем тәрбиәләне, - тине ҡыҙ әңгәмәләшкәндә. - Төрлө конкурстарҙа ҡатнашам, был конкурсҡа икенсе тапҡыр килеүем. Бөгөн баһалама ағзаларына 700-сө юлдан алып 140 шиғри юлын һөйләп ишеттерҙем. Был конкурстың әһәмиәтен мин башҡорт балаларына үҙ туған телен, ата-бабалары мираҫын белеп үҫтереүгә йүнәлтелгән булыуында күрәм. Бөтә мосолмандарға "Ҡөрьән" китабы ни тиклем ҡәҙерле булһа, башҡорттарға ла "Урал батыр" эпосы шул ҡәҙәре ҡиммәт.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Юҡҡа ғына йыл да бер тиҫтәлек тарихы булған конкурста ҡатнашырға теләүселәр һаны кәмемәүенә ғәжәпләнерлек түгел. Сөнки бала йәнле ойоштороусылар береһен дә ярыштан буш ҡул, китек күңел менән ҡайтарғаны юҡ. Шуға ла конкурстың номинациялары ла күп, еңеүселәре һәм маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр алыусылары иҫәпһеҙ-һанһыҙ. Быйыл да һәр номинацияла беренсе урын яулаусылар ғына өсәр кеше булды. Мәҫәлән, "Урал батыр" эпосын башҡорт телендә һөйләүселәр араһында Асҡын ауылынан Илнара Ғайбатова, Стәрлетамаҡ районы Золотоношка ауылынан Айтуған Мөхәмәтйәнов, Сибай гимназия-интернатынан Көнһылыу Солтанғужина еңеүсе тип табылды. Ә халыҡ бейеүҙәре, йырлау һәм музыкаль инструменттарҙа уйнау оҫталыҡтары буйынса алтышар беренсе урын алыусылар билдәләнгән! Урал батырҙың данын бөтә донъяға танытҡан, аманатын йәш быуындың аңына һалыуға йүнәлтелгән сараның башҡаса булыуын күҙ алдына ла килтереп булмай. Киләсәктә ошо яҡшы эш тағы ла киңерәк ҡолас йәйеп, дауам итһен, тип теләргә генә ҡала.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.02.20 | Ҡаралған: 432

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru