«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠОЛАС ЙӘЙЕП #ӨЙҘӘ КӨТӘЛӘР
+  - 


Башҡортостанда йәштәрҙе эш урындары менән тәьмин итеү йәһәтенән барыһы ла атҡарыла тибеҙ ҙә, был турала аныҡ ҡына ниндәй саралар күрелеүе тураһында белеп етмәй инек. Ниһайәт, ошо көндәрҙә баш ҡаланың "Торатау" Конгресс-холл бинаһында үткән #Өйҙә студенттар форумы был мәсьәләгә асыҡлыҡ индерҙе. Сарала Мәскәү, Санкт-Петербург, Силәбе, Ҡаҙан, Екатеринбург, Магнитогорск, Ырымбур, Һамар, Пермь, Ханты-Манси, Әлмәт, Ижевск, Сорғот ҡалаларынан һәм республика юғары уҡыу йорттарынан 900-ҙән артыҡ йәштәр ҡатнашты. Уларҙы ун ике йүнәлеш буйынса әҙерләнгән фекер алышыу майҙансығында республика министрлыҡтары, ҙур предприятие етәкселеге, үҙ өлкәһендә уңыш ҡаҙанған яҡташтар урындағы шарттар менән таныштырҙы.

Бөгөн Башҡортостанда сифатлы белем алырға ла, артабан дәүләт йәки шәхси предриятиеларҙа хеҙмәт юлы үтергә лә, үҙ эшеңде асырға ла мөмкинлектәр булдырылған. Ләкин ситтә вуз тамамлаған йәштәр генә түгел, республиканың юғары уҡыу йорттарында уҡығандар ҙа Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә эшкә сығып китергә генә тора. Баш ҡала тирәһендә эш урыны таба алмағандары ауыл еренә миллиондар вәғәҙә ителһә лә ҡайтырға ашыҡмай. Шулай ҙа #Өйҙә студенттар форумында һәр кемдең күңеленә юл табыу, республикала асыҡ мөмкинлектәр территорияһы булыуын сағылдырыу өсөн барыһы ла эшләнде. Ун ике майҙансыҡта республиканың цифрлы сәнәғәт, энергетика, медицина, ауыл хужалығы, туризм, мәҙәниәт һәм сәнғәт, мәғариф һәм фән, ресторан кәсебе, шәхси эшҡыуарлыҡ, көс структуралары, шәхесеңде үҫтереү һәм карьера төҙөү буйынса файҙалы лекциялар, фәһемле фекерҙәр, әңгәмәләр ойошторолдо. Сара БР Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, Премьер-министр урынбаҫары - БР ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров һәм студенттарҙың һорау-яуап формаһындағы аралашыуы менән тамамланды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йәштәргә видеояҙма аша мөрәжәғәт итте: "Бөгөнгө осрашыу минең башланғысым: һеҙҙең менән аралашырға, нисек йәшәйһегеҙ, ҡасан өйгә ҡайтырға йыйынаһығыҙ тигән һорауҙарымды йүнәлтергә теләгәйнем. Иң мөһиме, бик күп йәштәребеҙ илдең иң яҡшы вуздарында белем алыуы менән ғорурланабыҙ, төплө белем алыуығыҙ һәм шәп практика үтеүегеҙгә шатбыҙ. Үҙем дә ун йыл тирәһе илгә хеҙмәт итеп өйгә ҡайттым. Өйҙә беҙ кәрәк. Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ!" - тине ул.

Шулай итеп, #Өйҙә студенттар форумы республика етәкселеген, эш урындары тәьмин итеүселәрҙе һәм эш эҙләүселәрҙе бергә туплаған, үҙ-ара аңлашылмаусанлыҡтарҙы юйған сараларҙың береһе булды. Унда ҡатнашыусыларҙың үҙҙәренән дә осрашыуҙың һөҙөмтәлеге тураһында һораштыҡ.

Илгиз Байморатов, "FinExpertiza" халыҡ-ара аудитор-консалтинг селтәре вице-президенты, "ФинЭкспертиза" ЯСЙ генераль директоры, иҡтисад фәндәре кандидаты, "Рәсәй лидерҙары" конкурсы еңеүсеһе: Фекер алышыу барышында йәштәргә карьера төҙөү буйынса кәңәштәремде еткерҙем. Ғәҙәттә, бөгөн йәш кеше һөнәрҙе йә күңеленә ятыуы, йә аҡсалы булыуына ҡарап һайлай. Ә мин йәштәргә талантыңа ҡарап һөнәр һайларға, карьера төҙөргә кәңәш иттем. Һәр кемдең һәләте бар, тимәк, кеше ҙур көс түкмәйенсә еңел генә ниҙер эшләй ала. Форумда БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов әйтеүенсә, Волга буйы округында беҙҙең республика йәштәргә бай төбәк. Күптәре ситкә китһә лә, төбәктә ҡалғандар ҙа етерлек һәм алдыбыҙҙа уларҙың көсөн һөҙөмтәле файҙаланыу бурысы тора. Ә бының өсөн тәү сиратта төбәктең ихтыяжы, эш урындары тураһында мәғлүмәтте ваҡытында еткереү мөһим. Башҡортостандың мәғариф системаһы һәм иҡтисады, сәнәғәте араһында уртаҡлыҡ булһын өсөн мәғлүмәт еткереү һәм тығыҙ аралашыу кәрәк. Ошо бурыстарҙы #Өйҙә студенттар форумы яҡшы үтәне...

Марат Төхвәтуллин, Schneider group консалтинг компанияһы хеҙмәткәре: Карьераны проектлау буйынса аҡыллы фекерҙәргә арналған майҙансыҡта эшләнем. Бында үҙ өлкәһендә уңыш ҡаҙанған төрлө шәхестәрҙең фәһемле сығыштары яңғыраны, һуңынан студенттар араһында тимбилдинг уйыны ойошторолдо. Мин дә тәжрибәм менән бүлештем һәм студент йылдарынан уҡ карьера тураһында уйлана башларға кәңәш иттем. Бынан 5 йылдар самаһы элек бакалавр дипломын алғас та магистратураға уҡырға инһәләр, хәҙер бакалаврҙан һуң эшкә урынлашыуҙы хуп күрәләр. Шуға студенттар ҡайһы вуздарҙа эш менән уҡыуҙы бергә алып барыуы уңайлы, йәшәү шарттары менән ҡыҙыҡһындылар. Мин Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтын тамамлағандан һуң 3 йыл эшләйем, шул уҡ ваҡытта Башҡорт дәүләт университетында аспирантурала белем алам. Ошо 3 йыл эсендә 3 эш урынын алмаштырҙым, билдәле бер ваҡыт етеү менән эшмәкәрлек өлкәһен алмаштырырға кәрәк булыуын аңлай инем. Йәштәр менән был турала ла фекер алыштыҡ. Сөнки элек кеше бер урында оҙайлы ваҡыт эшләп кенә һөнәри оҫталыҡ туплай ала һәм үрләтелә тиһәләр, бөгөн бер нисә урында үҙен һынап ҡарап кимәлен үҫтергәндәр ҙә байтаҡ. Һуңғылары эш урынын ғына түгел, бөтөнләй эш өлкәһен ҡапма-ҡаршыға үҙгәртеп, бөтәһен дә яңынан башларға ярата. Әммә бик йыш бер ерҙән икенсе ергә күсеп, һөнәреңде үҙгәртеп йөрөп карьера эшләүҙең уңайлы осорон үткәреп ебәрмәҫкә кәрәк. Бер мәл 30 йәшең тулып, бер өлкәлә лә уңыш ҡаҙана алмаған кешегә әйләнеүең бар. Ә үҙемә килгәндә, Мәскәүҙә 2010 йылдан бирле йәшәйем һәм һөнәри уңыш ҡаҙаныу йәһәтенән аныҡ пландарым бар. Киләсәктә Башҡортостанға Мәскәүҙән ҡайтҡан өсөн генә түгел, ә үҙ көсөнә ышанған юғары кимәлдәге белгес булғанлыҡтан эш урынында өҫтөнлөктәр алған һәм республика мәнфәғәтенә хеҙмәт иткән шәхес булғым килә.

Тимур Ниғмәтуллин, шәхси эшҡыуар: Цифрлы сәнәғәт һәм энергетика темаһына арналған майҙансыҡ эшендә ҡатнаштым, "Башнефть", "Башкирэнерго", Өфө маторҙар төҙөү берекмәһе һәм башҡа республикалағы ҙур предприятиеларҙың етәксе хеҙмәткәрҙәре менән осраштыҡ. Мәскәү политехник университетының 3D технологиялар һәм эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге инновациялар йүнәлеше буйынса юғары белем алған кеше булараҡ, бик ҡыҙыҡлы аралашыу көткәйнем. Республикала йәш кадрҙар ялларға теләгән ҙур ойошмалар барлығына ышаныс тыуҙы, һәр береһе төрлө уңайлыҡтар, мөмкинлектәр вәғәҙә итә. Шулай ҙа бында эшкә ҡайтыу өсөн миңә барыһын да яҡшы уйларға кәрәк, сөнки әлегә мин шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнәм һәм уҡыуҙы тамамлағандан һуң бер ҡайҙа ла эшләгәнем юҡ. Иптәш егет менән студент сағыбыҙҙа уҡ майҙар етештереп һатыу итә башланыҡ һәм үҙебеҙҙе туйындырырлыҡ аҡса эшләйбеҙ. Аҙнаһына ике көн эшләһәм, бер айлыҡ эш хаҡын алам, төрлө йәрминкәләрҙә ҡатнашыу ҙа килемле. Башҡортостанға ҡайтҡан хәлдә, минең өсөн хеҙмәткәрҙәрҙе танышлыҡ йәки башҡа шундай шарттарға ҡарап түгел, ә һөнәри оҫталығы, белеме буйынса баһалауҙары мөһим.

Азалия Ғиләжева, Санкт-Петербург тау университеты студенты: Бер йылдан университетты маркшейдер эше йүнәлеше буйынса тамамлайым. Шуға һөнәрем буйынса республикала эшкә төшөү мәсьәләһен белергә, тип килгәйнем форумға. Осрашыуҙа ҡатнашҡан барлыҡ компаниялар ҙа, йәштәргә эш бар, тип ышандырҙы һәм үҙемдең дә республиканың ҡайһы бер ойошмалары менән хеҙмәттәшлек тәжрибәм бар. Мәҫәлән, былтыр "Башкиравтодор" акционерҙар йәмғиәтендә практика үттем, бигерәк рә райондар буйлап йөрөп эшләү оҡшағайны. Быйыл "Башнефть" компанияһында практика түләүле тигәйнеләр, шунда ҡайтырға ниәтләйем. Унда хеҙмәткәрҙәре лә башҡа урындарға ҡарағанда юғарыраҡ эш хаҡы алыуы сер түгел. Эш урыны һәм аҡса табыу йәһәтенән Себер тарафтары уңайлыраҡ булһа ла Башҡортостанға ҡайтырлыҡ шарттар тыуҙырылыуы ҡыуандырҙы. Артабан да эштәр ошолай ыңғай барһа, минең менән бергә тағы 4 яҡташыбыҙ белем ала, улар ҙа үҙ тыуған еренә ҡайтырға риза булыр ине.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.02.20 | Ҡаралған: 478

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru