«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕГЕТТӘР, ҺЕҘГӘ ӘЙТӘМ Ә ҠЫҘҘАР ТЫҢЛАП ТОРҺОН
+  - 


Мин бәләкәйерәк саҡтарҙа, бер ни була ҡалһа, атайым: "Эх, егетт-ә-ә-р!" - тип ҡуйыр ине. Уның шул "егеттәре" нисектер хәтеремә һеңеп ҡалған да, минең дә үҙ көнитмешемдә ваҡыты-ваҡыты менән яңғырап ҡуйғылай. Ниндәйҙер әйтеп тә бөтөрөп булмай торған эске бер хәсрәт үә үкенес тойғоһо шул рәүешле үҙенән-үҙе тышҡа бәреп сығалыр инде, күрәһең.

Бына әле лә, оло илдә ҡабул ителгән ҡанундарға ярашлы, инде тамам күнегелеп, ғәҙәткә әйләнеп киткән сара - рәсми телдә Ватан һаҡсылары, ә халыҡ араһында ир-егеттәр көнө тип аталған байрам алдынан да, ни эшләптер, "Эх, һеҙ, егеттәр!" тип әйткем килеп ҡуя. Әлбиттә, үкенес белдерер, йә иһә һуҡраныр өсөн түгел. Ысынлап тороп та, бер аҙ шаяртыбыраҡ та әйтер һүҙҙәрем төйнәлеп-йыйналып тора әле. Бәлки, улар тышҡа шытып та сыҡмаҫ ине, әммә тынғыһыҙ мөхәрриребеҙ Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы һис тәҡәт бирмәй, шул ир-ат хаҡында яҙ ҙа яҙ, тип ныҡыша. Ни эшләйһең, тыңлашмайынса ла булмай: ул ни, үҙе баш, үҙе муйын булғас, ҡайҙа теләй - ҡәләмеңде лә шуға көйләй.
Инеш һүҙ оҙаҡҡараҡ һуҙылды, эштең асылына күсер ваҡыттыр. Бына, егеттәр, һеҙгә ниҙәр әйтер инем, диҡҡәт итеп тыңлағыҙ ҙа, урыҫ әйтмешләй, танауҙарығыҙға киртеп ҡуйығыҙ. Сиған затынан, йә иһә ҡыҙ-ҡырҡын булһағыҙ, ҡолағығыҙға алҡа итеп тағығыҙ, тип тә өҫтәр инем. Шулай ҙа, тигеҙ хоҡуҡлылыҡ хаҡына, ғалимдарса әйткәндә, гендерлыҡ бизмәнен бер яҡҡа ауҙармаҫ өсөн, ҡыҙҙарыбыҙ ҙа ошо телмәремә ҡолаҡ һалһын ине, тим.
Ысынында, ир-егетлек - бик боронғо замандарҙан уҡ үтә мәртәбәле сифаттарҙың тәүгеләренән булғандыр. Бының өсөн тән төҙөлөшөңдөң ирҙәрсә булыуы, йә иһә һаҡал-мыйыҡ ебәреү генә аҙ әле ул. Бына, егеттәр, һеҙгә әйтәм, шундай заманалар булған: ҡатын-ҡыҙ заты өҫтөнлөк ҡылып (матриархат тип атала), бар ҡәбилә менән идара иткән архаик дәүерҙә, ай-һай, ир-егеттәргә еңелдән булмағандыр, тим. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, иртә таңдан ялан-урмандарға сығып китеп, киске усаҡҡа һис юғында берәй йүнһеҙ генә булһа ла йәнлекте тотоп алып ҡайта алмайһың икән, эшең харап. Ҡатын-ҡыҙ тигәнең үҙенән генә түгел, дөйөм аш ҡаҙанынан да мәхрүм итәсәк. Усаҡ янына йыйылған таҫыллыраҡ, ҡотло ҡуллыраҡ ырыуҙаштарыңдың күҙ алдында әҙәм мәсхәрәһе итеп, типкесләп, ҡыуып ҡына ебәрәсәктәр. Ас ҡалыуың әллә ни булмағанда ла, хурлығы ни тора! Шул меҫкен ир ишараттарын, зиһенем ҡорған кинофильмда күргәндәй булып, йәлләп тә ҡуям әле, бахырҡайҙарҙы. Улай тиһәң, ғәйеп үҙҙәрендә инде: кем ризыҡ тапмай - шул ашамай. Ир бул, имәндәй ныҡ бул, арыҫландай ғәйрәтле, юлбарыҫтай йылғыр бул! Тик шунда ғына тоҡомоң ҡалдырырлыҡ ҡыҙға ир булырға рөхсәт биреләсәк. Бына нисек булған архаик егетлек. Уйлайым, уйлайым да, шундайыраҡ фекергә киләм: ана шул ҡанундар мотлаҡ үтәлмәгән йәмғиәтебеҙҙә ир затында тик ҡатын-ҡыҙға ғына хас сифаттар өҫтөнлөк итә башланы түгелме һуң? Физик яҡтан да (ҡорһаҡ үҫтереп тороп), психик яҡтан да йомшаҡлыҡтың арта барыуы, яһалма нәзәкәтлелек, күп һүҙлелек, үпкәселлек, хатта нарциссизм (көҙгөгә йыш ҡарап, тышҡы ҡиәфәтеңде барлау), күпләп косметика ҡулланыу - шулармы инде ир-егетлек сифаттары, ташҡа үлсәйем. Әйтәм, ҡатын-ҡыҙ заты һанға һуҡмағас, берәҙәклектә ғүмер һөргән ирҙәр күбәйеп китте.
Хәйер, ғалимдар йәмғиәт спираль буйынса үҫешә, ти, тимәк, матриархатҡа яңынан әйләнеп ҡайтыуыбыҙ ҙа бар. Эйе шул, ана Башҡорт илендә лә, берәмләп булһа ла, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ район тиклем районға башлыҡ вазифаһына үрләтелә. Сит илдәр хаҡында әйтерлек тә түгел, ҡатын-ҡыҙ премьер-министрҙары ла, президенттары ла телевизор экрандарынан төшмәй. Шулай булғас, ир азаматтары, беҙгә лә яңы шарттарға алдан уҡ әҙерләнә башлау фарыздыр. Юғиһә, теге матриархаттағыса, һис шикһеҙ, ситкә тибелеп йәшәүгә дусар ителәсәкбеҙ. Ошо урында, шаяртыбыраҡ әйтелгәндәрҙән һуң, етди һүҙгә күсәйек.
Һорау бирерһегеҙ, әлбиттә, беҙгә ни эшләргә һуң, тип. Ысын ир-егет була алыу алымдары байтаҡ ул. Бөртөкләп һанап сығайыҡ, булмаһа.
Бының өсөн иң элгәре физик таҙалыҡ талап ителә. Сәләмәт тәндә ирлек ҡеүәте арта, азаматлыҡ рухы көсәйә. Саңғыға баҫ, бокс менән шөғөллән, көрәшсе булып майҙанға сыҡ, хоккей уйна, фитнес залына йөрө, тән һәм ҡул мускулдарын нығыт, воркаутсы бул - аҙмы ни хәҙер шундай шөғөлдәр. Шулай итмәһәң, сибек һәм сирләшкә булып, теләһә ниндәй хулиган ҡаршыһында үҙеңде меҫкен бер зат итеп тоясаҡһың.
Тәмәке тартма, алкоголле эсемлектәрҙән баш тарт. Кем шуларға күнеккән, тора килеп зыянын да күрәсәк. Былар бит һис тә ирлек, егетлек күрһәткестәре түгелдер. Ана, Роберт Дәүләтшин, Марат Абдуллиндар кеүек егеттәрҙән ҡалышма. Саф күңелле ысын башҡорт егеттәре улар, һомғол, ныҡ һәм таҙа кәүҙәле тышҡы һындарынан нур бөркөлөп тора.
Ир-азамат яугирлыҡта һынала. Яҙыусы, аҡһаҡал Ғәлим ағай Хисамов боронғо башҡорт ата-бабаларыбыҙҙың төп һөнәре яугирлыҡтан торған, тип иҫәпләй. Был хаҡтыр. Теләһә ниндәй сибек һәм булдыҡһыҙҙан яугир сыҡмай. Михаил Лермонтов та заманында ошо хаҡта бына нисек әйткән: "Баһадирҙар түгел һеҙ. Аяуһыҙҙыр улар яҙмышы, бик аҙҙары ҡайтты яу тынғас..." Ысын яугир булам тиһәң, рухи ҡеүәткә, ихтыяр көсөнә өлгәш. Тәнеңде лә, йәнеңде лә төрлө һынауҙар аша ныҡышмалы рәүештә үтеп сығырға күнектер. Походтарға йөрө, йылғаларҙы кис, тауҙарға үрлә. Ир-егет әрме хеҙмәтенә саҡырыла, унда хәҙер ҙә еңеллек юҡ, ауырлыҡтар, һынауҙар алдында юғалып ҡалмаҫлыҡ итеп, үҙеңде, рухыңды сыныҡтыр. Юғиһә, бәләгә тарырыңды көт тә тор!
Ир-егет даирәһе - йәмәғәт майҙаны. Кәрәк икән, ошо майҙанда хаҡлыҡ, хәҡиҡәт өсөн тауыш бир, халҡың мәнфәғәттәрен, ғөрөф-ғәҙәттәрен яҡлау һәм һаҡлау хаҡына үҙ-үҙеңде йәлләмә. Был - ысын егетлек билдәһе.
Фани донъяға ир заты итеп яратылғас, Хоҙайҙан тапшырылған ирлек - атайлыҡ бурысын да онотмау зарур. Үҙ йәрен табып, ғаилә ҡормаған, бала-саға үҫтермәгән ир, был нисек кенә үкенесле һәм ҡыҙғаныс булмаһын, ысын бәхеткә өлгәшә алмай. Өйләнгәс-ниткәс, ғаилә усағын тоҡандырғас, ундағы етеш үә ғәмле көнитмеш тә, үҙ-ара килешеп, ихтирам һаҡлап йәшәү ҙә башлыса ир-егеттең холоҡ-ҡылыҡтарынан тора. Иң мөһиме - хәләл ефетеңә ҡарата мөхәббәтле булып йәшәп, хыянаттан һаҡлана белеү. Шулдыр ғаилә тотороҡлоғоноң төп ҡануны. Йәнә шул: ир-егет, үҙенән бигерәк, балалары киләсәген хәстәрләп йәшәй. Тап балалар хаҡына үҙ эгоизмыңдан азат була алыу - ысын ирлек сифаты.
Ир-егетлек сифаттары күп төрлө, уларҙы һанап сығыу мөмкин дә түгел. Әммә тағы ла бер нәмәне иҫтән сығармау урынлы. Ир намыҫы тигән бер үтә мөһим төшөнсә бар. Йәшәйештә төрлө ауыр хәлдәр килеп тыуа, баҫым-ҡыҫымдар ҙа була торған хәл. Тап шул саҡта намыҫыңды саф көйө һаҡлай алыу, һатмау һәм һатылмау - егетлектең иң аҫыл өлгөһөнә әүерелә. Бөйөк Рәмиебеҙ тап шулай әйткән дә инде: "Ир намыҫы менән һатыу итеү иң кәмһеткес ирҙең йөрәген". Шуға күрә, башҡаларҙы ла, үҙебеҙҙе лә һис бер кәмһетмәйенсә, күкрәктәребеҙҙә намыҫ һаҡлар йөрәк булып, ауырыраҡ саҡта бер-беребеҙгә терәк булып йәшәйек әле, башҡорт ир-егеттәре!

Бәҙри ӘХМӘТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.02.20 | Ҡаралған: 508

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru