«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТАҢДЫҢ ҒЫНА УЛЫ БУЛМА ХАЛҠЫҢДЫҢ ДА УЛЫ БУЛ
+  - 


Башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевты Ер шарының бөтә нөктәләрендә беләләр тиһәк, бер ҙә арттырыу булмаҫ, моғайын. Шуға ҡарамаҫтан, милләттәштәребеҙ араһында Салауатов фамилиялы кешеләр бик һирәк осрай. Быға, һис шикһеҙ, Екатерина Икенсенең Емельян Пугачев етәкселегендәге 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе Салауат Юлаев исемен яңы тыуған малайҙарға ҡушмаҫҡа тигән Указы сәбәпсе. Шулай булһа ла, ул заманда ла легендар батырыбыҙҙың исемен балаларына ҡушҡан ҡыйыу башҡорттар булған.
Ишембай районы Хажы ауылында ла бар Салауатов фамилияһын йөрөткәндәр. Уларҙың береһе, атап әйткәндә, Радик Салауатов - Мәләүез ҡалаһында билдәле кеше. Халыҡҡа юридик һәм консультация ярҙамы күрһәткән агентлыҡтың тәжрибәле етәксеһе булараҡ ҡына түгел, ә йәш быуынға башҡортлоҡ рухы, илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү йүнәлешендә алып барған тынғыһыҙ эшмәкәрлеге менән дә хөрмәт ҡаҙана ул. Милли рухта тәрбиәләнгән егет - 1988-1996 йылдарҙа Мәләүез ҡалаһы һәм районында әүҙем эшләгән "Көнгәк" йәмәғәт ойошмаһының иң һуңғы һәм иң йәш ағзаһы. Тап ошо йәмәғәт ойошмаһына йөрөгәндә башҡорт халҡының данлы үткәне, арҙаҡлы шәхестәре менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башлай. Был башланғысына нигеҙ, әлбиттә, тыуған ғаиләһендә һалынған. Бөгөн иһә ул үҙенең белемен һәм тормош тәжрибәһен йәш быуын менән ихлас уртаҡлаша. Радик Йәһүҙә улы менән һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы әңгәмә ҡорорға мөмкин. Бөгөн уның менән "Заман башҡорто ниндәй булырға тейеш?" тигән һорауға яуап эҙләнек.

- Мин, ғәҙәттә, ир-егеттәрҙе шартлыса өс төркөмгә бүләм: берәүҙәр үҙе өсөн генә йәшәй. Һөҙөмтәлә ундайҙар бер кемгә лә кәрәкмәй, йәғни уларҙы киләсәктә бер кем дә иҫләмәйәсәк. Икенселәре ғаиләһе, яҡындары өсөн генә тырыша һәм туғандары иҫән булғанда ғына уларҙың хәтерендә һаҡлана. Өсөнсөләре үҙе һәм ғаиләһенән тыш, йәнә йәмғиәт өсөн дә йәнен фиҙа ҡылырға әҙер. Бына шундайҙар башлыса халыҡ күңеленән урын ала. Был фекерем башҡорт халҡының "Атаңдың ғына улы булма, халҡыңдың да улы бул" тигән әйтеменә тура килә.
Әйткәндәй, ғалим-социологтар тарафынан да был күренеш иҫбатланған. Үрҙә атап кителгәндәрҙең өсөһө бер бөтөндө тәшкил иткәндә генә кеше тулыһынса бәхетле була ала: үҙен һәм маҡсаттарын бойомға ашырһа, яратҡан кешеләренең һөйөүен, йылыһын, кәрәклеген тойһа һәм ижтимағи тормошта үҙ урынын тапһа, йәғни йәмғиәткә файҙа килтереүҙән шатлыҡ кисерһә. Шуныһы ғәжәп: һуңғыһы хатта мөһимерәк тә! Заман башҡорто нәҡ шулай булырға тейеш, тип уйлайым.
Мин үҙем өс бала атаһы булараҡ, уларға тормош иптәшем менән атай-әсәйҙәребеҙ беҙгә өйрәткәнде һәм үҙебеҙ белгәндең барыһын да бирергә тырышабыҙ. Туған телгә, Ватанға һөйөү ғаиләлә һалына. Ошо мәлде үткәреп ебәрмәҫкә кәрәк. Башҡорт телен өйрәнегеҙ, тыуған ерегеҙҙе яратығыҙ тип түгел, ә үҙ өлгөбөҙҙә тәрбиәләйбеҙ. Бергәләп концерттарға, тамашаларға, илһөйәрлек темаһына арналған киноларға йөрөйбөҙ, улар буйынса фекер алышабыҙ. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә тарихсылар менән бергә Салауатовтар нәҫеленең шәжәрәһен төҙөнөм. Һөҙөмтәлә ун ике быуынды барлап сыҡтым. Шуның менән бик ғорурланам һәм туғандарым да ошо хисте кисерәлер тип ышанам. Балаларыма үткәнһеҙ киләсәк юҡлығын аңлатырға тырышам. Ә тарихыбыҙ беҙҙең данлы! Йәш быуын атай-олатайҙары үткән юлда оялырлыҡ, ғәрләнерлек бер нәмә лә булмауын белеп, арҙаҡлы шәхестәребеҙ менән ғорурланырға тейеш. Ошо тойғоно кисергәндә генә улар туған телдә аралашыуҙан оялмаясаҡ.
Төп эшемдән һәм ғаилә бурыстарынан тыш, "Яугир" хәрби-илһөйәрлек клубы төбәк йәмәғәт ойошмаһында йәш быуынды сәләмәт тормошҡа, спортҡа ылыҡтырыу, уларҙы шәхси һәм рухи яҡтан үҫтереү өлкәһендәге эшмәкәрлеккә етди иғтибар бүләм. Ғөмүмән, мин һәр ваҡыт йәмғиәт тәрбиәһен, егеттәргә лидерлыҡ сифаттарын тәрбиәләүҙең әһәмиәтен беренсе урынға ҡуям.
Билдәле булыуынса, башҡорттарҙың быуаттар буйы идара итеү формаһы ҡор, ырыу йыйыны булған. Шатлығын да, ҡайғыһын да, проблемаларын да уртаға һалып, йәмәғәтселек хәл иткән. Бөтә эшен тиерлек өмә менән башҡарған. Яу килгәндә бергә күтәрелгән, балаларҙы ла дөйөм көс менән тәрбиәләгән. Ғөмүмән, башҡорт өсөн сит бала булмаған. Рәсәй сиген һаҡлаған ирҙәрҙең балаларын тәрбиәләү эшендә оло бабайҙар, инәйҙәр, күршеләр - бөтәһе лә үҙ өлөшөн индергән. Бөгөн арабыҙҙа ғаилә тарҡалыу сәбәпле, атай тәрбиәһе күрмәгән балалар бик күп. Күпме милләттәшебеҙ вахта менән ситтә эшләй. Тиҫтәләгән, йөҙләгән мең! Был ваҡытта уларҙың балалары компьютер артында ултыра, урамда йөрөй. Әгәр ҙә беҙ ошо аталары ситтә йөрөгән милләттәштәребеҙҙең балаларын бөгөн тейешенсә тәрбиәләмәһәк, тиҙҙән бөтөнләй икенсе быуын киләсәк. Шуға күрә, үҙен башҡорт тип иҫәпләгән һәр кем үҙе лә сәләмәт тормош алып барырға, спорт менән шөғөлләнергә, белем алырға, матди тотороҡлоҡҡа ынтылырға, үҙенең ырыу тарихын өйрәнергә һәм һәр ерҙә, һәр ваҡыт башҡаларҙы үҙенең артынан эйәртергә, йәш быуынға өлгө күрһәтергә тейеш! Бының өсөн күп тә кәрәкмәй: әйләнә-тирәгә иғтибарлыраҡ баҡһаң, шул етә. Кемгә кәңәш бирә алаһың? Күрше малаймы ул, ике туғаныңмы, дуҫыңдың балаһымы? Ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә кәрәк. Үҙең уңышлы булыуың ғына аҙ, милләттәшеңә күтәрелергә булышлыҡ ит. Һин һалған рух орлоғо шытып сығыуы оҙаҡ көттөрмәҫ. Ул артабан бала менән бергә үҫер, нығыныр һәм киләсәктә аяғында ныҡлы баҫып торған, башҡортлоғо менән ғорурланған, милләте киләсәге өсөн яуаплылыҡ кисергән шәхес булыр.
Үҙемдең бала сағымды хәтерләйем. Каникул ваҡытында ауылға ҡайтһам, таныш булмаған берәй оло кеше менән иҫәнләшмәһәм, улар мине туҡтатып, кем улы булыуымды һораша, кеҫәһенән кәнфит сығарып бирә лә, олатайға сәләм күндерә. Сәләмде тапшырғас, мотлаҡ олатай менән етди һөйләшеү була. Ул ауылда бөтә кеше, таныш булмағандары менән дә һаулыҡ һорашырға кәрәклеген аңлата. Бына шулай итеп улар беҙҙе, балаларҙы, күмәкләп тәрбиәләй ине. Урбанизация менән бәйле был күренеш юғала бара, әлбиттә. Әммә тәрбиәнең ошо формаһы, йәғни йәмғиәт менән тәрбиәләү бөгөн бигерәк тә көнүҙәк.
"Яугир" хәрби-илһөйәрлек клубы ошо йәһәттән 2020 йылды Йәштәр йылы тип иғлан итте һәм үҫеп килеүсе быуынға әхлаҡи-рухи, илһөйәрлек тәрбиәһе биреү, уларҙы сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу йәһәтенән маҡсаттар билдәләне.
Туған телгә һөйөү уятыу, үҫтереү йүнәлешендә эш алып барыу мөһим, сөнки башҡорт телендә һөйләшкән, уҡыған, концерт-театрға йөрөгән кеше булмаһа, беҙҙең тырышлыҡ ҡына бер нәмәгә килтермәйәсәк. Әгәр ҙә үҙ телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, тарихыбыҙҙы белмәһәк, өйрәнмәһәк, хөрмәт итмәһәк, беҙҙе бер кем дә ихтирам итмәҫ. Мәҫәлән, урамға сыҡҡас, күршең менән, ниндәй милләттән булыуына ҡарамаҫтан, "Сәләм!", "Һаумы!" тип иҫәнләш. Магазинда тауар һатып алғас, һатыусыға үҙ телеңдә рәхмәт белдер. Башҡорт кешеһе һиңә урыҫса өндәшһә, аңламағанға һалыш. Шулай иткәндә, бик тиҙҙән эргәңдә туған телендә һөйләшкәндәрҙең күбәйеүен күрерһең. Быны тымыҡ күлгә таш ырғытҡас, һыу өҫтөндә барлыҡҡа килгән түңәрәк менән сағыштырырға була. Таш ни тиклем күберәк булһа, шул тиклем түңгәләктәр ҙә йышыраҡ һәм ҙурыраҡ. Тормошта ла шулай: әгәр ҙә һәр беребеҙ бәләкәй генә "таш" ырғытһаҡ та, телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, милли үҙаңыбыҙ үҫешер. Бөтә нәмә фәҡәт үҙебеҙгә бәйле.

Лена АБДРАХМАНОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.02.20 | Ҡаралған: 537

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru