«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КӨСЛӘП АСҠАН КҮҘҘЕҢ ЯҠТЫҺЫ БУЛМАЙ
+  - 


Утыҙ һигеҙ йыл мәктәптә эшләгән дәүерҙә халыҡ мәғарифының әллә ни хәтле үҙгәрештәр кисереүенә шаһит булырға, төрлө эксперименттарҙа ҡайнарға тура килде. Заманың ниндәй - йәшәйешең дә шундай шул. Глобалләшеү, төрлө технологиялар үҫеше осоронда йәшәйбеҙ. Заманыбыҙға ярашлы мәктәптәрҙә дәреслектәр ҙә әленән-әле үҙгәреп тора. Ярай ҙа ул дәреслектәр балаларҙың аң кимәлен, психологик үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып төҙөлһә...

Үткән йыл бер әсәнең беренсе синыф балаһына дәрес әҙерләргә ярҙам иткәненә шаһит булырға тура килде. Бала Федераль дәүләт мәғариф стандарты талаптарына ярашлы төҙөлгән "Букварь" китабы буйынса уҡый икән (авторҙары: Р.Н.Бунеев, Е.В.Бунеева, О.В. Пронина). Дәрестә Кк, Нн хәрефтәрен өйрәнгәндәр. Ҡыҙыҡ өсөн генә бер дәрестә ошо хәрефтәр менән ниндәй һүҙҙәр өйрәнгәндәрен яҙып алғайным: Луганск, Кострома, Коломна, Инта, Курск, Клин, Минск, Котлас, Игарка, Лимпопо, Нара, Ока, Миссисипи, Монако, Кама, Миссури, Курган, Токио, Ниагара, Нил, Осака, Крит, Нагасаки, Канары, Осло.
Бала ауырлыҡ менән уҡыны был ят һүҙҙәрҙе. Бер дәрестә генә анау хәтлем географик атамаларҙың мәғәнәһен беренсе класс балаһының мейеһенә һеңдереп буламы? Уҡытыусыһы тиреһенән сыға яҙып аңлатырға тырышҡан хәлдә лә, был һүҙҙәр баланың аңына барып етмәгәненә иманым камил. "Миссури", "Ниагара", "Монако" һ.б. һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен аңлатыр өсөн әллә нисә дәрес кәрәк. Берәй ауыр хәл килеп тыуһа, үҙ илен биш тингә һатыр сит ил граждандарын тәрбиәләйбеҙме икән ни, тип аптырауға ҡалдым. Әсәй кеше:
- Сит телдән кергән һүҙҙәрҙең нимә аңлатҡанын һорап ҡуймаһа ғына ярар ине, тип ҡурҡып ҡына торам, ҡайһы берҙәрен үҙем дә белмәйем бит, - тине, әсенеп.
- Әллә стенағыҙға ҙур карта элеп ҡуяһығыҙмы? - тигән булдым, аптырағас.
Хатта карта элгән хәлдә лә был һүҙҙәрҙең мәғәнәһе баланың аңына барып етмәйәсәге көн кеүек асыҡ бит.
Белорет педагогия училищеһында уҡыған саҡтарҙы, беҙгә тырышып-тырмашып белем биргән, уҡытыусы һөнәренә һөйөү тәрбиәләгән уҡытыусыларымды һәр саҡ һағынып, ҙур хөрмәт менән иҫкә алам. Белем биреп кенә ҡалмаған, бөтөн яҡтан да тормошҡа әҙерләп сығарған бит улар беҙҙе. "Башланғыс класс уҡытыусыһы" дипломын алып сыҡһаҡ та, һигеҙ йыллыҡ мәктәптәрҙә эшләгәндә башҡа предметтар менән бер рәттән рәсем, музыка, хеҙмәт, физкультура дәрестәрен дә уҡытырға тура килә торғайны. Практика ваҡыттарында уҡытыусыларыбыҙ: "Дәрестә балаға аңлашылмаған бер генә һүҙ ҙә ҡалырға тейеш түгел", - тип, һүҙлек өҫтөндә эшкә ныҡ иғтибар бирерҙәр ине. Аңлашылмаған һүҙҙәрҙе айырым карточкаларға яҙып, һүрәтен йәки, мөмкин булһа, әйберҙең үҙен килтереп күрһәтер инек уҡыусыларыбыҙға.
Һуңғы йылдарҙа Федераль дәүләт мәғариф стандарттары тип, бөтә башланғыс синыф балаларын юғарыла телгә алынған дәреслек менән уҡыта башланылар. Быйылғы йылдан беренсе синыф балалары икенсе "Букварь"китабын ("Школы России") уҡый. Был дәреслек тәүгеһенә ҡарағанда күпкә уңайлыраҡ. Нисек кенә булһа ла, элекке дәреслектәр тыуған илеңә, халҡыңа ҡарата һөйөү, ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләне. Хәҙер беренсе космонавтың кем һәм уның ҡасан йыһанға осҡанын белмәгән балалар бар.
Бөтә мәктәптәрҙә лә балалар Федераль дәүләт мәғариф стандарттары буйынса уҡытылырға тейеш, тип, уҡытыу пландарынан йылдан-йыл төбәк компоненттары ҡыҫырыҡлап сығарыла килә.Һәр милләт балаһы үҙ телендә һөйләшһә, ата-бабаларынан ҡалған мираҫты, йырҙарҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы өйрәнһә, насармы ни? Үҙ илебеҙҙә, Башҡортостаныбыҙҙа йәшәп, ике генә сәғәт әсә телен уҡытып, балаға ниндәй белем, тәрбиә биреп була? Бигерәк тә ҡала мәктәптәрендә бер класта телде белгән балалар менән бөтөнләйгә белмәгән балалар бергә уҡыһалар, бынан ни файҙа? Оптималләштерәбеҙ, аҡсаны һаҡсыл тотонабыҙ, тип ваҡытты бушҡа әрәм итеү, балаларҙы ыҙалатыу, туған телгә ҡарата нәфрәт тәрбиәләү була бит был. Аҙаҡ быларҙың эҙемтәләре нисек булыр икән? Үҙ телен белмәгән, бәләкәй илен яратмаған бала ҙур илдең патриоты була алырмы?
Һәр милләт балаһында тәбиғи милли үҙенсәлек (природосообразность) һаҡланырға тейеш, тип иҫәпләйем. Ата-бабаларҙан быуаттар буйына мираҫ итеп тапшырыла килгән тәрбиә, донъяуи белем ауыр хәл-ваҡиғаларға тарығанда әҙәм балаһына ярҙам итмәйенсә ҡалмай. Атайымдың бер фронтовик танышының яҙмышы тураһында һөйләгәне хәтеремдә уйылып ҡалған. Һәр иртә яҙҙан беҙҙең ауыл кешеләре, Нөгөш буйлап һал ағыҙып, ялан яҡ кешеләренә һаттылар. Атайым һалға сыҡҡан һайын дуҫ-иштәрен, хеҙмәттәштәрен күреп, хәл-әхүәлдәрен белеп, күңеле күтәрелеп килер ине. Бер саҡ ул һуғыш ваҡытында әсирлеккә эләгеп, ғәрәп илдәренең береһенә барып сыҡҡан танышы менән осрашыуын, уның бәйән иткәндәрен беҙгә лә һөйләп ултырҙы: "Күмәк әсирҙәр туйынып ултырабыҙ, - тигән ул. - Беҙҙән әҙ генә ситтәрәк ғәрәптәр урынлашҡайны. Туйынып бөткәс, ғәҙәтем буйынса, "Аллааһу әкбәр!" тип, битемде һыпырып ҡуйҙым. Кинәт мине ғәрәптәр һырып алдылар ҙа ниндәй сүрәләр белеүем тураһында һораша башланылар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер сүрә лә белмәнем шул. Ҡайһылай булһа ла, шул ғәрәптәр миңә Тыуған илемә ҡайтырға ярҙам иттеләр..."
12-се Башҡорт лицейында эшләгән саҡта башланғыс кластарҙа "Шәжәрә" байрамы үткәргәйнек. Башҡорт балалары ла, башҡа милләт балалары ла был сараға ихлас әҙерләнеп, матур итеп шәжәрәләрен төҙөп килделәр. Ғорурлыҡ менән үҙҙәренең ата-бабалары тураһында һөйләнеләр, хатта ғаилә архивынан булған иҫтәлекле әйберҙәрен дә килтерҙеләр. Сығышы менән Баттал ауылынан булған икенсе класс балаһы бик борон ауылдарына Баттал исемле олатаһы нигеҙ һалыуы тураһында һөйләне. Ул, күҙҙәрен осҡонландырып: "Ҙур үҫкәс, улым тыуһа, Баттал исемен ҡушам", - тип өҫтәп ҡуйҙы. Ошо түгелме ни тыуған ереңә, халҡыңа оло мөхәббәт, быуындар бәйләнеше, күсәгилешлелек!
Хоҙай Тәғәлә халыҡтарҙы төрлө милләт кешеләре итеп яралтҡан, шулай булғас, бөтәһен бер тараҡ менән тарау урынлымы? Йәмғиәтебеҙҙә кешене асылынан яҙҙырыр аҙғын тормош, талау, үлтереш тураһында көнө-төнө төрлө яҡлап мәғлүмәттәр ағылған заманда, баланы туған телендә һөйләшеүҙән, тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе өйрәнеүҙән мәхрүм итеү урынлымы? Уйланығыҙ, йәмәғәт! Көсләп асҡан күҙҙең яҡтыһы булмай. Һәр бала үҙ туған телендә һөйләшергә, шәжәрәһен, тыуған еренең тарихын белергә, батырҙары менән ғорурланып үҫергә тейеш, шул саҡта ғына беҙ милләт булып һаҡланып ҡала алырбыҙ.

Шәһүрә ӘХМӘҘИЕВА.
Учалы районы

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.02.20 | Ҡаралған: 498

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru