«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАҺАЛАУ ҺӘМ БУРЫСЫБЫҘҘЫ ҠАЙТАРЫУ БУЛЫР БЫЛ
+  - 


Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры үҙенә нигеҙ һалыусы Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың исемен йөрөтөргә хаҡлы, ти музыка белгесе, сәнғәт фәндәре кандидаты, композитор һәм йырсының тормош юлы һәм ижадына арналған "Ғәзиз Әлмөхәмәтов. Мәҡәләләр. Хәтирәләр. Документтар" тип исемләнгән монография авторы Миләүшә Абрар ҡыҙы ИҘрисова. Уның менән данлыҡлы шәхестең фажиғәле яҙмышы хаҡында әңгәмәләшәбеҙ.

Ул - беренсе!

Китап яҙған ваҡытта Ғәзиз Әлмөхәмәтов хаҡында ниндәй хәтирәләр тыңланды, ниндәй факттар асыҡланды?

- Мин 30 йылға яҡын телевидение һәм радиола милли мәҙәниәткә арналған тапшырыуҙар, фильмдар эшләйем. Ғәзиз Әлмөхәмәтовҡа арналған телеочерк әҙерләй башлағас, Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабичтар менән бер рәттә торған уникаль шәхес тураһында төплө тикшеренеүҙәрҙең, аналитик хеҙмәттәрҙең юҡлығы әсендерҙе. Шунан китте минең эҙләнеүҙәр: архивтарҙа, китапханаларҙа, Ҡаҙан, Мәскәү, Ырымбур архивтарында эшләнем. Китап яҙғанда миңә Рауза Ғәзиз ҡыҙы Әлмөхәмәтова-Латыпова бик ныҡ ярҙам итте. Ауыр тупрағы еңел булһын... Ҡурҡыныс осорға тура килгән бала сағын, 1937 йылда атаһын ҡулға алған ҡот осҡос төндө тетрәнеп хәтерләгәйне ул. Оҙаҡламай әсәһе - Мәстүрә Фәйзуллинаны ла ҡулға алалар. Әсә кеше 12 йәшлек Раузаны дуҫтары - Сабитовтар (буласаҡ композитор Нариман Сабитовтың ата-әсәһе) ғаиләһенә йәшереп өлгөрә, юғиһә, уны ла, башҡа "халыҡ дошмандары" балалары кеүек үк, берәй балалар йортона ебәрерҙәр ине... Үҙемдең эҙләнеүҙәрем мәлендә Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың милли музыка сәнғәтендәге барлыҡ өлкәләрендә тиерлек юл ярыусы икәненә ныҡлап инандым. Ул башҡорттарҙан беренсе профессиональ йырсы, беренсе композитор, беренсе концерт бригадаһын ойоштороусы, музыка белгесе, опера театрына нигеҙ һалыусы, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре... Ләкин был шәхесте тулыһынса, тейешенсә баһалауға беҙ, ғәмәлдә, әле яҡынлашабыҙ ғына. Йырсы Ғәзиз Әлмөхәмәтовты Советтар илендә белмәгән ҡала һәм ауыл булмағандыр. Халыҡтың уға булған ихлас һөйөүен иҫбатлаған миҫалдар бик күп. Мәҫәлән, очеркты телевидениеға төшөргәндә танылған яҙыусы Ғәзим Шафиҡов менән аралашырға тура килгәйне. Шағирҙың һөйләүе буйынса, уның ата-әсәһе йырсының сәнғәтен шул хәтлем яратҡан, хатта уның концертына эләгер өсөн үҙҙәре йәшәгән Фрунзе ҡалаһынан башҡа ҡалаларға, башҡа республикаларға барырға ла ҡыйынһынмаған. Әлмөхәмәтовтың бындай "фанаттары" бик күп була: концерттан һуң халыҡтың уны күтәреп вокзалға оҙатҡан осраҡтары тураһында ла хәтирәләр бар.
Ысын мәғәнәһендә халыҡ йырсыһы була ул: һирәк осрай торған матур тембрлы тауышы (драматик тенор), халыҡсан моңо, йылылыҡ бөркөлгән башҡарыу манераһы, виртуоз оҫталығы менән тыңлаусыларҙы арбай, һоҡландыра, онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдыра. Был сифаттарҙы уның әлегәсә һаҡланған өс бөртөк яҙмаһынан да ишетергә мөмкин. Башҡарыу оҫталығы һәм БАССР-ҙың 10 йыллығына арнап яҙылған "Башҡортостан" маршы өсөн Ғ. Әлмөхәмәтовҡа 1929 йылда республикала тәүгеләрҙән булып "Башҡорт АССР-ның халыҡ артисы" тигән маҡтаулы исем бирелә.
Унда ижадсы ҡомары урғылып-ташып торғандыр, ахыры. Әле 1922 йылда уҡ, Ташкентта йәшәгән сағында ул үҙ либреттоһына "Сания" исемле опера яҙа, артабан уны С.Ғәбәши һәм В.Виноградов менән бергәләп өр-яңынан ижад итеп, 1925 йылда Ҡаҙанда сәхнәләштереүгә өлгәшә. Икенсе операһы - М.Ғафуриҙың "Эшсе" поэмаһы буйынса шул уҡ ижади төркөм тарафынан яҙыла һәм 1930 йылда ҡуйыла. Был опералар өс милләт вәкиле - башҡорт, татар һәм рус композиторҙарының ижад емеше. Ләкин юл башлаусыһы - әлбиттә, Әлмөхәмәтов. Һәм быны операларҙың музыкаль нигеҙенең тотошлай тиерлек башҡорт фольклорынан "үҫеп сығыуы", либреттоларының башҡорт ерлегенә бәйлелеге иҫбатлай.
Башҡорт халыҡ көйҙәренә тоғролоғо өсөн Ғ. Әлмөхәмәтовты йыш ҡына матбуғатта тәнҡит утына ла тоталар. Йәнәһе, йырсы яңы тормошто данлау урынына "иҫке феодаль тормош ҡалдығы"н сәхнәгә сығара, "серегән боронғолоҡ"тан арына алмай... Бындай "тәнҡиткә" яуап итеп, йырсы "Буранбай", "Тәфтиләү", "Зөлхизә", "Урал", "Сибай" һәм башҡа классик оҙон көйҙәребеҙҙе концерттарында йырлай, радионан башҡара, пластинкаларға яҙҙыра...

Музыкаль театр - иң мөһиме

Ә шулай ҙа опера һәм балет театрына Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың ниндәй ҡыҫылышы бар?

- Уҙған быуаттың 20-30-сы йылдары - Советтар Союзында "мәҙәни революция" иғлан ителгән осор. Дәүләт программаһына ярашлы, бөтөн милли республикаларҙа ла махсус уҡыу йорттары, симфоник оркестрҙар, хор коллективтары, филармониялар асыла. Һәм ошо "революцияның" иң оло ҡаҙанышы итеп опера театры күҙаллана. Башҡортостан Хөкүмәте, был эште үҙ республикаһында етәкләүен һорап, Әлмөхәмәтовҡа мөрәжәғәт итә. Композитор ҙур теләк, оло хыялдар менән 1931 йылда Өфөгә күсеп ҡайта. Һәм ең һыҙғанып эшкә егелә: Милли мәҙәниәт институтында башҡорт мәҙәниәтенең үҫеш юлдарын билдәләй, буласаҡ опералар хаҡында пландар ҡора, шул уҡ ваҡытта концерттар биреүен дауам итә, музыка яҙа. Әлмөхәмәтов быуыны - айырым кешеләр. Улар пассионарийҙар - алдарына юғары маҡсаттар ҡуйып, үҙ идеалдарына инанып, ошо идеалдар өсөн үҙҙәрен ҡорбан итергә әҙер шәхестәр! Ошо инаныу уларға көс-ғәйрәт, илһам биргән, әлбиттә. Әлмөхәмәтов, тәү сиратта, милли музыкаль кадрҙарҙы махсус уҡыу йортонда әҙерләүҙе хәстәрләргә тотона. Һәм ул йорт әҙ ҙә түгел, күп тә түгел, тап Мәскәү консерваторияһы булырға тейешлеген юғары кабинеттарҙа иҫбатлай, талап итә. Ниһәйәт, 1932 йылда Чайковский исемен йөрөткән иң данлыҡлы консерваторияла башҡорт бүлеге асыла! Ғәзиз Сәлих улы үҙенең арҡадаштары менән ауыл һәм ҡалаларҙа, балалар йорттарында, заводтарҙа йөрөп, талантлы йәштәрҙе йыя. Мәскәү консерваторияһы тарихында тәүге милли бүлек була ул, унан һуң татар, үзбәк, ҡаҙаҡ һ.б. бүлектәр асыла башлай. Ә башланғысын башҡорт Әлмөхәмәтов һала бит! Шундай ауыр, ҡатмарлы осорҙа ошо эшкә тотоноу өсөн ни тиклем рух көсө һәм илһөйәрлек тойғоһо кәрәк!
...Әлмөхәмәтов Мәскәүгә талантлы, ләкин музыкаль белеме булмаған йәштәрҙе килтерә. Консерватория профессорҙары уға: "Нишләп Һеҙ уларҙы бында килтерҙегеҙ? Уларҙың хатта башланғыс музыкаль белемдәре лә юҡ бит! Беҙгә музыка мәктәбе, шунан училище тамамлағандар килә..."- тигән дәғүә белдерә. Әлмөхәмәтов быға ҡаршы тыныс ҡына: "Балалар Мәскәү мәҙәниәтен үҙләштерергә тейеш, шунда ҡайнап үҫергә тейеш", - тип яуап бирә. Һәм ышандыра ла белә! Ә үҙе һәр яҡлап "балаларын" ҡурсалай - уҡытыу процесын етәкләй, уларға музыкаль инструменттар, кейем, хужалыҡ кәрәк-яраҡтары һатып алып бирә. Әлмөхәмәтов ҡулы менән яҙылған кейем-һалым исемлектәре лә һаҡланған. Ә йәйге каникулда "Сәхнәгә өйрәнегеҙ!" тип, үҙенең гастролдәренә лә алып сыға. Уның шәкерттәре араһында - Баныу Вәлиева, Хәбир Ғәлимов, Ғабдрахман Хәбибуллин, Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов, Рәүеф Мортазин, Мәғәфүр Хисмәтуллин... Заһир ағай Исмәғилев опера театрында Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың 100 йыллығын билдәләгәндә хәтирәләре менән уртаҡлашҡайны: "Мине бер ваҡыт үҙенең ҡурайсыһы итеп концерттарына саҡырҙы. Ғәзиз ағай менән бергә сәхнәгә сығыу - үҙе бәхет ине беҙҙең өсөн... Шул көндәрҙә ул миңә йыш ҡына: "Һиңә музыка яҙырға, композитор булырға кәрәк!"- ти торғайны. Ә мин ул саҡта композитор кем була икәнен дә белмәй инем..."
Ике йылдан, 1934 йылда, Әлмөхәмәтов һалған юл менән Ленинград хореография училищеһында ла башҡорт бүлеге асыла. Унда буласаҡ балет йондоҙҙары - З. Насретдинова, Х. Сафиуллин, Г. Сөләймәнова, Ф. Саттаров һәм башҡалар белем ала...

Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр

Әммә үҙ уҡыусыларының Өфөгә ҡайтып эш башлауын күрергә яҙмай, ахры, уға?

- Эйе, Мәскәүгә ҡабул ителгән йәштәрҙән иң һәләтлеләре 1938 йылда Өфөгә ҡайта. Улар көсө менән 1938 йылдың 14 декабрендә Башҡорт дәүләт опера театры асыла. Ә шул уҡ йылдың 10 июлендә Ғәзиз Сәлих улы, Зәки Вәлидиҙең көрәштәше булғаны һәм "опера театрын асыуҙы тотҡарлағаны"(!) өсөн үлем язаһына тарттырыла. Ул көндө барлығы 42 кеше атып үлтерелә. Улар араһында - билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәре, яҙыусылар, партия һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәре, бер һүҙ менән әйткәндә, милләтебеҙҙең йөҙөк ҡашы, иң аҫыл улдары юҡ ителә.
Ғәзиз Сәлих улы башҡорт музыка сәнғәтенә бағышланған тәүге баҫма авторы ла. "Башҡорт совет музыкаһы өсөн көрәш юлында" тип аталған китап 1933 йылда донъя күрә. Авторын ҡулға алғандан һуң был китапты барлыҡ китапханаларҙан юҡҡа сығаралар. Уның әҫәрҙәрен концерттарҙа һәм радионан башҡарыу тыйыла, пластинкалары юҡ ителә; хатта фотоларын һаҡлау ҙа енәйәт иҫәпләнә. Ҡаҙандағы Сәйҙәшев музейында шундай фотоны күргәнем бар: билдәле кешеләр теҙелешеп ултыра, тик береһенең - Әлмөхәмәтовтың ғына йөҙөнә ҡара яғылған! Был фото ауыр, тетрәткес тәьҫир ҡалдыра...
Әлмөхәмәтовты Башҡортостанда филармонияға ла нигеҙ һалыусы итеп беләбеҙ. Әле 1936 йылда ул беренсе концерт бригадаһын төҙөп, ауыл-ҡалаларҙа сығыш яһап йөрөгән. Уның бригадаһында йырсы Диана Нурмөхәмәтова, бейеүсе Заһиҙә Бәхтийәрова, мандолинасы Исмәғил Иләлов, пианистка Ковалевская була. Программаның төп артисы - әлбиттә, Ғәзиз Сәлих улы үҙе. Бригада пианино тейәп, йөк машинаһында сәйәхәт итә. Кистәрен, машинаның борттарын асып, сәхнәгә әйләндерәләр. Был бригада, ғәмәлдә, филармонияның нигеҙе, уның башланғысы була!
Ләкин үҙенең төп эше, төп маҡсаты итеп ул музыкаль театр һәм милли опера сәнғәтен төҙөүҙе ҡуя. Милли мәҙәниәт институтында эшләгән ваҡытта уҡ үҙенең арҡадаштары - И.Салтыков, С.Ғәбәши, М.Вәлиевтар менән опералар ижад итеү тураһында ҙур пландар ҡора, эшкә күренекле яҙыусыларҙы йәлеп итә. Ошо хыялын бойомға ашырыу өсөн Ғәзиз Сәлих улы бар көсөн биреп эшләй... Һәм, ғәмәлдә, ғүмере лә ошо хыялы өсөн ҡыйыла бит!

Маңҡорт булмайыҡ!

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемен биреү - ғәҙеллекте тергеҙеү акты булыр ине, тиһегеҙме?

- Эйе, театр, һис шикһеҙ, уның исемен йөрөтөргә тейеш! Ғәзиз Әлмөхәмәтов 1957 йылда реабилитациялана. Ләкин уға тағылған "халыҡ дошманы" тигән мөһөрҙөң шауҡымы бик тәрән тамыр ебәреп өлгөрә. Был ҡалыпты, был тимер ҡоршауҙы емереү анһаттан түгел. Һөҙөмтәлә Әлмөхәмәтов кеүек сәнғәт эшмәкәрҙәре хаҡында халыҡ бик әҙ белә, шул иҫәптән - беҙҙең етәкселәр ҙә. Бында, әлбиттә, уларҙың ғәйебе юҡ. Мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында тейешле белем алмаһа, кеше уны ҡайҙан белһен? Үҙ тарихын һәр кем бала сағынан, кесе мәктәптән үк өйрәнеп үҫергә тейеш тә баһа! Мин, мәҫәлән, хатта махсус уҡыу йорто - сәнғәт институтын тамамлаған сағымда ла Әлмөхәмәтовтар быуыны хаҡында өҫтән-мөҫтән генә белә инем. Европа һәм рус музыка сәнғәтен бик юғары кимәлдә уҡыттылар, бер һүҙем дә юҡ. Ә бына башҡорт сәнғәтен өйрәнеү эше, күрәһең, институт етәкселәрен бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмағандыр.
Опера театрына Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемен биреү хаҡындағы фекеремде мин бер нисә тапҡыр матбуғатта, телевидение һәм радио тапшырыуҙарымда әйтә килдем. Театр 80 йыллығына әҙерләнгән мәлдә мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова менән дә һөйләшеү булғайны. Күптән түгел БР Композиторҙар союзы берлеге етәксеһе Ләйлә Исмәғилева, Яҙыусылар берлеге рәйесе Зәки Әлибаев, театрҙың художество етәксеһе Асҡар Абдразаҡов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рушанна Бабич менән дә әңгәмәләштем. Уларҙың был мәсьәләгә ыңғай ҡарашта булыуы мине ҡанатландырҙы! Әлбиттә, интернет селтәрендә лә фекерҙәштәрем күп, улар ҙа ихласлап яҙалар, дәртләндерәләр... Республикабыҙҙа композиторҙың ижадын белгән, яратҡан, уны ихтирам иткән кешеләрҙең күплеге - үҙе үк ҙур шатлыҡ! Үҙ тарихыбыҙҙы - республикабыҙ, халҡыбыҙ тарихын, милли мәҙәниәтебеҙҙең үткәндәрен һәм Ғәзиз Әлмөхәмәтов кеүек шәхестәребеҙҙе белергә һәм улар хаҡында мөмкин тиклем күберәк киләсәк быуындарға һөйләргә, яҙырға, оран һалырға тейешбеҙ. Был - беҙҙең мөҡәддәс бурысыбыҙ.

Әлиә СӘЙҒӘФӘРОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.02.20 | Ҡаралған: 451

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru