«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АЛДЫНҒЫ ТӘЖРИБӘЛӘР ТЫҢЛАНА, ӘММӘ ҠУЛЛАНЫЛМАЙ ТҮГЕЛМЕ?
+  - 


Ошо көндәрҙә Башҡорт дәүләт университетында "Башҡортостан Республикаһында һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәрендә башҡорт телен уҡытыуҙың хәҙерге проблемалары" темаһы буйынса Башҡорт теле йылына һәм Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының 30 йыллығына арналған V Бөтә Рәсәй (халыҡ-ара ҡатнашлыҡтағы) фәнни-методик конференция үтте.

Сараны сәләмләп, уҡыу йорто ректоры Николай Морозкин телмәрен башҡорт телендә башланы. "Барыбыҙ ҙа беләбеҙ - тема бик актуаль, - тине ул артабан руссаға күсеп. - Заманса мәғлүмәт технологияларын ҡулланып, телдәрҙе, атап әйткәндә, башҡорт телен өйрәнеүҙе мәктәп уҡыусылары, студенттар өсөн нисек ҡыҙыҡлы итергә, тигән һорау барыбыҙҙы ла борсой, сөнки телгә булған ҡыҙыҡһыныу - ул мәҙәниәт менән дә ҡыҙыҡһыныу булып тора. Элек ҡулланылған алымдар бөгөн яраҡһыҙ, уҡыусылар ҙа икенсе, уҡытыусы ла иң абруйлы һөнәр эйәһе, иң абруйлы шәхес түгел. Бөгөн балаларға белем биреүе ҡатмарлашты. Ни өсөн? Сөнки яңы мәғлүмәт технологиялары барлыҡҡа килде. Улар шул тиклем тиҙ үҙгәрә, уларҙы аңлап та, эшләп тә өлгөрөүе ауырға тура килә. Ә балалар һәр ваҡыт гаджеттар, мәғлүмәт технологиялары менән эш итә. Шуға күрә, республикала Башҡорт теле йылы иғлан ителгәндә башҡорт телен уҡытыуҙың актуаль ысулдарын ҡулланыу мәсьәләһен күтәреү бик мөһим. Бөгөнгө конференция телде өйрәнеүҙе ҡыҙыҡлы итеү өсөн бер йүнәлештә хәрәкәт итеү векторын билдәләр, тип өмөтләнәм. Мәҫәлән, инглиз телен өйрәнәм тиһәң, гаджеттарҙа программалар, ҡушымталар бар, ни өсөн улар башҡорт теле өсөн юҡ? Шуға күрә, бөгөн дөрөҫ стратегия һайланыр һәм конференция быға ярҙам итер, тип ышанам".
Сарала рәсми вәкилдәрҙән Башҡортостан Фәндәр академияһы вице-президенты Айтуған Аҡмановтың ҡатнашыуын иҫәпкә алмағанда, башҡа ойошмалар: Мәғариф министрлығы, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Өфө ҡалаһы мәғариф идаралығы бары тик әйҙәүсе белгестәрен йәки ағзаларын ғына ебәреүҙе хуп күргән. Эйе, ул көндө башҡорт теленә ҡағылышлы башҡа мөһим саралар ҙа үтә ине. Әммә бөгөн белем усаҡтарында башҡорт телен уҡытыуҙың проблемаларын асыҡлау һәм хәл итеүҙән дә мөһимерәк мәсьәлә булыуы мөмкинме?
Пленар ултырыштағы сығыштарҙың иғтибарға лайыҡ бер нисә мәленә туҡталып үтке килә: Өфө ҡалаһының күп профилле һөнәри колледжының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәнзил Санъяров белдереүенсә, балаларҙың 60 проценты уҡыуын колледждарҙа дауам итә. Шуға күрә башҡорт телен уҡытыуҙы балалар баҡсаһы-мәктәп-колледж-вуз маршруты буйынса өҙлөкһөҙ алып барырға кәрәклеген билдәләне ул.
Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Светлана Тимерғәлиева дәрестәрҙә заманса мәғлүмәт технологиялары, йәғни Adobe Pro Premiere программаһын ҡулланыу шарттары һәм үҙенсәлектәре менән таныштырҙы, шулай уҡ балаларҙың "Тамыр" студияһы менән берлектә хеҙмәттәшлек итеүе, мәктәп һәм ҡала тормошонан башҡортса видеосюжеттар төшөрөп, уларҙы үҙҙәре үк монтажлап ебәреүҙәре хаҡында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Балаларҙың был эше өлкәндәр донъяһына хас бер күренеште асырға һәм аңларға ярҙам итә: ниндәй генә сюжет әҙерләмәһәндәр, улар ололар араһында башҡортса интервью бирерҙәй кеше тапмауҙарына борсолоу белдерә. Тимәк, хатта бала-сағалар мәктәптә генә түгел, йәмғиәттә лә башҡорт теле, ошо телдә аралашыу мөхите булырға тейешлегенең мөһимлеген аңлай һәм ололар алдына шуларҙы булдырыу бурысын ҡуя! Әйткәндәй, был мәктәптә (Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияла) эшләп килгән программа - Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы факультеты менән берлектә алып барылған тәжрибә проекты.
БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы профессоры Рәмзәнә Әбүталипованың сығышы "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә һүҙлек эшенең урыны, роле" темаһына арналды һәм башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыусыларға тәғәйенләнде. "Дәрестә балаларға 4-5 кенә башҡортса яңы һүҙ бирергә һәм шуларҙың мәғәнәһен аңлатырға кәрәк. Икенсе дәрестә яңы һүҙҙәр өйрәнергә һәм беренсе дәрестә өйрәнелгәндәрҙе мотлаҡ ҡулланырға кәрәк. Балаға 400-500 һүҙҙе яҡшы белеү етә - теләһә ниндәй телдә лә аралашыу нигеҙе булдырыу өсөн ошо хәтле һүҙ кәрәк", - тине ул һәм нисек һүҙлек төҙөү, һүҙҙәрҙе нисек ҡулланыу, балаларға аңлайышлы булһын өсөн ниндәй алымдар ҡулланыу һөҙөмтә биреүен аңлатты. Баш ҡаланың 162-се полилингваль мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәл Фазылова яңы белем усағында дәрестәрҙә бөгөн йәмғиәттә популяр булған SCRUM-алым, йәғни проекттар менән идара итеү ысулын ҡулланыуҙары тураһында бәйән итте. Был мәктәптә башҡорт теле генә түгел, барлыҡ дәрестәр ҙә ошо ысул нигеҙендә үткәрелә: балалар ғәҙәти парта артында ултырмай, ә төркөмдәргә бүленеп, дәрестә һәр кем әүҙем ҡатнаша, һәр фекер теркәлеп, һуңынан балалар команда менән үҙҙәренең фекерен анализлай һәм яҡлай.
Ысынында, йыл һайын Бөтә Рәсәй кимәлендә, халыҡ-ара ҡатнашлыҡта шундай ҙур конференциялар уҙғарыла, әммә уларҙа яңғыраған иң алдынғы тәжрибәләр һуңынан республика мәктәптәренә таратыламы, уларға анализ яһаламы, әллә был саралар отчет өсөн генә үткәреләме, тигән уй ҙа тыуа. Мәҫәлән, стәрлеләрҙең уҡытыу алымы республиканың күпмелер районына тәжрибә рәүешендә таратылып, уға тиклем уҡытыу кимәле һәм сифаты шунса, дәрестәрҙә балалар һаны шунса ине, был алымды ҡуллана башлағандан һуң күрһәткестәр артты йәки кәмене, тигән һығымталар яһалыуы барыһына ла ҡыҙыҡлы булыр ине бит. Юҡһа, сығыш яһаусылар һөйләп, ҡалғандар тыңлап ҡайта ла, артабан һәр кем тағы ла үҙенсә эшләүен дауам итә. Һөҙөмтәлә проблемалар шул килеш хәл ителмәй ҡала килә...
Әйткәндәй, конференциянан һуң район хакимиәттәренең береһенән шылтыратып, Башҡорт теле йылы буйынса һорау бирҙеләр: "Йыл рәсми рәүештә ҡабул ителдеме ул, әллә юҡмы? Башҡорт телен үҫтереү буйынса күрһәтмә әҙерләргә кәрәк, нигеҙләр өсөн рәсми документ юҡ...". Эйе, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының быйыл Башҡорт теле йылын үткәреү инициативаһын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та хупланы, әммә эш шунан ары китмәне - Ҡоролтай ҙа тынысланды, Хөкүмәт тә уға рәсми статус бирмәне һәм йыл атамаһы йәмәғәт ойошмалары кимәлендә генә тороп ҡалды. Һәр хәлдә, әлеге конференцияла рәсми органдарҙан беренсе вәкилдәр, исмаһам, уларҙың урынбаҫарҙары булмауы башҡорт теленә мөнәсәбәттең асыҡ сағылышы булып торалыр, моғайын. Нисек кенә булмаһын, телебеҙҙе һаҡлау - үҙебеҙҙән дә тора. Бының өсөн мөмкинлектәр ҙә, өлгө итеп алырлыҡ тәжрибә лә бар. Бары тик алдынғы тәжрибәләрҙе күпләп таратырға ғына кәрәк. Булған методикалар менән әүҙем ҡыҙыҡһынырға, уңышлы тип танылғанын (Стәрлетамаҡтағы һымаҡ!) тиҙ арала үҙләштереп, балаларға мәктәптәрҙә башҡорт телен өйрәтә башларға ваҡыт.

Зәйтүнә НИҒӘМӘТЙӘНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.03.20 | Ҡаралған: 566

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru