«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДОНЪЯ БИЗМӘНЕ БӘҮЕЛӘ ШУЛ...
+  - 


Ошо көндәрҙә Өфөлә Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры Яҡут-Саха иленән килгән күренекле режиссер, "Алтын битлек" театр премияһы лауреаты Сергей Потапов ҡуйған спектакль - "Ай тотолған төндә" трагедияһы менән сығыш яһаны (ҡуйыусы рәссам Сулпан Азаматова, балетмейстер Альмира Дорн, яҡтыртыу буйынса рәссам Илшат Сәйәхов). Беренсенән, беҙ Стәрлетамаҡ труппаһын яңы әҫәр менән ҡотланыҡ, ниһайәт, "үҙегеҙҙең Тәңкәбикә, Дәрүиш, Диуана, Аҡъегет менән Шәфәғегеҙ бар", тинек. Икенсенән, классик трагедия, егерменсе быуаттың икенсе яртыһында башҡорт сәхнәһендә тыуған иң көслө әҫәрҙәрҙең береһе, ул бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда нисегерәк уйнала, уның шиғранә теле, халыҡсан фәлсәфәһе нисек яңғырай? Быны күҙәтеү бик ҡыҙыҡлы булды.

Ысынлап та, стәрлеләрҙең яңы спектакле берәүҙе лә битараф ҡалдырманы, сәхнәнән трагедияның һәр кемгә яҡшы таныш, хрестоматик тексы ағылды, тамаша залында тәрән һәм көсөргәнешле тынлыҡ хөкөм һөрҙө. Бына ябай һәм мыҡты, ышаныслы итеп донъя көткән ҡатын - бейбисә Тәңкәбикәнең биләмәһендә шиғранә телле аҡын тауышы, әсә моңо ағыла. Ҡоро тауышлы, ҡаты ҡуллы булып күренгән ҡамсылы бейбисәнең күңеле йомшаҡ, йөрәге изгелер, юғиһә, уны урап алған балалары һәм яҡындары үҙҙәрен ғәмһеҙ һәм иркен тоя, уның илендә иркә һәм ирекле самими заттар йәшәй төҫлө... Артабан был йәшәйеш юҫығын яуҙан ҡайтыусылар тураһындағы хәбәр алыштыра.
Илгә ир-егеттәр кире ҡайта. Шул ир-егеттәр башында торған Юлмырҙаны, бейбисәнең өлкән улын көтөү шундай ғорур өмөт менән тулы. О, кешелек үҙе ғазапланып тыуҙырған һәм тағы ла нығыраҡ аһ-хәсрәттәр менән инанып йәшәгән тәғлимәт бит был: ил-йорт хужаһы - ир-егет!.. Ошо өмөт өҙөлһә, ғаилә, ырыу, ил тотош бер упҡын алдында ҡала, улар йә имен ҡала, йә юҡ, барыһын да сабырлыҡ һәм ваҡыт хәл итәсәк. Әммә ил хужаһы Юлмырҙа ҡайталманы. Уның ҡәбер тупрағы, гүйә, һауанан осоп төшкән ҡәһәр ташы кеүек, яҡындарының алдына килеп төшә. Тәүге тетрәндергес образ бейеклеге спектаклдәге бөтә яҡшылыҡ-яманлыҡ бизмәндәрен әйләндереп-түңкәреп ташлай. Бейбисә Тәңкәбикә өҫтөнә ябырылған һынауҙарҙың башы ғына була был, үҙе таянған һәм ышанған боронғо йолаларҙың әҙәм үтә алмаҫлыҡ кәртә-упҡын булырын ул әлегә башына ла килтермәй...
Ниндәйҙер әҙәми эгоизм, үҙ-ара кәмһетеү арҡаһында ике йәш кеше араһындағы мөхәббәтте ҡорбан итеү һәр заманда ла бик күп аһ-зар, рәнйеү һәм күҙ йәштәренә сәбәп була. Иң анһаты - ул мөхәббәтте ашатлап үтеү, тип һанаған бәндәләр аҙаҡ үҙҙәре шул әрнештән хасил булған әсе һабаҡтарҙы татый. Мәҫәлән, "Ай тотолған төндә" спектакленең программаһын (дизайнер Ләйсән Шибанова) төп героиня Тәңкәбикәнең тулған айҙы ҡосаҡлап уйға сумған бик тәрән йөкмәткеле һүрәте биҙәй. Баҡһаң, уның ҡосағындағы ай - уға тормош биргән бөтә форсат-мөмкинлектәр, уның йәшләй генә ҡылған гонаһы ла мөхәббәт арҡаһында була. Шул мөхәббәт бәхетен ул үҙе өсөн ҡайғыға әйләндереүе арҡаһында "илай белмәгән ғәрип" бала тыуа. Әлмисаҡтан кешегә бирелгән һөйөү хисен ниндәйҙер йолалар хаҡына ҡорбан итеүе өсөн ул ауыр хаҡ түләй. Ләкин ире вафат булып, ырыу башлығы ҡамытын кейгәс тә Тәңкәбикә үҙе өсөн ифрат ауыр һәм ғәҙелһеҙ булған йола ҡыҫымынан ҡотолорға ынтылмай. Иң яратҡан улы Аҡъегетте һәм буласаҡ килене Зөбәржәтте лә ул баяғы йола аҫтына һала. Башҡортостандың халыҡ артисы Физәлиә Рәхимова башҡарыуында беҙ боронғо һәм "яңы" Тәңкәбикәне күрҙек. Нимәһе менән "яңы" ул? Йола ыңғайына йәшәгән бейбисә, гүйә, уға үс итеп уныңса эшләй, ул кешелек бәхетенән дә төңөлгән, йола ҡулында мөхәббәтле йәндәрҙе ҡыйратыусы бер йәнһеҙ сүкешкә әйләнгән. Сүкеш-бейбисә, гүйә, күктәге айҙы урталай яра, һуҡыр фанатик әҙәмдәр ҡулындағы күҫәк-ҡылыстарға әүерелә һәм үҙенең йәндәй күргән ғәзиз балаларын тураҡлап ташлай. Әммә йыһандар аша осоп, ниҙәндер өркөп үҙенең ҡосағына килеп ингән айҙы ул иркәләп тынысландыра ала ине, йәғни үҙенең аяғына йығылып ялбарған балаларының инәлеүен ишетһә, ул үҙе өсөн һәм бөтә донъя өсөн иң беренсе күңел тыныслығы, мөхәббәт ҡурсалауы таба алыр ине. Физәлиә Рәхимованың Тәңкәбикәһе - робот, ҡысҡыра-илай-һыҡтай, ләкин үҙенең кешелек бәхетен һәм мөхәббәтен йолҡоп-йолҡоп аяуһыҙ мәскәй - йола тамағына тығырға мәжбүр. Был сараһыҙлыҡ һәм тәҡдири ҡоллоҡ уның тирәһендәге бөтә нәмәне һәләк итә.
Шиғранә күңелле Аҡъегет образы халыҡта бер хыял һәм бәхет йондоҙо булып йәшәгән күңел сафлығы, ирек һөйөү, мөхәббәткә тоғролоҡ хистәренән туҡылған. Шундай улдары һәр халыҡты таҙарта һәм яҡтырта. Ләкин был образды сәхнә киңлегенән айырмау, патетик тон биреп яһалмалыҡ күгенә осороп ебәрмәҫ өсөн актер Фәнил Ҡарасуринға бөтә оҫталығын һалырға тура килә, уның хәле Аҡбуҙатты тотоп менгән Урал батырҙың халәтенә оҡшаш. Эпик батырыбыҙ ҙа идеаль сафлыҡ һәм батырлыҡ, тоғролоҡ һәм фиҙаҡәрлек өлгөһө булған ҡанатлы толпарҙы тотоп менер өсөн ул талап иткән бөтә сифаттарға ирешергә ынтыла һәм шулай булып ҡала. Аҡъегет образының илаһи ныҡлығы, шиғранә аҡылы бөтә спектаклдең таянысына әйләнгән. Актер Фәнил Ҡарасурин башҡарған был образдың республика сәхнә сәнғәтендә үҙ урыны буласаҡ.
Мостай Кәрим ижад иткән трагедияла күктәр ергә төшөргән үлсәүҙең ике яғына, ике табағына ултырып, уны сайҡап бәүеткән, дер һелкеткән ике образ бар. Бер яҡта - Диуана, икенсе табаҡта - Дәрүиш. Донъя бизмәнен кинәт тайшандырып, уйнатып ебәрә торған көс тап шул образдарҙа. Диуана менән Дәрүиш ролдәре аҡ һәм ҡара төҫтәрҙе бутап-болғап ебәрә алырлыҡ ҡөҙрәткә эйә булырға тейеш. Бына сәхнәгә Диуана килеп сыға һәм дцп ауырыуына хас ым-хәрәкәттәр менән үҙенә иғтибарҙы йәлеп итә. Ләкин классик роль өсөн был ғына етмәй, тамашасы Диуананың "бизмәнде һелкетерлек" ҡөҙрәтен көтә. Көсөргәнешлек арта. Диуана (Марат Зөбәйеров) менән Дәрүиш (Илһам Рәхимов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы) араһында күҙгә күренмәгән алыш башлана, Тәңкәбикә менән Аҡъегетте мәңгегә айыра торған упҡын аша өҙөлөргә торған ҡыл тартыла. Диуананың феноменаль тәҡдиренә спектаклдең программкаһындағы ғәжәп фотоһүрәт ишара яһай: ай тотолған мәл уның күҙ ҡараһында сағыла! Диуана донъялағы бөтә ғәҙелһеҙлекте татыр өсөн, аҡ-ҡара көстәрҙең мәңгелек көрәшенә шаһит булыр өсөн тыуҙы микән ни, уның йәне йыһан бизмәненә аҡ көстәрҙе ҡотҡарыр өсөн һалынды микән ни? Хәйер, Диуана бизмән табағында яңғыҙ түгел. Шәфәҡ образы бар бит әле. Ул - бәхетле ҡатын һәм әсә булып йәшәргә бөтә хоҡуғы булған, әммә шәфәҡ нуры кеүек һүнгән шат һәм саф йөрәк, өмөт шәмен ҡабыҙған һәм мөхәббәтте яҡлап-ҡурсып ауаз һалған берҙән-бер самими йән. Шәфәҡ - трагедияла бөтә ғәйепте үҙ өҫтөнә алған, башҡалар өсөн ҡорбан булырға әҙер берҙән-бер персонаж. Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында иҫ киткес һығылмалы, йәне-тәне менән үҙ бәхете өсөн көрәшсе булып ҡалған һылыу һәм ҡыйыу Шәфәҡ образы тыуҙы (актриса Әлиә Зарипова). Уның үҙенең йәшәү һәм һөйөлөү бәхетен - ирен икенсе ҡатын менән ҡалдырып, артына дуғалай шаҡарылып сәхнәнән сығып китеүе - ғәжәп тәрән мәғәнәле күренеш: һуңғы һулышына хәтле көрәшә, бәхете өсөн айҡаша ҡатын-ҡыҙ.
Спектаклдәге ҡатын-ҡыҙҙар роле шәлкемендә сағыу сәскә - Зөбәржәт роле (актриса Гөлйемеш Ибраһимова). Ҡыйғыр ҡоштай ирекле дала ҡыҙы, йөрәгендә ғорур мөхәббәт утын дөрләткән Зөбәржәт һөйгәненең тоғролоғон һәм һөйөүҙең хаҡлығын күрә. Ошо бәхете уға ифрат ауыр һынауҙы үтергә көс бирә, башы юғары, рухы сатнамаҫ булып ҡала.
Классик әҫәрҙә уйнау - ҙур мәктәп. Шулай уҡ һынау һәм шәп форсат, йәғни үҙеңде күрһәтергә мөмкинлек. Стәрлетамаҡ башҡорт театры актеры Ырыҫҡол бей образын да яңыса күрһәтте (Илфир Баймырҙин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы). Баҙыҡ һәм һеңдереп уйнаусы актерҙың һәр бер хәрәкәте был сәхнәләрҙә күҙ алдында ҡалырлыҡ картиналар тыуҙырҙы. Ул сос һәм тос хәрәкәтле, ләкин сәбәләнмәй һәм ҡабаланмай ғына уйнауы бөтә ваҡиғаларҙы дөрләтеп урынынан ҡуптара. Тәңкәбикәнең кесе улы Ишмырҙа роле (актриса Сәлимә Солтангәрәева) әҫәрҙә ырыуҙы киләсәктә етәкләр ир-егет булырҙаймы-юҡмы, тигән һуңғы һорауҙы ҡуйҙыра. Ғәмһеҙ бала сағы аяныслы фажиғәләр менән осланған ир бала йөрәге ҡанһырап мәжнүн булған үҙ әсәһенә ни күрһәтер? Ялғанлыҡ һәм тәкәбберлек битлектәрен кейеп, бер иш ҡиәфәтле ҡарттар - ҡатып ҡалған йолалар - был илде ниндәй "яҡшылыҡ юлына" илтер?
Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры Мостай Кәримдең "Ай тотолған төндә" трагедияһын ҡуйыр өсөн режиссер Сергей Потаповты Яҡут-Саха иленән саҡырған. Саха яғында эпик жанрҙы сәхнәләштереү генә түгел, "тереләй" башҡарыу йолаһы һаҡланған. Яҡуттарҙың батырҙар тураһында эпостарын көйләп һөйләүселәре - олонхосуттары егерменсе быуаттағы утыҙынсы йылдар мәхшәрендә, сәйәси репрессияларҙа мөғжизә менән иҫән ҡала. Шул иҫән ҡалған өс олонхосут арҡаһында улар олонхоны башҡарыу мәктәптәрен тергеҙә һәм республиканың олонхо институты ЮНЕСКОның материаль булмаған мәҙәни байлыҡтар исемлегенә инә. Мостай Кәрим трагедияһында бәйән ителгән дала риүәйәте лә шундай уҡ сәсәндәр һәм аҡындар тарафынан ижад ителгән халыҡ ижадына ауаздаш. Тик эпик әҫәрҙе башҡарыусылары ғына сүпләп юҡ ителгән. Бары тик шағир-фәйләсүф Мостай Кәрим менән гениаль режиссер Шәүрә Мортазинаның бер булып тергеҙеүе арҡаһында был тарих бөтә илде уятырлыҡ фәлсәфәүи оран, ҡоллоҡҡа ләғнәт булып сәхнәгә сыға. Сергей Потапов үҙ илендәге тере эпосҡа тере мөнәсәбәтте, эпик әҫәрҙең саф һәм ҡеүәтле ҡылыстай үткер көсөн ҡулланып, башҡорт сәхнәһендә "Ай тотолған төндә" әҫәрен яңыса яҡтырта алған. Трагедия яңы сәхнәлә яңы образдар, яңы сағыу ролдәр менән иркен, киң һулыш ала. Ана, уның биҙәлеше иҫ киткес ябай һәм күркәм (сәхнә мөдире Илгиз Ҡашҡаров). Сәхнә төбөндә күктәге ҙур ай уртаға ярылды, ләкин кителеп осоп төшмәне... Бәлки, ул ай ярсыҡтары бер заман киренән ялғаныр. Кешенең күҙ асып йомғандай ғына тойолған ғүмер арауығында ай яңынан терелеүен ул күреп тә өлгөрмәҫ, ләкин донъя бизмәненең аҡ табағын тултырған көстәр йәшәй бит әле... "Сергей Потапов был трагедияны бөтөнләй икенсе төрлө юл менән сәхнәләштерергә тәҡдим иткәйне, әммә беҙ унан классик спектакль ҡуйыуын һораныҡ. Классик юл менән тыуған спектаклебеҙ бар, беҙҙең актерҙар ҙа, бөтә театр ҙа быға бик шат. Ләкин... данлыҡлы режиссер, эпик олонхо иле егете беҙҙең тыныслыҡты алып ҡайтып китте: беҙ бығаса булмаған яңы ысул менән "Ай тотолған төндә" күрергә хыялланабыҙ", - шулай тиҙәр Стәрлетамаҡ театрында. Донъя бизмәне йәнә бәүелеп китте! Беҙҙең дә шундай "айҙы" күрге килә. Тиҙерәк насип булһын!

Кинйә МӘЗИТ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.03.20 | Ҡаралған: 504

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru