«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӘМӘҒӘТСЕЛӘР ӘҮҘЕМЛЕГЕ ОШОЛАЙ ҘА БАҺАЛАНА АЛА
+  - 


Халыҡ хәлен хан белмәҫ, тиһәләр ҙә хан заманы күптән үткән һәм хөкүмәт етәкселәре илдәге торошҡа, көнкүрешкә ҙур иғтибар бүлә. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың дәүләт һәм гражданлыҡ йәмғиәте союздаштар булыуын күптән белдереүе, һуңғыһын үҫтереүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алыуы ла быны дәлилләй. Бөтә ил кимәлендәге үҙгәрештәргә эйәреп, былтыр республика Башлығы Радий Хәбиров Указы менән БР Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды булдырылғайны, ниһайәт, ошо көндәрҙә ойоштороу эштәре тамамланды. Ойошманың төп эш йүнәлештәре, маҡсаты һәм халыҡҡа ниндәй файҙа килтерәсәге тураһында фонд генераль директоры Люциә Юлыева, уның урынбаҫары Роман Низамутдинов, фондтың конкурс комиссияһы рәйесе урынбаҫары Зөлфиә Ғайсина, БР Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе Шамил Вәлиев һөйләне.

Башҡортостан гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының төп маҡсаты республикала гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүсе, социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыусы коммерция булмаған ойошмаларға ярҙам күрһәтеү. Был йәһәттән элек республиканың төрлө дәүләт структуралары үҙ өлкәһенә ҡараған йүнәлештәрҙе ҡурсалаһа, яңы ойошма уларҙан ошо йөктө үҙ өҫтөнә ала, берҙәм үҙәк булдыра. Фондтың конкурс комиссияһы рәйесе урынбаҫары, Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү советының яуаплы сәркәтибе Зөлфиә Ғайсина әйтеүенсә, Рәсәйҙә гражданлыҡ әүҙемлеген үҫтереү өҫтөнлөклө, әммә, ҡыҙғанысҡа күрә, социаль селтәрҙәр аша бер ниндәй ҙә яҡшы үҙгәрештәргә килтермәгән кире әүҙемлек күберәк күҙәтелә. Бына ошо күренеште ыңғайға көйләү, халыҡҡа ысын ярҙам күрһәтерҙәй проекттарҙы дәүләт ярҙамында тормошҡа ашырыу кәрәк. Яңы ойошманың роле ошонан ғибәрәт тә инде.
- Республикала 5 меңдән ашыу йәмәғәт ойошмаһы теркәлеү үткән, әммә әүҙем эшләгәндәре бик һирәк. Беҙ коммерция булмаған ойошмаларға проекттарын грантҡа тәҡдим итеү процедураһын еңелләштерәбеҙ: барыһы ла БР Гранттары электрон платформаһы аша эшләнә, проекттарҙы яҙыу формаһы, баһалау критерийҙары, отчет биреү системаһы берҙәм була. Быйыл 3 конкурс ойошторабыҙ, уларҙа дәүләт һәм муниципаль учреждениелар ғына ҡатнаша алмай. Беренсеһе Башҡортостандың коммерция булмаған ойошмалары араһында гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар конкурсы, унда рәсми теркәлеү үткән һәм бер йылдан артыҡ эшләгән, бер ниндәй ҙә бурыстары булмаған ойошмалар ҡатнаша ала. Икенсеһе Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау, үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар конкурсы, унда коммерция булмаған ойошмаларҙан тыш, бюджет учреждениелары (мәктәптәр, уҡыу йорттары һ.б) ҡатнаша. Өсөнсө конкурс 7-се Федераль Законда күрһәтелгән социаль йүнәлешле коммерция булмаған ойошмалар өсөн, - тип аңлатма бирҙе фондтың генераль директоры Люциә Юлыева.
Конкурстар иғлан ителгәндән алып ҡатнашырға теләүселәр 20 көн эсендә заявка бирә, бөтә кәрәкле документтарын теүәлләп һала. Ойоштороусылар ошо арауыҡ үткәндән һуң 8 көн дауамында ебәрелгән документтарҙың тулылығын тикшерә. Махсус булдырылған комиссияның беренсе ултырышында конкурсҡа үткән проекттарҙың исемлеге раҫлана һәм улар эксперттар ҡарамағына бирелә. Бер проектты икенән дә күберәк эксперт баһалауы бар, барыһы ла объектив ҡарар сығарыу өсөн эшләнә. Улар 14 көн дауамында эшләй, шунан 3 көн эсендә еңеүселәрҙең исемлеге эленә. Артабан инде дәүләт ярҙамын алған ойошмаға килешеү төҙөгәндән 12 ай эсендә проектын тормошҡа ашырыу бурысы йөкмәтелә. Шуныһы мөһим, 2019 йылда (конкурстан 12 айға тиклем алда) ниндәйҙер проектты тормошҡа ашырған ойошма тотонған аҡсаһын тулыһынса кире ҡайтарыу өсөн конкурсҡа заявка бирә ала һәм еңеүселәр исемлегенә үтһә, финанс ярҙам бүленә. Үткән йылдарҙағы тәжрибәләргә таянғанда 3 конкурсҡа дөйөм 650 тирәһе ғариза килер тип көтөлә, һәр конкурстан 50-60 проект ярҙам аласаҡ.
Әйткәндәй, грант өсөн дәүләт бюджетынан бөтәһе 140 миллион һум аҡса бүленгән. Ә бына конкурстар йүнәлешенә килгәндә, улар унау: "Социаль хеҙмәтләндереү, социаль ярҙам һәм айырым категория граждандарын яҡлау", "Ғаилә, әсәйлек, атайлыҡ һәм балалыҡты яҡлау", "Йәштәр сәйәсәте", "Граждандар хоҡуғын, гражданлыҡ йәмғиәте институттарын яҡлау", "Һаулыҡ һаҡлау, сәләмәт тормош, физик культура һәм спортты пропагандалау", "Фән, мәғариф һәм аң-белем таратыу", "Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, уңайлы йәшәү шарттары тыуҙырыу һәм хайуандарҙы һаҡлау", "Милләт-ара һәм диндәр-ара татыулыҡты нығытыу", "Мәҙәниәт, сәнғәт һәм тарихи хәтерҙе һаҡлау", "БР дәүләт телдәрен һәм БР халыҡтары телдәрен мәҙәниәт, мәғариф, фән, киң мәғлүмәт саралары һәм йәштәр сәйәсәте өлкәһендә, шулай уҡ башҡорт телен Башҡортостандан ситтә һаҡлау һәм үҫтереү". Бына ошо тормошобоҙҙоң төрлө мөһим өлкәләрен үҙ эсенә алған йүнәлештәрҙең һәр береһе буйынса 10-ға тиклем проект тематикалары тәҡдим ителә.
- Грантҡа проект тәҡдим иткәндә "Кемгә яҡшылыҡ эшләйбеҙ?" тип уйларға һәм тәү сиратта ниндәй аудиторияға йүнәлтелеүен аныҡ билдәләргә кәрәк. Беҙ проектлы фекерләүгә күсәбеҙ, сағыштырмалы һөҙөмтәһе булырға тейеш эштең. Мәҫәлән, ниндәйҙер пионерҙарҙы катокка алып барҙың икән, шунда төшкән фотоларың булһын, - тине БР Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе Шамил Вәлиев, ҡатнашырға теләүселәргә кәңәштәрен еткереп. - Грантҡа бирелгән проекттарҙы баһалағанда шулай уҡ уртаҡ финанслау ҙа мөһим: тик дәүләт аҡсаһын ғына тотонмайһың, ә башҡаларҙан ярҙам алаһың. Ситтән килтерелгән һум, йәки ниндәйҙер хеҙмәттәрҙе бушлай алыу, ирекмәндәрҙе йәлеп итеү, тимәк, проекттың масштаблығы иҫәпләнәсәк.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Һәр коммерция булмаған ойошма үҙе эшләгән йүнәлештә, тәжрибәһе бар өлкәлә республиканың киләсәге, халыҡтың мәнфәғәте өсөн кәрәкле проекттарын бойомға ашырыр, тип көтә БР Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды етәкселеге. Был яңы мөмкинлектәр менән бигерәк тә муниципаль коммерция булмаған ойошмалар актив файҙаланыр, республиканың төпкөл төбәктәрендә лә халыҡҡа ярҙам барып етер, тигән теләктә улар.

Камила ҒӘЛИЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.03.20 | Ҡаралған: 483

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru