«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УҠЫУСЫҒА ЯРАҠЛАШМАЙЫМ
+  - 

Йыл башында абруйлы 60 йәшлек юбилейын билдәләгән яҙыусыбыҙ, гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы һәм авторы Әхмәр Үтәбайға өс һорау менән мөрәжәғәт иттек. Уның яуаптары ҡыҫҡа, әммә үҙе кеүек тәрән мәғәнәле һәм йөкмәткеле булып сыҡты.

Үҙ заманы уҡыусыһына ҡыҙыҡлы булыу өсөн тырышырға тейешме яҙыусы? Һеҙ замандаштарығыҙға яраҡлашаһығыҙмы?

- Уҡыусыға ҡыҙыҡлы булырға тырышыу үҙмаҡсатҡа әүерелһә, ундай әҙәбиәттең кәрәге ҡаламы? "Тыштағы зыярат" тигән романым баҫылғас, Дамир Шәрәфетдинов: "Хәҙерге уҡыусы был әҫәрҙән үҙенә бер нәмә лә таба алмаясаҡ. Был роман киләсәк өсөн яҙылған..." - тигән бик ҡыҙыҡлы фекер әйткәйне. Был баһа, Дамирса, йәғни ҡатайса, киҫкенерәк яңғыраһа ла, ундағы күп кенә фекерҙәрем киләсәктәге уҡыусы өсөн дә һалынған. Уҡыусыһына яраҡлашҡан яҙыусыны мин флюгерға тиңләйем. Ел ҡайҙа - флюгер шул яҡҡа. Минеңсә, яҙыусының фекере, идеяһы елде, уның йүнәлешен барлыҡҡа килтерергә тейештер. Үҙемә килгәндә, мин Чацкий кеүек яуап бирәм: "Хеҙмәт итергә шатмын, әммә ярамһаҡланыуҙан ытырғанам..."

Ир-егеттәр менән ҡатын-ҡыҙ прозаһы айырыламы? Бөгөн ир-егеттәр тарафынан тарихи, сәйәси проза онотола төштө һымаҡ, барыһы ла социаль темалар менән генә ҡыҙыҡһына кеүек. Шулай уҡ әҫәр геройҙары итеп күберәк ҡатын-ҡыҙҙар һайлана, хатта ир-егет яҙыусылар ҙа бары тик ҡатын-ҡыҙ образын ғына һүрәтләй һымаҡ. Тарихи китаптарҙы кем яҙыр икән?

- Әҙәбиәттә "ҡатын-ҡыҙ прозаһы", "ирҙәр прозаһы" тигән бүленеш юҡ. Шиғриәттә бар ундай шартлы атамалар: шағир һәм шағирә. Прозаик төшөнсәһе бар, әммә "прозайка" юҡ. Әммә ҡатын-ҡыҙҙар ижад иткән проза әҫәрҙәре барыбер ҙә айырылып тора. Был иң беренсе нәүбәттә ҡатын-ҡыҙҙың әсәлек сифатынан килә торғандыр. Ә ирҙәр донъяһында күп осраҡта "аяуһыҙлыҡ" хөкөм һөрә. Һорауҙа ысын ирҙәр прозаһы юҡлыҡҡа ишара яһалғаны һиҙелә. Минеңсә, был күренеш әҙәбиәттә генә түгел, йәмғиәттә лә көслө кеше позицияһын ҡатын-ҡыҙҙар яулай барыуының бер сағылышылыр. "Хатта ир-егет яҙыусылар ҙа бары тик ҡатын-ҡыҙ образын ғына һүрәтләй һымаҡ..." тиһең. Был бит етди симптом, сөнки һәр бер яҙыусы, шағир үҙ әҫәрендә иң беренсе нәүбәттә үҙен һүрәтләй. Был хәл Буранбай Исҡужиндың "Ир һымаҡ ҡатындар яҡшымы, тип тә, ҡатын һымаҡ ирҙәр яҡшымы, тип тә һорама..." тигән шиғри юлдарын иҫкә төшөрә.

Ниндәй етди әҫәрҙең дә төп линияһын мөхәббәт тарихы тотоп тора. Беҙҙең әҙәбиәт шул тойғоно, хисте артыҡ идеаллаштырып ебәрмәгәнме? Бер яҡлы ғына түгелме башҡорт әҙәбиәтендәге һөйөү һүрәтләнеше?

- Һөйөү тойғоһоноң бер яҡлы булыуы менән дә беҙ бәхетлебеҙҙер ул. Бер ир кеше үҙенең мөхәббәт тарихын һөйләгәйне. Ул ғүмере буйына бер нескә затты яратып йөрөгән. Улар бергә уҡыған, аҙаҡ мәктәпте тамамлағас, ҡыҙ ситкә сығып киткән, егет үҙ юлы менән атлаған. Әммә тәүге һөйөүенә ҡарата тойғоһо уны тормошҡа, ижадҡа дәртләндергән. Бер мәл улар ауылда класташтар осрашыуында күрешкән. Ҡатын иренән айырылған, ир кеше лә яңғыҙ икән. Класташтар осрашыуы уларҙың уртаҡ таңы менән тамамланған. Уның ҡарауы, ирҙең ғүмере буйы йөрәгендә йөрөткән мөхәббәт хисе лә юҡҡа сыҡҡан. Минеңсә, ҡауышыу менән тамамланмаған мөхәббәт хисе генә татлы булалыр. Һөйөү тойғоһо бер ҡатлы булыуы менән дә татлы һәм мөҡәддәс. Әгәр ҙә инде ике кеше араһындағы тойғоға иҫәп, әйбергә мөнәсәбәт, аҡса килеп инһә, әҫәрҙәге ваҡиғалар ҡуйыра, тик һөйөү тойғоһона ышаныс кәмейҙер. Сөнки беҙҙең халыҡта элек-электән был тойғоға ҡарата ихлас мөнәсәбәт һаҡлана килә. Ә инде "бер яҡлы"лыҡҡа килгәндә, яҙыусының тормошто ниндәй кимәлдә белеүе мөхәббәт күренештәрен һүрәтләгәндә лә сағылыш табалыр...

Шулай итеп...
Әхмәр Үтәбай оҙаҡ йылдар "Киске Өфө" гәзитендә эшләне, әле лә ул гәзиттән айырылғаны юҡ һәм уҡыусыларыбыҙ уның тос фекерҙәрен, фәлсәфәүи уйланыуҙарын, кинәйә-ишараларын әленән-әле уҡып тора. Шуға ла әлеге юбилейы айҡанлы һүҙ әйттерергә тигән ниәтебеҙгә ҡарата бына ошондай ҡыҫҡа ғына интервью менән сикләнеүе аңлашыла торғандыр. Талантлы ҡәләмдәшебеҙгә тағы бер тапҡыр уңыштар, ижади үрҙәр теләйбеҙ.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.03.20 | Ҡаралған: 509

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru