«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӨХӘББӘТЛЕ ДОНЪЯБЫҘҘЫҢ АСЫЛЫ
+  - 


Булмышыбыҙ хаҡында уйлана-нитә башлаһаң, уның ике яҡлы булыуына иғтибар итмәй булмай: бер яғында - аҡыл булһа, икенсеһендә - хис-тойғо. Хаҡ Тәғәлә Әҙәм менән Һауаны, уларҙан таралып киткән кешеләрҙе бар ҡылғанда ни маҡсаттар ҡуйғандыр - был хаҡта беҙ ни бары фараз ғына итә алабыҙ. Һәр хәлдә, әҙәми затҡа аҡыл туплап, фекергә нигеҙләнгән маҡсатлы ғәмәлдәр ҡылып йәшәй алыу мөмкинлеге бирелгәнлеге бәхәсһеҙ.

Аҡыл, интеллект хаҡында бихисап фәлсәфәүи хеҙмәттәр яҙылған, ғилми тикшеренеүҙәр уҙғарылған. Ул кешенең мейе эшмәкәрлеге үҫеше аша ғәмәлгә ашырыла. Ә бына әҙәм балаһының хис-кисерештәре нисегерәк шытып сыға ла, ни рәүешле тотоп та тыйып булмай торған ташҡынға әүерелә икән? Ошо урында һүҙ башы итеп башлаған фәлсәфәмде ҡуйып тороп, хис-тойғолар донъяһын һәр кемебеҙгә бүләк итеүсе берҙән-бер зат - ҡатын-ҡыҙ хаҡында һүҙ сурытырға мәжбүр буламын. Ни уйлаһағыҙ ҙа, нисек баһалаһағыҙ ҙа, ошо мәсьәләне ҡарағанда мин ҡатын-ҡыҙҙы алиһәләр кимәленә күтәрерлек дәлилдәр барлығын тоямын.
Иң элгәре бына нимә үтә лә ҡыҙыҡлы үә фәһемлелер. Һәр кемебеҙ әсә ҡарынында яралып, аҡ донъяға тыуған мәлгә тиклем шунда бәүелеп үҫә. Бәпес ятҡылығы - инәй затының тәү бишеге лә, йомшаҡтарҙан-йомшаҡ түшәге лә ул. Тап шунда тыуасаҡ бәпес менән әсә араһында ғына була торған мәңгелек бәйләнеш пәйҙә була. Изге әсәлек хисе нисек хасил булһа, инәһе наҙына мохтажлығы менән бергә бәпес йәнендә уға ҡарата һөйөү тойғоһо ла көсәйгәндән-көсәйә бара. Инә һөтө менән бергә бәпес һөйөү һутын да имәлер ул. Хәҙерге көндә медицина хеҙмәткәрҙәре йәш әсәләргә балаларын күкрәк һөтөн имеҙеүҙән баш тартмаҫҡа өндәп, махсус программалар булдыра. Бында башлыса инә һөтөнөң балаға башҡа бер ни менән дә алыштырғыһыҙ бер ризыҡ булыуын тәҡрарлайҙар. Әммә эш тик инә һөтөндә генә түгелдер. Әсә өсөн бәпесен имеҙеүҙән дә татлыраҡ, ләззәтлерәк ни барҙыр - үҙҙәре генә белә. Әммә бәпес өсөн быны алыштырырлыҡ башҡа ғәмәл юҡтыр ул! Бына мин һеҙгә бер һорау бирергә теләйем. Бөйөк рус шағиры Александр Пушкин барыбыҙ өсөн дә билдәле шәхес. Ни өсөн ул, исмаһам, бер генә шиғырын булһа ла үҙ әсәһенә арнап яҙмаған? Мәктәп йылдарынан уҡ ятланып, хәтеребеҙ төпкөлөндә ҡалған "Подруга дней моих суровых, голубка дряхлая моя..." юлдарын да ул үҙенең няняһы Арина Родионовнаға бағышлаған. Бәғзе бер үҙе һөйгән йәрҙәренә лә байтаҡ шиғырҙарын арнаған шағир күңелендә нилектән үҙ әсәһенә ҡарата наҙлы, хисле һүҙҙәр яралмаған һуң? Минеңсә, бының бер генә сәбәбе барҙыр - ул замандарҙа рус дворяндары ғаиләләрендә бала тыуыу менән крепостной ҡатын-ҡыҙҙарҙан булып, яңыраҡ бала тапҡан әсә ошо дворян балаһына имеҙеүсе итеп тәғәйенләнгән. Шул ваҡыттарҙан бирле рус телендә "молочная мать", йәғни "һөт инәһе" тигән төшөнсә йәшәп килә. Тимәк, үҙ балаһына күкрәк һөтөн имеҙеп үҫтермәгән ҡатын-ҡыҙ үҙе лә тик һөт имеүсе бәпестә генә тыуа торған наҙҙан мәхрүм ҡала...
Ә хәҙер бер аҙ ғына булһа ла фантазияға бирелеп алайыҡ. Элегерәк бер ир затының тик ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған донъяға барып эләгеп, шунда кисергән мажаралары хаҡында кинофильм прокатта булғайны. Комедия һымағыраҡ ине шай. Аллаһи-билләһи, тим, әгәр был ысынбарлыҡта була ҡалһа, хәтәр ҡурҡыныс булыр ине. Ҡотһоҙ ҙа, йәмһеҙ ҙә, ғәмһеҙ үә мөхәббәтһеҙ ҙә бер донъя булыр ине. Әлбиттә, хәҙерге шайтан алыштыра башлаған фани донъябыҙҙа агрессив феминизм менән бер ҡатар ысын мөхәббәтте лесбий һөйөүенә алыштырыусы нескә заттар ҙа юҡ түгел. Әммә был - Барлыҡҡа килтереүсе Илаһи Затҡа хыянат итеүгә тиңдер. Замандың үҙенә күрә социаль сире итеп ҡабул итергә кәрәктер быны. Юғиһә, кешелек ни өсөн ике яртынан - ир-ат һәм дә ҡатын-ҡыҙ өлөштәренән бер бөтөн булып уҡмашҡан донъя рәүешендә яратылған һуң?
Хаҡ Тәғәләбеҙ, тәбиғәт-йыһан ҡанундары камилдарҙан камилдыр ҙа, унан да гүзәлерәк башҡа төҙөүсе-конструктор ҙа юҡтыр. Ниңә, төнгө күк көмбәҙендә, икһеҙ-сикһеҙ йыһан төпкөлдәрендә емелдәшеп балҡыған йондоҙҙар хасил иткән мәңгелек картинанан да күркәмерәген ниндәй рәссам яҙа алыр ине, ә? Бар йыһанды ғына түгел, кешене лә гүзәлдәрҙән гүзәл итеп яралтмағанмы ни Ул? Улай ғына ла түгел, бер тамсы шыйыҡса һәм балсыҡтан (фән теленсә: һыу үә барлыҡ химик элементтарҙың махсус ҡушылмаһынан) әүәләнгән биологик тәнгә Хоҙай тыны өрөлөп (космик энергия бирелеп), мәңгелек мөхәббәт утынан яратылмағанмы ни Әҙәм? Иш янына ҡуш булып, тән иңенә (инь) йән (янь) биреүсе Тәү Әсәбеҙ Һауанан да гүзәлерәк, мөхәббәтлерәк берәй башҡа зат бармы һуң Ер йөҙөндә? Изге китаптарҙа Бөйөк Илаһтың үҙе яралтҡан тере әҙәми заттарҙы һоҡланып ҡабул итеүе һәм дә барса тере йәндән өҫтөн ҡуйыуы хаҡында яҙып ҡалдырылыуы ла юҡҡа түгелдер. Мөхәббәттән яралтылғандар һөйөү-мөхәббәттән һис арына алмаҫтар. Тик бының өсөн Илаһ ҡанунынан тайпылмау, фани донъя үҙгәргән-боҙолған замандарҙа ла йөрәгеңдә мөхәббәт утын һүндермәй тотоусы мәңгелек ҡуҙҙарҙы һаҡлай алыу зарур. Ир-егеттәребеҙ ҙә, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа ошоно хәтеренән сығармаһын ине.
Ғәзиз әсәләребеҙҙе, үҙ итеп, яратып, хәләл ефетлеккә һайлап алған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы, ҡыҙ балаларыбыҙҙы, ялан сәскәләренән дә гүзәлерәк ошо нескә заттарҙы алиһәләй итеп күрергә лә, күҙ ҡараһылай һаҡларға ла ине беҙгә, хөрмәтле ир-егеттәр. Уларға ҡарата күңелдәребеҙ, уйҙарыбыҙ саф булһа, улар ҙа беҙҙең өсөн сафлыҡ сығанағы булып ҡалыр. Ә мөхәббәткә килгәндә - һәр кемебеҙ мөхәббәтле ғүмер көтә ала, ул тойғо бит икһеҙ-сикһеҙҙер, тик уны йөрәк төбөндә яралта белергә лә хыянат ҡылмаҫҡа кәрәктер.
Яҙ етеп, тәбиғәт ҡар һалҡынынан арынған бер мәлдә барса тереклек тантана итеү мәлен зарығып көтә. Мөхәббәт уяна бит, тап ошо миҙгелдә бар тере йән ҡояш йылыһына ла, һөйөү-һөйөлөү утына ла мохтажлыҡ кисерә. Үҙебеҙгә һөйөклө булған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы алиһәләй күреп, уларҙың йөрәктәрен йылытырлыҡ, ваҡыты менән өшөбөрәк киткән күңелдәрен иретерлек һүҙҙәр табып, изге хистәребеҙҙе белдерә һалайыҡ, хөрмәтле туғанҡайҙар. Беҙ, ҡатын-ҡыҙҙың Илаһ тарафынан ир-ат хаҡына яратылғанын белә-күрә тороп, улар хаҡын донъябыҙҙың иң юғары ҡиммәте дәрәжәһенә күтәрергә өйрәнәйек. Ысынлап тороп гүзәл заттар бит улар, беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары! Күҙҙәренә баҡһаң - ялан сәскәләреләй балҡып тораларҙыр, йөҙҙәренә күҙ һалаһың икән - тирә-яҡҡа нур һибелгәндәй тойолалыр. Елдә елпенгән оҙон сәстәре тау ҡылғанылай күркәмлек өҫтәй уларға, ҡоралайҙыҡылай һомғол буй-һындарына һоҡланмаған кеше лә юҡтыр. Шағир булмағанды ла шағир хисле итер улар, һис шикһеҙ!

Бәҙри ӘХМӘТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.03.20 | Ҡаралған: 448

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru