«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘ ҺАМАН ДА ҠУРСАЛАУҒА МОХТАЖ
+  - 


Гәзитебеҙҙең 5-се һанында БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Эльвира Айытҡолова һәм Гөлнара Бикбулатова менән ғаиләләге йәберләүҙәрҙе иҫкәртеү тураһындағы диалог донъя күргәндән һуң интернет аша байтаҡ хат алдыҡ. Хаттарҙың барыһы ла ғаиләһендә йәберләнгән ҡатын-ҡыҙҙарҙан булды. Егерме беренсе быуатта йәшәһәк тә, донъя ҡуласаһын ҡатын-ҡыҙ өйөрөлтә һымаҡ тойолһа ла, уларҙың күбеһе ғаиләһендә йәберләнеп көн күрә икәне сер түгел бит инде.

"Егерме туғыҙ йыл йәшәйбеҙ, бәхетле булған мәлдәремде бармаҡ менән дә һанай алмайым, - тип яҙа бер автор. - Хәҙер инде балалар ҙурайған, үҙаллылар, инде түҙмәһәм дә була һымаҡ. Тик ташлап китһәм, бөтөнләй эшлектән сығыр, урамда йөрөп үлер, тием. Ә көн күрһәтмәй. Эсә лә ҡайта, ҡайта ла тауыш ҡуптара, мәсхәрәләй, кәмһетә. Шул хәтлем туйҙым. Был ғүмер тиҙерәк тамамланһын ине, тип теләйем..."
Икенсе хатта бына ошондай юлдар бар: "Яратам да яратам, тип өйләнде лә, ҡәҙерләмәй, һәр эшемдән кәмселек таба, "һин аңра, башһыҙ, ялҡау" тип туҡып ҡына тора. Ҡул күтәрмәһә лә, рухи яҡтан ныҡ бөтөрә. Йөҙ китеп, йөҙ ҡайттым инде. Ғәфү үтенеп, ыңғай ғына йөрөп ала ла, тағы башлай. Ирҙең ошолай итеп йәберләгәненән яҡлаған закон юҡ та, булмаҫ та..."
Өсөнсө хат кәңәш тә һорамай, ә уйҙары менән генә бүлешә: "Балаларым бәләкәй, шуларҙы аҙ ғына күтәрәйем тип түҙәм. Шул арала яйлап аҡса туплайым, ситтә эш белешәм. Көн дә кисен һыра тотоп ҡайтҡан, аҙ ғына башына сыҡһа, аҡырған да һүгенгән атай тәрбиәһендә балалар үҫтергем килмәй... "
Был хаттарҙы күптәре хәсрәтен кемгәлер һөйләү, бер аҙ түгелеп-бүҫкәреп алыу өсөн генә яҙа - аңлашыла. Әммә барыһында ла уртаҡ зар - ғаиләлә тыныслыҡ булмау, йәберләнеү, кәмһетелеү, туҡмалыуҙар, имгәнеүҙәр. Һәм бында шул уҡ классик геройҙар. Ролдәре лә шул уҡ: йәберләүсе - ир, йәберләнеүсе - ҡатын.
Бер егет: "Ҡыҙҙар шундай һәйбәт һәм нескә генә лә, бынау йыуан һәм уҫал ҡатындар ҡайҙан килеп сыға икән?" тип аптыраған, ти бит әле, бында ла шуның кеүек һорау тыуа: "Яҡлаусы, һаҡлаусы булырға теләгән егет ҡайһы арала туҡмаусы, кәмһетеүсе иргә әүерелә ул?"
Ниндәй ирҙәр ҡатындарын кәмһетә, рәнйетә, хатта ҡул күтәрә, даими рәүештә, йылдар ағымында баҫым аҫтында йәшәтә икәнде психологтар ҙа, социологтар ҙа һәм башҡа махсус белгестәр ҙә тәфсирләп тикшергән инде. Үҙе шундай ғаиләлә үҫкән, ҡатын-ҡыҙҙы хөрмәтләү тигәнде күрмәгән-белмәгән, бала сағында яратылмаған, психик травма алған, ҡаты әсәй ҡулында баҫылған малайҙарҙан шундай ирҙәр үҫеп сыға, тиҙәр улар. Тағы ла, башҡа ирҙәр араһында үҙенең ирлеген бер нисек тә күрһәтә алмағандар ҡатынын туҡмап, үҙбаһаһын күтәрә, эшендә һәр ваҡыт көсөргәнештә йөрөгән ирҙәр өйҙә агрессияһын сығара, тигән фекерҙәр бар. Шулай уҡ яза алмауға өйрәнеп, ҡорбанының ҡаршылаша алмаҫын, көсһөҙлөгөн белеү ҙә баш мейеһе артыҡ сәләмәт булмағандарҙа хайуан инстинктын уята икән. Унан тағы, ҡанһыҙ рәүештә кеше туҡмаусыларҙың күптәре, тикшергән осраҡта, психик тайпылышлы булып сыға. Тимәк, бөгөн ғаиләһендәгеләрен йәберләп йәшәтеүселәрҙе тикшертеү зарур, кем белә, ундай сирле әҙәмдән нимә сыҡмаҫ? Ә инде иң беренсе ғәйеп - эскелек. Башҡорттарҙың эскелекте күтәрә алмағаны яңылыҡ түгел. Улар был утлы һыуҙы, урыҫтар һымаҡ, өҫтәл артында ғына йырлашып ултырып эсеп, ятып йоҡлай белмәй. Беҙҙекеләр мотлаҡ болара, батырлыҡтар эҙләп сығып китә, кемгәлер бәйләнә һәм ҡул аҫтына йыш ҡына әлеге бахыр ҡатын эләгә. Бәлки, ҡатынын йәберләргә лә теләмәйҙер ул, әммә араҡы быны эшләтә. Араҡы туҡмата ла, зәғифләй ҙә, хатта үлтертә лә. Тик араҡы үҙе яуап бирмәй, енәйәт өсөн, ғәҙәттә, кешеләр яуап тота.
Беҙҙең милләт ҡатын-ҡыҙы түҙемле. Башҡорт ҡатындары ҡаты, уҫал, тупаҫ, тиһәләр ҙә, уларҙы сабырһыҙ тип әйтеү төптө ҡырын булыр. Ни эшләптер, ғаиләләге кәмһетеүҙе лә, туҡмалыуҙы ла күтәрә улар. Эскән ирҙе лә ғүмер буйына кеше итеп йәшәтергә тырышалар. Бөтөн мәшәҡәттәрҙе, ауырлыҡтарҙы үҙ елкәләрендә өҫтөрәүгә лә күнәләр. Бәлки, был беҙгә боронғо йолалар менән һалынған аң-ғәҙәттер. "Барған ереңә таш булып бат", "Артыңа көл" тигән әйтемдәр ҙә ҡыҙҙың ниндәй хәлдә лә ире янында торорға һәм түҙергә тейешлеген, "Ир һуҡҡан ер тамуҡта янмай" кеүектәре ирҙән эләгеү ҙә ғәҙәти күренеш тигәнде аңғарта бит. "Беҙҙең өләсәйҙәр ҙә түҙгән, әсәйҙәр ҙә түҙгән, беҙ ҙә түҙәйек, ҡатын өлөшө шулай", тип ебәрә ҡайһы бер инәйҙәр. Ә асылда, урыҫ сәйәхәтселәре боронғо башҡорттар тураһында: "Башҡорт ирҙәре ҡаты, әммә ғәҙел, ҡатындарына тупаҫ түгелдәр, һуҡмайҙар, ҡыйырһытмайҙар, сөнки улар эсмәйҙәр", - тип яҙып ҡалдырған. Тимәк, халҡыбыҙҙың ир-егете һуңғы йөҙ йыллыҡта ғына шулай ваҡланған - ҡатындар менән һуғыша башлаған булып сыға.
Бөтә ирҙәр ҙә улай түгел. Миҫал өсөн генә үҙегеҙ барлағыҙ әле таныштарығыҙҙы. Ниндәйҙер үҙ шөғөлө, ҡыҙыҡһыныуы булған, мәҙәниәтле, дөрөҫ тәрбиә алған ирҙәрҙең ғаиләләрендә ундай проблема юҡ. Тимәк, балаңдың киләсәктәге ғаилә именлеген булдырыуҙы ата-әсә бөгөндән ҡайғырта башларға тейеш. Һеҙ үҙ-ара мөнәсәбәтегеҙҙе яйлай алмайһығыҙ, ирешеп-талашып, һуғышып-янъяллашып йәшәйһегеҙ һәм шунда ла "балалар өсөн торам" тип аҡланаһығыҙ икән - был дөрөҫ түгел. Ғауғалар һеҙҙең балаларығыҙ тормошона ла күсәсәк. "Улым, һин атайың һымаҡ булма" тип өгөтләү генә аҙ. Әсәһен туҡмағанды күреп үҫкән ир бала йә ҡурҡып ҡалып, йә башҡа сәбәптәр булғанда, асыуын үҙенең яҡындарын ҡыйырһытыу аша сығарып өйрәнәсәк.
Беҙҙә ирҙәрҙе ир итеп күтәрергә, абруйын төшөрмәҫкә, уны башлыҡ, хужа итеп күрһәтергә тырышалар. Кемдәрме? Әлеге ҡатын-ҡыҙҙар. Боронғораҡ инәйҙәр хатта үҙе баҫып торғанда ла ирҙе ултыртыу яғын ҡарай, ишектән ирҙе беренсе үткәреп юл бирә, ауыл магазиндарында әле лә ирҙәрҙе сиратҡа торғоҙмайҙар. Күп ҡатындар үҙҙәре ашамағанда ла иренең тамағын туйҙырып ҡуйырға ашыға, уға яҡшыраҡты кейҙерергә, уны бимазаламаҫҡа, ваҡытында ял бирергә, ваҡ мәшәҡәт менән борсомаҫҡа тырыша. Хатта күп ғаилә проблемаларын да уларға әйтмәй генә хәл итәләр. Ирҙәр бала-сағаның баҡса-мәктәп-уҡыу тормошона артыҡ ҡатнашмай ҙа тиерлек. Әгәр ир эшләй һәм аҡса алып ҡайта икән - ул хан бәрәбәрендә. Эшһеҙ булып, йорт-ҡура араһында ҡул ҡаушырып ултырмағандарын да баһалайҙар әле. Һәм хатта донъяһына бер файҙаһы булмаған, эсеп-туҙып йөрөгәндәрен дә аҫырап тоталар. Шунлыҡтан, бында (беҙҙең йәмғиәттә) "Ирҙәрҙе яҡлайыҡ!" тип лаф ороу урынһыҙ. Ғаиләләге йәберләүҙе сикләү тураһындағы законды индерергә уйлауҙары ла юҡтан түгел. Бөгөн ил төрмәләрендә бикле булған ҡатын-ҡыҙҙың илле проценттан күберәге үҙ-үҙен белешмәҫ хәлгә етеп ирен үлтереп ултыра. Был хәл ҡатындың оҙайлы ваҡыт иҙелеп, баҫылып, ҡыйырһытылып йәшәүенең, донъя михнәттәрен бер үҙе һөйрәүенең, көсө етмәҫтәйҙе хәл итеп маташыуының сиге ул.
Ҡатын-ҡыҙҙың теле яман, ул ирҙе туҡмау хәленә еткерә ала, тигән дә фекерҙәр бар. Мин бының менән килешеп тә ҡуя яҙғанда бер дини яҙманы тыңлап, уйға ҡалдым. Унда мәсеттә күп ир-ат йыйылған да, оло дин әһеле төрлө яҙма һорауҙарға яуап бирә. Бер һорауҙа ошолай тиелә:
- Ҡатыным мыжып-игәп йәнемә тейә, шуның өсөн уны язаға тарттырырға буламы?
Мулла яуап бирә:
- Бер бәйғәмбәргә шундай бер ир тап ошондай һорау менән килһә, бәйғәмбәрҙе ҡатыны пыр туҙҙырып әрләп ята икән. Быны күргән ир: "Мин тап ошо мәсьәлә менән килгәйнем, ахыры, һеҙ ярҙам итә алмаҫһығыҙ, һеҙҙең үҙегеҙҙең дә ҡатынығыҙ яман икән", - ти. Шунда бәйғәмбәр: "Туғандарынан, ата-әсәһенән айырылып, минең өйөмә килгән, миңә ҡатын булып үҙенең яҙмышын ышанып тапшырған, миңә балалар тапҡан һәм уларҙы көткән, миңә ашарға бешереп, керемде йыуған, ауырыһам - дауалаған, мин йоҡлағанда өҫтөмә япҡан, һуңлаһам - йоҡламай көткән, сит ҡатындарға күҙ һалһам - көнләшеп үпкәләгән, кәрәктә йылыһын-наҙын биргән һәм бар булмышы менән ошо йортомдо ҡотайтып торған ҡатындың әрләүенә генә түҙмәйемме инде мин!" - тип яуап биргән.
Шунан мулла әлеге һөйләгәндәрен: "Ҡатын-ҡыҙҙың сарбаулығы, ваҡсыллығы һәм сар-сор булып ирешеп китә алыуы уның йомшаҡлығы, тәбиғи халәте. Уларҙы бындай ҡылығы өсөн ғәйепләргә кәрәкмәй. Ул ир кеше түгел, һин уны үҙеңә тиң ҡуйып, елкәһенә ауырлыҡ һалып боҙма, уға йылы өй һәм йылы ҡараш кәрәк, уның бурысы бала табып үҫтереү", - тип бик матур һәм фәһемле итеп йомғаҡлап ҡуя. Ысынлап та, уйланырлыҡ, шулай бит?
Әлбиттә, был бик оҙаҡ һөйләрлек, һыу буйы яҙырлыҡ тема. Фекерҙәре булғандар үҙҙәре дауам итер. Ә минең ир-егеттәргә өндәшкем килә: ҡыйырһытмағыҙ ҡатын-ҡыҙҙарығыҙҙы, улар тап һеҙҙең яҡлауға һәм һөйөүгә мохтаж.

Лилиә ИСМӘҒИЛЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.03.20 | Ҡаралған: 598

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru