«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАРИХ ТӨПКӨЛӨНӘН СЫҠҠАН ҮҪӘРГӘНДӘР БЕҘ!
+  - 


Этнограф Р.Ғ. Кузеев классификацияһына ярашлы, үҫәргәндәр башҡорт ырыуҙарының көньяҡ-көнсығыш төркөмөнә ҡарай. Ошо ғалим раҫлауынса, үҫәргәндәрҙең тәү атамаһы мөйтән булған. Үҫәргән ырыуының килеп сығышын өйрәнеү XX быуат башындағы революцияға тиклемге рус ғалимдары, совет осоро тарихсылары һәм яңы дәүер тикшеренеүселәре иғтибарынан ситтә ҡалмаған проблема булып тора.

Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ошо башҡорт ырыуының иң боронғо тамырҙарын юллау ахырынаса хәл ителгән мәсьәлә түгел. Өҫтәүенә, үҫәргән этнонимы үҙе бер эксклюзив башҡорт атамаһы булып, тик башҡорт ырыу-ҡәбилә номенклатураһында ғына осрай. Әйтергә кәрәк, шул уҡ ҡыпсаҡ, табын, меркет, салйоғот, ҡоңғрат, мең, тиләү һәм башҡа бәғзе бер башҡорт ырыуҙары атамаларының этнонимик параллелдәрен ҡаҙаҡ, үзбәк, ҡарағалпаҡ, ҡырғыҙ, нуғай кеүек төрки ҡәүемдәрендә, монголдарҙа осратып була. Шуға ҡарамаҫтан, ғалимдарҙың күпселеге үҫәргән берлегенең боронғолоғон һәм уның башҡорт этносы формалашыуындағы ролен инҡар итмәй. Үҫәргәндәрҙең башҡорт халҡының иртә этник субстратына ҡарауын белдереүсе этнограф Р.Ғ. Кузеев былай тип яҙа: "Үҫәргәндәрҙең, түңгәүерҙәрҙең, шулай уҡ башҡа ҡайһы бер башҡорт ҡәбиләләренең ата-бабалары иртә урта быуаттар эпохаһындағы ғәрәп-фарсы сығанаҡтарында баджгард, баджгурд, басджирт йә иһә башхарт дөйөм исеме аҫтында билдәле була." Икенсе бер яҙмаһында ул үҫәргән һәм түңгәүерҙәрҙе "иртә урта быуат баджгардтары" тип атап, уларҙы бурджан-бөрйәндәр менән бергә боронғо башҡорт ҡәүеменең ядроһы итеп күрһәтә.
Р.Ғ. Кузеевтың ошо өс башҡорт ырыуының башҡорт этнонимын йөрөтөүе һәм халыҡ булараҡ башҡорттоң этник үҙәген (ядроһын) тәшкил итеүе хаҡындағы фекерҙәренең билдәле сәбәбе бар. Күрәһең, тап ошо өс ҡәүемдең ҡасандыр уртаҡ шәжәрәләре булып, ошо юғалған сығанаҡта уларҙың тәү ата-бабалары сифатында билдәле бер уртаҡ тарихи шәхес күрһәтелгән булған.
Р.Ғ. Кузеевтың тап бөрйән, үҫәргән һәм түңгәүер ырыуҙарының башҡорт исеме аҫтында танылыуы хаҡындағы фекерҙәре XX быуат башындағы билдәле этнограф Сәғит Мираҫовтың "Башҡорт шәжәрәләре" тигән хеҙмәте менән бәйле булыуы мөмкин. С. Мираҫов бына ниҙәр яҙа (нөсхәләге орфографияға ярашлы бирелде): "Әгәр ҙә был шәжәрәләргә та дл янырға тура килһә, был шәжәрәләр беҙгә байтаҡ нәмәләр асыб бирә алалар. Берҙән, дөйөм башҡорт халҡының бер атанан ғына таралған халыҡ булмай, мынан мең - мең ярым йыл элек һәр ҡәбилә үҙ алдына айырым йәшәб һуңынан бер халыҡ, бер йәмғиәт булып китеүҙәрен; икенсе: башҡорттарҙың төрөк нәҫеленән булыуын. Сөнки һәр бер шәжәрә үҙенең төб бабаларын төрөк ҡәүеменән булған мәшһүр бер кешегә итеб бәйләйҙәр. Бәғзеләре һун төрөктәрендә булған Баламирға, бәғзеләре Аланджа-ханға, Угузға, бәғзеләре уйғыр төрөктәренән булған Култикингә, бәғзеләре манғул хандарынан булған Чингиз, Мамай, Майҡы, Туҡтамыш, Идигу, бәғзеләре Аҡһаҡ-Тимергә итеб бәйләйҙәр. Мәҫәлән, Ҡыпсаҡ ырыуы шәжәрәләре Уғуз-хандан айырылыб һуңынан үҙҙәре өлкән бер дәүләт булып манғул баҫҡанлығы дәүерендә һәр тарафҡа таралғандар әйтәләр. Шулай уҡ Ҡаңлы ырыуҙары үҙҙәренә Ҡаңлы исемен Уғуз биргән тиҙәр. Бөрйән, Үһәргән, Түңгәүер ырыуы шәжәрәләре үҙҙәренең төб бабаларын уйғыр төрөктәренең ханы булған Култикин, анан һуң Аланджа-ханға, анан Нух улы Яфәскә итеб бәйләйҙәр. Табындар үҙҙәрен Майҡы-бийгә, анан Аҡһаҡ-Тимергә бәйләйҙәр. Меңлеләр үҙҙәрен һун төрөктәренең ханы Баламирға бәйләйҙәр. Миндә юғарыла әйтелгән ырыуҙарҙың һәр ҡайһының шәжәрәләре бар. Әммә Көҙәй, Ҡыуаҡан, Ҡатай, Тамиән ырыуҙарының ғына шәжәрәләрен күрә алғаным юҡ."
Күренеүенсә, этнограф С. Мираҫов бер юлы өс айырым башҡорт ырыуының төп бабаһы сифатында тарихта Көнсығыш Төрки ҡағанаты исеме аҫтында билдәле булған дәүләттең сәйәси һәм хәрби эшмәкәре Култегинде күрһәтә. Үҫәргәндәрҙең этник структураһын килеп сығышы буйынса тулыһынса бер иш, тип әйтеп булмай. Был бер ни тиклем кимәлдә уларҙың эске бүленешендә - теге йәки был аймаҡ-түбәләргә ҡарауында ла сағыла. Тикшеренеүсе П.С. Назаров үҫәргәндәрҙең түбәндә һаналып үтелгән бүлем атамаларын яҙып алған: ҡунаҡ, аснаҡ, әфәнде, сураш, бишей, шишей, айыу, ҡыуаҡан һәм һары. Быларҙың һуңғы ике бүлеме - ҡыуаҡан һәм һарылар - үҫәргәндәргә һуңыраҡ осорҙа килеп ҡушылған, тип иҫәпләнә. Күрәһең, айырым ырыу булған ҡыуаҡан башҡорттарының бер ярсығы ниндәйҙер сәбәптәр менән бәйле үҫәргәндәргә ҡушылып китеп, уларҙың бер түбәһен барлыҡҡа килтергән. Ә үҫәргәндәрҙең төп этник нигеҙен мөйтәндәр тәшкил итә. Башҡа төрки ҡәүемдәрендә үҫәргән этнонимы булмаған хәлдә лә, ҡарағалпаҡтар һәм үзбәктәр составында мөйтән ҡәбиләһе барлығы билдәле. Атамалары тап шул мөйтән этнонимына ауаздаш боронғо халыҡтар төрлө тарихи сығанаҡтарҙа теркәлеп ҡалған. Үҫәргән ырыуының тәү тарихи тамырҙары ла ошо мөйтән атамаһы менән танылған ҡәүемдәргә барып тоташыуына шик юҡ.
Үҫәргән ырыуы башҡорттары фольклоры, уларҙың риүәйәттәре, яҙма шәжәрәләре нигеҙендә уларҙың килеп сығышы хаҡында билдәле һығымталар яһап була. Ошо фольклор сығанаҡтарында, үҫәргән шәжәрәләрендә, ошо ырыу хроникаһын тәшкил иткән "Таварих-и башҡорт" әҫәрендә үҫәргән ырыуының тәү бабаһы сифатында Мөйтән бей исемле легендар шәхес күрһәтелә. Күрәһең, был осраҡта тәү баба исеме, йәғни антропоним нигеҙендә ошо исем менән нарыҡланыусы айырым ҡәүемдең барлыҡҡа килеүе халыҡ хәтерендә ошо рәүешле нығынып ҡалған.
Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа үҫәргәндәрҙең туранан-тура ата-бабалары итеп мөйтәндәр атала. Мәҫәлән, "Мөйтән бей хаҡында йыр" тигән фольклор әҫәрендә ошо турала былай әйтелә: "Барса башҡорт мөйтәндәргә буйһондо. Үҫәргәндәр күп һанлы булып китте. Бөрйән, ҡыпсаҡ бейҙәре уларға баш һалды... Йөҙ тамғалы башҡорттар Уралға күсеп килде". Бында мөйтән һәм үҫәргән бәйләнештәре, уларҙың көсәйеүе, барса башҡортҡа баш булыуы мотивы аша Уралда ойошҡан тотош башҡорт берлеге идеяһы ("йөҙ тамғалы башҡорттар") сағылыш тапҡан.
Мөйтән һәм үҫәргән этнонимдары йәнәшәлеге, ошо исемдәге ҡәүемдәрҙең ҡан-ҡәрҙәшлеге үҫәргәндәрҙең шиғри шәжәрәһендә аныҡ һүрәтләнә. Ошо боронғо ҡобайырҙа Мөйтән бейҙең Үҫәргән исемле улы тыуып, артабан исемен үҙ ырыуына ҡалдырыуы хаҡында бәйән ителә: "Әҙәм балалары дәүере үтеп китте, Сыңғыҙ хан заманы етте. Тоҡсаба бей улы башҡорт халҡының бабаһы, Мөйтән уның исеме... Мөйтән улы Үҫәргән, күп һанлы булды уның тоҡомо. Ул саҡта дүрт олоҫ Үҫәргән исемле ине..."
Тикшеренеүсе Л.С. Толстова, фольклор материалдарына, этнонимия һәм топонимия мәғлүмәттәренә таянып, мөйтәндәрҙең Алғы Азия (хуррит-митания) сығышлы булыуы хаҡында фараз итә. Уның хеҙмәттәренә риүәйәттәр томанына сорналған, "тарихи йомаҡ"ҡа әйләнгән Боронғо Хорезмды күп йылдар дауамында өйрәнгән тарихсы, этнограф һәм археолог С.П. Толстов тикшеренеүҙәре этәргес көс булып тора.
Ысынлап та, ошо боронғо илдең тәү тарихын яҡтыртырҙай яҙма сығанаҡтар юҡҡа иҫәп. Хорезмдың тарих төпкөлөндә бөйөк дәүләт булыуын Амударъя дельтаһында һәм Арал диңгеҙенең элекке ярҙары буйында һибелеп ятҡан күп һанлы археологик ҡомартҡылар ғына дәлилләй бөгөн.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әҙерләне.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.03.20 | Ҡаралған: 449

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru