«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠЫҘҘАРЫБЫҘҒА КҮҘ ТЕЙҘЕРМӘЙЕК!
+  - 


Бынан ун биш-егерме йылдар элек район үҙәгенән тыуған ауылыма автобус менән ҡайтырға тура килгәйне. Бер нисә ауылдашым менән күрешеп алдым, артабан, тирә-яҡ тәбиғәтебеҙҙе күҙәтә-күҙәтә киләм, пассажирҙарҙың һөйләшкәненә лә ҡолаҡ һалам.

Өс бабайҙың әңгәмәләшкәненә иғтибар иттем. Икәүһе - минең танышым, ә береһе - күрше ауылдан икән. Бер-береһен электән беләләр, буғай. Түштәрендәге төрлө дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордендары уларҙың өсөһөнөң дә һуғыш ветераны икәнен күрһәтә (улар хәҙер мәрхүм инде). Ҡарттарҙың береһе - яҡын-тирәлә һүҙгә йор, мәрәкәсел булып танылған минең ауылдашым - Аҡбирҙе исемле ағай, алмаш-тилмәш теге ике бабайға һорау биргеләй. Ҡоҙа тейеш булған берәүһенең ҡарсығы бер нисә йыл элек мәрхүм булып ҡалғайны. Шуның менән һөйләшә башланы был:
- Һин, Фәлән ҡоҙа, әле ҡабаттан әбей алырға уйламайһыңмы?
- Уйлағаным юҡ, - тип яуаплай бабай.
- Нишләп? - тип төпләшә әлеге ағай, мут йылмайып.
Ҡоҙа кеше лә юғалып ҡалғандарҙан түгел:
- Әле йәшем етмәгән, һикһән биште генә ҡыуам бит!.. - тип яуаплай. Быларҙы тыңлап барған кешеләр сыр-сыу булып көлөшә. Теге Аҡбирҙе ағай хәҙер инде күрше Ишмырҙа ауылына китеп барған кешегә һөжүмгә күсә:
- Ә һинең әбейең бар ҙа баһа, нишләп уны үҙең менән бергә алып йөрөмәй, яңғыҙ ғына китеп бараһың? Яҡшы түгел!
- Кеше араһына алып сыҡһам, күҙ тейҙерерҙәр тип ҡурҡам, - тип яуаплай был ҡарт. Автобуста барған пассажирҙар тағы көлөшә. Улар менән бергә көлөшкән Аҡбирҙе ағай тегегә ахырҙа:
- Һуң, күҙ тейә тип ни… Күҙ тейерҙәй ере ҡалмағандыр инде уның хәҙер!.. - тигәс, барыбыҙ ҙа ауылға еткәнсе көлөштөк.
Ифрат етди темаға ҡағылышлы мәҡәләмде бына ошо мәрәкә менән башлап ебәреүемә бына шул "күҙ тейеү" тигән төшөнсә сәбәпсе булды әле. Ҡасандыр беҙ йәшерәк саҡта уны юҡ-бар йә иһә боронғо әбей-бабайҙарҙың уйлап сығарған әкиәте тип аңыбыҙға һеңдергәндәр ине. Илебеҙҙә атеизм тигән нәмә хөкөм һөргән дәүерҙә. Алла ла юҡ, ендәр-шайтандар ҙа бер ҡасан да булмаған, тигән инаныу менән үҫте бит беҙҙең быуын. Шул осорҙа үҫкән кешеләрҙең күптәре, айырыуса динде өйрәнмәгәндәре, әле булһа шундайыраҡ яҙыҡ фекерҙә. Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм мосолмандарҙы ошо хаҡта ла иҫкәртә килгән. Минең өммәтемдәге кешеләрҙең күпселеге күҙ тейеү арҡаһында һәләк була, тигән мәғәнәләге хәҙис тә бар. Һәр төрлө сирҙәрҙең күп кенәләре ана шул күҙ тейеү сәбәпле икәнен дә белмәйбеҙ. Ҡайһы берәүҙәр тик насар кешенең генә күҙе тейә, тип уйлай. Улай түгел икән шул. Кемдер берәүҙең матурлығына һоҡланған яҡшы кешенең дә күҙе тейеүе мөмкин. Матур үҫешкән мускулатуралы, мыҡты кәүҙәле бер сәхәбәнең ярты биленә ҡәҙәре сисенгәнен күргән икенсеһе, уға һоҡланыуын йәшерә алмай, был хаҡта әйтә башлағас, Бәйғәмбәребеҙ: "Һин уға күҙ тейҙерҙең. Ашығыс ҡына ғөсөл ал һәм ана шул һыу менән һинең күҙең тейгән кеше йыуынһын (ғөсөл ҡойонһон)!" - тип әйткән сахих хәҙис тә бар. Һинең менән һоҡланған яҡын туғаныңдың да (хатта ата-әсәңдең дә!) күҙе тейеүе мөмкин. Әлбиттә, тормошта йыш ҡына һоҡланырға, берәй кешене маҡтарға ла тура килә. Шундай осраҡтарҙа Бәйғәмбәребеҙ быға Аллаһ бәрәкәте һорарға ҡушҡан. Берәүҙең яҡшы эше йә иһә матурлығы хаҡында маҡтау, хуплау һүҙе әйткәс тә, артынса: "Аллаһүммә, бәрик фи һи" (Йә Аллаһ, ошоға бәрәкәт бир), тиергә, йә иһә "БәрәкАллаһу фи кә (ҡыҙ кешегә - "фи ки")" тиеп әйтеп ҡуйыу кәрәк. Һиңә Аллаһ бәрәкәте булһын, тигәнде аңлата был доға.
Әйткәндәй, ендәрҙең дә күҙе тейеүе мөмкин. Кискеһен, йоҡлар алдынан сисенгәндә "Бисмилләһ" әйтеү мотлаҡ. "Аят әл Күрси" аятын уҡыу ҙа кәрәк (стенаға элеп ҡуйыу түгел). Ул саҡта таңға ҡәҙәре кешегә шайтан яҡынлай алмай. Тәндәренең матурлыҡтарын ҡаплап йөрөүсе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ана шундай-бындай зарарлы тышҡы "агенттарҙан" һаҡлаулы ла була.
Гәзитебеҙҙең 6-сы һанында Миләүшә Ҡаһарманованың "Матурлыҡ туйҙа кәрәк" тигән ифрат та ҡыҙыҡлы мәҡәләһе баҫылғайны. Һуңғы осорҙар модаға инеп киткән һәр төрлө "Һылыуҡай" конкурстары хаҡында ине ул. Бер яҡтан ғына ҡарағанда һис зыянһыҙ тойолған бындай сараларҙың бер нисә кире яғын да һанап киткән автор ошо мәҡәләһендә. Ундай бәйгеләрҙә ҡатнашып еңә алмаған ҡыҙҙарҙы "утҡа осҡан күбәләк" менән дә сағыштырған. Ә еңеүселәрендә башҡалар алдында маһайыу тойғоһо уяныу ихтималлығы хаҡында ла иҫкәрткән. Миләүшәнең фекерҙәрен дә хуплайым. Әммә иң беренсе нәүбәттә ошондай ҡыҙҙарға әлеге күҙ тейеү ҡурҡынысы янауы тураһында иҫкәртеүҙе лә үҙемдең бурысым тип һанайым. Мәҡәләм башында иҫкә алып киткән ауылдашым Аҡбирҙе ағай мәрхүм әйтмешләй, һикһән биш - туҡһан тирәһендәге ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың тышҡы матурлығына ҡарап һоҡланыусылар әллә ни күп булмауы ла мөмкин. Әммә әле генә тормош юлын башлаған, тулышып бешкән еләк һымаҡ матур ҡыҙҙарыбыҙҙың бөтә халыҡ алдында барлыҡ гүзәллектәрен күрһәтергә тырышыуы - уларҙың файҙаһына түгел, тимәксемен. Бер генә кеше лә түгел, ә меңәрләгән күҙҙәр ҡарап һоҡлана бит уларға! Милләттәштәрем бына ошо ифрат та етди нәмәне белһә ине, һәм үҙҙәренә-үҙҙәре зыян килтермәһендәр ине, тигән теләгем бар. Ә инде быға ышанмағандарҙы бер нисек тә "шундай матур сараларҙан" баш тарттырып булмай инде. "Үҙе йығылған - иламаҫ", тиҙәр беҙҙең яҡта.
Минең, әлбиттә, ҡыҙҙарым юҡ, кемдер әйтмешләй - "туплы малайҙар". Әммә, ейәнсәрҙәрем үҫеп килә, әлхәмдүлиллаһ. Улар хаҡында кемдер берәү (хатта үҙебеҙ ҙә!) яҡшы һүҙ әйткән һайын әле үрҙә килтерелгән доғаларҙы уҡып ҡына торам, үҙҙәренә лә өйрәтәм. Малайҙарға ла күҙ тейеүе мөмкин. Бәхеткә, барлыҡ булған матурлыҡтарын көслө заттарыбыҙ әллә ни күрһәтеп йөрөмәй. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙан айырмалы, ир-аттың "күҙ тейер" ерҙәре лә күпкә әҙерәк. Шунлыҡтан, был тарафтан ир-егеттәребеҙ сағыштырмаса һаҡлаулыраҡ. Әммә сәскәләй матур ҡыҙҙарыбыҙҙы нығыраҡ ҡыҙғанам. Быуаттар буйы Ислам динендә булған боронғо өләсәйҙәребеҙ ғүмерҙә лә ҡыланмаған нәмә менән булышып, уларҙың башҡаларға оҡшарға тырышыуҙары, үҙҙәренә-үҙҙәре ғәҙелһеҙлек ҡылыуҙары - йәл, йәмәғәт.

Хөрмәтулла ҠЫУАНДЫҠОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.03.20 | Ҡаралған: 800

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru