«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ГӘЗИТ УҠЫМАҒАНДЫ ЙӘЛЛӘЙЕМ...
+  - 

Баймаҡ районы халҡы быйыл "Киске Өфө" гәзитен былтырғыға ҡарағанда, моғайын, күберәк алдыралыр, тип бик ышанғы килә. Ни өсөн тигәндә, ошо редакция хәбәрселәре беҙҙең яҡтарҙа йыш була һәм халыҡ менән осрашып, көнүҙәк мәсьәләләр буйынса гәзит уҡыусылар менән күҙмә-күҙ һөйләшеп, фекер алышып, күңелдәребеҙҙе күтәреп, рухыбыҙҙы байытып китә. Ғөмүмән, "Киске Өфө" хәбәрселәре даими рәүештә халыҡ араһында эшләй, республикабыҙҙың башҡа райондарында ла йыш була. Был баҫма биттәрендә шуға ла урындарҙан яҙыусы авторҙар мәҡәләләренә лә киң урын бирелә.

Ә инде яҙам тигән кешегә рәхәтләнеп яҙырға мөмкин, сөнки гәзитебеҙ рубрикаларға бик бай һәм улар төрлө-төрлө. "Киске Өфө"нө даими алдырып уҡып барыусыларға был рубрикалар яҡшы мәғлүм, шуға ла уларҙы исемләп һанап тороуҙың кәрәген күрмәйем, ә инде гәзитте алдырмаған кешеләрҙән кемдер минең был яҙмамды уҡый ҡалһа, уларға шулай тип әйтер инем: халҡыбыҙ тарихы, уның әле беҙгә асылып бөтмәгән, быуаттар төпкөлөндә ятҡан ҡайһы бер билдәһеҙ биттәре тураһында, шулай уҡ туған телебеҙ, мәҙәниәтебеҙгә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында хәбәрҙар булып барырға теләһәгеҙ, "Киске Өфө" гәзитенә яҙылығыҙ, яҡташтарым! Һәр кем сәләмәтлекте һаҡлау буйынса үҙенә файҙалы кәңәш алырлыҡ "Шифа" сығарылышын иһә айырым төпләмә-китапсыҡ итеп туплап барырға мөмкин, сөнки ундай мәғлүмәттәрҙе башҡа сығанаҡтан таба алмаясаҡһығыҙ.
Гәзиттә шулай уҡ республика ауылдарында киң хәрәкәт алған ағинәйҙәр йәмғиәттәре, уларҙың халыҡ хәтерен тергеҙеү, йолаларыбыҙҙы, ауыҙ-тел хазиналарын һаҡлап ҡалыу өсөн, шулай уҡ сәләмәт тормош, ғаилә ныҡлығы мәнфәғәтендә башҡарған эштәре хаҡында ла мәҡәләләр даими баҫылып тора. Әгәр ҡайһылыр берәй ауылда бындай йәмғиәт әле ойошторолмаған булып та, улар был эште нисек башларға белмәй торһа, "Киске Өфө" гәзите был йәһәттән уларға ҡиммәтле әсбап булып хеҙмәт итәсәк. Мәҫәлән, гәзиттә баҫылған йолалар сценарийҙарын улар башҡа бер баҫманан дә таба алмаясаҡ.
Яратҡан гәзитемдә һуңғы ваҡыттарҙа уҡыған һәм үҙемә бик тә оҡшаған материалдар хаҡында ла әйтеп китеү кәрәктер тип уйлайым. Миләүшә Ҡаһарманованың хөрмәтле уҙамандарыбыҙҙың береһе, киң ҡарашлы, тәрән белемле тарихсы Йәҙгәр Бәширов менән боронғо мәшһүр шәхесебеҙ, шағир Ҡол Ғәлиҙең исемен халҡыбыҙ хәтеренә кире ҡайтарыу тураһындағы әңгәмәһе булды. Мин уны бәхетле кисерештәр менән ҡыуанып уҡыным. Йәҙгәр Бәширов - ул беҙҙең ғорурлығыбыҙ, халҡыбыҙҙың бөйөк улы. Ә ниндәй энциклопедик белемгә эйә ул! Миләүшә Ҡаһарманованың "Ут хәтере" повесын да йотлоғоп уҡып сыҡтым, әҫәрҙең дауамы баҫылған һәр һанды ҡунаҡ һымаҡ көтөп алдым. Тәжрибәле журналист Вәлиәхмәт Бәҙретдинов әҙерләп баҫтырған башҡорт ырыуҙары хаҡындағы мәҡәләләр циклы, ғөмүмән, айырым китап итеп сығарырлыҡ ҡиммәтле тарихи материал, тип әйтер инем. Гәзит алдырмағанлыҡтан, уны уҡый алмаған кешеләр миңә шул тиклем йәл: ниндәй ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрҙән мәхрүм бит улар! Яҡташ ғалимыбыҙ Эрнст Ишбирҙин хаҡында ла (авторы Камилә Ғәлиева) уҡып ҡыуандыҡ. Ҡоштар, кейек-януарҙар хаҡында биолог, ауыл хужалығы фәндәре докторы Әғләм Шәриповтың яҙмалары ифрат мауыҡтырғыс, редакция ошо йүнәлештә мәҡәләләр биреүҙе киләсәктә лә дауам итһә ине, тип теләйем, сөнки уларҙы балалар ҙа уҡып кинәнә.
Мөхәрририәт коллективына киләсәктә лә эштәрендә уңыштар, ижад илһамы теләйем. Гәзит уҡыусыларға ла шундай теләгем бар: гәзитебеҙҙе ижад итеүҙә беҙ ҙә ҡатнашайыҡ, йәшәгән урындарыбыҙҙан төрлө темаларға ҡыҙыҡлы мәҡәләләр яҙып ебәрәйек. Был гәзит тематикаһын артабан да төрләндерергә булышлыҡ итер.

Хазина ИСҠУЖИНА.
Баймаҡ районы Ишмөхәмәт ауылы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.03.20 | Ҡаралған: 466

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru