«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАЙҘА ҺЕҘ, МАЛАЙҘАР? ЙӘКИ ИР-ЕГЕТТЕҢ ЭСКЕЛЕК ҠОРБАНЫ БУЛҒАНЫ ТУРАҺЫНДА
+  - 


"Каруанһарай" төркөмө егеттәренең электән үк йырлаған бер йыры йыш ҡына ҡолағымда сыңлай: "Ҡайҙа һеҙ, ҡайҙа һеҙ, һай, башҡорт егеттәре? Ҡайҙа һеҙ, ҡайҙа һеҙ, Уралым бөркөттәре?.." Был йырҙың һүҙҙәре лә, көйө лә йөрәктәргә үтеп, милләтен һөйгән күптәрҙе уйға һалырлыҡ! Ҡыҙҙарға ҡарағанда байтаҡҡа күберәк тыуып та, утыҙ-ҡырҡ йәштәрҙән һуң әҙәйә башлап, инде илле-алтмышҡа яҡынайғанда ике тапҡырға тиерлек кәмегән көслө зат хаҡында һүҙем.

Элегерәк, беҙ йәш саҡта, илдә ир-аттың сағыштырмаса әҙерәк булыуын үткән ҙур һуғыш менән бәйләйҙәр ине. Донъя күләмендә унда-бында булып торған бер аҙ локаль конфликттарҙы иҫәпкә алмағанда, етмеш биш йыл элек үтеп киткән Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ир-аттарҙы "алып китерлек" әллә ни оло яуҙар ҙа булғаны юҡ, Аллаға шөкөр. Әммә… ирҙәр һаман күпләп кәмей бара. Ошо хаҡта йыш ҡына уйланып, уйҙарымды ҡағыҙға төшөргөләйем. Мәктәпте бергә тамамлаған синыфташтарымды ғына барлайым да, ана шул миҫалда башҡалар хаҡында фекер йөрөтәм. Ысынлап та, уйынмы ни! Беҙ, егермегә яҡын малай, унынсы синыфты тамамлап, ҡулыбыҙға өлгөргәнлек аттестаты алып (ҡыҙҙарҙы әлегә һанамайым) сыҡҡайныҡ. Һәммәләребеҙҙең шат йөҙө әле булһа күҙ алдымда. Һәр кемебеҙҙең киләсәккә ҙур өмөтө, ниәте бар ине. Барыбыҙ ҙа матур тормош ҡороп йәшәргә хыялландыҡ. Кемебеҙҙер артабан юғары, урта уҡыу йорттарына ынтылды, икенселәребеҙ халыҡ хужалығына эшкә төштө. Мәле еткәс, илебеҙ ҡуйған бурысты - хәрби хеҙмәтебеҙҙе үтәп, имен-һау тыуған яғыбыҙға әйләнеп ҡайттыҡ. Мәктәпте тамамлауға егерме йыл тулғас, синыфташтар менән тәүге мәртәбә осрашыу кисәһе үткәргәнебеҙ хәтеремдә. Малайҙарыбыҙҙың өсәүһе юҡ ине инде. Күмәкләшеп уларҙы йәлләп иҫкә алдыҡ…
Бөгөн килеп, егеттәребеҙҙең алтыһы ғына иҫән! Һуғышта ла кеше улай ҡырылмайҙыр. Бала-сағаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең нисек үҫкәнен дә күрә алмай яҡты донъя менән хушлашҡан синыфташтарымды йәлләйем. Ҡасандыр типһә тимер өҙөрҙәй булған, арыҫландай егеттәребеҙҙең, сирләп вафат булған бер-икәүһен генә иҫәпкә алмағанда, күпселектең "йәшел йылан" арҡаһында китеүе айырыуса үкенесле. Хәмергә битараф булмаған, хатта бер аҙ ваҡыттан уның "ҡоло" булып киткән егеттәребеҙ насар инеме һуң? Юҡ, әлбиттә! Барыһы ла эшһөйәр, яҡшы күңелле, аҡыллы малайҙар ине. Бына шул шайтан эсемлегенә ҡарата "мөхәббәт тойғоһо" ҡайһы арала күңелдәргә инеп оялаған һуң? Ошо һорауға яуапты һәр кемебеҙ белә торғандыр, моғайын, әммә хәҡиҡәтте танығылары килмәүселәр күберәк. Яуап эҙләп, әллә ҡайҙа бараһы юҡ. Эскелек арҡаһында ирҙәре күпләп үлмәгән берәй ауылыбыҙ бармы һуң хәҙер? Берәй танышыбыҙҙы, йә туғаныбыҙҙы ғына миҫал итеп килтерәйек әле: мәҫәлән, бер ғаиләлә бер ир эскелек арҡаһында үҙенә-үҙе ҡул һала. Уны "Яҡшы кеше ине…" тип йәлләй-йәлләй ерләйҙәр. Әммә шул көндә үк, йыназа уҡыған мулла, күрше-күләндәр таралышып бөткәс, мәрхүмдең ағай-энеһе "ҡайғыһын йыуа" башлай - шул уҡ хәмер менән… Яратҡан, яҡын туғанынының яҡты донъянан китеүенә төп сәбәпсе булған араҡы менән! Етмәһә, мәрхүмдең үлемендә башҡа сәбәптәрҙе эҙләргә тотоналар: йәнәһе, килен насар булған, "баш төҙәтергә" аҡса бирмәгән. Йәнәһе, йәндәй күреп йөрөгән Фәлән дуҫы уға "шулай-шулай" тип әйтеп ғәрләндергән. Йәнәһе, эштәге нәшәлниге насар булған, ныҡ итеп әрләгән…
…Эскегә бирелгәндәрҙең тормош юлын яҡынса күҙҙән үткәрәйек әле. Бала тыуғас та күп ғаиләлә мотлаҡ иҫерткес эсемлектәр менән "тәпәй" йыуалар. Артабан был бала һәр бер байрамда, тыуған көндәрҙә йыйылып, табын ҡороп, өлкәндәрҙең рюмка сәкәштереүен күреп үҫә. Күреү генә түгел, хатта ул был шөғөлгә ҡыҙыға башлай. Нисек ҡыҙыҡмаҫһың: атайға ла, әсәйгә лә күңелле, улар көлә-шаяра, йырлай, бейей. Уларға ҡунаҡҡа килгән Фәлән ағай менән Фәләнбикә апайҙарға ла күңелле. Тимәк, бөтә кеше шулай йәшәргә тейеш, тик тағы бер аҙ ғына үҫәһе бар… Оҙаҡламай мәктәп йылдары үтеп, сығарылыш кисәһе лә етә. Был кисәнән һуң атай-әсәй балаһының иҫән-имен мәктәп тамамлауы, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫыуы хөрмәтенә тағы табын ҡора. Инде "үҫеп еткән" улдарына үҙҙәре үк "тылсымлы" шыйыҡсаны ҡойоп бирә. Егет, бер аҙ тартынған булып тора ла, төп күтәрә һуғып ебәрә. Сөнки был уның тәүге рюмкаһы түгел… Атай-әсәйҙең өлгөһөндә ул һигеҙенсе синыф тирәләрендә үк иптәштәре менән был эсемлекте татып ҡараған була. Ә әлегеһе уға ата-әсәһе тарафынан бирелгән рәсми рөхсәт… Шундай уҡ эске табындары ҡороп, "аҡ юл" теләп, баланы әрме сафына оҙаталар. Әрмелә хәмерҙән ял итеп, бер ҡарауҙа ҡыҙҙарҙың йөрәген яуларлыҡ, кемдер әйтмешләй, "ыздарауай һалдат" булып ҡабаттан өйөнә ҡайтып төшә егетебеҙ. Уның уйында хәмер эсеү теләге, бәлки, бөтөнләй булмайҙыр ҙа. Әммә, оло үкенескә, уны өйҙә тағы ла шайтан эсемлеге ҡуйылған табын менән көтөп торалар…
Бер аҙҙан ҡайҙалыр эш башлап, егетебеҙ өйләнергә йыйына. Туйҙы ла ата-әсә "тейешенсә, йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәҫлек" итеп үткәрә бит инде. Йәштәр айырым донъя көтә башлай. Инде иргә эйәләшеп өлгөргән "йәшел йылан" матур ғаиләнең йәмен ебәреп, иреш-талаш сәбәпсеһенә әйләнә. Ирҙең йыш ҡына өйгә "ҡырын тейәп" ҡайтыуын хәләл ефете, әлбиттә, өнәп етмәй. Ләкин алкоголизм тип аталған сирҙең ниндәйҙер бер стадияһына инеп алған ир ҡатынының иҫкәрмәләрен ҡабул итмәй. Ғаиләлә ығы-зығы дауам итә. Бер көн килеп, "тәрән бахмур" хәлендәге ир-егет үҙ теләге менән яҡты донъяны ташлап китергә ҡарар итә…
Был - бәғзе берәүҙең донъянан туйыу осрағы. Ә бит алкоголь менән ныҡ ағыуланыу сәбәпле әле яҡты донъяның тәмен татып та өлгөрмәгән йәш кешенең йөрәге кинәт кенә эшләүҙән туҡтап та ҡуя… "Үлеп барам бит, "Скорый" саҡырта һалығыҙ!" - тип яҡындарына тилмерә барып үлеп киткәндәр йәл. "Әсәкәйем, ҡотҡар!.." тип ҡысҡыра-ҡысҡыра үлә бәғзеләр. "Ошонан тере ҡалһам, башҡаса араҡыны ауыҙыма ла алмаясаҡмын!.." тип анттар биреүселәр хаҡында ла ишеткән бар. Иң үкенеслеһе: күп осраҡта кешене ҡотҡарып ҡалып та булмай, урыҫтар әйтмешләй, инде поезд киткән була… Иң һуңында судмедэксперт булып эшләгән табип был үлемдең сәбәбе хаҡындағы актта "Алкогольная кардиомиопатия" тип аталған диагноз ҡуя. Әлбиттә, аҙаҡтан мәрхүмдең туғандары, яҡындары араһында: "Тиҙ ярҙам" һуңлап килгән, йә иһә "Табип (фельдшер) дөрөҫ ярҙам күрһәтмәгән", тигән имеш-мимештәр йөрөмәй ҡалмай…
"Ни өсөн ир-егет был донъянан иртә китә?" тигән һорауға яуапты бына ҡайҙан эҙләргә кәрәк. Уның тамырынан. Илебеҙҙә, күпселек ғаиләлә "норма"ға һаналған хәмер эсеү тигән алама ғәҙәтте ҡуймай, йәғни эскелектең тамырын бөтөнләйгә ҡоротмай тороп, ир-егеттәребеҙҙең иртә үлемен кәметеп тә булмаҫтыр. Ә хәҙер модаға инеп киткән "мәҙәни эсеү" тигән термин - ул мәкерле шайтандың әҙәм балаһын хәйләләп кенә юлдан яҙҙырыуының сираттағы бер ысулы. Ир-егеттәребеҙҙе эскелектән азат итә алмаһаҡ, милләт именлеге хаҡында ла ныҡ хәүефләнергә урын бар, йәмәғәт. Шуға ла хөрмәтле ата-әсәләргә: "Киләсәктә балаларығыҙҙың хәмер арҡаһында харап булыуын теләмәһәгеҙ, хәҙерҙән үк үҙегеҙҙе тәрбиәләй башлағыҙ. Ҙур ҡунаҡмы, туй-муймы ул, мәжлес өҫтәлдәрегеҙҙән хәмерҙе бөтөнләйгә юҡ итегеҙ! Сабый бала ундай нәмәне күреп үҫергә тейеш түгел", - тип әйтәйем тигәйнем…

Хөрмәт ҠЫУАНДЫҠОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.03.20 | Ҡаралған: 647

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru