«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨС ТАҒАНҒА ТАЯН: ТАРИХИ ДӨРӨҪЛӨК, ХУДОЖЕСТВОЛЫ ЗАУЫҠ ҺӘМ САМА БЕЛЕҮ
+  - 


Роза Рафиҡ ҡыҙы менән беҙ әленән-әле осрашып, һөйләшеп торабыҙ. Ул үҙе ғүмере буйы башҡорт милли кейеме өҫтөндә эшләгән билдәле рәссам. Сигеү һәм нағыш буйынса махсус Мәскәү художество училищеһы һәм институтында белем алған Роза Юлдашбаева бик күп йылдар Өфөлә "Дом моделей", "Ағиҙел" производство берекмәһе һәм "Салауат" күн-тире кейемдәр ательеһында баш рәссам хеҙмәтен атҡара. Ул ижад иткән кейем үрнәктәре Бөтә Союз, Бөтә Рәсәй халыҡ-ара кейем конкурстарында һәр ваҡыт еңеүсе була, гран-при һәм беренсе дәрәжә дипломдарҙы ала. Уның эшкә талапсанлығы һәм таланты хаҡында Башҡортостан Милли музейы фондына алынған, М. Нестеров исемендәге Художество музейында ҡуйылған күп эштәре асыҡ һөйләй, ул - башҡорт кейеме оҫталары араһында легендар шәхес. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо берҙән-бер оло мастерыбыҙ республиканың Рәссамдар союзы ағзаһы түгел, дәүләт тарафынан бирелгән атҡаҙанған исемдәре лә юҡ. Әммә ул бихисап төрлө яҡлы эшмәкәрлеге менән һаман да бөтә булған милли кейем күргәҙмәләре, фольколориадаға ҡарата яңы кейем моделдәре әҙерләү буйынса мәҙәни эштең уртаһында, төп баһаман һәм остаз булып ҡала. Балаҡатай районының "Тамбур" халыҡ клубы ҡайыусы оҫталары менән ул уникаль заманса башҡорт стилле кейемдәр ижад итә.

Роза Рафиҡ ҡыҙы Юлдашбаева менән башҡорт милли кейеменең сәнғәттә, көнкүрештә нисек йәшәүен, тергеҙелеүен, өйрәнелеүен күҙәтеү - үҙе бер мәктәп. Уҙған йыл аҙағында булғайны был әңгәмәбеҙ:

"Сибай дәүләт концерт берләшмәһенең - "Сулпан" балалар театры менән филармонияһының "Аҫаба булған ата-бабам, аҫаба булыр балам!" тигән театрлаштырылған сығышы Өфө тамашасыһына "Башҡортостан" дәүләт концерт залында күрһәтелде. Реклама арыу ғына йәнле барһа ла, залда буш урындар күп ине, бының өсөн баш ҡалала йәшәгән баймаҡтарҙы һис кенә лә маҡтап булмай - яҡташтарын күрергә ваҡыт табырға улар үҙҙәренең хаҡҡый бурыслы икәнен онотто! Ә мин кисәне ҡарағандан һуң әллә күпме онота алмай, төрлө уйға батып йөрөйөм. Һәм бына ни өсөн...
Мине ғәжәп иткәне - кейемдәре! Кем икән ул театрҙың рәссамы, кем шундай зауыҡлы художник, тип уйланым. Белдем: Роза Әхмәтшина икән. Бик оҡшаны. Беренсенән, кейемдәр өсөн һайланған тауарҙың төҫө килешле, был төҫ тау, далалар, болотло күктәр - иркенлек, ирек, йәшәү азатлығы төҫө. Минеңсә, башҡорт аҫабаһы рухын киңәйтә торған тәбиғи ябай һәм мәңгелек ныҡлы төҫ табылған. Икенсенән, кейемдәрҙә бер ниндәй ҙә тире-йөн юҡ! Башҡорттоң ҡышҡы туны-бүрке тиренән тегелһә лә, төп кейеме, әлбиттә, башлыса еңел туҡыманан, тула йәки киндерҙән тегелгән булған, шунһыҙ, тәбиғәттә иркенләп йөрөй аламы ни кеше? Өсөнсөнән, ҡатын-ҡыҙҙар кейемендәге таҫтар бик дөрөҫ алынған. Улар арҡаға төшөп айырылып китә, шунда орнаменталь биҙәк - нағыш та эшләнһә, ифрат күркәм булыр ине. Йырсыларҙың кейеме лә йыйнаҡ ҡына, төҫтәре күҙҙе тишеп бармай, биҙәкләү ҙә самалы, иң кәрәкле һәм мөһим биҙәктәр - тоноҡ төҫтәге ырыу тамғалары ғына беленер-беленмәҫ һиҙелә... Ҡарауы рәхәт бындай ир-егеттәр кейеменә, сөнки был сәхнә кейеме актер булған кешенең шәхесен ҡапламай, уның халыҡҡа әйтәһе һүҙен, еткерәһе уй-моңон үтә ҡырҡыу, йәғни ситей сағыу буяуҙар-һыҙыҡтар менән бутамай. Бер нисә көндән кисәне Башҡортостан юлдаш телевидениеһы аша йәнә ултырып ҡараным. Һеҙ ҙә ҡарағыҙ, өйрәнегеҙ, йәштәр. Башҡорт милли кейемен үтә сыбарламағыҙ. Юғиһә, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тапшырыуына килгән һәр башҡорт ҡатын-ҡыҙын бик аҡыллы, бик инсафлы тип хөрмәт итәм, тыңлап туймайым, ләкин ҡайһыларының, бигерәк тә ауылдарҙан килгән оло йәштәге апайҙарҙың, "тергеҙелгән" тип кейеп алған кейемен күрәм дә, "Ташҡа үлсәйем!.." тип әйтеп ысҡындырам. Ҡыҙҙар, үҙегеҙгә бер аҙ ситтән ҡарағыҙ: нишләп был саҡлы сыбар тауыҡҡа әйләндегеҙ ул, тиәһе килә. Ҡыҙғаныс һәм ҡурҡыныс бит ҡайһы берәүҙең "яңыртылған этнографик кейеме"! Ниңә кеше көлдөрәһегеҙ, әллә бөгөн халыҡтың төҫ, биҙәү зауҡы үҙгәргән, тиһегеҙме? Бер нәмә лә үҙгәрмәгән, кеше психологияһы һәм зауҡы бер ҡасан да үҙгәрмәй. Милли кейем кейгәндә милләттең эске фәлсәфәһе, тәртибе, холоҡ-фиғеле, донъяны художестволы, сәнғәти ҡабул итеү үҙенсәлеге сағыла! Африка саваннаһында тауис йә йыланды һүрәтләгән сағыу төҫтәргә буянған (улары ла йә кәләш күҙләгән кейәүҙәр йәки ажарлы һунарсылар!) аборигендар түгел бит беҙ. Башҡорттар һәр эштә һәм биҙәктә сама белгән. Шул арҡала һәр кемде һоҡландырған, иҫендә ҡалған, күпте күргән рус ғалимдары һәм сәйәхәтселәре "Бөтә төрки халыҡтар араһында иң бай, иң төрлө һәм иң мәғәнәлеһе - башҡорт халыҡ кейемдәре" (С.Руденко) тигән! Бер ҙә "иң сағыуы, иң ялтырап торғаны..." тимәгән улар.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы көн-төн һөйләп тора, уныһына Аллаға шөкөр. Мин "Байыҡ" тапшырыуын да гел ҡарайым. Абруйлы баһамандар бик төплө кәңәштәрен бирә, бейемәгән кеше бейеү сәнғәтен аңлап, тимәк, яратып (!) китә. Үҙе бер халыҡ мәктәбе, мәҙәниәт һабаҡтары, рәхмәт! Әммә ләкин шул баһалама төркөмө араһында кейемдәр буйынса махсус баһа ҡуйырлыҡ белгестәр ҙә ултырһын ине. Яҡшыһын яҡшы, тип, боҙолған кейемде шулай уҡ тәнҡитләп, ваҡытында кешенең күҙен асып ултырыусы кәрәк. Юғиһә, "милли кейемде тергеҙеү" тигән боҙ ҡуҙғалды. Һуң булмаҫ борон, әллә күпме "яр емереп, күпер ағыҙып" китмәҫ борон, уға дөрөҫ йүнәлеш, фәнни руль, тарихи йөк-бәҫ бирергә ваҡыт. Алға, милли сәнғәттә белемле йәштәр!"

Роза Рафиҡ ҡыҙы менән һөйләшеү 2020 йыл башында дауам итте. Фольклориада йылында башҡорт милли кейемен әҙерләү, тергеҙеү, өйрәнеү темаһы айырыуса ҡырҡыуланыуы тураһында һөйләштек был юлы ла:

"Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Халыҡ ижады үҙәгенә ҡараған "Урал" галереяһында күптән көтөлгән күргәҙмә асылды. Башҡорт милли биҙәүестәренең иң күренеклеһе - селтәр, яға, һаҡал, түшелдерек, хәситә, дәүәт һәм башҡа һирәк осрай торған биҙәүестәргә арналғайны ул. Бындай яуаплы эште республика Халыҡ ижады үҙәгенең "Селтәр" башҡорт халыҡ кейемдәре студияһы үҙ өҫтөнә алған. Етәксеһе Гөлгөнә Баймырҙина үҙәктең фольклор бүлегендә әйҙәүсе белгес булараҡ, махсус программа буйынса эш алып бара. Йәғни, ул бөтә республика буйынса йөрөп, селтәр яһау серҙәрен-үҙенсәлектәрен оҫталарҙан өйрәнә һәм теләгәндәргә үҙе лә өйрәтә. Был хәрәкәт һуңғы осорҙа айырыуса йәнләнде, ҡатмарланды һәм хатта ауырлашты...
Ни өсөн милли кейемде һәм биҙәүесте тергеҙеү еңелдән түгел? Сөнки был эштең уйын түгеллеге, ифрат яуаплы һәм әһәмиәтле икәне һәр табылған экспонат, һәр фотодокумент, һәр яңы оҫтаның эше аша күренеп тора. Биш йылдан ашыу баш ҡалабыҙҙың ҡул эше оҫталары - "Селтәр" студияһы эшләне, ләкин әле эштең башы саҡ беленә. Сөнки милли башҡорт биҙәүесе уйынсыҡ түгел. Ул иң беренсе сиратта - тарихи дөрөҫлөк, зауыҡ һәм сама. Ошо өс таған бөтә кешегә лә аңлашылып етмәй һәм тиҙ генә сиселмәй торған бер сер икән.
Һәм тағы... Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының мәҙәни, социаль һәм рухи үҫеш буйынса "Ағинәй" төбәк йәмәғәт ойошмаһының төп ҡағиҙәләре менән дә танышмын: башҡорт ағинәйҙәренең аҡылы менән йәшәргә ынтылған һәр ҡатын-ҡыҙ, беренсенән, айыҡ һәм аңлы тормош алып барыр; икенсенән, ул милли ризыҡ, милли дауалау саралары менән үҙенең һәм яҡындарының сәләмәтлеген нығытыр; өсөнсөнән, тормошобоҙға милли йолаларҙың асылын ҡайтарыр; дүртенсенән, ул халҡыбыҙҙың тәрбиә мәктәбе алымдарын аяҡҡа баҫтырыр; бишенсенән, ул милли кейемле, тимәк, милли ҡул эшле булыр; алтынсынан... Һанай китһәң, күп уларҙың үҙ елкәһенә алған бурыстары. Әммә иң мөһимдәренең береһе, әлбиттә, милли кейемдәр буйынса әле алып барған Хаталар өҫтөндә эш...
Милли кейемдәрҙе тергеҙеүҙә ағинәйҙәр бөтә республиканы һәм унан ситтә ятҡан ҡәрҙәштәребеҙҙе лә ҡуҙғатты. Һандыҡ төптәрендә йә иҫке альбомдарҙа ятҡан үрнәктәр ҡалҡып сыҡты, илгә таралды. Ғалимдар һәм этнографтар өсөн әҙер материал тулып ята кеүек. Ләкин... Эш һирәк осрай торған биҙәүестәр һәм кейемдәр табылыуҙа ғына түгел икән. Эш - беҙҙең башҡорт халыҡ биҙәүес-кейемдәрен тәфсирләп өйрәнеп, үҙенсәлектәрен донъя кимәленә сығарған ғалимдар һүҙендә! Ҡырҡ ырыулы башҡорт халыҡ этнографик хазинаһын фәнни системаға һалып өйрәнгән, уның музейҙарҙы һәм ҙур каталогтарҙы биләгән өлгөләрен һайлаған ғалимдар һәм милли сәнғәт белгестәре тап юғарыла һанап үтелгән өс тағанға таяна, өс талап буйынса барлай: тарихи дөрөҫлөк, художестволы зауыҡ һәм сама белеү. Шуға ла ағинәйҙәрҙең хаталар өҫтөндә эшкә тотоноуы бик кәрәкле, бик мөһим эш. Беҙ киләһе быуындарға бөгөнгө стилләштерелгән селтәр, яғаларҙы түгел, ә төп нөсхәһендә тапшырырға бурыслыбыҙ..."

Ниндәй фекерҙә һуң беҙҙең абруйлы оҫта, башҡорт кейеме белгесе бөгөнгө милли кейем һәм биҙәүестәрҙе тергеҙеү эше хаҡында? Уның һәр фекере ихлас йөрәктән, дөйөм эш өсөн янып, проблемаларҙы үтә күреп, һәр кемде яҡшыға өйрәтеп һәм оҫталыҡ юлында хаталарҙы тиҙерәк йырып сығырға әйҙәп әйтелә, тип иҫәпләйем. Аңлағандарға - ишара, аңламағандарға - күҙен асыусы бер фәһем:

"Маҡтанырлыҡ бер нәмә лә юҡ. Бөтә тирә-яҡ республикалар араһында беҙ милли кейемде тергеҙеүҙә иң артта ҡалған төбәк инек, һаман да шул кимәлдә ҡалабыҙ. Ниндәй генә вәғәҙәләр һәм шапырыныуҙар булмаһын, барыһы да нигеҙһеҙ, сөнки традицияны ҡабул итеү юҡ. Бөгөн башҡорт милли кейеме буйынса эшләгән оҫталар тураһында айырым шуны әйтәм: иң яҡшы эштәр Амантаевта, Кирдякинда. Күптәр зауыҡһыҙ, күптәр сама белмәй, бөтәһе лә тиерлек тарихи дөрөҫлөктө һанға һуҡмай. Башҡорт милли кейеме ҡайһы бер урында наҙандар һәм нахалдар ҡулына ҡалып бара. Йылғырлыҡ, башбаштаҡлыҡ, "минбеләм"дәр менән быйылғы Фольклориадаға килеп еттек, һәм кәмәбеҙ менән ҡомға төртөлдөк. Беҙҙең кешегә күрһәтер нәмәбеҙ юҡ тиерлек. Райондарҙа үҙаллы ниҙер эшләгән кешеләр бар, ләкин мин уларға рәхмәт әйтеү урынына, үкенесемде белдерер инем. Нишләп үҙҙәренең өйрәнсек эштәрен ысын милли биҙәүес тип иғлан итергә ҡабалана улар? Кем уларҙы бындай ялған данға этәрә? Кем уларҙың телдәренән тартып, "башҡорт милли биҙәүесен яһаным", тип маҡтандыра, күрәләтә насар сифатлы ярты-йорто эштәрен уникаль боронғолоҡ араһына килтереп ҡыҫылдыра?
"Селтәр" күргәҙмәһен ҡарағандар минең менән риза булыр: бөтә эштәр ҙә бер кимәлдә, барыһы ла өйрәнсектәрҙеке. Өйрәнсек булыу хилаф түгел, ләкин күргәҙмәлә уларға һан-дәрәжә башҡаса булһын. Әйтәм бит, үткер һәм сая кешеләр арҡаһында ошондай өйрәнсек нәмәләр хәҙер бөтә донъяны ҡаплап бара. Уларҙа дөрөҫлөк юҡ, зауыҡ (художестволы теүәллек) юҡ, сама белеү юҡ! Мин түшелдеректәр күргәҙмәһенә, исмаһам, өлгө булып торһон өсөн, сағыштырыр өсөн, мәҫәлән, Кирдякиндың художестволы селтәр-һаҡалдарын, йә музейҙан, йә иң уңышлы мастерҙарҙың эштәрен алып тороп ҡуйыр инем.
Бөтөнләй ыңғай күренештәр юҡмы ни, тигән һорауға яуабымда миҫал өсөн Учалының көмөш биҙәүестәр оҫталарын әйтер инем. Уларҙың "башҡорт биҙәүесе" тигәне бөтә эшләнеше, пропорциялары, биҙәлеш таштары һ.б. менән зауыҡлы, сама менән һәм тарихи дөрөҫлөккә бик яҡын.
Башҡорт биҙәүестәренә хас тәңкәләр һәм көмбәҙҙәр, аҡыҡтар, сулпылыр, гәрәбә, мәрйен, ҡортбаш һәм башҡа нәмәләр бөгөнгө оҫталарҙың эләгә-тәгәрәй эҙләгәне. Дим районындағы Вьетнам магазинында беҙҙең ҡыҙҙарҙы йыш күрәм, улар ҙа мине һәм бер-береһен танып бөткән. Ләкин улар ҡайсаҡ кәрәкмәгән, яһалма, сифатһыҙ тауарҙар һатып алырға мәжбүр. Шунан уларҙың эшләгән биҙәүестәре нисек дөрөҫ һәм зауыҡлы булһын инде! Тимәк... Тимәк, республиканың Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡ ижады үҙәге башҡорт милли кейемен һәм биҙәүестәрҙе тейешле кимәлдә тергеҙеүҙе үҙ өҫтөнә алып, ошондай кәрәкле тауарҙар менән тәьмин итеүҙе, оҫтаханалар булдырыуҙы, артабан оҫталарҙан дөрөҫ өлгөләр талап итеүҙе кисекмәҫтән үҙ өҫтөнә алырға тейеш. Милли башҡорт кейеме һәм биҙәүесен тергеҙеүселәр менән бик төплө, иғтибарлы, системалы эш алып барыу шарт. Бөгөн иң етди этнографик һәм милли мәсьәлә был! Хаталарҙы ваҡытында төҙәтергә, уларҙан арындырырға кәрәк. Мин бында тағы бер лайыҡлы юлды күрәм: кисекмәҫтән Башҡортостан Республикаһында Оҫталар мәктәбен (Школа мастеров) булдырыу. Әле республикаға еңел сәнәғәтте үҫтереүгә Үҙәктән байтаҡ аҡса бүленгән, тигән хәбәр йөрөй. Өфө уртаһында 10-сы художество лицейы бар, унда бөтә шарттар (цех, машина һ.б.) етерлек. Әйтәйек, Японияла өйрәнсектәр ун (!) йыл буйы халыҡ орнаменттарын, бөтә донъя халыҡ ижады эштәрен өйрәнә, шунан һуң ғына уларға үҙҙәренең эштәрен кешеләргә күрһәтергә рөхсәт ителә...
Беҙҙең республикала халыҡ оҫталарының эшенә сәнғәт белгестәренең яҡын да килмәүе бик борсой мине. Үҙҙәренең өлгө итеп күрһәтерлек эштәре лә юҡ, исмаһам. Бына ошо "Селтәр" студияһы кеүек тырышып, юҡты бар итеп, милли биҙәүестәрҙе тергеҙергә дәртләнгән кешеләр күбәйгәндән-күбәйә. Уларға дөрөҫ йүнәлеш, дөрөҫ кәңәш кәрәк. Альмира Ғәйнулла ҡыҙы Янбухтина, йәне йәннәтттә, бик иғтибарлы булды бындай эштәргә, ул беҙҙең "Ағиҙел" производство берекмәһендә үткән худсоветтарҙа гел ҡатнашты. Уның дөйөм ил сәнғәте, бөтә донъя мәҙәниәте кимәленән сығып анализлауы беҙҙең художник-мастерҙарға бик ярҙам итте. Бөгөн дә ауылдарҙа, ҡалаларҙа ижад иткән рәссам-оҫталар өсөн бик мөһим шундай белемдәр менән танышыу, донъя менән бергә тын алыу. Быны эшләргә мөмкин, Мәҙәниәт министрлығының махсус курстар, күргәҙмә-форумдар үткәрергә бөтә шарттары бар, теләк һәм яуаплылыҡ ҡына кәрәк".

Роза Рафиҡ ҡыҙы Юлдашбаева бөгөн башҡорт сигеү сәнғәте буйынса иң тәжрибәле авторҙарҙың береһе. Уның был тәңгәлдәге фекерҙәре лә аныҡ һәм фәһем бирә:

"Башҡорт сигеүе, нағышы, ҡайыуы һәм башҡа төрлө энә-ырғаҡ ярҙамында башҡарылған ҡул эштәре төрлө һәм ҡабатланмаҫ үрнәктәр менән бай. Республика Оҫталар мәктәбендә башҡорт халыҡ сигеү өлгөләре буйынса тотош бер курс уҡытырға тейешбеҙ. Ни өсөн тигәндә, был һөнәрҙе рәссамдарға, сигеү оҫталарына ентекләп өйрәтәһе бар: башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары тамбур менән генә сикмәгән, уны элмә, тиһәләр, йәнә төрҙәре бар: ҡуш элмә, тулы элмә, төҫлө епьсүпләм (цветная перевить), ҡыя сәнсеп сигеү (косая стежка), ярым сата (полукрест), шыма сигеү (гладь) һәм башҡалар. Мәҫәлән, элекке һарауыстар һәм таҫтарҙар башлыса ярымсата (полукрест) менән сигелгән..."

ШУЛАЙ ИТЕП...
Бөгөн Башҡортостандың ҡайһы бер райондарындағы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмалары ағзалары милли биҙәүестәр һәм кейемдәр буйынса хаталар өҫтөндә эш башланы. Үҙ ағышын эҙләгән шишмә кеүек, ваҡыт ҡатламы аҫтынан тәүбиҙәктәр, милли нағыштар, төҫтәр, биҙәүестәр халыҡҡа яңы заман төҙәтмәләре менән кире ҡайта. Оло быуын үҙ тыуған тамырҙарынан һәм ерҙәренән ситкә китеп төпләнгән балаларына һәм ейәндәренә үҙ биҙәген, тауышын, төҫөн, биҙәктәрен ҡалдырырға теләп, бурыс ауазын яңғырата. Был мәңгелек ағышты туҡтатыр һәм тыйыр көс юҡтыр. Бары тик быуыусылар, боҙоусылар, тауарға әйләндереүселәр бар, улары ла ваҡытлы күренештер. Ләкин беҙҙең хаталарҙы ишәйтергә, аҙҙырырға, уларға абынырға ваҡытыбыҙ юҡ. Урамда егерме беренсе быуат. Илебеҙҙә һәр милләт, һәр халыҡ үҙ орнаменттары, биҙәктәре, кейеме менән кинәнеп йәшәргә ынтыла. Чебоксары ҡалаһында, мәҫәлән, сыуаш сигеү мәктәбе бик күптән эшләй һәм төбәктәге милли колорит, халыҡсан ижади бәҫ тыуҙырыусы бренд-ҡот дәрәжәһен алған. Мәҙәниәт министрлығы башҡорт милли кейемдәре һәм биҙәүестәрен дә ошондай уҡ бренд-ҡот итеп нығытырға йүнәлеш алһын ине, ти Роза Рафиҡ ҡыҙы Юлдашбаева. Уның әсенеп әйткән һүҙҙәрендә дөрөҫлөк бар. Дошман көлдөрөп, дуҫ илатып әйтә, ти мәҡәл. Милли кейемдәребеҙҙәге хаталарҙы төҙәткән мәлдә һәр фекер кәрәкле һәм ваҡытлы.

Сәрүәр СУРИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.03.20 | Ҡаралған: 732

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru