«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КҮҘГӘ КҮРЕНМӘГӘН ҺАЛДАТ ҺАМАН БЕҘҘЕҢ АРАЛА
+  - 


М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында өлкәндәр менән бергә театрға йөрөгән балалар өсөн яңы спектакль сәхнәгә сыҡты. Авторы - Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, яҙыусы Ғәҙел Ҡотой Рөстәм атлы улы өсөн "Күҙгә күренмәҫ һалдат" тигән әкиәтен яҙа, ләкин тамамлап өлгөрмәй, яуҙа алған яраларынан һуң оҙаҡ йәшәй алмай вафат була...

Ошо әҫәр буйынса ҡуйылған "Рөстәмдең сере" спектакле ғаилә менән барып ҡарар өсөн ғәләмәт шәп спектакль булып сыҡты. Ни өсөн ? Беренсенән, балалар өсөн ихлас яҙылған әҫәр үҙенең ябай телле һәм аңлайышлы сюжеты менән арбай. Тәүге күренештәрҙән үк тамашасы актерҙарға мөкиббән ышана: мөләйем ҡиәфәтле һәм бер аҙ фәстереп һөйләй белеүсе Оләсәй (Башҡортостандың халыҡ артисы Миңзәлә Хәйруллина), шаян һәм ғәжәп ҡыҙыҡһыныусан, тиктормаҫ малай Рөстәм (артист Зилиә Хәлилова, ул спектаклдең икенсе бүлегендә немец ҡыҙыҡайы Мартаны ла уйнай), артабан фантазер малай "Күҙгә күренмәҫ һалдат" булып әүерелә лә атаһы үткән һуғыш юлдары буйлап китә, ә бөтә залдағы халыҡ тын да алмайынса уның артынан "эйәрә".
Театрҙың художество-ҡуйылыш бүлегенең тырышлығы арҡаһында бөтә актерҙар спектаклдең төп "мөғжизәһен" ғәжәйеп оҫталыҡ һәм үҙ-ара яҡшы көйләнгән теүәллек менән башҡарып сыға (рәссам Альберт Нестеров, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре). Башҡорт сәхнәһе өсөн сираттағы һөйөнсө бүләген - был спектаклдең биҙәлеш серҙәрен театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов Рәсәй кимәлендәге ижади лабораторияларҙың береһендә күреп ҡайта, авансценаны тултырып теҙелгән ҡатырға һалдаттар - гүйә, ҡотолғоһоҙ һуғыш тирмәне алдында илде әрсәләп ятҡан ил улдары... Һуғыш хаҡында балаға, гүйә, уйынсыҡтар һөйләй: бына карикатуранан төшкәндәй немец офицеры Фогель, китап иллюстрацияларынан күскәндәй партизан һәм совет армияһы һалдаты Иван - уларҙың ҡиәфәте элекке китаптар һәм мультиктар аша таныш һымаҡ, әммә бөгөн дә ниндәй сағыу һәм героик тәрбиә бирә был "уйынсыҡтар"! Гитлерға оҡшаш Фогель - айырыуса гротесклы образ, бик теремек һәм көслө булыуы менән күҙ алдында торасаҡ, әйтерһең дә, бала кешенең йән-фарман төшөргән рәсеме кинәт йәнләнгәндәй (Артур Ҡунаҡбаев, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы). Иван роле иһә уға ҡапма-ҡаршы, үҙенә ни хәтле ауыр булһа ла, ҡаты яралы килеш, үҙ ихтыярын юғалтмай, һаман көрәшә, дошманды барыбер еңеп сыға (Ирек Булатов, Башҡортостандың халыҡ артисы). Немец һалдатының зомби хәлендәге карикатурик хәрәкәтсәнлеге һәм сәбәләнеп сабыуы (актер Урал Әминев), Әбей менән Бабайҙың (Гүзәл Маликова, Башҡортостандың халыҡ артисы менән Илсур Байымов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы) дошманға теҙ сүкмәй торған ҡаты заттан булыуы - һәммәһе лә ил халҡын Бөйөк Еңеүгә илтә торған төп мөғжизә.
Спектакль руссанан "Рөстәмдең сере" тип тәржемә ителгән. Сер нимәлә? Бала өсөн барыһы ла яңылыҡ һәм шулай булырға тейеш. Һәр бала үҙе асҡан серҙе яҡын күрә. Һуғыш нимә ул? Ҡорал менән ут һиптереп дошманды ҡырыу, яндырыу, емереү түгел. Уйын түгел! Һуғыш - һәләкәт. Тын да алмайынса тамашаны ҡараған балағыҙ ошо һорауға үҙе яуап табасаҡ. Артабан һеҙгә яуған һорауҙарына ла тулы яуап бирергә әҙер булығыҙ, сөнки спектакль уның аңында яңы юл - донъяны ҡәҙерләү, һаҡлау тойғоһон аса. Был юлды һеҙ ҙә үҙегеҙҙең фатиха, белем, мораль менән тултыра алаһығыҙ.
"Күҙгә күренмәгән һалдат" образын башҡорт сәхнәһенә күсергән режиссер Радион Букаев тамаша һуңындағы матбуғат конференцияһында бик фәһемле һүҙҙәр әйтте: "Сәхнәлә төп героиня - тыныслыҡ алиһәһе. Уның теңкәһенә тейгән, йәнен көйҙөргән һуғыш суҡмарҙары һәр заманда ла, һәр урында ла кәрәген аласаҡ. Һуғыш сығарған илдәр, талаш-ғауға ҡуптарған кешеләр үҙҙәрен-үҙҙәре упҡынға этеп төшөрә. Уларҙың бер ғәйепһеҙ балалары, тарихи киләсәге ҡорбан ителә". "Рөстәмдең сере"н айырыуса көсәйтә һәм серлеләндерә торған йәнә бер мөғжизә яһаусы - спектаклдә ут ҡуйыусы оҫта Евгений Ганзбург, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Ваҡыты тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, Евгений Леонидович бер аҙна эсендә әкиәти сәхнә әҫәренә яҡтылыҡ һәм ҡараңғылыҡ уйыны аша "тылсым өрөргә" килгән. Ут ҡуйыу оҫталығы, ут рәссамы булыу таланты - бик һирәк осрай торған ҡиммәтле һәләт. Ут - донъя башланғанда Аллаһы Тәғәлә тарафынан тәүләп тыуҙырылған нур, уның илаһи көсөн һәм тәьҫирен тойоу бик күп кешегә бирелмәй, әммә ут ҡөҙрәте бөтә йән эйәһенә иҫ киткес йоғонто яһай ала һәм аңлашыла. Шуғалыр ҙа "Рөстәмдең сере" олпат академия театрыбыҙҙың сәхнәһендә күптән булмағанса фокуслыҡ алымдары менән хәрәкәт итеп, ут уйнатыу мөмкинлектәрен күрһәтте. Сәхнәлә күҙ алдында яҡтылыҡ һәм ҡараңғылыҡ киҫешкән нөктәләрҙә "мөғжизә" барлыҡҡа килде: үҙе ҡырҡа торған бысаҡ, буш еңен болғаусы шинель, ҡуҙғалып китә алған өҫтәл, үҙе күреген йәйеп көй сығарған гармун һәм башҡа бик күп "иллюзион трюктар" тамашасыны арбай. "Ут ҡуйыусы рәссам оҫталығы - бары тик күп тапҡырҙар күнекмә, отҡорлоҡ, йылғырлыҡ һәм ижади уйын емеше", тип Евгений Ганзбург үҙ һөнәренең төп ҡағиҙәһен дә әйтеп ҡуя. "Башҡорт академия драма театрында бик тырыш, зирәк, уңған кешеләр эшләй, бындай талантлы актерҙарға әллә ниндәй фәнтәзи алымдар тәҡдим итһәң дә, улар тағы ла арттырып, һине аптыратып һәм һоҡландырып уйнап ҡуясаҡ", - ти бөтә Рәсәйҙе айҡап йөрөгән ут ҡуйыу оҫтаһы.
Башҡорт академия драма театры спектаклдәрен сағыу тән хәрәкәте уйыны менән байытыусы хореограф Алина Мостаева был юлы ла актерҙарҙың шәхси һәләтен иркенләп файҙалана, уларға иҫтә ҡалырлыҡ, теүәл мәғәнәле композициялар ҡорорға ярҙам итә. Композитор Илшат Яхиндың "ҡарары менән" бөтә тамашаны ялмап алған сихри гармун моңо "Рөстәмдең сере"н бер яҡтан тағы ла нескәртә, икенсе яҡтан тәрән мәғәнәгә сорнай: халыҡтың ажарлы көрәше, Еңеүгә ихлас ынтылыуы, бер ниндәй ауырлыҡ һәм юғалтыуҙарға ҡарамайынса, илбаҫарҙы илдән ҡыуа алыуы - тыуған моңдар ошо изге тойғоно сағылдыра.
Әҫәр рус теленән башҡортсаға тәржемә ителгән. Режиссер Радион Букаев әйтеүенсә, "башҡортса уйнау бигерәк тә ҡолаҡҡа яғымлы, һәм актерҙар ҙа иркен йөҙөп йөрөп уйнай", ләкин руссанан тура тәржемә ителгән калькалар, ағас теллелек билдәһе булған һүҙбәйләнештәр осрай. Уларҙы кисекмәҫтән төҙәтергә, яңынан ишеттерергә һәм башҡортса ауыҙ тултырып, ефәк-йомшаҡ тел менән теүәл мәғәнәһен һаҡлап әйтергә тырышырға кәрәк.
Күҙгә күренмәгән һалдат образы Бөйөк Ватан һуғышы яуҙарына рухи көсөн биреп, һуңғы икмәгенә хәтле оҙатып торған йәш балалар һәм ҡарт-ҡоро халыҡтың хыялый образы ул. Тиңһеҙ алышта ауған улын йә атаһын барып ҡотҡарыу, дошманға ҡаршы күтәрелеү, Бөйөк Еңеү көнөн күреү - бөтә ил өмөтләнеп ынтылған бер "мөғжизә" башҡорт сәхнәһенә лә йәнә бер шауҡым булып килеп ҡағыла.

Сәрүәр СУРИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.03.20 | Ҡаралған: 514

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru