«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БУЛЫР ИЛДЕҢ БАЛАЛАРЫ РӘМИ МӘКТӘБЕНДӘ
+  - 

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында уҡығандарҙы бер һүҙ менән "Беренселәр" тип тә атап йөрөтәләр. Беренселек данын йөкмәргә урыны бар гимназияның - уҡыусылары белем һәм спорт буйынса Рәсәй һәм Башҡортостан бәйгеләрендә алдынғылыҡҡа ынтыла, йыр-бейеү, ҡурай уйнау, сәхнәүи тамашалар ҡороу буйынса ла ҡалышмай. Һәр йылдың февраль айы кисәһендә оло залды шығырым тултырып алҡышлай улар сәхнәләге дуҫтарын: "Халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнө - беренселәр өсөн байрам!" - тиҙәр. Рәми Ғариповтың һынаулы йылмайып торған һүрәте был тамашаға хайран булып, "Һаумы, киләсәк!" тип сәләмләгәндәй.

Быйылғы шиғри-музыкаль композиция ифрат тәрән йөкмәткеле булды (режиссер-ҡуйыусыһы һәм сценарий авторы- башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсәсәк Салауат ҡыҙы Ҡылысова, техник операторҙар Урал Тимеров менән Батырхан Хәмиҙуллин). Сәхнә түрендәге экранда тоҡанған видеоклип гимназияның тарихына байҡау яһай. "Аҡйондоҙ" бейеү ансамбле (етәксеһе А.Такалов) "Гөлнәзирә" не бейеп, бөтә халыҡ иғтибарын бергә туплай һәм... Сәхнәлә бер-бер артлы "хәтирә-һөйләмдәр терелә": өҫтәл артында шәм яҡтыһында үҫмер малай ҡулына ҡәләм ала. Шулай итеп, Рәми Ғарипов 1948 йылда көндәлек яҙа башлай, нисек итеп Салауат районы Арҡауыл ауылынан Өфөгә, фронтта һәләк булған башҡорт яугирҙарының балалары өсөн махсус ҡарар менән асылған 9-сы мәктәп-интернатҡа оҙон юл үтеп килеп етеүе, баш ҡалала яңы тормош менән йәшәй башлауы, ләкин үҙенең һәр тын алышында атаһының уй-хыялдарына барып тотоноуы, тыуған яғында итәк тулы балалар менән яңғыҙ ҡалған әсәһе иҫенән сыҡмаһа ла, уҡып белем алырға тырышыуы. Шулай атай васыяты ғүмере буйы уны алға әйҙәй: "Балам уҡыһын, кеше булһын, илебеҙ имен торһон".
Шағирҙың тыуған көнө... Асыҡ һәм баҙыҡ тауышлы егеттәр һәм ҡыҙҙар сәхнәне шиғри шәлкемдәргә күмә. Йәштәр сығышы, гүйә, киләсәк тауышы булып яңғырай. Рәми Ғариповтың һүҙҙәренә "Аманат" ҡобайыры (Гүзәл Үмәрғәлина көйө), "Сыңрау торна" (башҡорт халыҡ көйө) яңғырай (Айназ Низаметдинов етәкселегендә "Аманат" этнофольклор төркөмө). "Таңсулпан" драма түңәрәге (етәксеһе Рима Нәбиева), "Дәүер" этномоңдар төркөмө - улар гимназияның һөйкөмлө һөйәктәре, береһенән-береһе һылыу егет-ҡыҙҙары, көтөп алынған танһыҡ шиғри тауыштары.
Рәми Ғарипов исемен йөрөткән гимназия башҡорт халҡы өсөн һәм гимназия өсөн хеҙмәт һалған замандаштарҙы 1990 йылдан алып, һәр йыл һайын Шағир исемендәге премия лауреаттары тип иғлан итә. Иҫән сағында ла фекерҙәштәр һәм дуҫтар уратаһында ҡайнап йәшәгән Шәхес бөгөн дә үҙ исеме һәм рухы артынан йәштәрҙе, ил тип янған фиҙаҡәр йәндәрҙе әйҙәй. Гимназия тарихын, мәктәптең төп эш һөҙөмтәһен - милли кадрҙар тәрбиәләүҙең нисек үтәлгәне, киләсәктә ниндәй традиция һәм рух менән йәшәйәсәктәре - барыһын барлап китаптарға туплаған егәрле уҙаман Марат Мөхәмәтйән улы Хафизов быйылғы премия лауреаты тип иғлан ителә. Ул 1991-1994 йылдарҙа гимназия-интернат директоры вазифаһын башҡарған Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре.
Шағир исемендәге премия быйыл Сәрүәр Рәшит ҡыҙы Суринаға ла тапшырыла. Ул Башҡортостан телевидениеһы өсөн утыҙҙан артыҡ видеофильмдарҙа 1-се мәктәп-интернаттың тарихын, тәрбиәләнеүселәре яҙмышын, легендар уҡытыусыларын бөтә республикаға күрһәтә, мәктәп-интернаттың тантаналы юбилейҙары айҡанлы уҙған кисәләргә сценарийҙар ижад итә.
Бик тырышып уҡыусы, гимназия тормошонда актив ҡатнашыусы өс йәш кешегә - быйыл 11-се синыфты тамамлаясаҡ балаларға шулай уҡ Шағир фатихаһы булып "премия лауреаты" исеме бирелде. Документаль кадрҙар һәм фотоларҙан бик сағыу видеоклиптар ҡораусы Батырхан Хәмиҙуллин, сәхнәүи тамашаларҙы оҫта алып барыусылар - мәҙәни байрамдарҙа йөҙөп йөрөп ҡатнашыусы Вилена Колеганова менән Нур Собханғолов улар. Бөтә гимназия балалары улар өсөн шатланып гөр килде. Лауреаттарға гимназия-интернат директоры Илнур Рифат улы Сәлихов иҫтәлекле бүләктәр тапшыра, Яҙыусылар ойошмаһы рәйесе Зәки Арыҫлан улы Әлибаев ҡотлау һүҙҙәре әйтә. Шулай итеп, Рәми Ғарипов исемендәге премияны тапшырыу Башҡортостан әҙәбиәте һәм бөтә йәмәғәтселек өсөн мөһим ваҡиға: даукәр шағирҙы иҫкә алыу ғына аҙ, уның эшен бер генә көнгә лә туҡтатырға тейеш түгелбеҙ, сөнки туған башҡорт телебеҙ бөгөн айырыуса яҡлауға һәм хәстәрләүгә мохтаж, тигәнгә лә ишара был.

Кинйә МӘЗИТ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.03.20 | Ҡаралған: 455

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru